1990–2005 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының Сибай ҡала радио редакцияһы мөхәррире һәм дикторы, 2006–2008 йылдарҙа Сибай институтының нәшриәт үҙәге баш мөхәррире була. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы. Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнгән. «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы», «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған миҙал менән бүләкләнеүе уның лайыҡлы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй.
«Башҡортостан ҡыҙы»ның меңәрләгән уҡыусылары исеменән Таңһылыу Фәтих ҡыҙын 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Кәләш әйттергәндә
Хикәйә
Мөхәббәт тәменә иҫергән бәхетле кейәү менән кәләштең хисле кисерештәрен күҙәтеү еңел икән ул һәр туйҙа. Ә үҙ никахыңа әҙерләнгән һайын, эш кәмемәй, киреһенсә, береһе артынан икенсеһе, өсөнсөһө... Минең менән дә шулайыраҡ хәл булды. Өйләнәм тип оҙон аҡса эшләп ҡайтҡас, йөрөгән ҡыҙым, һағышлы ҡарашы менән йәнемде өтөп: «Ҡәҙерлем, һине шул хәтлем көттөм: уйламаған көнөм, сәғәтем, минутым булманы... Әхирәттәрем дә кейәүгә сығып бөттө, ә мин...», – тине. Әлбиттә, уның йән иҙрәткес яратыу хисе менән һуғарылған наҙлы йөрәк һүҙҙәре аңымды юйҙы – иренем. Хистәрем саманан тыш ташты, ҡайнаны, артты уға ҡарата. Әммә, тыйылдым, туғарылманым – йүгәнләндем. Мин: «Күпкә түҙгәнде аҙға түҙ инде, матурым. Үҙең әйтмешләй, туй ваҡиғаһы мәңгегә хәтерҙә ҡалһын һәм кешесә булып уҙһын тиһәк, бер аҙ донъяны ипкә килтерәйем. Өҫ-башты ҡараштырайым, тегенеһе-быныһы, туй мәшәҡәттәре лә минең өҫтә – әсәйем яңғыҙ бит», – тип, бар хәлемсә йыуатҡан булдым. Ул: «Ундай уйҙарҙы башыма ла килтермәгәйнем», – тиеберәк ҡосағымда бәүелде. Аҡыллы һәм баҫалҡы ул: һүҙҙең үҙенә тейәрен үлсәп әйтә белә. Ә мин улай уҡ түгел: аҡ икән – аҡ, ҡара икән – ҡара. Шулай, яҡынымды һағынып, ҡосаҡлап тороуым күңелемде бөтәйтте, йәнемә, тәнемә тыныслыҡ һәм рәхәтлек бирҙе – иң ҡиммәте шул ине әлегә... Тик, тора торғас, бер нисә минут үттеме-юҡмы, кинәт ҡаным уйнап, алйыған дәрүиштәй, ихласлап: «Иртәгә үк һеҙҙең йортҡа барам да, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, өс айҙан һуң – никах, туй һәм мин – һеҙҙең кейәү», – тип хәбәр һаласаҡмын. Әле генә барлыҡҡа килгән хистәр тулҡынында дәртем аңымды юйҙы, үҙем нимә һөйләгәнемде аҙаҡ ҡына төшөндөм... Эйе, осрашыу сәғәтен түҙемһеҙлек менән көткәндәргә башҡа бер ни кәрәкмәй ине ул минуттарҙа. Шул саҡ машинаһы менән һажлап килеп туҡтаған дуҫ-күршем, сигнал биреп, беҙҙе күктән ергә төшөрҙө. Ул: «Сәләм, күгәрсенкәйҙәрем, мөхәббәтегеҙ ғүмерлек булһын», – тип сәләм бирҙе. Беҙ буласаҡ кәләшем менән бер тауыштан рәхмәт әйттек. Шул арала күршем: «Мин кәләш һоратырға барам, «кейәү егете» эҙләп йөрөшөм. Ҡотҡар...» – тип әйтеп һалды.
– Ғәфү ит, беҙҙә лә шул уҡ ғәм. Һиңә тигән бер артыҡ минутым да юҡ, – тигән булдым.
– Күрше хаҡы – тәңре хаҡы.
– Туҡта, туҡта... Һеҙ күптән бергә йәшәйһегеҙ ҙә... Әллә икенсе тапҡыр өйләнәһеңме? – тип сәнстереп алырға ла өлгөрҙөм.
– Юҡ... Тиҙҙән малайыбыҙ тыуа. Кәләштең ата-әсәһе, ейәнебеҙ алдында йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, ти. Ашыҡтыралар...
Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән Гүзәлем: «Ҡәҙерлем, бер көнгә ярыш юҡ, бәхетле итеш күршеңде», – тип наҙлы ҡараш ташланы. Ҡанмаҫ та, һүнмәҫ тә уйынсыл дәртемде уның биргән кәңәше тигеҙләне. Күнмәҫлекме ни, Гүзәлемдең яратып әйткән һәр һүҙе күңелемде нурлай. Ризалаштым. Күршемдең дәрәжәһен буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе һәм туғандары алдында төшөрмәҫкә кәрәклекте лә ул иҫкәртте...
Бар хәлемсә әҙерләнә башланым. Әҙәм күрке – кейем, тигәндәй, үҙ никах туйыма әҙерләгән кейемдәремде кейҙем. Көҙгө алдына баҫҡас, ҡәҙимге елле «кейәү егете» булған һымаҡмын. Кәйефем күтәрелеп китте, кемделер бәхетле итеү гонаһмы ни?
Башланған эштең исемендә түгел, ә есемендә тип, ҡуҙғалдыҡ юлға. Дөрөҫөн әйтәм: ауылдар аша уҙып киткәнем бар, әммә уларҙың көн итмеше, айырыуса, йәшәйеше менән бөтөнләй таныш түгелмен. Туралап, маҡсатлы рәүештә, тәүге барыуым ине ауыл яҡтарына.
...Тәбиғәттең аңлатып бөтөргөһөҙ гүзәл сағы: аҡлы йәшел шәл ябынған һылыу аҡ ҡайындарҙың япраҡтарын ел тарағанда, тик миңә генә бәхет юраған һымаҡтар. Эске һиҙемләүме ул, нимәлер – йәнем-тәнем менән тоям – алда мине билдәһеҙ серле хикмәт көтә... Үҙем уйлап ҡуям: эй, күңел тигәнең юҡҡа ымһына бит ҡайһы саҡ. Ниңәлер, шуға ла ризамын.
Бына – беҙ төбәп килгән ауыл. Нәфис, ике ғәжәйеп тау уртаһында урынлашҡан. Көмөш һыулы сылтырап ҡына аҡҡан йылғаны аша сыҡһаҡ, тәүгеһе – беҙ төбәлгән урын. ...Бына йәшәү: хан һарайындай күркәм һәм мөһабәт йорт, ишелеп уңған баҡса, ихатаның һул яғында, төптә бер-бер артлы мал аҙбарҙары теҙелгән, ҡош-ҡорттоң төнәк урындары – былар барыһы ла буласаҡ килендең хәлле ғаиләнән икәнен күрһәтә. Бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, йылы ҡаршы алды беҙҙе төп ҡоҙа йорто. Әйтерһең дә, хужаларҙың холоҡ-фиғеле тәбиғәттең үҙенән нағышланған. Беҙ – ҡәҙерлеләрҙең дә ҡәҙерлеһе. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, ни биреп, ни менән хөрмәт итергә белмәйҙәр. Атаһы, төп ҡоҙаның, йөҙө яҡты, күҙе нурлы булһа ла, аҙ һүҙле, йомоҡ. Ә әсәһе ҡойоп ҡуйған «барабансы». Тегеләй үтһә лә, былай китһә лә, миңә күҙ һирпеп, бөтә булмышы менән миңә ҡарата яҡты уй-ҡарашын белгертә. Ул: «Төш күрҙем, кейәүҙең һын-килбәте тап килә... Мин риза булмаған ҡайҙа ул. Риза, риза»... Йәнә миңә ҡарай ҙа, һүҙҙәрен теҙә генә...
...Мулланы көтәбеҙ. Ә минең үҙ хәстәрем хәстәр. Төнгө һалҡында, таң һарыһы менән өйҙә булыу шарт. Бына оҙаҡ көткән мулла килде һәм һүҙ айышын туранан-тура төп мәсьәләгә борҙо. Ә мин тиҙҙән атҡарыласаҡ үҙ никахымды уйлайым. Буласаҡ кәләшем менән бергә кисергән төрлө хәлдәргә биреләм һәм шул мәлдәрҙән кинәнәм. Ул – шәфҡәт туташы. Мин сменалы эштән бушамай, бер аҙ осрашмайыраҡ торһаҡ, үҙе эсергә яратмаһа ла, спиртын тотоп, йүгереп килер ине яныма. Һирәк-һаяҡ бының кәрәкмәгән эш икәнен уйлап ҡуя инем, элегерәк... Әммә әлегә өйләнеү ниәте булмағас, ярай... бата, тигән фекерҙә инем. Ресторан-кафеларға йөрөргә әүәҫ. Уныңса, һәр эш «йыуыу» менән тамамланырға тейеш. Уйҙарымдан арынғанда, «бирҙеңме – бирҙем», «алдыңмы – алдым» һүҙҙәре зиһенемде асып ебәрҙе. Мулла бабай буталыпмы, онотопмо, миңә ҡарап, «кейәү», тип мөрәжәғәт итә башланы. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Мин һиҙмәҫтән, кейәүегеҙ уң яғығыҙҙа ултыра, мин өйләнмәгән әлегә, тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. «Булмаһаң, булырһың, тәҡдир таҡтаң буш түгелдер әле», – ти мулла асыуланғандай итеп. Шунда уҡ ҡәйнә-«барабансы» эләктереп тә алды: «Ризыҡ йөрөтә әҙәмде, Алланың, фәрештәләрҙең «амин» тигән мәленә тура килһен». Никах мәжлесендәге барлыҡ ҡатын-ҡыҙ миңә йөҙ менән боролдо. Миңә ҡалһа, улар бөтәһе лә бер иш. Береһе менән дә ҡыҙыҡһынмайым да, иғтибар ҙа бирмәйем.
Түҙемһеҙләнеп көткән «Риза» һәм «Бата» һүҙе әйтелде. Ҡалғаны ваҡ мәсьәлә... Мин ошолай уйлана-уйлана тимер атым эргәһенә сыҡтым. Уны ҡараштыра һәм тикшерә башланым. Юлға әҙерләнәм. Ҡайтам. Шунда уҡ баҫҡан ерендә осҡон сәсеп торған, әсе телле еңгәйҙәр уратып алды мине.
Иң олорағы: «Мулла фатихаһын нығытаһы бар, гонаһ алма башыңа», – тип бер туҡтауһыҙ таҡылдарға тотондо.
Икенсеһе уға ҡушылды: «Дуҫыңдың иң бәхетле көнөн селпәрәмә килтермә, зинһар!»
Ҡыҙҙар сыр-сыу килеште. «Машина тәгәрмәсе алдына утын һымаҡ ятып, юлыңды быуабыҙ...» «Атаҡ-атаҡ, кейәү кеше үңгәрһеҙ ни эшләһен? Ҡыҙҙы йәшерәһе, эҙләйһе, табаһы, һатаһы, ҡушаһы, йәштәрҙе бергә бикләп, асҡысты кеҫәгә һалаһы бар», – тип һуҡранды оло ғына бер еңгәй. Был оҙон-оҙон һүҙҙәрҙе ишеткәс, тамырҙарымда ҡан уйнаны, башыма бәрҙе. Былай ҙа яндырай, ғөрп итеп тоҡанырға торған кеше, үҙ-үҙемде онотоп: улар бит ике йыллап бергә йәшәй, ул ниндәй йәшереү... Цирк... Машинаны ҡысҡыртып сигнал бирҙем. Ҡыҙҙар йырлай, бейей, кемдер гармунда уйнай. Бына-бына газға баҫам да геүләтеп сығып елдерәм, тип ниәтләйем. Әммә машинама юл биреүсе юҡ. Бер нисә минут үттеме, юҡмы, ҡыҙҙың әсәһе: «ай күрҙе, ҡояш алды, күренде, юҡҡа әйләнде булма инде, зинһар! Төпкөл ауыл булһаҡ та... Ояты ни тора», – тип өндәште. Шул саҡ ҡыҙҙың атаһы: «Беҙҙе ҙурлап алыҫ юлды яҡын итеп килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ҡыҙ әйттереү, бата тигән нәмәнең яртыһы уҙҙы... Ҡалғаны оҙаҡ булмай ул уның... Таң атып та өлгөрмәҫ ҡалаңда булырһың», – тине тыйнаҡ ҡына. Тыныс, сабыр холоҡло кешенең иплелеге миңә күсте, буғай. Бер ни ҙә булмағандай, һин дә мин машинамдан сыҡтым. Шунда уҡ мине ҡултыҡлап алдылар, киттек урам буйлап. Юҡты эҙләйбеҙ, юҡты эҙләйбеҙ, тип гөр килешәләр. Ә минең уларға барыбер күңелем ятмай. Бейек-бейек мөһабәт йорттарҙы күҙәтәм. Күптәре буш, хужалары төрлө тарафтарҙа аҡса эшләү юлында. Бер нисә өр-яңы йорт һатыуға ҡуйылған. Алдыбыҙҙа бер ҡыҙ гармун тарта, өҫтәүенә, таҡмаҡ әйтеп бейей. Еңгәйҙәр гөр килә: юҡты эҙләйбеҙ, моғайын, ошо өйҙәлер әле? Оло еңгәй: «Юҡ бында, 90 йәшен уҙған әбей яңғыҙы йәшәй, тыныслығын боҙмайыҡ, ары китәйек», – тип алға ынтылды. Бына – ике ҡатлы мәктәп. Ҡасандыр ауыл балалары уҡыған бина... Тәҙрәләре моңһоу – ташландыҡ... Боролоп икенсе урамға төштөк. Өйөнән бер апай ҡаршы сыҡты. «Юҡты эҙләп йөрөйбөҙ, моғайын, һеҙгә йәшергәндәрҙер?» – тигән булам. Еңгәйҙәр, ҡыҙҙар ҡыуаныстарын йәшермәй: «Үңгәрҙе ауыҙлыҡланыҡ», «Үҙебеҙҙеке иттек», «Оҙаҡламай кейәү ҙә итербеҙ» – ошо һәм башҡа төртмәле шаярыу һүҙҙәре бер-бер артлы ходҡа китте. Мин дә тегеләрҙән ҡалышмайым. Шаярыу менән шаярыуҙың айырмаһы ҙур, әлбиттә. Самаһыҙ ҡыланмайым, әммә төрткөсләгәндәрҙе дуҫтарса ҡосаҡлаштырам, хатта йәшерәктәренең арҡаһынан ҡағып һөйгән булам – ҡыҫҡаһы, уйнайым уларса. Ҡыҙ әйттереүҙең көйө һәм төйөнө миндә булған икән. Сиселде. Урам хәрәкәткә килде. Үткәндә Бибинурҙы йәшергән урындалыр, әйҙә, шунда барайыҡ, тип һөрән һалды гармунсы ҡыҙ. Башланған эш – бөткән эш, тип, мин дә аҙымдарымды тиҙләтеп, иң алда юл ярып барам. Табам. Бирәм. Ҡайтам. Шуның менән вәссәләм. Барып индек бер ҡап-ҡараңғы аласыҡҡа. Әйтерһең дә, унда ҡыҙ түгел, ә Мәскәй әбей йәшеренгән. Һатыулашыу башланды: еңгәйҙәр бишәр мең аҡса һорай, ҡыҙҙар – ҡиммәтле бүләк, кемдер шешә-фәләнгә лә риза... Күршем дә, мин дә аптырашта ҡалдыҡ. Шыпа өнһөҙ йөрөгән күршем-кейәү ҡыҙып китте, мин күптән шартланым. Йәнәһе, түләмдәребеҙҙе түләһәк, сығаралар. Эҙләгән ҡыҙыбыҙ, имеш, тышта үҙе көтөп торасаҡ. Беҙ улай-былай аҡсаларҙы, бүләктәрҙе таратып бирергә ҡыялғансы, мөрйәнән һыу шаулап, тап минең өҫкә ҡойолдо. Баҡһаң, ауылдың ҡара мунсаһына алып килгәндәр икән... Еңгәйҙәрҙең береһе: «Ҡайһы шарҙауан алйоттоң ғүмерҙә булмаған яман ҡылығы!» – тип көйөп китте... Мин бер кемде ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Баштан аяҡ лыс ҡоромдамын. Өр-яңы кәстүм-салбар, сылт ап-аҡ күлдәк... Үҙ туйымды көтә ине бит...
Сығырымдан сыҡтым: «Был ниндәй ҡырағайлыҡ?» – тип төндө ярып ҡысҡырҙым. Тегеләр шымды. Йәмһеҙ итеп, яһилланып бойорҙом: «Ҡыҙығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ! Иртәңгелеккә минең кейемем яңы ғына энәнән сыҡҡан шикелле элеүле торһон. Тыныс урын, тап-таҙа ап-аҡ түшәк, йоҡлар өсөн бер стакан иҫерткес эсемлек», – тип теҙәм шартымды. Алдымда бейеп кенә торалар былар, йүгереп үтәйҙәр. Әйткәнемсә, инәнән тыума сисенеп, кейемдәремде төрлө яҡҡа быраҡтырҙым да, әлеге-баяғыны бер тынала күтәреп түңкәрҙем дә, яттым да йоҡланым.
Тәҙрә ҡапҡастары шығырлап асылғанға уяндым. Ҡояш һауалап киткән. Салт аяҙ көн: нуры күҙҙәрҙе иркәләй, хатта ҡамаштыра. Бына һиңә уйламағанда-нитмәгәндә ҡыҙ әйттереү... Һорағанымса, ап-аҡ түшәктә ятам. Карауат эргәһендә – уңайлы ирҙәр халаты, тәпешкәһе, этикеткаһы ла өҙөлмәгән күлдәк һәм салбар эленгән. Йән-яғыма ҡараһам, ауыл өйө тимәҫһең, бөтөн уңайлыҡты, күркәм йорт-йыһаздарын үҙ эсенә алған матур донъя. Икеләнеп, шикләнеп берәү ишекте асты һәм: «Кейенегеҙ», – тип һөрән һалды. «Һеҙҙең һымаҡтарға кейенмәһәң дә бара ул», – тип дорфа ғына яуапланым. «Эргәгеҙҙәге кейемдәр – һеҙгә тәғәйенләнгән никах бүләге. Самаһыҙ, артыҡ ҡыланып ташлағанбыҙ, ғәфү итегеҙ!» Яғымлы тауыш килгән яҡҡа күтәрелеп ҡарайым. Фәрештәләй бер ҡыҙ килеп баҫты ҡаршыма. Ни ғиллә – илаһи зат – торғаны Алиһә. Үҙ-үҙемде онотоп ҡысҡырып ебәрҙем: «Кисәге ғауғалы, болалы төндә һин бар инеңме?»
– Аһ, аһ, мин булмағас, кем булырға тейеш?
– Кем һуң һин?
– Кәләштең апаһы – Мәрйәм.
– Ышанмайым. Нисәнсе класта уҡыйһың?
– Педучилище бөттөм. Ана, кейемегеҙ, һеҙ бойорғанса...
Кейемдәрем магазинға һатыуға сығарылған яңы тауармы ни! Аҡ күлдәгем дә элекке үҙ хәлендә. Хатта улай ғына ла түгел, кейемдәрем футлярға инеп ҡунаҡлаған. Сығарып машина эсенә эләһе генә ҡалған. Юлға ярай ул, тип кейгән аяҡ кейемемде танымайым, ялтырай, һис оҡшамаған минекенә. Уйымды уҡығандай, һеҙҙеке, тип өҫтәй теге фәрештә ҡыҙ.
– Ҡоромдо кем таҙартты?
– Минән башҡа кем булһын.
– Бөгөн йоҡламағанһыңдыр?
– Әлбиттә, юҡ. Һыйыр һауҙым. Һөт айырттым. Әҙерләгән һөт аҙыҡтарын баҙарға сығарырға ашығам әлеге минуттарҙа.
– Шулай күп һыйыр һауҙыңмы?
– Етәүҙе...
– Үҙе бер баҙарлыҡ.
– Ә һеҙҙе иртәнге сәй табыны көтә.
– Туҡта, туҡта, баҙар ҡасмаҫ.
– Ҡаса шул, иртәнге яҡта һатып ҡалмаһаң... Был өйҙө бикләйем дә йәһәт...
– Нисә йәш һуң үҙеңә?
Өндәшмәне...
– Һеңлеңә?
– Ун һигеҙ.
Өйҙән сығып барам, үҙем әлеге ҡыҙ тураһында баш ватам. Бына һиңә кәрәк булһа мин... Артабанғы уйҙарым уның һеңлеһенә барып тоташа. Тимәк, ун алты йәшендә күршемә килен булып төшкән икән, бәлиғ булғас – никах. Бер уйлаһаң, был да дөрөҫ.
Әсәйем миңә: «Улым, яратырлыҡты ярат, сос, аҡыллы, төҫө-башы килһен, ата-инәле булһын, ҡулында эш уйнаһын», – тип өйрәтте үҫмер сағымдан уҡ. Ул мәлдә бер һүҙһеҙ тыңланым: әммә бер ҡолағымдан инде, икенсеһенән сыҡты. Ә егет ҡорона ингәс, мин әсәйемә һәр саҡ, ғәҙәтемсә, илтифатһыҙлыҡ күрһәттем. Бер үк хәбәрҙе тылҡығанды яратмайым, хатта ҡайһы берҙә яман ҡаршылаштым. Имеш, үҙем беләм... Бына бит... Фәрештә! Әсәйем хисабына инерлек. Ҡалала минең Гүзәлем бар. Ул бит ебәрҙе өгөт-нәсихәт уҡып, әлеге никах уҡытыу сараһына... Былай ҙа һуңланым, көтәлер... Ҡыҫҡаһы, башымда мең төрлө уй бутала... Һуңғы ваҡыттарҙа үҙем дә аңлаған һымаҡмын әсәйемдең хаҡлығын. Бигерәк тә, бөгөн, ошо минуттарҙа әсәйемдең йылдар дауамында тамсылап мейемә ҡойған кәңәштәре бер тораташ ҡая булып алдыма баҫты. Уны емерерлек көс-хәлем дә, форсатым да юҡ. Минең уйымда тик һылыу фәрештә. Бер күреүҙә оҡшаттым. Ҡыҫҡаһы, туйҙың – үҙ көйө, минең – үҙ хәлем.
Күршемдең кәләш менән йәрәшеүенең рәсмиләштереү өлөшө тамамланыуға табан бара. Әйтергә түгел, никах туйы йәштәргә ныҡ оҡшап ҡалды. Ҡайтырға ашыҡмай береһе лә. Әлеге үткер телле ҡәйнә-«барабансы»ның ауыҙы һис ябылмай: «Кесеһе өлкәненең юлын быуҙы, юлын быуҙы... «Ҡарт ҡыҙ» исемен күтәрер инде алтыным, ҡолонсағым. Бешергән-төшөргән дә, өҫтәл япҡан да, мал, ҡош-ҡорт ҡараған да өлкәнебеҙ шул. Бына баҙарҙан һаман ҡайтмай», – тип теҙә генә. Минән башҡа ҡолаҡ һаламы икән берәйһе «барабансы»ның һүҙенә. Белмәйем...
Аңлап ҡалдым, баҙарға һатыу итергә киткән оло ҡыҙы тураһында хафалана, күрәһең, әсә. Уныһы, никах ығы-зығы мәшәҡәттәренән ялҡҡан, биҙгән кеше һымаҡ, юҡ та юҡ. Ҡыҙҙы ла аңлап була инде, ҡайтҡыһы ла килмәйҙер, бәлки. Әммә «Фәрештә» булмағас, байрам бөтөн түгел – һылтыҡ миңә. Ултыра торғас, ни өсөн, тип үҙ-үҙемә һорау бирҙем. Был ни ғәжәп: уйыма, йөрәгемә, күңелемә, зиһенемә әсәйемдең миңә ҡарата әйткән һүҙҙәре биотоктар рәүешендә көслө тулҡын булып, сиртә-сиртә бәргәнен тойҙом. Уны сүп-сар менән тултырып, төпкө аңға баҫырып, йәшереп ҡуйғанмын икән да баһа. Ул барыбер өҫкә ҡалҡып, мине еңеп бара түгелме? Яуабы шул ғына, башҡаса булыуы мөмкин түгел. Күпте белеп, аңлап бөтмәһәм дә, миңә – егерме биш йәш. Ҡыҙҙарҙың төрлөһөн күрелде... Фәрештә-ҡыҙ башҡаларға оҡшамаған. Сырмалсыҡ уйҙарымдың төйөнөнән сыға алмай аҙапланғанда, йорт хужаһы, рәхмәт әйтеп, хуш итте. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар таныш-белеш булыуҙан ары китеп, бер-береһенән айырыла алмай гөр килә. Ана, дуҫ-күршем, кәрәгем бөткәс, минең яҡҡа күҙ ҙә һалмай, кәләшен ултыртып алды ла ҡайтыу яғына елдерҙе. Һәр кем үҙ машинаһында күптән таралышып бөттө... Ә мин рулемде тотҡанмын да ҡатҡанмын. Тауыштар ишетелә: «Боҙолған», «ҡабыҙа алмай»... Йәштәр машинамды арттан этә: бер, ике, өс, бер, ике, өс... Таҡмаҡ әйтәләр, бейеп алалар, йәнә этәләр... Теге ҡыҙҙы күргем килә. Аһ, ҡайҙа йөрөй икән, ә? Атай кеше йүгереп килде эргәмә. «Тыңламай, киреләнәме? Борсолор урын юҡ, мин ҡыҙҙарҙың ғына түгел, бөтә төр машиналарҙың да атаһы, хәҙер ҡарарбыҙ», – тип күҙемә туп-тура ҡарай. «Машинам төҙөк, үҙем боҙоҡ, бөгөнгә һеҙҙә ҡалам», – тием. Атай кеше ни әйтергә белмәй, хәләленә ҡарай. Ә әсәнең нисек шатланғаны йөҙөндә, бөтә ҡиәфәтендә сағыла.
Бөгөн, иртәнсәк, бер нисә минут арауығында күренеп ҡалған ҡыҙ күңелемде үҙенә саҡырып тик тора. Хатта уны күптән беләм төҫлө. Уйлаған һайын уйым оҙоная, уны тыным менән тартып алырҙай булам, ә ул ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Тойғоларым тышҡа бәреп сыҡҡандай. Күҙҙәрем юлға текәлгән. Күҙәтәм һәр машинаны. Бына бер шәп иномарка туҡтаны йорт эргәһенә. Үҙ-үҙемде аңламай ҙа, тоймай ҙа ҡалдым, һә, тигәнсе ҡыҙҙың алдына барып баҫтым. Ул таксистҡа аҡса түләй ине. Миңә ҡапыл боролоп ҡараны ла, ни әйтергә белмәй, шымып ҡалды. Бер нисә секунд торғас, миңә туп-тура ҡарап:
– Ҡайҙа ҡалғандарығыҙ? – тип һораны.
– Ҡайтты...
– Ә Һеҙ...
– Тағы бер тапҡыр ҡара мунсаға инергә ине...
– Ышанмайымсы...
– Баҙарҙы гөрләттеңме?
– Эйе, шәп һаттым.
Ул арала атай кеше беҙҙе өйгә әйҙүкләне. Сәй табынында ҡара мунса һәм уҙған никах туйы тирәләй булды хәбәрҙәребеҙ. Шуныһы мөһим: ҡыҙ ҙа, ата-әсәһе лә, мин дә һис бер артыҡ һүҙһеҙ, шик-икеләнеүҙәрһеҙ бер уй-ниәттә булыуыбыҙҙы аңлаштыҡ. ...Икенсе аҙнаға ҡунаҡҡа киләсәгемде аңғартып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланым. Мәрйәм – ниндәй матур исем! Уның күҙ ҡарашы, булмышы юлымды яҡтырта, көс-дәрт өҫтәй. Тәүге тапҡыр күңелемдең бөтөнлөгөн һәм теүәллеген аңланым. Шулай ҙа була икән...
Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.