+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
26 Август 2023, 11:25

Ҡупшыҡай

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Жәлил Кейекбаев һәм Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, шағирә, яҙыусы, тәржемәсе Гөлнур Яҡупова күптән түгел үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Халыҡсан һутлы теле, баҙыҡ, сағыу геройҙары менән китап һөйөүселәрҙең күңелен яулаған Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының һәр ижад емеше йөрәккә уйыла. Сираттағы «Ҡупшыҡай» хикәйәһендәге яҙмыштар ҙа тетрәндергес һәм ғибрәтле. Булмышынан аҡыл һәм хис аһәңе бөркөлөп торған, бәҫле, зыялы әҙибәбеҙҙе ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм дә илһам ҡанаттарының талмауын, ҡаурый ҡәләменән гел генә моң тамыуын теләйбеҙ!

Ҡупшыҡай
Ҡупшыҡай

Ҡупшыҡай

Хикәйә

Бергәләп иртәнге сәйҙе эсеп, әле генә ҡайтып киткән күршеһе Мәликәнең йүгерекләп тағы был яҡҡа ыңғайлағанын күреп, ҡош-ҡортон ашатып йөрөгән Көнбикә аптырап ҡалды. Әллә бер-бер хәл булдымы икән? Йә инде...
– Ҡара йөрәк! Күр һин уны, ә! – тип һөрән һалды Мәликә ҡапҡанан инешләй үк. – Йомшаҡ күпмәмдә йоҡлай, үҙем ни ашаһам, шуны ашай, ләғнәт! Ҡара йөрәк!
Көнбикә аптырап ҡалды, хатта тупһаһына ултыра төштө. Ошо осор алмаш-тилмәш бер-береһенә иптәшләшеп йоҡларға йөрөшәләр, әллә уны ҡарғаймы Мәликә? Аҙналап инде ир-ат ҡырҙа ҡуна ятып бесән саба, Көнбикәнең дә ире шунда. Ҡыҙы ҡалала уҡыуҙа. Ә Мәликә күптән япа-яңғыҙы көн күрә. Ире вафат, улы Рәфистең ауылдан сығып китеп олағыуына ун йыллап барҙыр, ҡайҙалығын да белгән юҡ.
– Уф, ниҙәр күрергә яҙғандыр инде был ғәзиз башҡайыма, – Мәликә иламһыраған тауыш менән Көнбикә эргәһенә ултырҙы. – Бер ғибрәт һөйләйем әле һиңә. Биллаһи бына, ғибрәт.
Көнбикәнең бәпкәләргә тип ҡуйған еменә инә ҡаҙы ғына түгел, гел һаҡта торған ата ҡаҙы ла барып йәбеште. Бүтән саҡта һөмһөҙлөктәренә хужабикә сыбыҡ күтәрмәй ҡалмаҫ ине, был юлы өндәшмәне лә. Ҡаҙ ҡайғыһымы ни!
Күп булһа берәй ләстит ишеткәндер был Мәликә, тип Көнбикә әҙерәк тыныслана төштө. Шулай ҙа йөрәге урынынан ҡупҡайны, саҡ ҡуҙғалып, ҡаҙҙарын йылға яғына ҡыуып ебәрҙе лә, күршеһен эйәртеп өйөнә инде.
– Самауырҙы яңыртайыҡ әле, иртән ҡабаланыраҡ та булды, иркенләп, сәй эсә-эсә һөйләшәйек.
Әле һыуынып та өлгөрмәгән самауыр торба ҡуйыу менән шыжлай башланы. Мәликә өйрәнгән урынына, тәҙрә төбөнәрәк шылып, тәмләп хәбәренә тотондо...
Кистән һыйырын һауып, эшен-көшөн бөтөргәс, Көнбикәләргә йыйынды. Аулаҡлап ултырһаң, һүҙ араһында эш тә ырай, анау яҙғы йөндө тетеп, иләп алһам, тип өй башына менде. Тоҡҡа тултырып, бер сөйгә элеп ҡуйғайны, шуны алайым тип ынтылһа, йығылып китә яҙҙы: ҡағып-һуғып һөйәп ҡуйылған ҡаҙ ояһында сый-мый килешеп күҙҙәре лә асылмаған бесәй балалары ятасы!
Бикләп сыҡҡан ишеген яңынан асып инде. Табаҡ-һауыт ҡуйған яҡтан йылт итеп бесәйе килеп сыҡты ла мейес башына һикерҙе. Әһә, ҡош-ҡортҡа тип ебетергә ҡуйған ҡаты-ҡотоно ашап йөрөй. Балалағас, уны туйҙырырым тимә.
Бесәйен әрләй-әрләй баҙҙы асып, нигеҙҙә тәгәрәп ятҡан иҫке биҙрәне эйелеп алды. Ҡалтайып бөткән биҙрә иҙәнгә ҡуйыуға шалтыр-шолтор тәгәрәп китте. Мейес башында муйынын һуҙып хужабикәне күҙәткән бесәй был тауышҡа ҡалтыранып ҡуйҙы.
Мәликә бесәйе ауылда берәү. Ҡолаҡтары һәр саҡ һағайып, ҡарпайып тора, үҙе сөм ҡара. Түшендә генә, ынйы мунсаҡ кеүек, ағы бар. Иркәләп, кирелеп-һуҙылыуы ла әллә нисек һомғол, нәзәкәтле кеүек. Ә инде муйынын төҙ генә тотоп, йәшкелт күҙҙәрен бер асып, бер йомоп ултырыуын күрһәң? Исеме лә Ҡупшыҡай шуға. Мәликә ярата бесәйен, һылап-һыйпап, һыйлап ҡына аҫрай. Тик бына бер яғы теңкәһенә тейә – йыл да балаламай ҡалмай. Баштараҡ күрше-тирәгә тарата торғайны, алыусы бөткәс, бесәй балаларын күҙе асылмаҫтан уҡ һыуға батырып үлтерә башланы. Әллә нисә йыл инде шулай итеүенә. Иң беренсе тапҡырында Ҡупшыҡайҙы ла, балаларын да бик йәлләгәйне. Аҙаҡ инде күнекте. Унан күрмәксе, башҡа ҡайһы берәүҙәр ҙә бесәй балаларынан шулай ҡотола башланы. Анауы хыялый Ҡәфиә әбей шикелле, бер көтөү бесәй аҫрап ултырып булмай инде.
Мәликә, бесәй балаларын сирҡана-сирҡана елкәһенән тотоп, һыу тултырылған биҙрәгә ырғытып бөттө лә, уларҙың сығырға тырмашҡандарын күҙенә лә элмәй, тағы өй башына менеп китте. Ҡаҙ ояһын ҡаҡҡылап, ел өргәнерәк урынға түңкәреп ҡуйҙы. Уңарсы бесәй балалары тонсоҡҡайны инде. Тәрән генә итеп соҡор ҡаҙып, тегеләрҙе баҡса артына күмде. Дүртәү булған икән...
Яңынан өйөнә инде. Бына ғәжәп, Ҡупшыҡай һаман мейес башында тора, ике күҙе – хужабикәнең ҡулындағы буш биҙрәлә. Мәликә баҙҙы асып, биҙрәне әлеге лә баяғы нигеҙ буйына ырғытты. Шалтыр-шолтор иткән тауышҡа бесәй тағы дерелдәп ҡуйҙы, ыҫылдағандай итте, күҙҙәренән йәшел ут бөркөлдө. Мәликә ниҙер һиҙенде.
– Нимә һаман бәзрәйеп ҡарап тораһың унда, мәлғүн, бар! – Ҡупшыҡайҙы дөбөр-шатыр ҡыуып сығарҙы. – Ҡара йөрәк, бөтә кәйефемде бөтөрҙө.
Күршеһенә инергә лә аяғы тартмай торҙо уның башта. Урын йәйҙе, башына урап йоҡлай торған яулығын мендәренә әҙерләп һалды. Шулай ҙа өйҙә ҡунмаҫҡа булды, күңеленә әллә ниндәй бер шом инде лә ҡуйҙысы. Анау Ҡупшыҡайҙың ҡарап тороуы һуң! Уф! Әллә илай ҙа ине мәхлүк. Кит, булмаҫты, нимә аңлай ул.
Шулай уйлана-уйлана, ҡултыҡ аҫтына бер кис ултырырлыҡ йөн ҡыҫтырып, Көнбикәләргә йүнәлде. Уларҙа инде, һүҙгә әүрәп, бесәй ғәләмәте онотолған.
Иртәгәһенә Мәликә тып-тыныс күңел менән ишеген асып инде лә... әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡот осҡос! Иҙәндә йолҡҡоланған, имен ере ҡалмаған юрған ята, донъя тулы мендәр мамығы, яулығы ҡанға туҙған, уның бер осон тешләп йән биргән Ҡупшыҡайҙың кәүҙәһе шөкәтһеҙ булып ҡатып ҡалған. Шаҡ ҡатып ишек яңағына һөйәлеп торған арала Мәликә был фажиғәне үҙенсә күҙ алдынан уҙғарҙы. Рәнйегән инә бесәй балаларының йәнен ҡыйған өсөн хужабикәһенән үс алмаҡ, үҙе гелән инеп сығып йөрөй торған тишектән – төнлөктән баҙға, баҙҙан өйгә ингән. Шунан инде күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, карауатҡа ырғыған. Тырнаҡтары аҡтарылып бөткән, үҙ ҡанына үҙе буялған, ярһыуынан сәсәп, йөрәге ярылып тәгәрәгән...
Көнбикә күршеһен тыңлағанда нишләптер һыуҙа сыйылдашып йән биргән бесәй балаларын күҙ алдына килтерҙе. Бисараҡайҙар, күҙе лә асылмаған көйөнә...
– Ҡара йөрәк! Ит изгелек – көт яуызлыҡ! – Мәликә тыныс ҡына һөйләп ултырған еренән тағы тулап китте. Көнбикә, иҫенә килеп, һыуып бөткән сәйен йотоп алды. Күршеһе иһә, уның ағарынып ултырыуын күреп, үҙенсә юраны, йәнәһе, килештереп, кеше ҡурҡытырлыҡ итеп тасуирлай белә икән. Белмәйсә! Ошо уйынан ҡанатланып, ул йәһәт кенә урынынан ҡуҙғалды, магазин яғына барып әйлә­нәйем әле, тип ашығып сығып китте. Шундайыраҡ инде ул Мәликә: еңел уйлай, еңел эшләй. Уның әлеге хәбәре менән бөтә ауыл тула инде хәҙер.
Юҡҡа ағарынманы шул Көнбикәнең йөҙө. Уйлап ҡараһаң, сәйер инде ул әҙәм заты. Бер бесәй, бер мәхлүк хаҡында тыңлап, үҙеңдең иң ауыр уйҙарыңды ҡуҙғатсәле?!
Көнбикә, әсәһенең төҫө итеп һаҡлаған һандығын асып, төптә ятҡан бер конвертты алды. Юнираның, ҡыҙының хаты. Ярты йыллап инде ошо хатты көн дә тиерлек алып уҡый. Уҡый ҙа йәшереп ҡуя, иренә күрһәткәне юҡ. Бына тағы таныш ҡул менән яҙылған юлдарға күҙ йүгертте, ҡыҙының тауышын ишеткәндәй булды: «Әсәй, башта һинең менән кәңәшләшәйем, тим. Тыуасаҡ сабыйыбыҙ өсөн борсолам... Ҡыҫҡаһы, Замирҙы ҡапыл армияға алдылар. Яҙылышырға өлгөрмәй ҡалдыҡ. Хаты килде – Афғанстанға эләккән».
«Тыуасаҡ сабыйыбыҙҙы?!» – Көнбикәнең зиһенен сыуалтҡан ошо һүҙҙәр был юлы бигерәк тә ныҡ тулатты йөрәген. Хатын алыу менән ул Юнираға асыулы-ярһыулы яуап яҙып һалғайны. «Уҡыуыңды өҙмә, баланы табыу хаҡында башыңа ла килтермә! Яратһа, Замирың аңлар. Әгәр ҙә әйләнеп ҡайта алмаһа? Һуғыш бит унда, Юнира, һуғыш!..»
Көнбикә ике ҡулы менән ҡапыл сәнсеп алып киткән сикәләрен баҫты. Нисек яҙа алған ошо һүҙҙәрҙе?! Хәйер... Берҙән-бер ҡыҙы тыума бала күтәреп ҡайтһа, кеше нимә тиер? Артыңдан бармаҡ төртөп ҡалырҙар...

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 

Ҡупшыҡай
Ҡупшыҡай
Автор:
Читайте нас: