+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Март , 15:20

Һөйөү хаҡы

Гөлшат Хажиева-Нурдәүләтова 1980 йылдың 30 октябрендә Ишембай районы Биксән ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала, артабан уҡыуын Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында дауам итә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Журналистика өлкәһендә бер аҙ тәжрибә туплап, «Даирә», «Йүрүҙән», «Торатау» район гәзиттәрендә эшләй. «Әлеге мәлдә бәхетле ир ҡатыны, алты бала әсәһе булып, декрет ялындамын. Шиғырҙарым төрлө баҫмаларҙа донъя күрә, был хикәйәм – тәүге проза емешем», – ти автор.

Һөйөү хаҡы
Һөйөү хаҡы

Хикәйә

1
Ҡайһы саҡ үҙеңде тутыйғош һымаҡ тояһың:
– Һаумыһығыҙ! Һеҙгә пакет кәрәкме?..
– Ташлама картаһы бармы?..
Ааааа… Сәстәрҙе йолҡҡоларҙай булаһың, ләкин касса артында, өйкөлгән халыҡ алдында йылмайырға тура килә.
Тағы бер клиентты хеҙмәтләндергән ыңғайы, кәштәләргә тауар урынлаштырған Надяға смс яҙам:
«Ун биш минутҡа алмаштыр әле...»
…Һалҡын һыу менән битемде бер нисә ҡат йыуғас, әҙерәк тыныс булып ҡала. Һуңғы арала ни өсөндөр йонсоғанлыҡ, хатта күңел бошонҡолоғо тоям. Һөнәремдән ялҡтыммы? Биш йылға яҡын эшләйем бит инде, күп нәмә автоматик рәүештә башҡарыла. Арығанлыҡ шулай үҙен һиҙҙертәме? Әллә бүтән сәбәп бармы? Бер уйлаһаң, әллә ни ауырлыҡтар ҙа юҡ һымаҡ. Ҡыҙым, Аллаға шөкөр, уҡып йөрөй, үҫмер йәшендә булһа ла, башты ҡаңғыртмай… Ял көндәрендә икәүләшеп урам буйына сығабыҙ, киноға, кафеға барабыҙ. Ә бына яңғыҙым ҡалһам, йөрәкте ниндәйҙер тынысһыҙлыҡ баҫа.
Ярай әле һуңғы арала был хаҡта уйланырға ваҡыт юҡ. Ун минут үткән, эш урынына барырға кәрәк. Артҡы ишек шығырлағанға, шул яҡҡа күҙ һалам. Таныш булмаған бер егет тауар ташый. Яңы йөк ташыусы ҡабул иткәндәр, күрәһең. Хеҙмәт хаҡы түбәнерәк булғас, ир-ат был эште үҙһенмәй, берәү китә, икенсе килә…
Егет, бер утыҙ йәштәрҙәлер, үҙенә төбәлгән ҡарашты тойҙо, «сәләм» тигәндәй ҡул болғаны. Ни өсөндөр йөрәгем «келт» итте... Эй, ир күргәнем юҡмы әллә?..
Баш һелкеп, эш урынына ашығам.

2
Иремде ерләгәндән һуң, көслө зат яғына күҙ һалғаным булманы. Уны үлеп яраттым, тип әйтеп булмай, шулай ҙа татыу йәшәнек. Илдар мине өрмәгән ергә ултыртманы, ә мин ошо һөйөүгә иркәләнеп йәшәнем. Ҡыҙыбыҙ Илнара, йөҙөк ҡашылай, икебеҙҙең дә сикһеҙ мөхәббәтенә күмелеп үҫте. Үкенескә ҡаршы, бүтән балаға уҙманым. Хәҙер был хаҡта уйлаһам, бер яҡтан һәйбәт тә – атайһыҙ бер баланы үҫтереүе лә ҡыйын.
Миңә хәҙер 34 йәш. Сәскәләй сағым, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә… Әхирәттәр, әйҙә һине берәйһе менән таныштырабыҙ, тип теңкәне ҡорота. Әсәйем дә димләп ҡараны бер-ике буйҙаҡ егеткә. Әммә ҡаты торҙом, ыңғайламаным. Ҡыҙым бар бит! Нисек ят ир менән осрашырға мөмкин?! Илнарам миңә барыһынан да мөһим. Бер ниндәй ир-ат башымды әйләндерә алмаясаҡ!
Яңғыҙлығыма өйрәндем инде. Ирһеҙ булыуым әллә ни борсомай ҙа һымаҡ. Иптәшкә ҡыҙым бар. Ләкин һуңғы арала уныһы ла бергә ваҡыт уҙғарыуҙан баш тарта. Йыш ҡына үҙ бүлмәһенә бикләнә. Аптырағандан интернеттан яуап эҙләнем. Унда: «Үҫмерҙәр шулай була торған, сепарация осоро, йәғни атай-әсәй ҡарамағынан сыға торған ваҡыт», – тип аңлаталар.
Әйләнә-тирәлә минең һымаҡ парһыҙ бер кем дә юҡ. Ирҙә булмағандар мотлаҡ кем менәндер осраша.
– Әйт әле, нисек ирһеҙ көн итәһең, ә? Ҡәһәрең, кисен берәйһе ҡосағына алмаһа, йоҡлай алмайым, – «ухажерҙар»ын бирсәткә урынына алмаштырған хеҙмәттәше Надежда шулай ти ҙә һамаҡлай.
Элегерәк аҡлана торғайным, йәнәһе лә, ҡыҙым бар, ваҡытым юҡ, тип. Хәҙер йылмаям ла ҡуям. Был донъяға һәр кемдең үҙ күҙлегенән ҡарарға хаҡы бар. Кемгәлер һәр саҡ юлдаш, иш кәрәк, ә кемдер бер үҙе лә бошмай. Ысынлап та, ул бошмаймы икән? Ҡайһы берҙә урам буйлап көлөшөп үткән парҙар артынан ҡарап ҡала түгелме? Көнләшәме? Әллә һөйөүгә танһығы үҙен шулай белгертәме? Ҡабаттан ғашиҡ булыу, кейәүгә сығыу енәйәт түгел инде. Ләкин ни өсөндөр ул үҙен икенсе ир менән күҙ алдына килтерә алмай. Бәлки, тәғәйен кеше осрамағандыр.
– Понимаешь, Лялечка, түшәктә иретер кеше кәрәк һиңә, былай йәшәү һаулыҡҡа зарарлы, ишеткәнең бармы? – тисе бер көндө Надя.
– Китсәле, юҡ менән башты ҡатырма, уйыңда гел шул булыр инде, – тип асыулана әхирәтенә.
– А че, мин ирекле ҡатын, ғүмер бер генә, ләззәт алып йәшәүҙән бер кем тыя алмай. Күреп тор, ғашиҡ булырһың, мине аңларһың… – ти тағы тегеһе.
Надя менән ошо һөйләшеү уйға һала – ғашиҡ булырға хоҡуғым бармы икән?

3
Был егет, тимәк, сәләмәт тормош алып бара, тренажер залына йөрөй. Яурынбаштарының көсө униформа аша ла тойола. Кәштәләргә тауар урынлаштырған яңы хеҙмәттәше артынан күҙәтеү дөрөҫ түгелдер ҙә. Ләкин ни өсөндөр ҡараштары менән уны һағалайсы. Беренсе булып ир-егет менән ҡыҙыҡһынғаным юҡ ине лә. Ысынлап, нимәлер булған. Хистәрҙе бутаған уйҙарҙан арынырға теләгәндәй, күҙҙәремде йомоп, башымды борғолап алам. Тиҙҙән магазин һатып алыусылар менән тулыр. Әҙер булырға кәрәк.
– Үҙеңде насар тояһыңмы әллә?
Һиҫкәнеп, күҙҙәремдемде асһам, ҡаршымда теге йөк ташыусы баҫып тора.
– Яҡшы, яҡшы, борсолма… – тинем, ғәжәпләнгәнде һиҙҙермәҫкә тырышып.
– Ярай, әтеү… – Егет һәлмәк кенә атлап тауарҙар келәтенә юллана.
Йөрәге йәнә дарҫ-дорҫ тибә башлай, ниндәйҙер эҫе тулҡын тәне буйлап тарала… Эш көнө башланыр алдынан шулай албырғап ултыр инде…
– Егет нисауа күренә түгелме? Һиҙҙеңме, ул һинән ҡарашын алмай, – Надя һәр ваҡыттағыса һиҙгер инде.
– Күҙеңә күренгәндер, минең һымаҡ ҡарт бисә уға ни бысағыма? Ул йәшерәк тә, – тигән булам.
– Һин, ахыры, көҙгөгә күҙ һалмайһың… Бындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан иң һылыуы һин, валлаһи… – тип ебәрә Надя.
– Ғәҙәти ҡатын мин. Етмәһә, тол ҡатын… – тиеүемә ул кәштәләр араһына кереп юғалды.
Шулай ҙа, үҙем дә һиҙмәҫтән, яңы егетте күрһәм, күңелемдең үрһәләнгәнен тоям. Ысынлап та, миңә күҙе төшкәнме? Әллә Надя шаярттымы?
Эш көнө лә тамамланды. Йәһәт кенә ҡайтырға ла ваннаға сумырға кәрәк. Иртәгә ял, йоҡо туйҙырырға… Шул уйҙарҙан рәхәтлек тойоп, элгестән сумкамды алған ыңғайына тауыш килгән яҡҡа боролам.
– Арыттырҙымы?
Егет мине ысынлап эҙәрлекләй әллә?
– Эй, өйрәнелгән, – тауышым тыныс ҡына яңғыраны буғай.
– Әйҙәгеҙ оҙатып ҡуям, һуң бит, – тигәненә риза булдым да ҡуйҙымсы.
Оҙатыусым менән күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп киттек. Ниндәйҙер тартыныу бар шулай ҙа.
Исеме Азамат икән. Ике йыл Камчаткала булып, фатирлыҡ һәм машиналыҡ аҡса эшләп ҡайтҡан. Буйҙаҡ. Йәштән аҡса эшләү уйы менән янған. Атаһы, кредит алып, түләй алмайынса, бурысҡа батҡас, шуны ҡаплашҡан. Супермаркетҡа ваҡытлыса урынлашҡан, өйҙә тик ятмаҫ өсөн. Берәй арыуыраҡ эш тапҡансы. Бигерәк уңған икән! Ғаиләлә төпсөк. Ике апаһы бар. Бәхетле!

4
«Ай-һай, тыйнаҡлығың яһалма икән дә… Көтмәй ҙә егет менән сығып киткәнһең…» – Надежда ебәргән тауышлы смс-хәбәргә нисек яуапларға ла белмәнем. Артынан Азамат менән бергә китеп барған фото ла беркеткән… «Бер йортта йәшәүебеҙ асыҡланды. Артыҡ бер нәмә лә юҡ». «Осраҡлыҡтар осраҡлы булмай ул. Белеп ҡуй!»
Юҡ, бүтән быға юл ҡуйырға ярамай. Тормошонда ир-атҡа урын юҡ! Ҡыҙы бар бит. Атаһын һаман юҡһына.
Егеттә миңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлығын тойҙом (һиҙемләүем көслө минең), унан бигерәк, үҙем дә битараф түгеллегемде аңланым, ләкин хистәремдең тәрәнәйеүенә юл ҡуя алмайым шул. Хатта эш сменаһын алмаштырыу хаҡында уйлағайным, башҡаларға был сәйер күренер, тип кире ҡайттым. Әммә ваҡиғалар һин уйлағанса барһа икән.
Магазин директоры бер көн кабинетына йыйҙы.
– Тиҙҙән юбилейым, барығыҙҙы ла ресторанға саҡырам. Азамат, һин дә ҡалма, йәме! – тине хужабыҙ.
Был айҙа яҡшы ғына күрһәткестәргә сыҡҡайныҡ шул. Әллә шуға күңелде күрергә булды. Ярай, ресторанға күптән йөрөгәне юҡ ине.
– Яңы күлдәк алырға кәрәк! Ләлә, әйҙә иртәгә магазин буйлап йөрөп киләйек. Маникюр, прическа, керпек тә хәстәрләйек! – Надя кабинеттан сыҡҡас та, йонсота башланы, ризалыҡ биреп ҡотолдом.
Ошо көндәрҙә Азаматтан арыраҡ йөрөргә тырыштым. Уның миңә һораулы ҡараштарына иғтибар итмәнем. Ул – йәш буйҙаҡ. Ә мин – балалы ҡатын, етмәһә, дүрт йәшкә оло. Ҡыҙым үҫмер йәшендә. Пубертат осорон мөмкин тиклем тетрәнеүһеҙ үткәрергә тәҡдим итә психологтар. Ҡыҙымдан мөһим кеше булыуы мөмкин түгел. Хаҡлы түгелменме?
Шулай ҙа тыуған көн байрамында уның да буласағы елкендерә. Ҡупшыланыу теләге уянды. Ҡасандыр бер күҙем ҡыҙып алған фатин итәкле ҡара төҫтәге күлдәк шкафта эленеп тора… Бейек үксәле туфли алырға кәрәк. Эх, татлы уйҙар… Азамат менән бергә булыу мөмкинлеген ситкә быраҡтырһам да, матур булыу теләгенән ваз кисеп булмай инде.

5
Көҙгөләге ҡатынды танырлыҡ түгел. Өҫтө ялтыр пайеткалар менән биҙәлгән, еңһеҙ күлдәк йәтеш кенә ултырҙы. Оҙон сәстәремә карвинг эшләттем, Надя тел шартлатты ғына инде. Бер ҙә ябай һатыусы тимәҫһең.
– Әсәй, ҡалай һин матур! – ҡыҙымдың һоҡланыулы һүҙҙәренән уңайһыҙланып киттем.
Бейек үксәлә күптән йөрөмәгәс, ҡыйын, ярай, бер кискә түҙермен әле, тип тыҡылдай-тыҡылдай баҫҡыстан төшәм.
– Ә мин көтә инем...
Азаматмы был? Уның тауышын бер кемдеке менән бутап булмай. Кос­тюмда танырлыҡ та түгел үҙен.
– Такси саҡыртҡайным…
Ай-вайыма ҡарамай, янына ултыртты. Таксиҙы оҙатты. Руль артына ултырғас, ул кинәт ҡолағыма эйелде:
– Һин бөгөн шул хәтлем гүзәл, ҡара, урлап ҡуймаһындар...
Уның яҡынлығы илертә, сикәмдә ҡайнар тынын тоям. Ҡасып йөрөүҙән ни файҙа, күңелем уға тартылғас. Аҡыл менән йөрәк алышында, ахыры, һуңғыһы еңерҙәй. Яратаһы-яратылаһы килеү – ул тәбиғи теләк… Инстинкттарға ҡаршы барып ҡара…
Кемгә нисек күренгәндер, ресторанға бергә керҙек. Бер табын артынан Надя ҡул болғаны, мут ҡына күҙ ҡыҫты:
– Бергә бик камил күренәһегеҙ!
– Кит юҡты!
Ҡунаҡтарҙы айырым-айырым түңәрәк өҫтәлдәргә урынлаштырғандар. Беҙ, магазин хеҙмәткәрҙәре, ике өҫтәл артына һыйҙыҡ.
– Тәк, иғтибар, иҫтәлеккә селфи!
Хатта Азамат менән икебеҙҙе генә фотоға төшөрҙө Надя. Иртәгә кәрәген бирәм мин уның.
Юбилей бик күңелле барҙы, тамада ҡорған уйындарҙа ҡатнашыу форсаты ла тейҙе. Хатта бер уйында Азамат менән бергә эләктек. Теге, бауҙа эленеп торған алманы ашай торғанына. Әлбиттә, быға риза булыуыма мең үкендем! Алманы ҡабып маташҡанда, ул алма ысҡынды ла, ҡапыл ирендәребеҙ ҡушылды. Уңайһыҙланғанымды белһәгеҙ! Ток һуҡҡандай булды! Егет шаян ҡараштарын атты. Барыһы алдында һыр биреп булмай бит инде, уйыныбыҙҙы дауам иттек. Асыуым ҡабарҙы, ғәфү үтенәһе урынға, ҡалай кинәнә:
– Асыуланғаныңда һин тағы матурыраҡ!
Бер ни өндәшмәнем, алдымда ултырған рюмканы ауыҙға ҡойҙом. Эх, шарап ҡына эсермен, тип уйлағайным.
– Һин, ҡыҙый, еңелерәк, араҡы эсмәйем, ти инең түгелме? – Әлдә мине ҡайғыртырға Надя бар. Ләкин эстәге ялҡынды баҫырға кәрәк бит.
– Ярай, Ләлә, тыныслан, үпкәләтһәм, ғәфү ит. Әйҙә саф һауаға сығып керәйек, – тип әйтеүенә, күндәм генә артынан эйәрҙем.
Хистәремә ҡарышып, ялҡтым, буғай. Ресторан янында эскәмйәләр ҙә бар. Азамат шунда ымланы. Фонарь яҡтыһында төнгө күбәләктәр айҡаша. Шул күбәләктәй тойҙом үҙемде: ниндәйҙер билдәһеҙ осраҡлы утҡа ымһынып, өтөлөрмөнмө икән?
– Һиңә асыуым килмәй минең, үҙемә асыуым килә, беләһеңме…
– Ниңә? – Азамат кеҫәһенән тәмәке ҡабын сығарҙы, борғолап торҙо ла, кире тыҡты.
– Сөнки хистәремде йүгәнләй алмайым! Улар буйһонмай! – эскән кешенең уйында ни – телендә шул, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. – Үҙемә хужа түгелмен хәҙер, һине осрат­ҡандан бирле! Ә миңә ярамай ғашиҡ булырға, белдеңме! Ҡыҙым алдында яуаплылығым бар… Әйт әле, миңә ни эшләргә, Азамат?!
Егет бер аҙға аптырап ҡалды, буғай. Беренсе булып хистәрҙе асырмын, тип көтмәгәндер. Артҡа юл юҡ. Һүҙҙәр әйтелгән. Ни булһа ла булыр…
Ә ул, бер тултырып күҙҙәремә ҡараны ла, устарына битемде алды.
– Һин дә миңә оҡшайһың, Ләлә!
Әйтерһең дә, шул мәл ваҡыт туҡтаны. Ҡала шауы әллә ҡайҙа юҡ булды. Бары ул һәм мин. Һәм йөрәктәребеҙ тибеше.
– Рөхсәт итерһеңме? – Егет, шыбырлап, ирендәремә ҡараны.
Ҡаршылашманым.
Күптән бер кем ҡағылмаған ирендәр икенсе ирендәрҙең ихтыярына күндәм асылды. Ул ирендәр тик уларға буйһоноуҙы талап итә ине. Ә минең буйһонаһым килде. Быға тиклем кисермәгән хис-тойғолар уянды. Теләк. Миндә теләк уянды.
Ошо ирендәрҙең тик мине үбеүен, ошо ҡулдарҙың тик мине наҙлауын, ошо ҡосаҡта мөмкин тиклем оҙаҡ ҡалырға теләнем…
– Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Ышан миңә! Һинең дә һөйөүгә хоҡуғың бар!
Ул йәнә күҙҙәремә ҡараны.
– Әгәр ике яңғыҙ кеше бер-береһенә оҡшай икән, уларҙың бергә булырға хаҡы бар. Һин ризаһыңдыр?
Ошо һүҙҙәргә ышанаһы килә...

6
Шулай ҙа икәү яҡшыраҡ икән. Етмәһә, Азамат һымаҡ матур ир-егет булһа. Ипләп кенә уға күҙ һалам. Ул миңә күҙ ташлап ихлас йылмая.
Салон буйлап Айҙар Ғәлимовтың моңло тауышы таралды…
– О, был минең яратҡан йыр:
«Мин һине ғүмерем буйына,
Ышыҡлап барырмын елдәрҙән…»
Йыр бөттө, йортобоҙ янына туҡтаныҡ.
– Ҡайтараһым килмәй.
Ҡулдары минең ҡулдарға үрелә.
Егет пинжәген иңдәремә һала. Ҡаса-боҫа подъезға керәбеҙ. Хәмер­ҙең йоғонтоһо бөтмәгән, аяҡтарым бөгөлөп барасы. Подъезд ишеге ябыл­ғас, мин стенаға терәләм. Көлгөм килә.
– Ниңә көләһең? – Азамат бер ҡулы менән үҙенә һырыҡтыра.
– Беҙ эш боҙған бала- саға һымаҡ…
– Ну, мин күптән бала-саға түгел инде… – Ир көсө ташып торған ҡулдар ҡамауында рәхәт.
Фатиры беренсе ҡатта ғына икән, беҙ утты ла яндырмай эскә үтәбеҙ.
Азамат йәнә ҡосағына ала. Ирендә­ренең йәнә ҡағылыуына тәнем уға һонола. Бер ҡасан да шулай иргә бирелеү теләге менән янғаным юҡ ине. Әгәр ҙә иртәгә ул мине ташлаһа ла, риза булыр инем быға. Аһ, Ләлә, аҙғынлығын йәшергән булған икән…
Тиҙҙән беҙҙең өҫтә кейемдәр ҡалманы. Бары тик беҙҙе бер бөтөн иткән теләк кенә.

 

Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.

 

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.

 

Һөйөү хаҡы
Һөйөү хаҡы
Автор:
Читайте нас: