+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
25 Август 2023, 14:36

«Мин – бары тик ел-дауылдан ҡурҡмай, Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағай!..»

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, шағирә Земфира Аҡбутина – Бөрйән районы Тимер ауылы ҡыҙы. Иҫке Монасип урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Өфөләге 1-се балалар йортонда башлай. «Ленинсы», «Йәшлек» гәзиттәре редакцияларында ла эшләй. Бөгөнгө көндә Ейәнсура районы Ибрай урта мәктәбендә уҡыта. 2007 йылда «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүсеһе. Өс бала әсәһе Земфира Хәкимйән ҡыҙы кескәйҙәр өсөн дә, ололар өсөн дә берҙәй емешле ижад итә.

«Мин – бары тик ел-дауылдан ҡурҡмай, Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағай!..»
«Мин – бары тик ел-дауылдан ҡурҡмай, Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағай!..»

Тауҙарҙа – минең йәнем...
Минең ата-бабаларым 
Төйәк иткән тауҙарҙы.
Ҡалын урман ышығында
Ҡайтарған күпме яуҙы?!

Ошо тауҙар ҡуйынында
Минең башҡортом йәшәй!
Һеҙҙең менән бар хәстәрем,
Һеҙ тип хистәрем йәшнәй!

Урал – минең тыуған ерҙәр,
Бөрйән – минең төйәгем.
Мин – Уралым һандуғасы,
Тауҙарҙа – минең йәнем.

Тыуған ерҙе генә данлап,
Ғүмер буйы һайрармын!
Имен генә булһын донъя,
Ил тип йырҙар йырлармын!

Йылы
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы була:
Бере һүнһә, бере тоҡана.
Минең өйөмдә лә балҡыу, яҡты,
Ишек асыҡ, ҡулым – тотҡала.

Өйөм яҡты ла ул, йылы түгел,
Ниңә икән күңел үртәлә?!.
Сыраҡтағы утты өрә-өрә,
Тоҡандырам таңда, иртәлә.

Өйҙө ир йылыта. Ә ҡатын-ҡыҙ,
Балҡы,
Әрнеүеңде йом да эсеңә!
...Йәнем өшөп, килеп сыҡтым һеҙгә!
Йылы бирегеҙсе...
үтескә!...


Рәхмәт!
Дәүләтбайға
Иң беренсе – һиңә рәхмәт, йәнем, 
Матур йәшлегебеҙ таңында
Бышылдап ҡына әйткән һүҙҙәрең
Минең ҡолағымда һаман да!

Һөйөү менән тулы күҙең нурын
Һаҡлай әле  күҙем хәтере.
Йәндәр-тәндәр бергә ҡауышҡандың
Ялҡындары утлы һәм тере!

Рәхмәт, һиңә, минең йән һөйгәнем,
Әсәйлектең бәхетен татыттың!
Бер ҡыҙыбыҙ, ике уланыбыҙ,
Һәр саҡ улар өсөн йән аттың!

Ҡорған нигеҙебеҙ, өй-ҡәлғәне
Сит-яттарҙан тоғро һаҡлайһың.
Ейән бағып, ҡартай булып, хәҙер
Беҙҙең өмөттәрҙе аҡлайһың!

Сейә
Ҡыҙарып бешкән сейәләрҙе
Ҡайнаттым сәйҙәр өсөн.
Ҡышын сейәләй хуш еҫле
Йәйҙәрҙе иҫләр өсөн.

Бешкән сейә кеүек сағым,
Үтмәсе әле, йәйем!
Иренеңдә, сейә кеүек,
Ирейем әле, йәнем!

Ҡарағай
Һин тәкәббер, эре, тимә мине,
Тәбиғәтем – хәс тә ҡарағай.
Мин бары тик ел-дауылдан ҡурҡмай,
Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағай! 

Һин тәкәббер, тимә мине бер ҙә,
Ҡырағай, тип әйтһәң, әйт әйҙә!
Шыр урманда үҫкәнгәме әллә
Күңелем дә – урман, сер генә.

Эре, тимә мине, тыуғанғалыр
Ылыҫлылар үҫкән төйәктә,
Фиғелемдә – ҡарағай килбәте,
Ғорур һыны – минең йөрәктә!

Тәкәббер ҙә, эре лә түгел мин,
Барҙыр: бер аҙ холҡом ҡырағай.
Мин – бары тик ел-дауылдан ҡурҡмай,
Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағай!

Автор:
Читайте нас: