-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
23 Ғинуар , 11:35

«Таралыр ҙа томан асыр әле Киләсәккә атлар юлымды...»

Шағирә, драматург, Башҡортостандың, Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Гөлгизәр Фәйзи (Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина) – оҙаҡ йылдар милли матбуғатыбыҙға намыҫлы хеҙмәт иткән ветеран-журналист. Бөгөнгө көндә тыуған яғында – Әбйәлил районының Әхмәт ауылында йәшәй. Ғүмерҙең берсә һағышлы, берсә татлы моңо менән һуғарылған шиғри күстәнәсе уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттәбеҙ.

«Таралыр ҙа томан асыр әле  Киләсәккә атлар юлымды...»
«Таралыр ҙа томан асыр әле Киләсәккә атлар юлымды...»

Ышанмайым һаман...
Был донъяла юҡ та инде әмәл
Ҡабат осрашырға.
Оҙатырға һине бармауым да –
Ҡурҡып хушлашыуҙан.
Һине һаман иҫән тиеп тойоу
Еңелерәк миңә.
Инде ҡайтмаҫ, тигән ауыр уйҙар
Төшмәһендәр иңгә.
Әллә берәй заман һине йәнә
Осратырмын кеүек.
Һәм бағырмын йәнә күҙҙәреңә
Һине сикһеҙ һөйөп.
Йәнә мине ҡулдарыма алып
Артылырһың тауға...
...Эй, хыялый! Һыуыҡ ҡышыңда ла
Ышанамын яҙға...

Һәр миҙгел яҡын...
Һәр миҙгеле йылдың
Яҡын миңә.
Көҙгө, яҙғы депрессия
Миңә таныш түгел...
Яҙғы ҡояш нуры
Йән иркәләй,
Йонсоу көҙгө көндән
Ирәйә күңел.

Күҙ асҡыһыҙ ҡышҡы
Бурандарҙа
Бер мөғжизә күрәм:
Был бит тормош!
Йәшәү хаҡына мин
Һыуығына түҙәм...

Һәр миҙгеле матур
Ғүмеремдең,
Һәр миҙгеле яҡын.
Көҙгө ямғыр моңло көйөн һуҙа.
Ярһып йырлай
Яҙғы ташҡын....

Ә йәйҙәре...
Төрлө буяуҙарҙан
Һуға келәм.
Йөҙ-мең төҫтән
Иҫем-һушым юйып,
Йәшәйештең мәңгелеген тойоп,
Ғүмер һуҡмағынан
Атлап киләм...

Һәр миҙгеле яҡын
Ғүмеремдең...


Кем отто?
Һин мине күрә алманың,
Мин – һине...
Бына инде икебеҙ ҙә сирлебеҙ.
Ятып ҡалыр барыһы ла: донъябыҙ,
Зыҡ ҡубышып, бүлә алмаған еребеҙ.

Ятып ҡалыр барыһы ла, беҙ киткәс,
Башҡасараҡ йәшәр инек, тиеүҙән,
Үкенестән ҡара көйөр һуңғы мәл...
Фанилыҡтың ишегенә йәбешеп
Ҡалыу өсөн табалмабыҙ беҙ әмәл.

Ятып ҡалыр донъя өсөн һин мине
Күрә(а)лманың, түҙә(а)лманың, эй, бәндә!
Дошманлығың арҡаһында ят тойғо
Морон төрттө йән көйрәтеп минең дә.

Бағабыҙҙыр йәшәйештең күҙенә
Икебеҙ ҙә бына инде һуңғы ҡат.
Осоп ҡына ҡасыр өсөн үлемдән
Һиндә, миндә юҡ сараһы, юҡ ҡанат.
Дошманлыҡтың сыҡтыҡ икәү осона,
Шатлығынан Иблес хәҙер осона...

Һуҙ ҡулыңды!
Томан япты барыр юлдарымды...
Аҙашыпмы әллә ҡалырмын?
Күкшел томандарҙа юғалырмы
Күрәсәгем, ярһып янырым?

Бығаса ла булды билдәһеҙлек,
Тауҙар артылғанда күшектем.
Төртәләнеп ҡаңғырғаным булды
Аса алмай асыр ишекте.

Тик бер кемгә үпкә һаҡламаным,
Бирешмәнем хәсрәт-һағышҡа.
Даръяларҙы йырып атлар булдым
Рәнйемәйсә әсе яҙмышҡа.

Таралыр ҙа томан асыр әле
Киләсәккә атлар юлымды;
Упҡындарға төшөп юғалмаҫҡа
Һуҙһаң икән, йәнем, ҡулыңды!

Булманы...
Йәнфарманға йүгереп ҡараным,
Ҡыуып етмәк булып донъяны.
Мороном менән ерҙе аҡтарһам да,
Тишектәрен ямап булманы.

Һаман шул уҡ етешмәгән тормош,
Һаман шул уҡ нәски ямаулы.
Түбәләрҙән шул уҡ ямғыр үтә –
Солан эстинәһе таяулы.

Мин үҙем дә шул уҡ – булмаҫ хыял
Һөйрәп бара алға һаман да.
...Үткән төндә генә бәрәнләгән
Яңғыҙ һарыҡ ҡысҡыра аранда.

Мынау ҡарҙы кеме көрәр икән?
Ир-ат бөткән беҙҙең ауылда.
Галуш кейеп, иҫке көпө ябынып,
Йүгереп сығам тышҡа дауылда.

Ай, донъяһы, эт талағыр нәмә,
Тоттормай ҙа, көтөп тормай ҙа.
...Үҙәктәрҙе өҙөп, ҡайһыһылыр
«Урал» көйөн һуҙҙы ҡурайҙа.

Бала саҡтағылай тәгәрәптәр,
Эй, илағым килә шул саҡта.
...Һөйгән йәрем, тиеп уйлағайным,
Уҫаҡ «ағас», имеш, ҡосаҡта...


Сәскә ғүмере
Сәскә тажындағы ысыҡ миңә
Күҙ йәштәре булып күренә.
Ғүмеремдең сикле икәнлеген
Матурлыҡ та, гүйә, һиҙенә.

Күркәм һауыттарҙа гөлләмәләр
Түрҙе биҙәй кеүек әҙәмгә.
Сәскә шиңә... Йәшәр ғүмерҙәре
Юҡҡа сыға китеп әрәмгә.

Миңә сәскә бүләк итмәгеҙсе!
Аяныс бит гөлдәр ғүмере.
Ботарланған сәскә менән минең
Йөрәк ҡылым ҡала өҙөлөп...

Ниңә килдең?
Һәр ҡайһыбыҙ үҙ тамуғын
Йөрөтә йәндә.
Мең ҡат янып, көл-күмергә
Ҡала шул бәндә.

Үҙ тамуғы, үҙ ожмахы
Бында һәр кемдең.
Һора үҙеңдән: донъяға
Ни өсөн килдең?

Ҡайҙа?!.
Донъя ҡап уртаға ҡапыл
Бүленгән мәлдә,
Яҡшы менән яманды ла
Айырмай бәндә.
Кемгә үлем илтә яуҙар,
Кемдәргә – файҙа...
Ҡайҙа уңы?
Ҡайҙа һулы?
Дөрөҫлөк ҡайҙа?
Ниндәй бизмән күтәрер һуң
Зарын халыҡтың?
...Ҡандар һауған йөрәгемде
Бәйләп ялыҡтым...
«Зыр» әйләнә әҙәм башы:
Аҡмы, ҡарамы?
Бөтәһе лә әллә күктән
Төшкән язамы?
Ҡап уртаға ярылғанда
Игелек, намыҫ,
Хәҡиҡәтте табыуҙары
Алыҫ шул, алыҫ...


Өҫтө яҡты...
Ҡатлы-ҡатлы, тиҙәр, был донъяны,
Нисә ҡаттыр – кемдәр һанаған.
Йөрәктәрҙе өтөп, ҡандар һарҡый
Фанилыҡта алған язанан.

Гонаһтарҙы юйыр өсөн микән
Был донъяға әллә килгәнбеҙ?
Ожмахтарға, әллә тамуҡтарға
Олағырбыҙ микән тиҙҙән беҙ?

Хәйер, тамуҡ ошо Ерҙә кеүек –
Ғазаптарҙың юҡтыр сиктәре.
Әҙәм балаһының кисергәнен
Күреп кенә китә иҫтәрем.

Ә шулай ҙа Ерҙең өҫтө яҡты,
Йәшәп туймай әҙәм балаһы.
Ҡанһыраған яраларҙы ялап,
Оҙағыраҡ килә бараһы...

Көҫәмә...
Алъяу йөрәк, мәңгелекте көҫәмә,
Бөгөнгө – бар, ниҙәр булыр иртәгә –
Беребеҙгә түгел мәғлүм, билгеле
Үтер юлдың оҙонлоғо, киңлеге.
Көҫәмә һин, һантый күңел, һөйөүҙе,
Мөхәббәттә үлә яҙып көйөүҙе.
Баҡыйлыҡты ҡайғырт, уҡып доғаңды,
Бер Аллаһҡа бәйлә аҡыл, үҙаңды.
Ниңә шулай тыйыуһыҙ һин, йөрәгем,
Мәңге түгел был фанилыҡ – беләһең.
Тик һаман да донъялыҡты һөйәһең,
Ул килтергән ғазаптарға көйәһең...
Алъяу күңел, мәңгелекте көҫәмә,
Бөгөнгө – бар. Ниҙәр булыр иртәгә...

Автор:
Читайте нас: