+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
5 Октябрь 2023, 15:44

Белорус Республикаһында – «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»

10–12 октябрҙә Белорус Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа «Башҡорт әҙәбиәте көндәре» үтә. Сарала республи­кабыҙҙан бер төркөм яҙыусылар ҡатнаша.

Белорус Республикаһында –  «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»
Белорус Республикаһында – «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»

Үткән быуаттың 30-сы йылдарында белорус һәм башҡорт әҙиптәре араһында ижади бәйләнеш яйға һалына. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтар дуҫлығы ҡаҡшамаҫлыҡ булып нығый. Артабан да белорус һәм башҡорт яҙыусылары бер-бере­һенең әҫәрҙәрен тәржемә итеп, аралашып, уртаҡ кисәләр һәм осрашыуҙар ойоштороп, ижади офоҡтарҙы киңәйтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу осоронда бындай күркәм бәйләнештәр һүрелеп ҡалды. Әлеге ижади сәфәр мөһим ваҡиға булып тарихҡа инер. Бынан ары Белоруссия һәм Башҡортостан яҙыусылары араһында әҙәби бәйләнеш дауам итер, ижади хеҙмәттәшлек ниге­ҙендә халыҡтар бер-береһенә яҡынайыр, дуҫлыҡ күпере нығыр, тигән изге ниәттән, журнал уҡыусыларыбыҙға белорус яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

 

 

Наталья Волчок Минскиҙа тыуған, Минск дәүләт медицина институтын тамамлаған, акушер-гинеколог. Уның 2019 йылда шиғырҙар йыйынтығы, 2023 йылда «Мөхәббәтең менән уртаҡлаш» повесы нәшер ителә.

 

***
Бөтә донъя туңған.
Йонсой. Йылы эҙләп,
Тәҙрәгә ҡар нығыраҡ һыйына.
Ә тәбиғәт уйлай:
«Туң донъяла нисек
Йән аҫрарға кеше йыйына?»

Йондоҙ йым-йым итә.
Боҙ ҡоршаған Ерҙе
Планеталар йөрөй әйләнеп.
Шундай көндәр килер –
Көндәр йылыныр ҙа
Ҡырыҫ ҡыштар яҙға бәйләнер.

***
Ҡыйыу атлап барам –
Бирешмәм бер ҡасан.
Алдынғылыҡ бирмәй,
Аҫтыртындан ҡасам.

Хыялланып алам,
Сабырлыҡты юйып.
Үҙ-үҙемде тапһам,
Тынысланыу – уйым.

Уңмаһам да – көймәм,
Кемгә йәшәү еңел?
Хыял алға этер,
Яҙмышымды еңеп.

***
Уйыныңды ҡабул итәм –
Үҙгәртәм исемемде.
Грим аҫтында юйылһам да,
Юғалтмам есемемде.

Тамыр йәйгән һағышыңды
Минең наҙ менән тарат.
Мин төрлөгә үҙгәрермен,
Тик мине генә ярат.

***
Сым кеүек күңелем кирелгән,
Хыялда асманға яҡынмын.
Йыраҡта йәшендәр ҡотора,
Йолҡҡолап ғәмһеҙлек ялҡынын.

Мин ҡайнар ямғырҙа ҡойонам,
Тәнемде бешереп, яндырып.
Үҙемде аңларға булышыр,
Үткәнде юйҙырып, ямғырым.

Алдаҡты йыуҙырам был һыуҙан,
Тамсылап онотам үпкәне.
Үҙемә мин шулай ҡайтам да
Тоямын бәхеттең үпкәнен.

Мин – йыһан һыуында сайынған
Мәңгелек илендә үткенсе.
Саф ҡына, пак ҡына көйөнсә
Берҙән-бер юлымды үтһәмсе.


Тәнзилә Дәүләтбирҙина тәржемәләре.

Шағирә, прозаик, композитор, йырсы Татьяна Александровна Атрошенко – Белоруссия Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Белоруссияның йыл йыры», RU.TV телеканалының беренсе премияһы лауреаты. «Алтын купидон» милли әҙәби премияһының йыр жанры номинацияһында, күп һанлы республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа һәм «Иң яҡшы видео» номинацияһында еңеүсе. «Мин түгел...», «Күңелдә мин бер көй ишетәм» шиғри, балалар әкиәттәре китаптары авторы. «Молодечненская газета» эргәһендәге «Купалинка» әҙәби берекмәһе етәксеһе.

 

***
Күңелдә мин бер көй ишетәм...
Еңел ул ебәктәй, үҙе – уймаҡ.
Ҡылдарға кинәттән ҡағылһа,
Тынлыҡ та ебәрә уны уйнап.
Тынлыҡ та шул көйҙө ҡабатлай
Оркестр? Йөҙҙәр юҡ.
Төш әллә?
Шул көйҙән юҡтыр һис тынғылыҡ,
Төпкәрәк ул һаман үтә лә
Сыңғырлап арбай шул ярым тон.
Ул таныш та кеүек үтә лә.
Көйләнең һин миңә ул көйҙө
Ҡағылған ипкен ул – тылсымдыр.
Йәнемде уятҡан шул моңдан
Көс алып йәшәүем ысындыр.

***
Хоҙай өсөн ҡарар ҡылмайыҡсы,
Урайыҡсы урамдарҙан икәү.
Көлөшәйек, бөгөлмәйсә елдән,
Билдәләрҙән күрмәйексе сикләү.
Бына-бына ҡанат йә ҡабырсаҡ
Күренер, тип өмөт йәнде алдай.
Бәләләрҙән иҫкәртергә теләп,
Упҡын ситтәрендә йондоҙ баҙлай.
Хоҙай өсөн ҡарар ҡылмайыҡсы,
Уға ғына мәғлүм беҙҙең яҙмыш.
Юлдар инде ҡушылырмы, юҡмы,
Ниндәй булыр беҙҙең өсөн был ҡыш?
Тағы беҙҙе осраштырыр әле,
Алда кеүек беҙ ҡауышыр көн дә.
Бер-беребеҙгә тоғролоҡтар һаҡлау
Мәңгелеккә ҡалыр беҙҙең өндә.
Мәл дә туҡтай кеүек... Хатта йыл да...
Урамдарға әйҙә йылмайып сыҡ!
Ә ҡалғаны – аҡҡан һыуҙай үтер,
Хоҙай өсөн ҡарар ҡылмайыҡсы.


***
Барыһы ла һүнде мәңгелеккә…
Элекке лә, хәҙерге лә бөттө.
Үткән, яралаған юҡҡа сығып,
Һуңғы өмөт нурын әрнеп өттө.
«Эйе» тигән һүнеп бөтмәһә лә…
«Юҡ» тигәне ҡуймаһа ла йоҙаҡ.
Беҙҙән аша үтә, яуап көтмәй,
Һәм көтөп тә тормай беҙҙе оҙаҡ.
Барыһы ла беҙҙе урап үтә,
Йылмаялар беҙҙең аша ҡарап.
Үкенеүҙәр, ялғанлауҙар үтә,
Йырлау, ашығыу ҙа ҡала ярап...
Ниңә йәшәй, көлә, үлә кеше,
Хәтер һаҡлай кемдер хаҡы өсөн.
Ә үлсәүгә ята – «эйе» һәм «юҡ»,
Мәңгелеккә шунан юя көсөн.
Күҙҙәр, мәлдәр һәм дә таныш йөҙҙәр
Хәтер һаҡлай,
Төштәрҙә ул ҡала.
Ул киренән ҡайта, сөнки ул бит
Мәңгелеккә генә китеп бара.

***
О нәфрәт!
Күңелде ҡаралай!
Йыш ҡына тормошта аҡылды һағалай.
Нәфрәтте түгергә ашығыу кәрәкмәй.
Ҡаранан арыныу юлдары бәләкәй.


***
Сағылышың...
Инә ят шәүләләр...
Һинең ҡояш – минең сынаяҡта.
Бөтөргәнсе эсәм.
Беҙ торабыҙ.
Әйләнәбеҙ беҙ ҡояшлы яҡта.
Юғарыла.
Һәм мөһим дә түгел,
Ҡайҙа аға
Килгән наҙ ипкене?
Онотолоу түгел, был ысындыр,
Төш булыуы хатта был икеле.
Мөғжизәгә ышанмаған төҫлө,
Йылмаяһың, сараһыҙҙан балҡып.
Беҙҙе әйҙәй алыҫ тарафтарға
Әллә ҡайҙан серле йондоҙ ҡалҡып.
Өмөт юймай, өнһөҙ, күҙҙәр менән
Аңлашабыҙ.
Далан беҙҙең яҡта.
Сағылышың,
Инә ят шәүләләр...
Һинең ҡояш – минең сынаяҡта.


Гөлназ Ҡотоева тәржемәләре.

 

Авторҙар:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: