+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
27 Декабрь 2023, 10:34

«Аҡ семәрле моң һарыла Күңелем янсығына...»

Белорет районы Шығай ауылы һылыуы Айзилә Рәмил ҡыҙы Мортаева (Шәрәфетдинова) БДУ-ның Сибай институтында уҡығанда уҡ хисле шиғырҙар яҙа ине. Йылайыр егете Ришатҡа кейәүгә сығып, өс балалы әсәй булыуы уны әҙәби процестан йыраҡлаштырманы, ә тәрәнәйергә, үҫергә ваҡыт ҡына бирҙе. Әле Айзилә әүҙем ижад итә, шиғриәт һөйөүселәрҙе хисле, баҙыҡ образдары, һутлы теле менән арбар шиғырҙары йөрәктәрҙе һөйөндөрә. Ул «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһының әҙәбиәт, мәғариф, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеген етәкләй.Хеҙмәттәшебеҙ Айзилә Мортаева Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән «Шоңҡар», «Тулпар» журналдары үткәргән «Асыш» йәш яҙыусылар бәйгеһендә 1-се урынға лайыҡ булды! Уны беҙ ошо лайыҡлы еңеүе менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

«Аҡ семәрле моң һарыла Күңелем янсығына...»
«Аҡ семәрле моң һарыла Күңелем янсығына...»

Ә мин һағындым һине, ҡыш!
Ә мин һағындым һине, ҡыш!
Һағындым аҡ донъя сафлығын.
Ҡыш менән ҡайтмаҫмы икән, тим,
Ҡарайған донъялар аҡлығы,
Ҡарайған күңелдәр хаҡлығы...

Ә мин һағындым, һине, ҡыш!
Үтһә лә үҙәккә һалҡының.
Ҡайтмаҫмы икән тим, киткәндәр,
Йөрәкте ут булып өткәндәр,
Аҫылы, асылы халҡымдың.

Ә мин һағындым, һине, ҡыш!
Ап-аҡҡа әйләнһен донъя, тим.
Бөтәйһен яралы күңелдәр,
Аҡ ҡыштың сафлығы, паклығы
Яралы йөрәккә булһын им!

Ҡыш моңо
Өйҙәр ап-аҡ бүрек кейгән,
Бүректәре – ҡупшынан.
Аҡ селтәрле нур сайпыла
Ошо сихри ҡышынан!

Аҡ семәрле моң һарыла
Күңелем янсығына.
Моңдарымды көйгә һалыр
Юҡ шул гармунсы ғына...

Аҡ тылсымлы ауаз килә
Турғайҙар йырлауынан.
Наҙ тулы аһәң бөркөлә
Көмөш ҡар сыңлауынан.

...Аҡ ҡайындың алҡаһы ла
Сыңғырлап моңға тула.
Ә күңелдә... ап-аҡ һағыш.
...Һағыш та яҡты була.


***
Рәхмәт, тимен, һиңә, үткән йылым,
Яҙмышыма йәйғороңдо элдең.
Ҡай сағында һаҡһыҙ рәнйеттең дә
Йөрәгемде урталайға телдең.

Уйылып та ҡалып күңелемдә
Мөғжизәле мәлдәр бүләк иттең.
Илһам шишмәһенән айырманың –
Бер ҡауырһын ҡанат елпеп киттең...

Ҡыуандырҙың... йәнә тетрәндерҙең,
Таһир-Зөһрәләрҙәй яраттырҙың...
...Инде бөттө, тигән саҡтарымда
Өмөт тулы йомғаҡ тағаттырҙың...

Илай-көлә донъялыҡтан барам,
Рәхмәттәргә тулы йөрәк-туҫтаҡ.
Үткән йылым, мин ризамын һинән,
Бәхет-ҡайғы гелән булды уртаҡ.

Түҙемлек
Аҡ ҡарҙа тәпәй туңдырған
Ҡыҙылтүштә ике күҙем.
Ул бит шундайын сабыр ҙа,
Ул бит шундайын түҙем!

Ҡышҡайынан биҙрәһә лә,
Йылы яҡҡа китәм, тимәй.
Һағыштарҙан сәсрәһә лә,
Серен ситкә сисәм, тимәй.

Һындырырлыҡ түгел уны
Әсе елдәр, зәһәр ҡыштар.
Барыһын да онотор ҙа,
Үҙемдеке үҙемә тип,
Тағы йәнә ҡышын ҡышлар...

Мин дә һинең хәлдә, ҡошҡай,
Мөлдөрәмә йәштә күҙем...
Эх,
Ниңә мин шундай сабыр ҙа,
Ниңә мин шундай түҙем?!.

Әсә хаҡы
Еңел түгел Әсәй булыу,
Әсәй булыу шундай ауыр!
Балаңды кеше иткәнсе
Йөрәгеңә ҡандар һауыр...
Ауыр түгел Әсәй булыу,
Әсәй булыу шундай еңел!
Балаңды бер яратыуҙан
Бәхет күген иңләй күңел!
Тамуҡ уты – Әсәй булыу,
Әсәй булыу – ожмах, йәннәт!
Әсәй булыу Яҙмыштарға
Асмандарҙан яҙған зиннәт!

Өйөм
Өйөм,
Күңел наҙын һиңә генә өйҙөм.
Һиндә генә яндым,
Һиндә генә көйҙөм.

Өйөм,
Һөйөү емештәрен һиндә ейҙем.
Бәхет күлдәген дә
Һиндә генә кейҙем.

Өйөм,
Шатлыҡ һиндә өймәләкәй-өйөм.
Ҡай сағында
Һағыштар ҙа өйөк,
Күңелдәр ҙә көйөк...

Өйөм,
Һин – йәшәүем йыры, моңом, көйөм.
Һыйынырлыҡ – ҡосаҡ,
Йылынырлыҡ – усаҡ!
Һин ул,
Өйөм...
Һинең бәхетеңдән
Айырмаһын, тием!


Яралар
Мин илайым ауыр һүҙҙән,
Нахаҡ әрҙән, яман күҙҙән.
Ғәҙелһеҙлек, ғәйбәттәрҙән,
Үртәүҙәрҙән – ғәйептәрҙән,
Көнләшеүҙән, үсләшеүҙән.
Кенәләрҙән, энәләрҙән...
...Гәлсәр генә йөрәгемдең
Ярсыҡтарын йыям Ерҙән...

Мин илайым шатлыҡтан да,
Илаһи бер сафлыҡтан да,
Аҡ ямғырҙан, наҙлы елдән,
Пар аҡҡоштан, зәңгәр күлдән,
Йән йылытыр йылы һүҙҙән,
Һөйөү тулы нурлы күҙҙән.
...Гәлсәр генә йөрәгемдең
Ярсыҡтарын йыям Күктән...

Һин
Тышта һалҡын, унан бигерәк
Йылылыҡ юҡ өйҙә.
Сөнки һинең кейемең юҡ
Анау торған сөйҙә...
Сөнки һинең көлөүең юҡ,
Зыңғырлатып өйҙө.
Мөңгөр-мөңгөр көйләүең юҡ
Үҙең белгән көйҙө...
Һин булмағас, тынып ҡалған
Гитараңдың тыны.
Ир-ат икән донъялыҡтың –
Тотҡа һабы, ҡыны...
Һин булмағас, үҙем ҡалай
Меҫкен генә тағы.
Утынды ла саҡ-саҡ инде
Тоҡандырҙым яңы...
Ә һин яҡҡан усаҡ дөрләй!
Ялҡындары ялмай.
Ҡасан ғына ҡайтаһың тип,
Күҙемде лә алмай
Тәҙрәләрҙән, һине көтәм.
Һин ҡайтырһың тиҙҙән.
Муйыныңа һарылырға,
Их, нисек тә түҙәм!..
Тышта һалҡын, ләкин инде
Йылылыҡ бар өйҙә.
Сөнки һинең кейемең бар
Анау торған сөйҙә...
Һинең һөйөү усағыңдың
Аһ, ҡайнар шул тыны!..
Һин икән – бәхетем сыңы,
Мин аңланым шуны...


Йәшәү ҡәҙере
Кисәңге көн ҡабатланмай,
Ҡабатланмай бөгөнгө.
Ана, алтын табағым да
Офоғона өңөлдө...

Туҙғанаҡтай һары сәсен
Елберҙәтеп елдәргә.
Йыйнап ҡына өйөп ҡуйҙы,
Төйнәп ҡуйҙы төндәргә.

Алтын табаҡ тағы ҡалҡыр,
Асыр бишек-шаршауын.
Донъя һалыр мәшәҡәтен,
Донъя һалыр шау-шыуын...

Яңы көндөң яңы бите –
Муйынсағы ғүмерҙең.
...Кемдер һуңғы ҡат күрәлер
Ал шәфәғен эңерҙең...

...Көндәремде керҙәр итеп
Эләм күктең бауына.
Күңел нескә, тула хискә
Алтын табаҡ тәгәрәһә
Офоғоноң тауына...

Ҡәҙерләйек
Бер-беребеҙҙе
ваҡытында ҡәҙерләйек,
Зинһар, тимен,
үҙәгемде өҙмә, өҙмә!
Үкенестәр өтмәһендәр
яңағыңды,
Көйөнөстәр сағылмаһын
минең күҙҙә.

Бер-беребеҙҙе ваҡытында
яратайыҡ,
Күңел силәгемә
һөйөү тултыр әле.
Мин әлегә һинең янда,
һинең йәндә,
Һөйөп кенә иркәлә лә
ултыр әле.

Сәскәйҙәрем ҡулдарыңдың
наҙын тойһон,
Ә күҙҙәрем сағылһындар
күҙҙәреңдә.
Бер мәл килер:
йондоҙ булып юғалырбыҙ...
Беҙҙән һуң да
һөйөүебеҙ ҡалһын Ерҙә.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: