+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Март , 14:53

«Ҡөҙрәтле һүҙ миңә терәк булды...»

Кушнаренко ра­йонында йәшәп ижад итеүсе шағирә, «Аҡ ҡалфаҡ» район татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәндиҙә Харрасованан шиғри шәлкем.

«Ҡөҙрәтле һүҙ миңә терәк булды...»
«Ҡөҙрәтле һүҙ миңә терәк булды...»

Элегия
Көтөп алған яҙҙар инде үткән,
Йәй йәйләнгән, көҙҙәр тупһала.
Тыныслығын йәндең һиҫкәндереп,
Тәҙрә ҡапҡастарын ел ҡаға...

Күңелдең дә моңһоу бер мәлелер,
Алға, артҡа килмәй ҡарайһы,
Юғалтыуҙар инде һыҙландырмай,
Табыштар юҡ ҙурлап барлайһы.

...Ҡасан ғына әҫәрләнә инем
Ал офоҡҡа, зәңгәр күккә ҡарап,
Ғаләм шунда асып үҙ ҡосағын:
– Тәүәккәллә, ярат, – тине, – ярат!

Уның һулышынан ҡабындым мин,
Гүйә тылсым асты күңел күҙем,
Аҡламаҡсы булды донъялыҡты
Йөрәгемдән сыҡҡан ихлас һүҙем.

...Ысынбарлыҡ һаман әле сыбар,
Үҙ асылын эскерһеҙлек юйҙы.
Етәр инде, тиеп сәселергә,
Тойғоларым мин дә төйнәп ҡуйҙым.

Хыянатсыл хыялдарым минең,
Остоғоҙмо әллә елдәр менән?
Ваҡытһыҙ вәзғиәт* тәғәменән
Тамам ғарыҡ, и илаһи ҡәләм...

Ут шәүләһе бейек офоҡтарҙа,
Һөрөм һырый күген алтын көҙҙөң.
Ҡаурый ҡәләм, төкөр вәзғиәткә,
Кәрәк һинең рухландырыр һүҙең!

Ҡылғандар
1
Ҡылғандарҙың йомшаҡ, туҙғаҡ сәсен
Тарап үтте наҙлы таң еле.
Шаҙраланып китте ялан өҫтө,
Тулҡынланған диңгеҙ шикелле.
Элеккесә йәнә күмеләмен
Ҡыр иңләгән ошо тулҡынға,
Һағыныу хисе беҙгә һис ят түгел,
Һулҡылда һин, күңел, һулҡылда!
Елдең ҡумыҙына бейей-бейей
Бәпембәләр туҙып-туҙына.
Сиңерткә лә үҙенең көйө менән
Ҡушылалыр дала моңона.
Әсәйемдең бишек йыры менән
Ошо моңдор ингән йәнемә,
Һәр ауазы уның ғәзиз миңә,
Хиссиәткә килеп ҡағыла.
Хаҡ Тәғәлә әлдә тел биргән, тим,
Тасуирларға тойғо-хистәрҙе.
Тыуған ерҙең туҙғаҡ ҡылғаны ла
Ҡәҙерле һәм яҡын икәнде.
Күңел күҙҙәремде асыусы ла
Ошо телкәй – туған тел инде,
Яҙмышыңа булма битараф, тип,
Ҡәләмемә минең һүҙ бирҙе.
Ҡөҙрәтле һүҙ миңә терәк булды,
Ул йәшәйҙер минең йәнемдә,
Ул милләттең рухын һүндермәйсә
Әйҙәп барыр иман һағында...
Уйға сумып шулай ялан иңләйем –
Хәтер саҡрымдарын үтәмен,
Тойғоларым менән һуғарылған
Һүҙемде мин дауам итермен...

2
Киңлектәргә ҡарап туялмайбыҙ,
Офоҡтарға күңел тартыла,
Бала саҡта хыяллана инем
Күрергә бер офоҡ артын да.
Итәгемдән тартып елдәре лә
Тиргәшәләр ине: – Әйҙә, – тип,
–Офоғоңа хәҙер еткерербеҙ,
Тик һин беҙҙе башта ҡыуып ет...
Офоҡтарға барып етә(а)лманым,
Тоталманым ҡыуып елдәрҙе,
Хыялымдың һынған ҡанаттарын
Тыуған далам, ярай, имләне.
Тормош – һынау, бар(ы)һы кисерелә,
Рухы ныҡтар барын күтәрә,
Ҡанатланғас талпыныуҙар кәрәк,
Ынтыламын мин дә күктәргә.
– Йәшәү байрамына рәхим ит, тип,
Ҡаршылайҙыр ҡояш нурҙары,
Турғай йыры, уны ҡеүәтләйҙер
Ҡар һыуының көмөш сыңдары.
Киң ғаләмдә самими ауаздарҙан
Иҫ китерлек аһәң ярала,
Ярала ла һәр бер күҙәнәкте
Хушландырып йәндә тарала.
Моң арҡылы тоя икән күңел
Йәшәүҙең тик миҙгел икәнен,
Ишетәмен шунда йөрәктең дә
«Йәшәү ...йәшәү!» – тиеп типкәнен.
Был донъянан ваз кисерҙәй булып,
Ҡулдан ҡәләм төшкән саҡтарҙа
Ошо аһәң кинәт уяна ла
Булмышымды минең аҡтара...
Далам күкрәгенә башым һалып,
Туҙғаҡ ҡылғанына күмелеп,
Үткәндәрҙең юшҡындарын юйып
Бер илайһы ине түгелеп...
Уйландыра һуңын, яҙмыштыр был,
Хаҡ Тәғәлә шулай яратҡан,
Ғазаптарым биргән һабаҡты бит
Шиғри һүҙем раҫлай аҙаҡтан...

 

Өшөтә...


триптих


Шомланып тыуалыр таңдарың,
Көндәрҙең ҡанында ҡайнайһың,
Яраңды яңырталыр ваҡыт,
Тик уны туҡтата алмайһың.
Йәҙрәләр асылың аҡтарып
Йәһәннәм төбөнә күҙ һала,
Башыңдан һалып аҡ яулығың,
Ер-әсә, ташласы уртаға!
Йөрәкте телгеләп ярала
Аяуһыҙ дәүерҙең һәр көнө;
–Ҡорбандар тик йәшәү хаҡына, –
Тип аҡлап буламы үлемде?
Ҡиәмәтме шулай, йән ҡыйып
Туймаған нәфсегә юл аса.
Бәғзеләр ҡиблаһын юйғанда
Тик үҙең булып ҡал һуңғаса!

2
Ҡамыштар йәшәрмәй, ҡыҙара,
Яу ҡырын ҡайнар ҡан һуғара,
Бер ҡоҙғон аҙашҡан баҡсала,
Ташландыҡ ауылда саң ҡаға...
Ҡурҡыуҙы ул тамам онотҡан,
Айырмай ҡайҙа дуҫ, кем дошман,
Кем хаҡлы, ҡайҙа һуң хәҡиҡәт?
Ҡайтауаз килә тик бушлыҡтан.
Һыйыныр мөйөш тик хараба,
Был ысынбарлыҡ бәғерҙе өтә,
Ҡанун һәм ҡағиҙә тигәндең
Ҡөҙрәте терәлгән көрсөккә.
Диненән, көнөнән ваз кискән
Теҙ сүккән Иблистең алдында;
Ҡәберҙән торғоҙоп ҡуйған да
Мөртәтте, Илаһ тип табына...

3
Дар ҡорған афәттең балтаһы,
Донъялыҡ ғүмере элмәктә,
«Груз двести» юлда, көтөгөҙ!
Өҫтән үк төшәлер күрһәтмә...
Әсе йәш томалайҙыр көндө,
Һыҙланмай тик ҡайғы ни бары:
– Ҡабул ҡыл, Ер-әсә, ҡуйыныңа,
«Груз-двести» тигән уланды...
Ҡарғарға һуң кемде? Белмәйҙер
Йәшенә төйөлгән ҡарт ана,
Илереп ҡысҡырған ауаздан
Күктәге болоттар ҡарала.
Бишектән үк аңға уйылған
«Тыныслыҡ», «хөрриәт» тигәнде
Ҡабатлап үҫтек беҙ, доғалай,
Был һүҙҙәр рухыбыҙ имләне.
Күмелә ҡәбергә уландар,
Күмелә табынған доғалар,
Теркәлһә лә вәхшәт тарихҡа,
Аҡланыр, араһын табырҙар.
Телһеҙҙер йәшәйеш тигәнең,
Туҡылдай тик йөрәк усымда,
Матәмдең шыңшыған көйөнә,
Шыңғырҙап яуған боҙ ҡушыла...

 

Һынау
Сираттағы һынау һындырмаҡсы
Менгән саҡта ғүмер үренә,
– Инде алйыным, – ти, тынғыһыҙ Йән,
– Яҙмағандыр рәхәт күрергә...

Күкрәк ситлегенә тибә-тибә
Өҙгөләнеп Йөрәк һулҡылдай;
– Көтөгөҙ, мин һеҙҙең янға осам, –
Тиеп шул саҡ Өмөт бышылдай.

– Талпынайыҡ! – тиеп инәлә Йән.
Йөрәк шыңшый: – Булмай, юҡ, Йәнем.
Тауыш килә шунда: – Бирешмәгеҙ,
Мин – Ышаныс, мин бит уяндым...

Шуны көткәнме ни, дәртләнде Йән,
Ҡеүәтләнде йөрәк тибеше,
Һуңғы сиккә инде еттем, тигәс,
Сикте йыуып алға юл төштө...
07.12.2022

 

Үкенес


Төркиәләге ер тетрәүенән һуң...


Таштарҙағы ҡандар инде кипкән,
Өнһөҙ ҡалған һалҡын харабалар.
Ер-әсәнең яраларын имләр
Ваҡыт бында туҡтап ҡалған мәгәр...

Әрнешле көн – йөрәк ҡағышында,
Һулҡылдайҙыр, булмай уны юйып,
Ҡәбер таштарына үкенесле
Нәсихәтебеҙҙе яҙайыҡ уйып.

Әлмисаҡтан бирле фажиғәле
Тетрәнеүҙәр килә ҡабатланып,
Еребеҙҙең именлеген һаҡлар
Сафҡа баҫайыҡ, гонаһыбыҙ танып.

Теткеләнек уның параллелен,
Меридиандарын ҡайыҙланыҡ.
Сығырынан инде сығарабыҙ...
Тәүбә итер ҡасан был донъялыҡ?

Ғәрәсәттә сик һәм самалар юҡ,
Юғалтыуҙар киткән хаттин ашып,
Емереклектәр тора һәйкәл кеүек,
Ҡорбандары баштарына баҫып...

Офоҡтарҙа яңы таң ҡыҙара...
Алыш, ҡарғыш яңыралыр ҡабат,
Юҡ, бирешмәй әле, дауам итә,
Йәшәү тигән беҙҙең бөйөк Ғазап...


Юҡһыныу


йыр


Миңә тағы өнһөҙ генә һөйләй
Һинең хаҡта, һинһеҙ тарафтар,
Шишмәләрҙең моңһоу сыңлауында
Йылдар юя(а)лмаҫлыҡ һағыш бар...

Күңелемдәге һайрар ҡошом тынып,
Ҡанаттарын һалған был саҡта,
Һинле йәшлегемде эҙләп ҡайттым
Йыраҡ ҡалған яҡын тарафҡа.

Яң(ы)лыш менән яҙмыш килешһә лә,
Сикләмәйем иркен хыялдың –
Былбыл булып уятһын, тим, сихри
Иртәләрен күңел донъямдың...

Һин, ниһайәт, йәнәшәмдә генә,
Иртәгәһе көнөм, ашыҡма,
Етәкләшеп китеп юғалайыҡсы
Зәңгәрләнеп янған офоҡҡа...

Унда, бәлки, юлдар аймылышмаҫ,
Күрер инек бергә – яҙғанды.
Ашҡынһа ла йөрәк, ни үкенес –
Хыялдың да сиге самалы...

Йыраҡ ҡалған яҡын был тарафтың
Күңелемдә йәшәр үҙ йәме,
Һинең хаҡта һөйләй ерем, күгем,
Яҙ фасылы бында, яҙ ғәме...

Автор:
Читайте нас: