* * *
Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел,
Изге тиҙәр остаз турында.
Ил хәстәре – уның иңдәрендә,
Киләсәк яҙмышы ҡулында.
Уҡытыусы булыу – оло бурыс,
Яуаплылыҡ йөкмәү иңеңә,
Ҡанатланып, арыу-талыу белмәй,
Хеҙмәт итеү тыуған илеңә.
Бәхет бит ул уҡыусыларыңдың
Күңеленә асҡыс таба(а)лһаң.
«Остазым» тип һине ҙурлаһалар,
Ихтирам-хөрмәткә ҡаҙанһаң.
Шәкерттәрең ныҡлы баҫып барһа,
Тормош тигән ҡатмарлы юлдан.
Уҡытыусы булыу – ҙур мәртәбә,
Остаз булыу – үҙе оло дан.
Яҙ һөйөнсөһө
Тәүге тамсы, ынйы тамсы
Балҡый көмөш нур булып.
«Һөйөнсө! Һөйөнсө!» – ти ул,
Ҡыйыҡ ситенә ҡунып.
Тама тамсы, зың-зың итеп,
Гәлсәр боҙҙа саң ҡаға:
«Яҙ килә, көләкәс яҙ!» – тип
Хәбәр итә донъяға.
Көн тыуғанда
Таңғы тынлыҡ.
Сикһеҙ күк диңгеҙен
Бары ай һәм йондоҙҙар иңләп,
Сихри моңдай аһәңлек өҫтәйҙәр
Зәңгәрлектә балҡып-емелдәп.
Мәғрур тауҙар һәм йәшел урмандар,
Томбойоҡло күлдәр, йылғалар,
Ойоғандай ошо сихри моңға
Fорур ғына тынып тыңлайҙар.
Тәбиғәтте һис бер музыкант та
Уйнай алмай торған моң сорнай.
Һәр көн улар изге Ҡояшҡайҙы
Ҡаршылай һәм оҙата шулай…
Бына тауҙың бейек ҡаяһында
Сағыла тәүге ҡояш нурҙары.
Әллә инде Зөһрә йондоҙоноң
Алтын сәсе елгә туҙамы?
Әллә ебәк аҡ күлдәктәр кейгән
Һылыу ҡыҙҙар бейей сәхнәлә –
Һаҡ ҡына ҡағылып ҡаяларға,
Аҡ томан бәүелә сәхрәлә...
Ағас япраҡтары араһынан
Үтеп инде ҡояш нурҙары...
Сылтырап аҡҡан Ағиҙелгә ҡушылып,
Һандуғасҡай йырын йырланы...
Бына Ҡояш! Тауҙар араһынан
Алтын туптай сыҡты тәгәрәп.
Ошо хозурлыҡты күрер өсөн
Күтәрелдем тауға, үргәрәк.
Уйҙарымды бүлмәгеҙ!
Яҙғы ер һутҡа туйынып,
Йәш үләндең тирткән мәле.
Күңелем моңға тулышып,
Түгелергә еткән мәле.
Бейек-бейектәргә әйҙәй,
Тынғы бирмәй хыял-кирәм.
Ҡайындарҙың алҡаһынан
Илһамланып шиғыр тирәм... –
Их, донъя! Диалектикаң!..
Уйым бүлде йолҡош мүскә,
Дүрт аяҡлап өрҙөртмәксе,
Ташланмаҡсы хатта өҫкә!
Үәт бахырлыҡ! Һирпеп кенә
Күҙ һалдым да ары үттем.
Нихәл итмәк?! Шулай булғас
Көнкүрмеше меҫкен эттең...
Һәр кемдең үҙ хәстәре шул,
Даирәһе, үҙ кимәле...
Бүлмәгеҙсе уйҙарымды,
Күңелемдең осош мәле!