+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
4 Октябрь 2023, 10:10

«Яратып йәшәүгә генә яратылғас...»

Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова 1973 йылдың 10 сентябрендә донъяға килә. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуһа ла, бала сағында Бөрйән районында, уның нескә күңелле халҡының бай телен, тәбиғәтен һеңдереп үҫә. Сибай яҡтарында йәшәүе уның рухын халыҡсанлыҡ менән һуғара. Тап ошо ерҙә ул ике ҡыҙына әсәй була. Өфөгә күскәс, «Киске Өфө» гәзите, «Һәнәк» журналы редакцияларында эшләү уның ҡәләмен үткерләй, етәксе булып китеүенә булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Милли әҙәбиәт музейында директор йөгөн тарта.Миләүшә Ҡаһарманова әҙәбиәткә хисле шиғырҙары менән килгәйне. Журналистикаға яҡынайыуы, тормош тәжрибәһе уны проза өлкәһенә тартты һәм исемен танытты. Әҫәрҙәре уҡыусыһын һутлы теле, тормошсанлығы менән арбай. Әҙибә ең һыҙғанып ижад итер матур миҙгеленә аяҡ баҫа. Уны елле 50-һе менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, бәхет, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

«Яратып йәшәүгә генә яратылғас...»
«Яратып йәшәүгә генә яратылғас...»

***
Диңгеҙ менән ҡояш араһында,
Тулҡын уйнай күҙең ҡараһында,
Елегеңә тиклем үткән йылы,
Усың йылы...

Диңгеҙ менән ҡояш уртаһында,
Ошо ике көстөң уртағында,
Елкәндәрен емереп күңел ҡайнар,
Тының ҡайнар...

Диңгеҙ менән ҡояш биләмәһе,
Йөрәк нисек кенә теләмәһен,
Ожмах баҡсалары ваҡытлыса,
Ваҡыт ҡыҫа...

Диңгеҙ менән ҡояш алыҫлығы,
Диңгеҙ менән ҡояш яҡынлығы,
Диңгеҙ менән ҡояш тартылыуы,
Диңгеҙ менән ҡояш...

***
Яратып йәшәүгә генә
Яратылғас,
Ялҡынлы, ярһыулы итеп
Яратылғас,

Яҙмаған йәрҙе лә мәңге
Яраталғас,
Яҙмышта ябылмай торған
Яра ҡалғас...

Риза түгел
Башҡасаға.
...Һөйөү генә
Башҡа сыға...

***
Ҡыҙҙар-ҡыҙҙар – ҡыҙыл тауар,
Боронғолар һүҙе хаҡ.
Килгән бәхет, көлгән бәхет
Үҙе оло, үҙе аҡ.

Юҡты эҙләп юлығыусы
Сауҙагәргә ебәк бар.
Һәр һылыуҙы ылыҡтырыр,
Еректерер төбәк бар.

Мәле етһә, орлоҡ оса,
Ҡош та бала айыра,
Тигән булам да, уйҙарым
Йөрәк итемде йыра.

Ҡыҙҙар ҡыҙыл тауар кеүек,
Сағыуында оҙатам.
Эй, Хоҙайым, Мәүләм-Аллам...
Тип, асманға күҙ атам.

***
Ҡайын тәлгәшендә һары ямау –
Көҙ һулышы.
Шул һулыштан йөрәгемдә тағы
Моң тулыша.

Ғашиҡлығым ошо зар миҙгелгә
Яза һымаҡ.
Ямғырҙары минең өсөн шиғыр
Яҙа һымаҡ.

Һулығанда бар тереклек ерҙә
Мин – уянам.
...Баҙыраған ҡыҙыл саған, тимә,
Мин ул, янам.

***
Көтә белә ул ҡатындар,
Ҡатындар шундай сабыр.
Өҙөлөп барған өмөттө
Ялғарға әмәл табыр.

Һөйә белә ул ҡатындар,
Ҡатындар хистән генә.
Ғүмер юлын үткәне бар,
Яратып эстән генә.

Кисерә белә ҡатындар,
Ҡатындар күнә белә.
Ҡабына белә кәрәктә,
Кәрәктә һүнә белә.

Эй, күпте белә ҡатындар!
Өлөшө уның шулай.
Белмәмеш булып ҡыланыу
Беҙгә шулай ҙа ҡулай.

***
«Уф» тимәйем,
Ярамай, ти.
Көрһөнәм өнһөҙ генә.
Ҡай осором ҡара һыҙат,
Бер яҡты көнһөҙ генә.

«Уф» тимәйем,
Бер ултырып,
Бошонам да, үткәрәм.
Әллә тормош, әллә үҙем
Был ҡәҙәрем күткәре.

«Уф» тимәйем!
Уфылдаһын
Әле минән көсһөҙҙәр.
Ана, ҡояш тыуып килә,
Ана, яҙы ҡыуып килә –
Улар миңә көс өҫтәр.


***
Мин уны көтөп аламын,
Ул миңә һауа һымаҡ.
Ул юҡта йыһан убылып,
Өҫтөмә ауа һымаҡ.

Ул юҡта донъя бер төҫлө,
Бер төҫлө әҙәмдәре.
Шул саҡлы бәхетле итә
Аламы әҙәм йәре?

Шул саҡлы хыялый итә,
Шул саҡлы күккә сөйә?..
Ул минең өҫкә шул хәтле
Яуаплылыҡты өйә!

Ул мине һура, өҙгөләй,
Ашһыҙ-йоҡоһоҙ итә.
Унан тетелгән йәнемде
Тағы ҡалдырып китә.

Онотам барын... зарығам,
Эҙләйем ерҙән, күктән.
Ләззәтле тамуҡ ғазабы
Ҡол иткән мине күптән...

О, илһам ғәле-йәнәбе!
Ғорур башым һалдырған.
Хоҙай, миңә яза итеп,
Шул тәҡдирҙе ҡалдырған.

***
Ишек шаҡый көҙөм. Тағы килгән...
Ҡыҙыл күлдәк... һары һырға элгән.
Минең дә шул, иләҫ-миләҫ булып,
Ошо осор көтөрөмдө белгән.

Әйҙүкләйем, түрҙән урын биреп,
Әҙерләнгән емеш-йылдар тиреп.
Сабыр ғына ҡаршы алған булам,
Сыҡмаһам да артыҡ ҡолас киреп.

Көҙөм, көҙөм, көҙөм... уңған мәлем,
Артта ҡалды үкенгәне, йәле...
Алмаларҙың алланғанын алып,
Хуш еҫенән иҙерәйем әле.

Көҙөм, көҙөм, көҙөм! Алтынланған,
Ялҡынлаған сағыу саған сағым.
Көҙҙәр килер урап, һау булғанда...
...Һин дә килһәң икән шулай тағын...

 

***
Уянам да шөкөр итәм,
Ошо көн яҡтыһына,
Осҡон булып ҡына һыҙған
Шул өмөт сатҡыһына.

Уянам да шөкөр итәм,
Ятҡан-торған еренә,
Алып ейәр ризығына,
Булғандың һәр беренә.

Шөкөр итәм, Хоҙайымдың
Биргән балаларына.
Юл йөрөткән юлдарына,
Ауыл-ҡалаларына.

Һалған аҡыл-зиһененә,
Көсө, дәрте, хисенә,
Йөҙ мәшәҡәтле көнөнә,
Арып ҡайтыр кисенә...

...Сәй артында ҡыҙым менән
Сөкөр-сөкөр...
Шулай ғына йәшәүҙәргә
Шөкөр. Шөкөр!

 

Йәшемде ҡаршы алғанда
Көлөрөм дә алдалыр,
Иларым да алдалыр.
Алдана торғандарында
Ғәзиз башым алданыр.

Күрмәй ҡалмаҫ күрәсәген,
Белмәйсә беләсәген.
Үтә ҡарап кем әйтәлә
Байырын-бөләсәген?

Күрмәй ҡалмаҫ күрәсәген,
Тынғы белмәҫ башҡынам.
Ә әлегә илай-көлә, байый-бөлә,
Килер көнгә ашҡынам.

«Яратып йәшәүгә генә яратылғас...»
«Яратып йәшәүгә генә яратылғас...»
Автор:
Читайте нас: