+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
23 Ноябрь 2023, 11:13

«Көҙгә ингәс, беште сейәләрем, Йыям һайлап уттай янғанын...»

Нәсимә Ғайсина 1956 йылда Әбйәлил районының Боранғол ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай. 40 йылдан ашыу ғүмерен изге һөнәргә арнап, хаҡлы ялға сыға. Балалар өсөн үҙнәшер юлы менән «Яҡты йөҙҙәр», «Ҡомартҡы ҡашмау», «Әпәкәй» исемле китаптар сығара. Ижад емештәре район һәм республика баҫмаларында баҫылып тора. Яңыраҡ «Йондоҙ» район гәзитенең ун йыллығына бағышланған «Йондоҙ балҡышы» ижади бәйгеһендә  уның «Урсула» хикәйәһе 1-се урынға лайыҡ булды.

«Көҙгә ингәс, беште сейәләрем, Йыям һайлап уттай янғанын...»
«Көҙгә ингәс, беште сейәләрем, Йыям һайлап уттай янғанын...»

Йырлы-моңло көҙөм дә
Көҙ ҙә етте, үтте йәй, тип
Көҙгөмдән ҡарай ҡуйҙым.
Йөҙөмдәге һырым һыйпап,
Миҙгелдәр буйлап уҙҙым.

Һәр һырымдың эҙҙәренә
Миҙгелдәрем һырланған.
Шатлыҡ, хәсрәт, һағыштарым
Көйгә һалып йырланған.

Бала сағым шатлыҡтары
Аҡ нурҙарҙан ҡойолған.
Ел-ямғырлы тормош юлым
Бураҙналап уйылған.

Һырлап-йырлап йөҙҙәремде
Миҙгелдәр көҙгә илткән.
Сәстәремә аҡ ебәктән
Юлаҡлап нағыш сиккән.

Ғүмерем нисек үткәнлеген
Күрҙем бөгөн йөҙөмдә.
Һис үтмәгән үҙе зая,
Йырлы-моңло көҙөм дә.

Бөлдөрһә лә...
Ҡар асылған ерҙә үлән үҫкән,
Белмәйме ни холҡон иртә яҙҙарҙың?
Иләҫ-миләҫ килгән миҙгелдәрҙә
Татымаҫын аҙын наҙҙарҙың.

Тартып-йолҡоп үтер уҫал елдәр,
Япраҡтарың һөймәҫ иркәләп.
Әле яуыр боҙло ямғырҙары,
Һынар ҡырау таңғы иртәлә.

Көтһә ине йылы ел иҫеүен,
Ихлас ҡына ҡояш нурҙарын.
Нескә билкәйҙәрен өшөтмәҫкә
Яҙ һулышы биргән йырҙарын.

Әллә ул да минең кеүектерме –
Барын күреп ғүмер уҙамы?
Ил күргәнде берҙәй күтәреүе,
Боҙ-ямғырҙа өшөй, туңамы?

Ялан ерҙә ни үҫә, тиһең?
Ялан ғына ерҙе төйәк итеп,
Еҙ ҡылғаным йәйгән тамырын.
Сарт йәбешеп үҫә тупрағына,
Аҙ бирһә лә күге ямғырын.

Әрһеҙ үлән йылдың әйләнәһе
Көнитмешкә ҡулын ялғаған.
Ҡыш айында тибеп ашарына
Йылҡыһына ҡылған яраған.

Иртә йәйҙә баш ҡалҡытып көнгә
Ялан еркәйҙәрен йәмләй ҙә.
Кейеҙ – түшәккәйе ҡоштарыма,
Оя тибер иркен йәйләү ҙә.

Йот йылы ла ҡотон ебәрмәгән,
Ҡәҙерле лә булған алтындай.
Салғы тотҡан аҫыл ир-егеттең
Беләктәрен иткән таҫыл да.

Ялан ғына ерҙә ни үҫә, тиһең,
Ебәк кенә сәсен ел тарай.
Ултырып та билем яҙыр өсөн,
Аҡ ҡылғанлы ғына ер ярай.

Тыуған яғым, тартып тораһың
– Һаумыһығыҙ?! – тиеп
ҡулым бирҙем
Тыуған яҡтың ап-аҡ ҡарына.
Ҡырҡтытауға билен терәп ятҡан
Ҡыҙылымдың текә ярына.

Ҡосағына инеп йылынамын,
Ажғыр ҡышым сит-ят итмәйем.
Сәләмдәрен алам турғайҙарҙың,
Ишетмәйсә уҙып китмәйем.

Дәртлерәк тә алам юлдарымды,
Сыр-сыр килгән наҙлы көйөнә.
–Ҡайттыңмы? – тип
йәнәш килә елдәр,
Ашыҡтырып тыуған өйөмә.

Олатайҙар – оло ҡарағастар
Йыраҡ-йыраҡтарҙан ҡул болғай.
Буран-елдән ҡыҙын ҡурсығандай,
Тыуған йортҡа тура юл ялғай.

– Һаумы, һаумы! – тиеп ҡаршылайҙар
Һеңлеләрҙәй йәп-йәш ҡайындар.
Эй, тыуған яҡ, ниндәй миҙгелдә лә
Әсәйемдәй тартып тораһың һин,
Ҡунаҡсыл да, хискә байһың да!

Үткәндәрһеҙ көн дә башланмай
Хәбәремдә телдә ҡалаһыңсы,
Бына, тағы икәү булабыҙ...
Сит-яттар ҙа күптән, тик ниңәлер
Үткәндәрҙе бергә уҙабыҙ.

Бер хәтирәм һинһеҙ сиселмәй ҙә,
Ни эшләһәм, һин дә шундаһың –
Табындарҙа, шатлыҡ-ҡайғыла ла,
Беҙҙең уртаҡ һалған юлдаһың.

Көҙгә ингәс, беште сейәләрем,
Йыям һайлап уттай янғанын.
Бөгөнгөләй иҫтә...
Устарыма
Һутлы сейә тиреп һалғаның.

Айырылһаҡ та күптән, беҙҙе бәйләп,
Хәтирәләр ҡала ташламай.
Ахыры, был тормош ҡанунылыр –
Үткәндәрһеҙ көн дә башланмай...

Ысыҡ
Мөғжизәләр сигеп үләндәргә
Аҡ нур тамған йәйге таңымда.
Ысыҡ икән, яңы ғына төшкән,
Эй, сәсрәшеп яна алдымда!

Гүйә иртәм илһам тәсбихтәрен
Тиреп сыҡҡан ерҙең өҫтөнә.
Устарыма йыйып алдым әле,
Йәм бир, тиеп, күңелем йөҙөнә!

Йым-йым ғына килгән таңғы ысыҡ –
Илһам – тәсбих, күңелем һуғарҙы.
Аҡ ҡағыҙға тамып йәнләнде лә
Хистәремә йәмен туғарҙы.

Шөкөр, тием
Уф, тимәҫмен, ҡолап китһәм,
Күтәрер ерем.
Мине наҙлар, аңлар, яҡлар
Бар тыуған илем.
Һағыштарым баҫҡанында
Һайрар ҡоштарым.
Юлдарымда тау ишелһә,
Һаҡлар дуҫтарым.
Моңһоҙ булмам, моңдан яҙмам,
Ҡурайлы халҡым.
Рухлы йәнле милләтемдән
Йөрәгем ялҡын.
Бишек көйөн ишеттергән
Әсәмә алҡыш.
Үҙ телемдә сәләм бирәм,
Йөҙөмдә балҡыш.
Телһеҙ ҡалмаҫ ейәндәрем,
Сәсәнем көслө.
Күктә йондоҙ балҡытырлыҡ
Шағирым хисле.
Бары ла бар,
Шөкөр, тием,
Мин бәхетлемен.
Иман йөҙөм яҡтыртҡанға
Мең рәхмәтлемен!

Автор:
Читайте нас: