+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
20 Октябрь 2023, 15:10

«Күкрәгемә ятып моң иланы...»

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, шағирә, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Миңлегөл ХИСАМОВА алтын көҙ миҙгелендә 75 йәшен билдәләй. Һиммәтле ғүмер үренә ул хис-тойғоға бай, төҫ-биҙәктәргә мул ижады менән аяҡ баҫа. Ғүмере буйы изге әсәлек хистәрен, тыуған ер йәмен, донъяның мәңгелек асылын, йәшәү ҡөҙрәтен данлаған әҙибәнең бар шиғриәте яҡтылыҡ, сафлыҡ менән туҡылған. Киләсәктә лә ошо төҫтәр балҡышы ижадығыҙҙы ла, тормошоғоҙҙо ла оҙон-оҙаҡ йылдар яҡтыртһын, хөрмәтле юбиляр!

«Күкрәгемә ятып моң иланы...»
«Күкрәгемә ятып моң иланы...»

Үҙемдең изге тупрағым
Һай, сихри йәм-сәхрәләрем!
Сәхрәләрҙә – хыялдар,
Ошонда тыуған еремде
Әллә улар тойғандар.

Сәхрәләрҙә йәнем азат,
Осор ҡоштай бейектә.
Ҡана алмаҫ кеүек мәңге
Яратып та, һөйөп тә.

Һай, донъялар иркенлеге!
Һулыш алыуҙар еңел.
Үҙемдең изге тупрағым,
Сит-яттарҙыҡы түгел.

Сәхрәләрҙә ҡолас йәйеп,
Төштә, өндәрҙә осам.
Ерҙә тәгәрләй-тәгәрләй,
Йәшел үләнен ҡосам.

Эй бәхетле мәлдәрем һеҙ,
Сәхрәле миҙгелдәрем.
Юғалмағыҙ күңелемдән,
Һеҙгә арнар һүҙемдән.


Йәйҙәремдең хуш еҫтәре
Хуш еҫле сәскә, үләндәр
Өйөлгән күбәләрҙә.
Йәй йылмайып күҙен ҡыҫа,
Салт ҡояш түбәләрҙә.

Ошо еҫтең, ошо төҫтөң
Бер хыялыйы булып,
Йәйҙәремә китәм әле,
Күңелем моңға тулып.

Йәй тауышы әллә ҡайҙан
Әйҙәй ҡыҙғылт офоҡҡа.
Һырпалана ҡышҡы елдәр,
– Елкенмә алъюҫыҡҡа, –

Тип киҫәтеп торған һымаҡ,
Һепертмә бурандары.
Мин һағынған юлдар бит ул,
Көрт һалған урамдары.

Аҡ бүрек кейгән ҡарттарҙай,
Ҡыштарҙа тыйнаҡ булып,
Күбәләр йәйҙән килгәндәр
Ҡәҙерле ҡунаҡ булып...


Аҡ ҡылғандар тып-тын сайҡалалар
Тонйоратма күңелең төпкөлдәрен,
Хис-тойғолар ташҡан сағында.
Сәхрәләрҙә сәскә булып сайҡал,
Ҡайын моңон йырла сағылда.

Һин онотма төштәреңә ингән
Ташморондоң зөмрәт һуҡмағын.
Татлы еләктәрен, бөрлөгәнен
Ҡасан күрәсәкһең һин тағы?!

Аҡ ҡылғандар серләшәләр, буғай,
Ҡолаҡ һалып, тыңла тауышын.
Күпме михнәт күрҙек, күпме хикмәт,
Тиҙәр кеүек. Был – ер һағышы.

Ошо һағыш – беҙҙең үҙәктәрҙә,
Оноторлоҡмо халҡым үткәнен?
Тыуған ил тип, ер-һыуыбыҙ, тиеп,
Яугирҙәрҙең йөрәге типкәнен.

Һиҙенәм мин – ерҙә сал ҡылғандар
Ауыр һулайҙарҙыр шым ғына.
Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, тип,
Йәшкәҙәйҙәр, буғай, тын ғына.

Шундай һағындыра
Йылдар үтә, шундай һағындыра
Инәйҙәрем – аҡыл эйәләре.
Изгелектәр эшләү – Хоҙай хаҡы,
Оноттоғоҙ инде, тимәйҙәрме?

Йылдар үтә, ымһындырып тарта
Олатайҙар һалған ағас өйҙәр.
Өй эстәре ҡотло булғанғамы,
Ишетелә ине матур көйҙәр.

Йылдар үтә, шундай юҡһындыра
Әсәйемдең моңло йырлауҙары.
Үтә ине көндәр татыулыҡта,
Һөйөнөскә бәхет юрауҙары.

Йылдар үтә, әйҙәп табындыра
Тыуған йорттоң изге тупһалары.
Сабыр ғына янған усаҡтарҙың
Йөрәгеңә дөрләр ут һалғаны.

Хәтер уты янды...
Ҡапҡан һайын иртән ризығымды,
Һин баҫаһың күҙ алдыма, әсәй.
Тамағыма тора шул ҡабымым,
Йәнгенәмдә һыҙланыуым сәсәй.

Һин булмағас өҫтәл яндарында,
Сәйҙәремдең хәҙер тәмдәре юҡ.
Күҙ алдымда аҡһыл матур йөҙөң,
Сынъяһаулы өйҙөң йәмдәре юҡ.

Ерҙәр тырнап илаһам да ҡабат,
Ҡайтаралмам һинең тауышыңды.
Хәтер уты янды, сәй һыуынды.
Күкрәгемә баҫтым һағышымды...

Мамыҡ шәлем
Бәйләп кенә бөткәс, мамыҡ шәлем
Иңбашыма һалдым ҡыуанып.
Әсәм өйрәткән бер һөнәр ине,
Бәйләмемдә күңел йыуаныс.

Күҙ нурҙарым биҙәк булып төшә,
Һөйөндөрөр әле кемделер.
Наҙлы ҡулы селтәренә тейер,
Үҙе йылыһына күмелер.

Теҙелешеп бара тел-ситтәре,
Уҙып ҡына киткән көн кеүек.
Күңелемдең йылыларын һалғас,
Йыр-моңдарҙан торған өн кеүек.

Әйләнәләр генә йыл-энәләр
Әйҙәп кенә әллә ҡайҙарға.
Бейеп уҙа ҡайғы-шатлыҡтарым,
Уйҙары ла юҡтыр яйларға.

Бар ҡануны әйләнеүҙән торғас,
Ни хәл итһен инде йылдарым?
Бәйләнә лә торһон ғүмер-шәлем,
Йылы һалһын күңел ҡылдары...

Төш
Кейемеңдән ялан еҫен тоям,
Күҙҙәреңдән – зәңгәр һауаларҙы.
Сәстәреңдә – төндәр йылылығы,
Һиҙәм талған йәнде дауаларҙы.

Күҙҙәреңдә йөҙә зәңгәр болот,
Текәләм дә үҙем онотолоп.
Ҡайтам ләйсән ямғырҙарың булып,
Күңел гөлөң ҡуймаһын, тим, һулып.

Һинең янда шундай рәхәт миңә,
Ҡулдарыма ҡулың ҡағылғанда.
Йәшендәре менән йәйем ҡайтты,
Төш күргәнмен һине һағынғанда...

Бер көс тә юҡ...
Тормош мине ситкә типмәһә лә,
Гел иркәләп кенә һөймәне.
Бала саҡтан кескәй йөрәгемә
Атай наҙы, һөйөү теймәне.

Һуғыш тартып алды атайымды,
Юҡ, онотмам хәтер ғазабын.
Мин тилмереп баҡтым атайлыға,
Күрмәһәм дә тормош аҙабын.

Ҡабатланмаһынсы фажиғәләр,
Бала һөйһөн ата-әсәһен.
Ҡояш нуры кеүек ялҡын сәсеп,
Ер йөҙөндә шатлыҡ йәшәһен.

Тик тыныслыҡ кәрәк донъяларға,
Кешелеккә кәрәк уяулыҡ.
Ергә һеңгән тере фажиғәне
Бер көс тә юҡ ерҙән юйырлыҡ!

Донъя көттөм
Сәскәйҙәрем менән ер һепереп,
Донъя көтәм хәлдән тайғансы.
Күкрәгемә ятып Моң иланы:
– Ҡуйыныңа мине алһаңсы.

Ҡауышмаҫтай ғына сәмле йәрҙәй,
Һағына ла, буғай, һағалай.
Моң Аллаһы булһаң, ҡолоң булам,
Йәндәремде ал да яғала.

Минән һуң да донъя ҡалыр әле,
Кемдәр киткән эшен бөтөрөп.
Ҡуйынымда йырым йылынһынсы
Күңел ҡояшымдан өтөлөп.

Донъя ҡыуыуҙарҙан алйый яҙып,
Сәсәй-сәсәй барып ауырмын.
Юғалып та торһам, бер табырһың,
Моңдарымдан, бәлки, танырһың!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: