+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Октябрь 2023, 10:26

Таш плита...

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Сәфинә Хәкимова проза өлкәһендә байтаҡтан эшләй, нәшриәткә баҫмаға бирелгән хикәйәләр йыйынтығы күптән сиратын көтә. Уның «Аҫарбаҡ», «Һатып алынған бүләк», «Атай йорто» хикәйәләре матбуғатта баҫылып, үҙ уҡыусыларын тапҡан. «Таш плита» – ул, ысынлап та, беҙҙең ғаиләгә төшкән һынау: иремдең өҫтөнә 875 килограмлыҡ таш плита ауҙы, ул иҫ киткес ауыр имгәнеүҙән аяҡҡа баҫа алды. Был әҫәрем кешенең сабырлыҡ, рух ныҡлығына һоҡланыуҙан тыуҙы. Хәҙерге ваҡытта тормош ауырлыҡтарын бар яҡтан камил, аҡыллы, рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күтәрә. Ауыр яу яланындағыларға ла арнайым был хикәйәмде», – ти автор.

Таш плита...
Таш плита...

Ришат, уянғас, күргән сәйер төшөн хәтерләргә тырышып, йөҙөн ыуғылап торҙо. Сәйнүккә һыу ҡойҙо, газға ултыртып, ут тоҡандырҙы. Йыуынып, ҡырынып алғас, сәй эсте. Тиҙ генә ҡапҡылап, балаларының бүлмәһенә күҙ йүгертте, ҡатынына ишекте ябырға ҡушып сығып китте. Трамвайға ултырғас, бая күргән төшөн юл буйына хәтер­ләргә тырышты ул, ләкин иҫенә төшөрә алманы.
Иртәнге разнарядкала бишенсе бригаданы эшкә комбинат эсенә ҡуйҙылар. Ришат тәғәйен урында таш плитаны кран менән элеп алып китер өсөн ырғаҡ иретеп йәбеш­терҙе, шунан тәмәке көйрәтергә ултырҙы. Аҫта лом менән эшләгән арала, әҙер бетон япманы кран элеп алырға тейеш ине, әммә ул һуңланы ниңәлер. Төндә күргән төшө ҡапыл иҫенә төштө егеттең. Шул мәлдә өҫтөнә плита ауҙы һәм уны ҡараңғылыҡ йотто...
Ришат иҫенә килгәндә тирә-яҡ ап-аҡ ине. Тынлыҡ. Өндәшергә тауышы сыҡмай. «Әһ-һәй, атай, инәй, мине көтөп тороғоҙ! Хәлем бөттө, көтөгөҙ!» – тип ул атаһы менән инәһенең артынан йүгерә, тик улары йыраҡлашҡандан-йыраҡ­лаша, боролоп та ҡарамайҙар. Үҙенең кәүҙәһе еңел генә оса. Кешеләр күп, барыһы ла нимә менәндер шөғөлләнә, улар эргәһенә еттем тигәндә генә, бер сал һаҡаллы ҡарт туҡтатып: «Бар, улым, ҡайт, һинең ерҙә эшең бөтмәгән, балаларың бәләкәй!» – ти яңғырауыҡлы тауыш менән. Шул саҡта Ришат яҡтылыҡҡа сума. Бер ни аңламай: ҡайҙа ул, нимә булды – барыһы ла буталған... Бар көсөнә ҡысҡырған кеүек, тик тауышы сыҡмай. Кәүҙәһе еп-еңел тойола, гүйә, мамыҡ кеүек болоттар араһында йөҙә. Көтмәгәндә тирә-яҡ ҡараңғылыҡҡа йомола, ә ул яҡтылыҡҡа ҡарай оса. Хәле ауырайғандан-ауырая бара, һауа етмәй. Һыуға батып ҡалҡып сыҡҡан кеше шикелле, теге яҡтылыҡҡа килеп инә. Бер нәмә лә төшөнә алмай. Үлдеме, әллә тереме?! Аяҡҡа баҫып булмай, тирә-яҡҡа ҡараш ташлай, эргәһендә кешеләр бар шикелле. Ниндәйҙер тауыштар сыға. Тағы ҡараңғылыҡ. Йөҙөп бара кеүек, атаһын, олата­һын, туғандарын таный. Ҡысҡыра, тик тегеләр уны ишетмәй. Арттары менән боролалар. Ришат үҙенең ҡысҡырыуынан уянып китә. Тынлыҡ. Ҡайҙандыр алыҫтан доңғорлаған тауыш ишетелә:
– Иҫенә килде...
Аҡ халатлы кеше уға ҡарап йылмая.


* * *
Ришат ата-әсәһен ҡыуандырып үҫте. Шулай булмайса, ике ҡыҙҙан һуң оҙаҡ көтөп алынған малай бит ул. Өләсәһе шатлығының нисәнсе ҡатында булғандыр инде! Бик иркәләтте ейәнен, уның исемен ауылда бер кемгә ҡуштырманы, бала-саға дөрөҫ әйтмәһә, әйтергә өйрәтте. Ҡолонсағым, тип өҙөлөп торҙо. Малай сос, теремек булып үҫте, гел өлкәнерәк балалар менән йөрөнө. Бергә уйнаған малайҙар мәктәпкә барғас, ул да йыйынғайны. Тик уҡытыусы: «Икенсе йыл уҡырға кил, йәме?» – тигәс кенә, күнде.
Уҡыу йылдары, ҡалала һөнәрселек училищеһында белем алыу, тәүге эш көнө – барыһы ла әле генә булған кеүек. Яҡшы ғына эшләй башлағайны, хеҙмәткә алдылар. Әрме хеҙмәте Ришатҡа ир ҡорона баҫыу мәктәбе булды. Кемгә нисектер, әммә башҡорт егеттә­ренең берҙәмлеге башҡа халыҡтарҙан айырыла. Татыулыҡҡа ни етә! Йөрәгендә дөрөҫлөк, тоғролоҡ орлоғо тамыр ебәрҙе, үҙе лә башҡалар күңеленә шул орлоҡтарҙы һалырға тырышты. Әлбиттә, еңел булмай хеҙмәт юлы, рух ныҡлығы, ышаныслы аҙым менән алға барыу, сослоҡ, физик әҙерлек – ҙур ярҙам. Ауылға осҡан маҡтау хаты Ришаттың ата-әсәһе өсөн ҙур ғорурлыҡ ине.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, эшкә инеп, кәләш алды. Шулай һәүетемсә генә алға тәгәрәне тормош арбаһы. Йәш ғаилә егелеп эшләне, бүлмә бирҙеләр, өс йыл үтеүгә иркен фатир алды. Барыһы ла яҡшы кеүек ине, 90-сы йылдар шауҡымы йәштәр өсөн ауыр булды. Эш хаҡы ҡағыҙҙа бар, аҡса юҡ, тик аҙыҡ-түлек менән түләнде. Үҙгәртеп ҡороу, ваучер, приватизация... Бар донъяның аҫты-өҫкә әйләнде. Халыҡ, көтөүсеһеҙ ҡалған өйөр шикелле, аптыранды, бер урында тапанды, эскелек хөкөм һөрҙө. Хатта эш урынында араҡы һатыу сәскә атты. Эскән кеше бит бер нәмә уйламай: «иртәгеһен ишәк ҡайғыртһын». Әхлаҡ түбән тәгәрәй, ғаиләләр тарҡала. Был көрсөк заманы ине. Үҙенә тартҡан упҡынға ҡоламаҫ өсөн, Ришат эш урынын ҡалдырырға мәжбүр булды. Икенсе ергә урынлашып ҡараны, шул уҡ хәл. Аҡса түләнмәй. Ғаиләлә ике бала. Ҡатыны, бухгалтерияла эшләгәс, бер аҙ хеҙмәт хаҡы ала ине. Ауырлыҡтар менән көрәшә-көрәшә донъя көткән саҡта, ҡаза ныҡ бәкәлгә һуҡты.
* * *
Иҫенә килгән Ришат хәтерен йыя алмай ятты: «Бына ғәжәп, исемем иҫемә төшмәй! Мин кем? Миңә нимә булған? Ярай, был – дауахана, ә ниңә аяҡтарым да, ҡулдарым да ҡыбырламай?» Мейеһендә йүгергән һорауҙарға яуап таба алмай ғазапланды ир. Тирә-яҡта кемдәрҙеңдер ыңғырашыуы, ғырылдаған тауышы ишетелә. Башын бороп ҡарарға тырышты, кәүҙәһен ҡуҙғата алманы. Бәй, ҡулы бар икән дәһә, башҡа тәне һиҙелмәй, аяҡтары юҡмы икән әллә?!
Бер төркөм аҡ халатлылар килде эргәһенә, береһенең һөйләгәнен башҡалары яҙа барҙы. Улар нисек ингән, шулай уҡ юҡ булды.
Ришатҡа аҡ халатлы кешенең һөйләгәне бер аҙ асыҡлыҡ индерҙе: «Эш ерендә тән йәрәхәттәре алған, умыртҡа һәм таз һөйәге һынған. Тимәк, аяғы бар, ҡуҙғалмай ғына. Башына уй килде: «Минең ҡатыным бармы икән? Балаларым? Ә ниңә бында килеүсе юҡ? Туҡта, фамилиямды теге аҡ халатлы әйтте түгелме?! Вәт, әй! Иҫ тигәнең?!»
Шундай уйҙар менән берсә ойоп, берсә уянып күпмелер ваҡыт ятҡас, уны икенсе ергә күсерҙеләр. «Тимәк, хәлдәр яҡшыра», – тигән уй башынан үтте. Бер көн ниндәйҙер ҡатын бүлмәгә инеп, иргә ҡарай атланы. «Был таныш кешегә оҡшағандай! Кем икән?» – тип уйланды ир.
Ҡатын Ришаттың янына туҡтаны ла, күҙҙәре йәшкә тулып, йөҙөнә эйелде: «Ии-и, Аллаҡайым! Күрер көнөм бар икән. Һин нисек? Ҡайһы ерең ауырта? Беҙ һине һағындыҡ, – тип һулҡылдап шыбырланы, битенән үбә-үбә, сәстәренән һыйпаны. – Балалар һағынды, улың көн дә һине һорай. Үҙең нисек?»
Ир ятҡан еренән һүрән генә йылмайырға тырышты. Танымаһа ла, ҡатынылыр был. Ҡатынының, балаларының түгел, үҙ исемен белмәй.
Был хәл ике аҙналап дауам итте. Бер көн өлкән йәштәге ҡатын менән йәш ҡатын килде. Уларҙың һөйләүенән аңланы, өлкәне – әсәһе, йәш ҡатын тигәне һеңлеһе Рәмилә икән. Ә үҙенең исеме – Ришат. Кеше килеп саҡ ҡына торһа ла ныҡ арый ине ул, хәлһеҙләнеп йоҡоға тала.
Бер саҡ ҡатыны күҙ йәштәренә төйөлөп килеп инде: «Ояттары юҡ һинең түрәләреңдең. Ни йөҙҙәре менән һорайҙар икән? Ике балаға һау атаһын ҡайтарһындар ана! Азат көн дә илай».
Тимәк, малайы бар, исеме – Азат. Ә был түрәләр нимә һорай икән?
Ришаттың ҡатыны көнөнә өс килә башланы, аҫтын таҙарта, йыуындыра, ашата. Бер көн табип уға һорау бирҙе:
– Һин кем инең, хәтерләйһеңме? Исемең, фамилияң, ҡайҙа эшләнең?
– Исемем – Ришат, фамилиямды иҫләмәйем, эш ерем...
Әлбиттә, табиптар барыһын да белә, тикшереп ҡарайҙар инде.
Көн артынан көн үтеп, бер аҙ арыулана башланы Ришат, тик ҡуҙғала алмай. Шулай итеп, бер ай үткәс, аяҡҡа баҫмаһа ла, ҡайта­рырға булдылар. Ҡатыны, һинең дуҫың, тип аңлатҡан бер ир менән уны машинаға һалып, өйөнә алып ҡайтты. Дуҫының исеме Ринат икән. Ул дүртенсе ҡатҡа күтәреп мендерҙе.
Ришаттың хәтере юғалғанын бер кем белмәй, башҡаларҙың һөйләшеүе аша үткәндәрен иҫенә төшөрөргә тырыша ул. Бүлмә буйлап йөрөй алмай шул, ҡараштырып сыҡһа, бәлки, иҫенә төшөр ине. Уның янында бары – ситлектә ултырған тутыйғош, көнө буйы бесәй урала.
Ике-өс ай үткәс, ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөргә өйрәнә башланы Ришат, бәҙрәфкә бара, бүлмә буйлап ҡараштырып сыға, ләкин хәтерләмәй инде. Табип үҙе фатирға килә, ирҙең оҙаҡ ятасағын белә ул.
Ҡатыны бер ауылдағы халыҡ имсеһенә алып барырға булды, им-томға бик үк ышанмай, шулай ҙа, халыҡ әйтмешләй, һаламға булһа ла йәбешергә кәрәк. Тик дүртенсе ҡаттан нисек төшөргә? Хоҙай ярҙамынан ташламаны, шөкөр, ипләп кенә ҡултыҡ таяғы менән төштө. Ҡатыны, балалары эргә­һендә йүгереп йөрөй, ярҙам итергә генә тора. Ришат өсөн яңы асыш булды: Йәүҙәт исемле ҡәйнеше бар икән. Шул ҡәйнеше имсе менән һөйләшкәс, барып ҡайттылар, имсе ҡатын, барып инеүгә, баш сайҡап: «Ҡалай оҙаҡ йөрөйһөң килмәй. Һине көтөп үҙемдең тән һыҙлай башланы», – тип ҡаршы алды.
Был имсегә Ришатты ҡатыны бер айҙан ашыу йөрөттө, ысынлап та, ярҙамы тейҙе бит! Ир ҡултыҡ таяҡтарын ташлап, бер таяҡҡа ғына тотоноп йөрөй башланы. Һәр ишеткән яңылыҡ күҙҙәрен аса барҙы. Туғандар килһә, ҡыҙыҡ булып ҡала, үҙе өсөн асыш, яңы танышыуҙар. Ләкин бер кем дә был турала белмәй. Өй хужаһы бар көсөн һалып, был ауыр хәлдән ҡотолорға тырыша, ныҡлы итеп аяғында баҫып торорға теләй.
Шулай ауыр хәлдән көскә арынып, бар нәмәне иҫенә төшөрөп, туғыҙ ай тигәндә таяҡ тотоп эшкә сыҡты. Трамвайға ултырып, кәрәкле туҡталышты кешеләрҙән һорап, төшөп ҡалды. Ул эшләгән бригада эшселәре ҡулын ҡыҫып ҡотлай, тик Ришат уларҙың күбеһен иҫләмәй.
Ә беренсе көндө эшкә сыҡҡанда, ҡыҙыҡ, юҡ, ҡыҙғаныс хәлгә тарыны. Туҡталышта төшкәс, ҡайҙа барырға белмәй торҙо. Артынан килгән эшсе уны танып, бергә атланылар, комбинатҡа еткәс:
– Ярай, цехта осрашырбыҙ, һиңә түрәләргә инергә кәрәктер, урындары үҙгәрмәгән, һиңә, ана, теге яҡҡа, – тип ымланы.
– Ярай, күрешербеҙ.
Контораға инеп, ҡағыҙҙарын биргәс, етәксе:
– Нисек һаулығығыҙ? Бер-ике көн цехта йөрөп тораһығыҙ инде, аҙаҡ ҡарарбыҙ, – тине
Ришат, башын эйеп, цехҡа атланы. Барып, ике сәғәт ултырҙы ла ҡайтырға сыҡты. Ыҙалыҡ менән, хәлдән тайып ҡайтып инде. Икенсе көн тора алмай ятты, табип саҡыртты. Артабан тағы ла дауаланыу. Ун ай тигәндә комиссия үтергә әҙерләнеләр, кабинеттан кабинетҡа йөрөтөп, иң аҙаҡ бүлек мөдиренә индереп, ғәриплеккә ҡағыҙҙар тул­тырҙылар. Комиссия үтеп бөткәс, Силәбегә ебәрҙеләр. Барырға машина бар, йөрөтөүсе юҡ, ҡатыны яңы уҡып бөткән. Кеше ялланылар. Оҙон юлда арып-талып Силәбегә барып еттеләр. Эй, халыҡтың күплеге! Ришат ултыра алмай, ятырға урын юҡ.
Ҡатыны:
– Урын бирһәгеҙ ине? – тип хәлде аңлатты. Бер диван буша­тылып, Ришат шунда ятты. Табиптар янына саҡырҙылар. Ҡатыны бар ҡағыҙҙар менән баш белгес янына ултырҙы:
– Ауырыу, һеҙ ширма артына инеп сисенегеҙ, – тине.
Ҡатыным менән һөйләшәләр, ниңәлер ул бер ағарҙы, бер буҙарҙы, ҡуҙғала алмай ҡатып ҡалған һымаҡ, тип уйланы Ришат.
– ...Һеҙ аңлайһығыҙмы, ирегеҙ ғәрип, уның йәшәү ваҡыты ла, бәлки, бер туғыҙ йәки ун йыл булыр.
– ?!..
– Бына, ҡарағыҙ, ниндәй хәлдә әле, ваҡыт үтеү менән тағы ла нығыраҡ хөртәйәсәк, аңларһығыҙ киләсәктә.
– Ә мин нимә эшләргә тейеш?
– Һм-м...
Ҡатындың һорауы яуапһыҙ ҡалды...

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Таш плита...
Таш плита...
Автор:
Читайте нас: