-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Март , 15:38

Хыянат фәлсәфәһе

Тамара  Искәндәриә (Юлдашева) – бар ғүмерен туған әҙәбиәтебеҙгә, милли матбуғатыбыҙға арнаған тынғыһыҙ ижадкәр. Уның шиғриәте – мәңгелек ҡиммәттәрҙе тәрән поэтик образлылыҡ аша уҡыусы күңеленә еткереүсе юғары зауыҡлы ижад өлгөһө. Бөгөнгө көндә шағирә – үҙенең шәхси «Юлдаш» китап нәшриәтендә әҙәбиәттә яңы исемдәр асыуға тос өлөш индереүсе, авторҙарҙың күңел емештәрен – китаптарын ҡулдарына алып һөйөндөрөүсе ғилемле мөхәррир. Ҡатын-ҡыҙ күңеленең сөңгөлөн байҡаған «Хыянат фәлсәфәһе» – Тамара Искәндәриәнең сираттағы ҡаурый ҡәләме моңо.

Хыянат фәлсәфәһе
Хыянат фәлсәфәһе

Хикәйә

 

Иренең хыянаты бер бөгөн генә башланмағанын ҡапыл, йәшен һуҡҡандай, бер мәлдә аңлап ҡалды Тәслимә. Нисәмә йылдар буйына аң төбөндә ирекһеҙҙән йыйыла килгән, быға тиклем һис бер мәғәнәһеҙ тойолған һүҙҙәр, ҡылыҡтар, ваҡиғалар, әле килеп, өҙөп ташлап булмаҫлыҡ ҡоростай бер епкә теҙелде. Теҙелде лә, оҙон сыбыртҡылай шартлап, мейене ярҙы. Тәслимә сараһыҙҙан һығылып төштө, йөрәге урынын имәнес бер бушлыҡ биләне. Дөрөҫлөктө күреү, уны аңлау, уның менән килешеп артабан йәшәү мөмкин булмаған хәлдәй тойолдо. Өҙөлөп һөйгән йәре уны бер ҡасан да яратмаған!.. Бер ҡасан да яратмаған...
...Бына улар эш урынындағы ашханала бергә тамаҡ ялғап ултыра. Тәслимә, ғәҙәттәгесә, сәйгә алынған татлыҡайҙы бүлешергә тәҡдим итә, әммә Данис уйсан һалҡынлыҡ менән кире ҡаға, нимәгәлер тынысһыҙланып, ултырғысында борғоланғандан һуң, ҡапыл ашығып тороп, икенсе өҫтәл артында ултырған ҡатындың, яңы ғына эшкә урынлашҡан машинистканың, бушаған һауыт-һабаһын йыйып ала. Был ҡылығы менән Тәслимәне лә, быны күреп мәрәкә итеп ҡарап ултырған башҡа кешеләрҙе лә аптыратыуына иғтибар ҙа итмәй, бысраҡ һауыт-һабаны алып барып ҡуя ла теге ҡатын менән икәүләп урамға йөрөргә сығып китә. Ә Тәслимә, хәләл ефетенең нимәне ҡапыл оҡшатмағанын, ниңә уны шулай яңғыҙ ҡалдырыуын аңлай алмайынса, һыуынып барған сәйен моңһоу ғына уртлай...
...Бына улар трамвайҙа күмәкләп ниндәйҙер кисәгә китеп бара. Көлөшә-көлөшә йәшерен мөхәббәт хаҡында мәҙәк һөйләшәләр. Ире икенсе бер ҡатын эргәһендә (уныһы шунда бәләкәйерәк кенә бер түрәкәй инде) баҫып тора һәм мәғәнәле генә итеп:
– Мөхәббәт йәшерен була инде, – ти.
Теге ҡатын өндәшмәй, әммә уларҙың араһында ниндәйҙер сер барлығы һиҙелә. Уларҙың араһында нимәлер булғаны Тәслимәгә йылдар үткән һайын асығыраҡ күренә. Хәҙер генә килеп уның күңелен бер уй болартты – һуң ни өсөн ире Тәслимә янында түгел, ә теге ҡатын эргәһендә баҫып торған, тиһең? Әлбиттә, башын киҫмәгә бирергә риза, йәшерен яҡынлыҡ уларҙың йөҙөнә серле йылмайыу булып һарҡып сыҡҡан... Ә бахыр Тәслимә иренең серлелегенә, шул саҡтағы яғымлылығына, үҙе бер ҡасан да татымаған, бары тик ситтәргә арналған мөләйемлегенә ҡарап тағы ғашиҡ булғайны...
...Бына ул, һеңлеһеләй күреп, Тәслимәгә өгөт-нәсихәт уҡый.
– Ир-аттың матур һүҙҙәр һөйләүенә һис ышанырға ярамай. Алданасағың шикһеҙ. Берәйһе килеп татлы телләнә башлаһа, һис ышанма. Үҙеңдән көлөр ҙә, аҙаҡ, йә, ни эшләнем мин, ә, тип үҙен-үҙе ашап йөрөр. Ә һин уға тәре биреһеләй йәмһеҙ күренерһең. Һинең яғыңа уның ҡарағыһы ла килмәҫ, ытырғаныс бер тойғо ғына ҡалыр, ә һин уның үҙеңә мөнәсәбәтен аңламай йонсорһоң. Дөрөҫөн генә белгең дә килмәҫ, бер ерҙән яҡлау ҙа, йәлләү ҙә көтә алмаҫһың. Миңә лә әйтеп булмай бит инде, шулай ҡурҡып, ҡайғырып, ауырыуға һабышырһың. Яңылыша күрмә, абай йөрө...
Ниндәй хәстәрлекле ағай, тип торорһоң!.. Баҡһаң, ул ошоларҙың барыһын үҙ башынан кисергән булып сыға, ләкин, ир кеше булараҡ. Беҙҙә бит ир-ат ул мәсьәләлә алдан уҡ аҡланып ҡуйылған – йәнәһе, көслө зат өсөн был – егетлек кенә, ҡатын-ҡыҙҙың һораулы ҡарашын, теләген кире ҡағып булмай инде, фәлән дә фәсмәтән... Әммә ҡатын-ҡыҙҙың ялбарыулы ҡараштары, һағышлы йылмайыуҙары, өмөтө, тыйнаҡ көтөүе, асырғаныуы, төңөлөүе, тимәк, уның да таш бәғеренә, сая тулҡындай, бәрелеп-бәрелеп кире ҡаҡлыҡҡан. Ә Данис таш бәғерле була белә, быныһында Тәслимәнең тамсы ла шиге юҡ.
...Ҡайһы бер ҡатындар, Тәслимә лә шундайҙар иҫәбенә инәлер, бәлки, ғаилә тормошон ҡаршылыҡ­тарҙы еңеү яланы һымаҡ күрә. Ирҙәренең иғтибарын яулар өсөн нимә генә эшләп ҡарамайҙар. Ул аш-һыуға оҫталыҡ тиһеңме, өйөн бөхтә бер сынъяһау итеп тотһонмо, итәк тултырып бала табып, шуларҙың шау-шыуына ҡыуанып йәшәһенме – таш бәғер иренә ярай алмай инде. Һәр ваҡыт бер етешһеҙлек табасаҡ, бөтә шатлығыңды ҡыйып, ватылған сынаяҡ шикелле, шауҙырлатып ҡойоп төшөрәсәк. Шунан кинәнес таба ул. «Шат йәшәргә уйланыңмы, не выйдет!» – тигән һымаҡ был ҡыланышы. Ирҙәр, ҡатындарын тикшереп, үҙ-ара гәпләшеп ултырғандарында (ә улар ҡатын­дарға ҡарағанда ла күберәк гәпләшә, иғтибар иткәнегеҙ бармы?), бер-береһен өйрәтеп: «Шаштырма бисәңде!» – тип кәңәш биреүсән.
Шулай, ябай ғына шатлыҡҡа ла һыуһап, иренең йылмайып ҡарауына, яғымлы тауышына, өйҙө дәрт-дарман менән тултырып, гөрөлдәп һөйләшеүенә зар-интизар булып йәшәй-йәшәй ҙә ҡатын, төңөлөүҙән башҡа юл тапмай. Артабан балаларына күңел баҫа йә эшкә мөкиббән бирелә. «Атай – еҙнә, инәй – ҡаҙна» тигәндәре шунан килеп сыҡтымы икән? Ғөмүмән, ирҙәр «мөхәббәт» тигән изге хискә һәләтле түгелдер, тигән уйы нығынып, аралар һыуыны­уынан үҙенә күрә бер тәм, ләззәт табып, быны инде үҙенсә «азат ҡатын» булыуына бер нигеҙ, дәлил итеп алғандар ҙа юҡ түгел. Тәс­лимә лә һуңғы йылдарҙа, балалар өлкәнәйеп, үҙ тормоштары менән йәшәй башлағас, һаулығына, күңел торошона күберәк иғтибар бүлә. «Бәхетте яуларға кәрәкмәй икән, бәхетте тойорға ғына кәрәк!» – тип ҡуйҙы ул ирекһеҙҙән.
– Йә, ниңә оҙаҡлайһың? Күпме көтөргә була? – телефоны шылтырап, шулай тигән тауышҡа уйҙа­рынан айнып киткәндәй булды Тәслимә.
Бәй, Данис бит уны тышта баянан бирле көтә икән дәһә. «Көтһөн! Мин ғүмер буйы көттөм!» – тип уйланы ҡатын.
Яйлап ҡына кейенде. Көҙгөгә бағып та торҙо. Килмәгән ере юҡ, тиер ине ҡартнәһе. Ә күңеле? Китек түгелме? Тағы ла иғтибар­лабыраҡ күҙ һалды үҙенә Тәслимә. Көҙгөнән үҙ баһаһын белгән, ниндәй хәлдә лә үҙ күңел торошон тиҙ көйләй алған, булмышынан ышаныс һәм тормошҡа мөхәббәт бөркөлгән ханым ҡарап тора ине.
Урамға сыҡҡас:
– Оҙаҡ көттөрмәнемме, йөрәккәйем? – тине ул, иренә төбәлеп ҡарап.
Данисҡа ҡатыны эргәһенән атлау ҙа сикһеҙ ләззәт бирә ине.

 

Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хыянат фәлсәфәһе
Хыянат фәлсәфәһе
Автор:
Читайте нас: