+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Декабрь 2023, 09:08

Ҡыҙыл итәк

Лариса Марданова Удмурт Республикаһы Әлнәш районы Үрге Әсән ауылында тыуған. Удмурт дәүләт университетының удмурт филологияһы факультетын, А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаған. Өс проза һәм поэзия йыйынтығы авторы.

Ҡыҙыл итәк
Ҡыҙыл итәк

Вераны йоҡо алманы. Икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты. Яңынан күҙ алдына һеңлеһе Рая килеп баҫты. Яңы итәгендә.
Ҡыҙыҡ, итәге турамы әллә киңме икән? Бер төҫтәме әллә ваҡ сәскәлеме? Вераға һуңғы осорҙа ваҡ шаҡмаҡ нығыраҡ оҡшай: был модалы, матур. Тик үҙенә һуңғы тапҡыр ҡасан яңы кейем һатып алғанын хәтерләмәй.
Ауылдан нисек ҡасып киткәнен иҫкә төшөрҙө. Химик ҡәләм менән гәзит ситенә Катя менән әсәһенең апаһы Марья апайға Ростовҡа китеүе тураһында яҙҙы. Әхирәте менән оло юлға хәтлем ете саҡ­рымды йүгереп үттеләр. Әленән-әле артҡа әйләнеп ҡаранылар: көтмә­гәндә ярһыған ата-әсәһе кире боролоп ҡайтырға мәжбүр итһә?
Ата-әсәһе үҙҙәре ғәйепле. Вера һатыусылыҡҡа уҡып, атаһы һымаҡ сельпола эшләргә шул тиклем теләне. Ләкин әсәһе, атаһының күптән түгелге өҫтөнә сыҡҡанын иҫендә тотоп, уға йоҙроҡ күрһәтте:
– Тағы нимә! Башта һыйыр алырлыҡ аҡса эшлә, магазин артында бәйле торһон. Өҫтөңә сыҡһа – түләрлек нәмәң булыр. Беҙҙең ғаиләлә бер һатыусы бар инде... Ана, фермаға һауынсы булып бар. Унда быҙау ҡараусылар ҙа кәрәк.
– Рая, тимәк, артистка буласаҡ, ә мин һауынсымы? Юҡ инде! Барыбер һатыусы булып эшләйәсәкмен!
Бына шулай ата-әсәһенә ныҡ үпкәләүҙән улар янынан алыҫҡараҡ китеү һәм өлкәндәр тормошон башлау идеяһы тыуҙы. Ә ҡайҙа? Бер ҡайҙа ла... Марья апай янына ғына бармаһаң. Былтыр йәй ҡайтҡайны, Ростов янында уларҙа нисек йылы, матур булыуын һөйләне; совхоздары ла – өлкәлә алдынғыларҙың береһе, эшселәрҙе хеҙмәт хаҡы менән интектермәйҙәр...
Ҡыҙҙар үткенсе машинаға ултырғас ҡына тынысланды. Ҡырҡ саҡрымлап үткәс, тимер юл станцияһында Мәскәүгә билет алдылар. Ярай әле, Катяның әсәһе юлға аҡса биргәйне. Вера колхозда июнь буйы төрлө эштәргә йөрөнө. Тиҙҙән әсәһе Вераның хеҙмәт хаҡын алып, уның бурысын ҡайтарыр.
Поезда Вераға бөтәһе лә ғәжәп сәйер ине: йоҡо урындары ла, күҙҙе сағылдырырлыҡ магазин түшәктәре лә, сәй һатыусы проводница ла...
Мәскәү ҡыҙҙарҙы иртән иртүк үҙ ҡосағына алды. Киске поезға билет алғас, ҡыҙҙар вокзалдың тирә-яғын ҡарарға булды. Алыҫ китергә ҡурҡтылар – аҙашып ҡуйһалар. Шулай ҙа бында ла көнө буйы ҡарарлыҡ нәмәләр етерлек ине: биналар, фонтандар, түтәлдәрҙәге сәскәләр. Баш ҡала туңдырмаһын тәмләнеләр, мискәнән кеүәҫ эстеләр, эскәмйәгә ултырып, күгәрсендәрҙе күҙәттеләр. Вераға бындағы кешеләр үҙ ауылдарындағыға ҡарағанда матурыраҡ күренде. Ир-аттар костюмда, лакланған туфлиҙа, ҡыҙҙар ҡыҫҡа күлдәктә, прическалары ла ҡыҙыҡ. Ауылда былай йөрөмәйҙәр. Әлбиттә, башыңдан көнө буйы яулыҡ төшмәгәс, толомдан башҡа ниндәй прическа ти инде. Ҡыҫҡа күлдәк кейһәң дә, бармаҡ төртөп көләләр...
Марья апай иркен өйҙә буй еткергән, ләкин өйләнмәгән улы менән йәшәй. Ҡыҙҙарға айырым бүлмә бирҙеләр. Ике көндән Вера менән Катя совхозға быҙау ҡараусы булып эшкә урынлашты. Әлбиттә, өлкәндәрҙең күҙәтеүе аҫтында.
Малсылыҡ комплексы ҡыҙҙарҙы ҙурлығы һәм таҙалығы менән таң ҡалдырҙы. Был – резина итекле ҡатын-ҡыҙҙар көйәнтәләп биҙрәләрҙә һөт ташыған, ҡулдарында һәнәк уйнап торған ауыл фермаһы түгел, – бында барыһы ла автоматлаштырылған: һөтүткәргес, автоэсергестәр һәм мал аҙығы тейәгестәр, яңы тыуған быҙауҙарға айырым өйҙәр. Аҡ халатта йөрөйҙәр хатта. Яҡты һәм ҡоро комплекс Вераға оҡшаны. Һатыусы булырға теләгәнен дә тиҙ онотто. Эше ыраны: йәйге каникулда ял алған һауынсылар урынына ҡалып, колхоз фермаһында һыйыр һауыу тәжрибәһе лә булышлыҡ итте.
Һиҙелмәйенсә бер йыл уҙып китте. Барыһы ла һәйбәт, тик яҡындарын ныҡ һағына башланы. Етмәһә, Раянан хат алды. Ул матур почергы менән, өйҙә бөтәһе лә һәйбәт, бер йылдан училищеға инергә йыйынам, миңә бик матур ҡыҙыл итәк һатып алдылар, тип яҙғайны.
Эйе, Рая ауыл клубындағы бейеүҙәрҙә был итәге менән барыһынан да матурыраҡ күренгәндер. Толя ла уның менән генә бейегәндер...
Раяға һәйбәт, атай менән әсәй янында йәшәй, яңы кейем алып бирәләр, ул тыуған яҡтарҙы, яңы ғына мейестән сығарылған икмәк еҫенең тәмен, хатта йоҡонан уянып етмәгән һыйырҙарҙың мөңрәүен, уларҙың көтөүгә берҙәм атлауын һағыныуҙы белмәй...
Төшкә табан эштән ҡайтҡанда Вера почтаға инде.
– Әйтегеҙ әле, Удмуртияға хат нисә көн бара? Мин уның бик тиҙ барып етеүен теләйем!
– Тиҙ булғас, телеграмма ебәрә алаһығыҙ, – тип яуапланы аҡ блузкалы ҡыҙ. – Һеҙҙең менән берәй нәмә булмағандыр бит?
– Эйе, булды. – Вера телеграмма бланкыһы алып ручкалар һәм ниндәйҙер ҡағыҙ-бланкылар ятҡан өҫтәлгә йүнәлде.
«Ҡәҙерле анай һәм атай! Мин һеҙҙе бик-бик һағындым. Һеҙһеҙ миңә нисек ҡыйын икәнен күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Зинһар, килегеҙ. Һеҙҙе ҡосаҡлап үпкем килә. Килмәһәгеҙ, үҙем ҡайтам».
Өҫтәл артынан торғас, Вера тәҙрәгә барып телеграммаһын һондо. Аҡ блузкалы телеграфистка тексты уҡығас, йылмайҙы, шунан рәхәтләнеп көлдө:
– Һеҙ беренсе тапҡыр телеграмма ебәрәһегеҙме әллә? Ҡыҫҡа, асылын ғына яҙырға кәрәк, мәҫәлән, «һағындым килегеҙ». Иң мөһиме – өтөрҙәрһеҙ!
– Өтөрҙәрһеҙ яҙһам, улар килерме һуң? – Вера ышанмайынса һораны.
– Мин һеҙҙең менән ни булғанын белмәйем. Бәлки... – ҡыҙ һаһылдауҙан туҡтаны.
Вера бланкыға «һағындым килегеҙ» тип яҙғас, телеграммаға аҡса түләне лә ҡайтып китте.
Бер аҙна тирәһенән һуң атаһы килде. Вера уның тауышын аяҡ кейемен һалғансы буҫағанан уҡ таныны. Ҡолаҡтарына ышанмайынса, өйгә осоп инде, бер мәлгә тупһала туҡтап ҡалды, бер аҙҙан атаһының ҡосағында ине инде. Өйҙәренең еҫе аңҡыған сәнскеле яңағынан бер нисә мәртәбә үпте. Шунда Вера аңлы тормошонда атаһын бер мәртәбә лә ҡосаҡламағанын һәм үпмәгәнен аңланы. Хатта әсәһен дә. Ҡасандыр күптән, бала саҡта, ҡосаҡлағандыр ҙа, бәлки. Әммә ул ғаиләлә беренсе бала, уның артынан тағы ла алты бала үҫеп килә, төпсөктәренә ни бары өс йәш. Ата-әсәһенең наҙы, ул аңлағандан бирле, һәр ваҡыт бәләкәстәргә йүнәлтелде. Ул ярҙамсы, һәр саҡ кәрәк, буйы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, теләһә ҡайһы эште өлкәндәр менән тиң башҡарҙы.
Марья апай өҫтәл әҙерләне: ростовса гуляш, тәмле борщ бешерҙе, йәшелсә салаты яһаны, үҙенә һәм ҡунаҡҡа рюмка ҡуйҙы.
– Атай, һин минең арттан килдеңме? Беҙ иртәгә үк ҡайтып китәбеҙме? – Вера йәнә атаһын арҡаһынан ҡосаҡлар, сәстәренең илерткес еҫен һулар өсөн өҫтәл артынан ике мәртәбә торҙо. Шундай ҡәҙерле, шундай үҙенеке! Бөгөн ул үҙенә быға юл ҡуя ала. Атаһы уның артынан килгән, меңдәрсә километр үтеп! Был уның тормошонда иң яҡшы көн ине!
– Иртәгә генә килеп сыҡмаҫ. Совхоздан иҫәп-хисап яһатырға кәрәк, – Марья апай алыҫтан килгән ҡунаҡты тиҙ генә ебәрергә теләмәне. – Беҙҙә һәр эшсегә, күпме эшләүенә ҡарап, шәкәр, он, көнбағыш майы бирәләр. Мотлаҡ алырға кәрәк. Һиңә, Василий, үҙеңә лә кешеләрҙең нисек йәшәүен, нисек эшләүен ҡарау ҡыҙыҡ булыр. Барыһын да әҙәмсә эшләгеҙ, шунан ҡуҙғалырһығыҙ.
– Әлбиттә, шундай алыҫтан килгәс, ҡарармын. Шунда уҡ китмәбеҙ. Ҡайтҡанда ҡыҙыма Волгоградты күрһәткем килә. Бер нисә көнгә тотҡарланырбыҙ – бер нәмә лә булмаҫ. Мамай ҡурғанына барырбыҙ, бәлки, башҡа музейҙарға ла, күстәнәстәр алырбыҙ...
Иртән Вера атаһын малсылыҡ комплексына алып барҙы. «Былай ҙа эшләп була икән», – тип ғәжәпләнде Василий. Ул, әлбиттә, «Правда» гәзитенән уҡып бындай совхоздарҙың барлығын белә ине, хатта ҡара-аҡ фотолар ҙа хәтерендә, ләкин ысынлап та шулайҙыр тип уйламағайны. «Ауылға ҡайтҡас, бригадир менән колхоз рәйесенә әйтербеҙ, беҙҙә лә хеҙмәтте ойоштороуҙа ҡайһы бер идеяларҙы ҡулланырға мөмкин, әммә беҙ бындай фермаларҙы ғүмерҙә лә күрмәйәсәкбеҙ», – Василий көрһөндө.
Ул бухгалтерияға ҡыҙы менән бергә инде. Вераға иҫәп-хисап ҡағыҙы биргәс, Василий ҡыҙы өсөн ғорурланыуҙан хатта күкрәген кирҙе: сельпола колхозға ҡарағанда бер аҙ күберәк түләһәләр ҙә, ул үҙ ғүмерендә бындай эш хаҡын бер тапҡыр ҙа алманы.
– Һеҙ ниндәй схема йәки формула буйынса иҫәп-хисап яһайһығыҙ? – Бухгалтер белеме Василийҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
– О, коллега! – совхоздың баш бухгалтеры ҡулын һондо.
Әңгәмә кискә ҡәҙәр һуҙылды. Василий үҙҙәренең артта һөйрәлгән ҙур булмаған колхоздары, иҫке һыуыҡ һыйыр ҡураһы, контора­ларының кулакка сығарылған ауылдаштарының ҡыйшайған йортто биләүе, ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, балаларҙың теләһә ниндәй һауа шарттарында ла ете саҡрымдағы ауылға йәйәү йөрөүе, оло донъя менән тоташтырыусы күперҙең яҙғы ташҡында йыл да ағып китеүе тураһында һөйләне... Былай үҙем уңдым: бухгалтер белемем менән бөтә иң кәрәкле нәмәләр һатылған ауылдағы бәләкәй магазинда эшләй алам, ләкин халыҡ ҙур әйберҙәр артынан шулай ҙа үткенсе машина­ларҙа районға йөрөргә мәжбүр, тине. Бөгөн күргәндәренән таң ҡалыуын да йәшермәне...
– Тәк, бәлки, совхозда ҡалырһығыҙ? Белемле кешеләр беҙгә ныҡ кәрәк! Һеҙҙең менән килешеп эшләрбеҙ, тип уйлайым, – баш бухгалтер дәртләнде.
– Һм... Бындай боролошто көтмәгәйнем. Кем белә... Әммә ҡатыным менән кәңәшләшергә тейешмен. Ауылға ҡайтҡас та уның менән һөйләшәм, бәлки, һеҙҙә эшселәр ҙә артыр: ғаиләм ҙур, балалар тиҙ үҫә! – Көтөлмәгән тәҡдим Василийҙы ҡыҙыҡһындырҙы.
Кис көнө Василий өҫтәл артында ҡыҙынан һораны:
– Вера, ниңә һинең, ябай быҙау ҡараусының, эш хаҡы ҙур икәнен бер тапҡыр ҙа яҙманың?
– Ҙур? Мин уның ҙурмы, бәләкәйме икәнен дә белмәйем. Марья апай кәңәш иткәнсә, барыһын да кенәгәгә һалып барҙым. Аҙыҡ-түлек кенә һатып алдым. Ваҡ-төйәк кейем-һалым – совхозда һайларлыҡ нәмә юҡ. Ой, беҙ Волгоградта миңә ҡыҙыл итәк алырбыҙмы? Бик теләйем!
– Нимә теләйһең, барыһын да алырбыҙ! Һин хәҙер бай, бер йылда күпме аҡса туплағанһың! – Василий йылмайҙы.
– Оһо, күпме сумка! – уларҙы тимер юл станцияһында атаһының ағаһы Витя ҡаршыланы.
– Былар ғына түгел әле. Беҙ ике тапҡыр күберәк почта аша посылка менән ебәрҙек, тағы ла багаж вагонында шәкәр, он, көнбағыш майы килә. Бай кәләш алып ҡайтып киләм, хәҙер кейәүҙәр ҡапҡа төбөнән өҙөлмәҫ инде, – тип шаяртты Василий.
Элек бындай һүҙҙәр Вераға, әлбиттә, тәьҫир итер ине. Хәҙер уға барыбер. Тыуған удмурт һауаһын һулағас, ул саф күккә, күҙҙәрҙе сағылдырыусы ҡояшҡа ҡараны. Тикшерҙе: итәге тәпәрләнмәгәнме?
– Апай, Верка ҡайтты! – уның янында һеңлеләре һәм ҡустылары уралды.
– Миңә яңы күлдәк алып ҡайтҡан! – Сима ҡыуанды.
– Ә миңә машина! – Коля уның танау төбөндә уйынсығын әйләндерҙе.
– Ә миндә иң матур ҡурсаҡ, – Надя бытылданы.
Бүләктәрҙе әсәһенә лә, яҡын ҡәрҙәштәренә лә алып ҡайттылар. Өҫтәлдә Вераның ҡайтыу хөрмәтенә хәлүә лә, шоколадлы кәнфиттәр ҙә, зефир ҙа тора ине... Бәләкәстәр бүләктәргә ҡыуанып бөтә алманы. Өлкәнерәктәре үҙҙәрен әҙәплерәк тотто, шатлыҡтарын ул ҡәҙәр асыҡтан-асыҡ белдермәне.
– Йә, итәгеңде күрһәт инде, – Вера Рая янына барҙы. – Минеке һымаҡмы? Әллә матурыраҡмы?
– Хәҙер күрһәтәм. – Рая өйгә инеп китте.
Бер минуттан ул ҡулына аңлайышһыҙ сепрәк тотоп сыҡты:
– Бына. Төндә клубтан яңғыҙым ҡайттым, ҡыҙыл итәктә инем. Һыйырҙың яңы көлсәһенә тайып йығылдым. Ҡайтҡас, йоҡларға яттым, төндә йыуып торманым. Нисек? Барыһы ла йоҡлай, уятыуҙан ҡурҡтым. Иртән йыуып ҡараным, көндөҙ тағы ла, иртәгәһен – йәнә. Йыуылмай. Хәҙер минең итәгем менән иҙән йыуабыҙ...
– Әйҙә минең менән, – Вера һеңлеһенең ҡулынан тотто ла мейес артына алып барҙы. Итәген йәһәт кенә баш аша һалып, Раяға һуҙҙы: – Кей.
Рая икеләнеп уға ҡараны, бер һүҙ ҙә әйтмәй, итәкте кейергә кереште. Вера шунда сөйҙә торған халатҡа үрелде, улар мейес артынан сыҡты.
Шул ваҡыт тышта әсе һыҙғырыу ишетелде. Ҡыҙҙар тәҙрәгә ташланды.
– Ой, Һинең Толя! – Вера шатланды.
– Мин хәҙер! – әле генә ябылған ишек артынан Раяның сағыу тауышы ишетелде.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Ҡыҙыл итәк
Ҡыҙыл итәк
Автор:
Читайте нас: