+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
26 Ғинуар , 15:51

Сәскәләр бәйләме

Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы йөкмәткеле хикәйәләре, пьесалары, матур әкиәттәре менән әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёрҙар бүлеген тамамлағас, Дүртөйлө районы халыҡ театрында эш башлай. Дүртөйлө мәҙәниәт идаралығы етәксеһе, район мәҙәниәт йорто директоры вазифаларын биләй. 2018 – 2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире була. Уның «Ҡош йөрәге», «Аусы Мәргән мажаралары», «Аҡса кемгә кәрәкмәй?!», «Ҡурай иле» исемле китаптары донъя күргән. Шулай уҡ ул йырҙар ижад итеүсе булараҡ та билдәле.

Сәскәләр бәйләме
Сәскәләр бәйләме

Хикәйә

Илфаттың ижад кисәһенә Урал аръяғындағы райондарҙың береһенән ҡәйнәһе Бибисара килде. Ярата ул мәҙәни сараларҙы. Элек тә ҡалала ҡунаҡта булғанда концертмы, спектаклме, байрам сараһымы – барыһын да ҡарарға тырыша ине.
Бибисараны тимер юл вокзалында ҡыҙы Миңзифа ҡаршыланы.
Театрҙа ойошторолған кисә бик күңелле, үҙенсәлекле үтте. Финалда бихисап сәскәләр бәйләме бүләк иттеләр. Кисә аҙағында Шәрифулла исемле артист, Илфаттың ҡолағына ниҙер бышылданы ла, залға төшөп, ҡулындағы сәскә бәйләмен Бибисараға һуҙҙы. Тамашасылар аптырашта ҡалды. Быны һиҙгән халыҡ артисы Илфат сәхнә алдына уҡ килеп:
– Минең яратҡан һәм... бер үк ваҡытта әсәйемде лә алыштырған ҡәйнәм! – тип иғлан итергә ашыҡты.
Был көтөлмәгән хәлдән Бибисара башта юғалып ҡалды, аҙаҡтан урынынан күтәрелеп, ҡулындағы гөлләмәне күкрәгенә ҡыҫҡан килеш ян-яҡҡа боролоп баш эйҙе. Тамашасылар, аяғүрә баҫып, дәррәү ҡул сапты. Залдағыларҙың күбеһе Илфаттың балалар йортонда үҫкәнен, уға Бибисара әсәһе кеүек яҡын икәнен бик яҡшы белә ине...

***
Бер аҙна ла үтмәне, Бибисара ҡайтырға йыйына башланы: «Уф, өйҙә газым янып ҡалды, ҡош-ҡорттарым... Урап ҡына ҡайтам тигәйнем...»
«Әсәй, ейәндәрең икеһе лә Мәскәүҙә уҡый, өй буш, рәхәтләнеп йәшә беҙҙең менән яҙға тиклем...» – Миңзифа әсәһен ҡышты ҡалала үткәрергә күпме генә өгөтләһә лә, тегеһе ризалашманы.
Юҡ, барыбер баш бирмәне, үҙ һүҙендә ныҡ торҙо Бибисара. Миңзифа: «Тағы өс-дүрт төн йоҡла, аҙаҡтан машина менән илтеп ҡуйырмын, рәхәтләнеп һөйләшеп тә туя алманыҡ, әсәй», – тип тә ҡараны. Тегеһе: «Юл йыраҡ, буран сыҡһа, үҙең беләһең, ҡыҙым, иң һәйбәте – поезд... Эшкә лә сығаһың бар, оҙатып ебәрһәгеҙ, шуға шөкөрмөн», – тип ҡырт киҫте. Һуңынан ауыҙға һыу уртлаған кеүек өндәшмәҫ булды, күҙҙәре моңһоуланып ҡалды. Ни эшләйһең – ағымға ҡаршы йөҙөп булмай. Ауылда тыуып, ғүмере буйы шунда йәшәгән, көн күргән ҡатын бит ул!
Поезд кис менән ҡуҙғала. Илфат та эштән иртәрәк ҡайтты. Ашап алдылар ҙа вокзалға йыйындылар. Кейәү, әсәй менән ҡыҙҙы аулаҡта ҡалдырыу теләге менән, машина йылытырға сыҡты. Кейенеп алғас, Бибисара ишеккә түгел, ә залдағы бихисап сәскәләр янына барып баҫты.
– Һулығандар инде!.. – тине ҡыҙы, итектәрен кейеп. – Ярай, әсәй, борсолма, ҡайтҡас, Илфат менән сығарып ташларбыҙ...
Бибисара өндәшмәне, үҙенә бүләк ителгән бәйләмде вазанан күтәреп алды.
– Әсәй, ҡуй инде, хәҙер яңы сәскәләр һатып алырмын, – тип ығы-зығы килде Миңзифа, тунын кейеп.
– Миңә былары ҡәҙерле! – тине Бибисара, гөлләмәне ҡатлап ҡағыҙға төрөп. – Сөнки быға тиклем... миңә бер кемдең дә сәскә бүләк иткәне булманы.
«Һе, онотҡан... Бала саҡтағы умырзаялар... – тип уйланы Миңзифа, үпкәләп. – Сәскәләргә ҡарата ҡасан фекерен, уйҙарын үҙгәртте икән әсәйем?..»
Миңзифа өндәшмәне, күстәнәстәрен күтәреп, ишеккә йүнәлде.

***
Тыуған көнөнә бер ай ҡала, Бибисара көтмәгәндә-уйламағанда баҡыйлыҡҡа – ата-бабалар янына күсте. Уны һуңғы юлға оҙатырға бихисап халыҡ йыйылды, өйҙә энә төртөр урын булманы.
Ислам йолалары нигеҙендә өсөн, етеһен уҡытҡас, Миңзифалар юлға йыйынды. Ара йыраҡ: мәшһүр Уралдың береһенән-береһе бейек тау юлдарын, халыҡта «ҡәйнә теле» тип аталған хәүефле боролманы үтергә кәрәк – иртәрәк ҡуҙғалыуың хәйерле. «Ә өй асҡысын кемгә ҡалдырырға?.. Атаһын хәтерләмәй, ул йыраҡ Себер яҡтарында вафат булған. Берҙән-бер ҡыҙ – ҡан ҡәрҙәштәре юҡ...»
Илфат менән кәңәшләштеләр ҙә өй асҡысын йәйгә тиклем әсәһенең бер туған ҡустыһы Шакирға ҡалдырып торорға ҡарар иттеләр.
Инде китер ваҡыт еткәс, Миңзифа нишләптер солан ишегенә күҙ һалды. Дөрөҫөрәге, ниндәйҙер сәйер көс шунда әйҙәгәндәй булды. Күптән белә: унда әсәһенән ҡалған иҫке-моҫко көнкүреш кәрәк-яраҡтары... Кәрәсин лампаһы... Һоҫҡо, кеҫәү таяғы һәм...
Миңзифа тертләп китте. Мөйөштә, һырлап-матурлап эшләнгән иҫке һандыҡ өҫтөндә... әсәһе ҡаланан алып ҡайтҡан теге гөлләмәләр тора ине.
«Бына һиңә мә! Күпме ваҡыт үтте, сәскәләре, япраҡтары төҫһөҙләнһә лә, ҡойолмаған...»
Миңзифа бәйләмде ҡулына алды. Ҡолағында әсәһенең: «Быға тиклем... берәүҙең дә сәскә бүләк иткәне булманы!» – тигән һүҙҙәре яңғыраны.
Бер аҙҙан япон машинаһы зыярат ҡапҡаһы эргәһенә килеп туҡтаны.
– Ошонда көт, – тине Миңзифа Илфатҡа. – Мин сәскәләрҙе һалып, хушлашып сығам...
Умырзаялар тигәндән... Теге саҡта, дуҫ ҡыҙҙары менән йылға ярына барып, ҡар аҫтынан ҡалҡып сыҡҡан сәскәләрҙе йыйып алып ҡайтҡайны.
– Умырзаялар! – тине әсәһе, һоҡланып. – Ниндәй гүзәлдәр...
Миңзифа, ҡәнәғәт йылмайып, әсәһенә һыйынды.
– Ник өҙҙөгөҙ инде? – тине Бибисара, иларҙай булып. – Бынан һуң, ҡыҙым, үҫкән сәскәләргә бер ваҡытта ла ҡулыңды һуҙаһы булма! Уларҙың ғүмере былай ҙа ҡыҫҡа!
Ошо хәлдән һуң Миңзифа ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа сәскә өҙмәне.
Ә әсәһе уларҙы баҡсаһында күпләп үҫтерә торғайны. Тик тамам ҡоромайынса ҡул тейҙермәне. Түтәлдәре күп осраҡта шул килеш яҙға тиклем ҡар аҫтында ҡала ине...
Зыяраттағы яңы ҡәбер өҫтө төрлө яһалма сәскәләр менән тулған. Тик улар Миңзифаның күңеленә бер нисек тә тәьҫир итмәне. Ә бына әле генә һалҡын ҡәбер өҫтөнә һалынған сәскәләр, һөйөклө әсәһенән йәдкәр, яҡты иҫтәлек булып, йөрәгенә үтеп инде һәм өшөгән тәнен йылытып ебәргәндәй булды.
Миңзифаның ҡайғылы йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде.

 

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Сәскәләр бәйләме
Сәскәләр бәйләме
Автор:
Читайте нас: