+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
20 Июль 2023, 13:10

Һин тыуған көн

Әхмәр Үтәбаев (Әхмәр Ғүмәр –Үтәбай) һәләттәргә бай Баймаҡ районы Бу­ранбай ауылында тыуып үҫкән. Талантлы шағир ҙа, ялҡынлы публицист та булған әҙип бөгөн дә ең һыҙғанып әҙәбиәт донъяһына хеҙмәт итә. Ул – «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Тормоштоң һәр күренешенән оло мәғәнә тапҡан, тәрән фекерле күҙәтеүҙәр оҫтаһы Үтәбайҙың яңы ғына «табанан» төшкән «Һин тыуған көн» хикәйәһе журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Һин тыуған көн
Һин тыуған көн

Хикәйә

 

1977 йылдың июле...
Һау бул, мәктәп! Ҡулыбыҙҙа – аттестат. Алдыбыҙҙа – әлегә билдәһеҙ, әммә яҡты киләсәк. Һәр беребеҙ ул яҡтылыҡты ауылыбыҙҙы уратҡан бейек тауҙар, ҡалын-ҡалын урмандар артында күрә. Ул ҡалҡыр ҡояш кеүек. Ҡыҙҙарыбыҙ – матур, егеттәр – батыр. Арабыҙҙағы берәү Рәшит Назаровтың шиғырын һөйләй башлай:
– Мин батыр ҙа түгел, йәнем,
Мин тик ғашиҡ батырлыҡҡа...
Уны икенсебеҙ шундуҡ элеп ала:
– Мин матур ҙа түгел, бәғерем,
Мин тик ғашиҡ матурлыҡҡа...
Өсөнсөбөҙ оҙаҡ көттөрмәй артабанғы юлдарҙы әйтергә ашыға, һелкеп һала:
– Мин тапҡыр ҙа түгел, иркәм,
Мин тик ғашиҡ тапҡырлыҡҡа...
Шиғырҙың артабанғы юлдары башҡа класташтарыбыҙ тарафынан түбәндәгесә, һәр юлы айырым бер ролгә бүленеп яңғыратыла:
– Ләкин миңә бер йылмайһаң...
Бер өндәшhәң...
Бер күҙ hалhаң...
Миңә күсә...
Тапҡырлыҡ та...
Матурлыҡ та...
Батырлыҡ та...
Күңелдәр күтәренке. Үҙебеҙҙә тау-таш аҡтарырлыҡ дәрт-дарман тоябыҙ. Унынсыны тамамланыҡ. Класташтарым менән колхозға сенаж әҙерләшергә сыҡтым. Беҙ, егеттәр, ҡул салғыһы менән ағас араһындағы әүрәү бесәнде йығабыҙ, ҡыҙҙар уны трактор арбаһына тейәй. Күмәк ҡулыбыҙға – бер эш.
Әммә миңә сенажда оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Кискә табан ишек алдына Әхәт ҡусты килеп инде. Тулҡынланыуын йәшерә алмай. Күҙҙәре янып тора. Өп-өрҙән матай алып биргәндәр тиерһең үҙенә. Урамға сығып, икәүҙән-икәү ҡалғас, хәбәрен тиште.
– Бына нимә, көндөҙ Нуғайҙан әсәйемдең ҡустыһы Фәйзулла ағайым килеп китте. Уға Өфөләге сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегендә уҡытҡан ағай әйткән: быйылға өҫтәмә рәүештә студенттар ҡабул итәләр икән. Имтихандар тамамланһа ла, тағы кәрәк, ти. Барабыҙ, Әнүәр ағай...
– Ҡайҙа?
– Ҡайҙа тип ни, Өфөгә, сәнғәт училищеһына, – Әхәт ҡулы менән бала саҡта Өфө шул яҡта тип белгән тарафҡа ишаралап күрһәтте. – Атайым икебеҙҙе апарам тине...
– Атайың?.. Апара?..
Уның сарфыуы миңә лә күсте. Ни әйтергә лә белмәйенсә өнһөҙ ҡалдым. Яңылыҡ көтөлмәгәнсә, ҡолап китерлек ине. Әхәт мине лә үҙе һымаҡ, «Өфө», «ҡурай» тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, һикереп төшөр, тип көттөмө, өндәшмәгәсем сығырынан сыҡты.
– Бындай мөмкинлек беҙгә бер ҡасан да бирелмәйәсәк, ағай. Ғата Сөләймәнов үҙе саҡыра...
Һаҡмарҙан Мәскәү яғынан килгән кәмәселәр ағып бара, йәки, Басир олатай йәйен тотҡан, тиһә, валлаһи, тотор ҙа йүгерер инем. Ә былай...
– Ярар, Әхәт, мин атайымдар менән һөйләшеп ҡарайым, улар ҡаршы булыр ул, атайым «механикҡа уҡытам» тигәйне, – тип уның ярһыулығын йомшарта төштөм.
– Юҡ, әйҙә, хәҙер үк бергәләп һөйләшәбеҙ...
Әхәт ай-вайыма ҡарамай мине өйгә этәрҙе. Атайым – эштә, әсәйем өйҙә бер үҙе. Әхәттең «ҡурай», «Өфө» тигән һүҙҙәрен ишеткәс, әсәйем ултыра төштө. Бер аҙ тынысланғас:
– Әллә, ҡурай тартып тамаҡ туйҙырып, донъя көтөп буламы икән? Ана, атаһы ла ҡурай тарта. Йәш сағында Өфөһөнә лә, Мәскәүенә лә, Ленинградҡа ла йөрөнөләр гәстрүлгә. Асығып, өһ-башы туҙып, ябығып ҡайта торғайны. Әнүәр менән һин дә шулай йөрөргә итәһегеҙме?
Әхәттең тәҡдименә әсәйемдең тәүге баһаһы шулай булды. Ун бер балаға ғүмер биргән кешенең дәлиле кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи ине. Әммә Әхәт бындай боролошҡа ла алдан әҙер булып сыҡты.
– Әмир дуҫым иҫән булһа, уны минең менән Өфөгә ебәрер инеңме, инәй?
Фажиғәле рәүештә вафат булған Әмир ҡустым – Әхәттең тиҫтере. Улар айырылмаҫ дуҫ ине. Уның исеме яңғырау менән әсәйемдең күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. Әхәтте лә Әмир ҡустымдай яҡын күрә әсәйем.
Ул арала атайым ҡайтты. Эштең нимәлә икәнлеген тойған атайымдың да күҙе сыланды. Бер аҙ тынысланғас, әсәйем атайыма:
– Әхәт менән Әнүәр Өфөгә ҡурайсыға уҡырға китә, – тип ризалығын икеһе өсөн дә белдереп ҡуйҙы.
– Ҡасан? – булды һүҙе ҡапыл йылмайып ҡуйған атайымдың.
– Иртәгә, – булды Әхәттең яуабы.
– Ярар, йәне теләгән йылан ите ашаған, – тине атайым был яңылыҡҡа мөнәсәбәтен нисек булһа ла белдерергә теләгән кешеләй. – Училищены уҡығас, институтҡа ла барырҙар. Ҡурайы күңел өсөн булһа, башҡа һөнәре донъя көтөр өсөн. Уҡыған уҡыған булыр...
Минһеҙ мине өйләндерҙеләр, тигән кеүек килеп сыҡты. Яҙмышым ярты сәғәттә хәл ителгән һымаҡ булды. Үҙемә ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә форсат ҡалдырманылар. Малай саҡтан нефтсе булырға тигән хыялым да, атайымдың ауыл хужалығы институтына апарам, инженерға уҡытып, колхоз берсиҙәтеле итәм, тигәне лә онотолдо. Әсәйҙәр, атайҙар хәл итә ине беҙҙең яҙмышты ул саҡта.
Әхәт менән беҙ бер заттан. Уны ҡурайҙа уйнарға ла өйрәтеүсе үҙем. Өяртылағы «эскәмйә академияһы»нда бирҙем дәрестәрҙе. Бер-ике тапҡыр мунсаға инеп ҡурайҙы яндырып көлөн ашарға ла тура килде. Йәнәһе, көлөн ашамайынса уйнарға өйрәнә алмайһың. Ауыҙҙарыбыҙ ҡап-ҡара булып килеп сыҡҡайныҡ мунсанан. Атайым бот сабып көлдө. Баҡһаң, «көлөн аша» тигәне «ныҡ тырыш бул», «иждиһат һал» тигәнде аңлатҡан икән дә!
Әхәт ҡустыны үҙем уйнарға өйрәткәс, уның менән үҙем дә барырға тейешмен, тигән аңлау нығынды. Икенсенән, ауылыбыҙҙы уратып алған бейек тауҙар, ҡалын урмандар артындағы яҡты киләсәгебеҙ булып балҡыған Өфөнө барып күреү теләге барыһынан да татлыраҡ ине. Аяҡ тартмаһа ла, күңелем әйҙәгән ошо сәфәргә юлланыуым осраҡлы булмауын бары тик хәтһеҙ йылдар үткәс кенә аңлаясаҡмын әле. Хәйер, был хаҡта алдараҡ.

***
Юлға ҡапыл йыйындыҡ. Ул саҡта шпондан эшләнгән ҡурайҙар юҡ ине әле. Үлән ҡурайҙар өсөн кис тиҙ арала фанеранан һауыт-футляр әтмәләп алдыҡ. Ташкит тигән ергә йәйәүләп сығып, район үҙәгенән килгән автобусҡа ултырып та киттек яҡты киләсәгебеҙ ҡалаһына. Әхәттең атаһы Ғибәҙәт ағайҙан тыш, тағы ла бер юлдашыбыҙ – мәктәбебеҙҙең география уҡытыусыһы Мортаҙа Ибраһим улы. Ул университетта ситтән тороп уҡый, сессияға китеп барышы. Ғәжәйеп ихлас, дәртле кеше уҡытыусыбыҙ. Үҙенең яратҡан һүҙе лә бар, ул да булһа: «Алып ҡараған ваҡытта...»
Әле лә беҙҙең Өфөгә ҡурайсыға уҡырға китеп барыуыбыҙ хаҡында белгәс, уғата ҡыуанып, был хәлгә география фәне күҙлегенән үҙ баһаһын бирҙе: «Беҙҙең төбәк кешеләренең йырға-ҡурайға әүәҫ булыуы эскән һыуыбыҙға бәйле, тип уйлайым. Алып ҡараған ваҡытта, беҙҙең республикала аҡҡан йылғалар араһында Һаҡмар һыуы иң йомшағы, наҙлыһы. Уны эсеп үҫкән кеше мотлаҡ йырсы йә ҡурайсы булалыр...»
Данлыҡлы Буранбай сәсәндең туранан-тура нәҫеле, Ҡотосов шәрифен йөрөтә Мортаҙа Ибраһим улы. Үҙе уҡытҡан география фәненә туранан-тура мөнәсәбәте булмаһа ла, уҡыусыларының сәнғәт юлына ынтылыуына уғата шат ине ул. Ҡиәфәтенә ҡараһаң, бына-бына һыпы баҫып бейеп китер кеүек.
Ваҡиғаларҙы алғараҡ йүгертһәк, киләсәктә уның улы Рәфил данлыҡлы ҡурайсы булып китер, география уҡытыусыбыҙ иһә «Байыҡ» бейеү конкурсында тәүге Гран-приға эйә булыр. Уның һыңҡылдата баҫып «Байыҡ»ты бейегәнен күрһәгеҙ!
Ә әлегә Мортаҙа Ибраһим улы беҙҙең менән бер ук вагондың бер үк купеһында баш ҡалаға китеп бара.
Плацкарт вагонға билет ҡалмағас, хаҡына ҡарамай, купеға алдыҡ. Әхәт менән икебеҙ купе вагонда ғына түгел, ғөмүмән, поезда тәүге тапҡыр. Бында беҙҙең өсөн бөтәһе лә яңы, ҡыҙыҡ, бер ҡустым әйтмешләй – «кофе»!
Йөрәктәребеҙ поезд тәгәрмәстәре туҡылдауына ҡушылып типкәндәй тойола. Гүйә, меңәрләгән пассажирҙың йөрәге бергә тибеп, вагондарҙы алға табан алып бара...
Ара-тирә тәгәрмәс туҡылдауы ат тояғы тауышына оҡшап китә. Был саҡта Мортаҙа Ибраһим улы урынында ултырып сыҙамай. Донъяға яралғандан алып эйәрҙән төшмәгән башҡорттоң йөрәге ат тояғы тауышына көйләнгән шул. Тимәк, кешенең башҡортмо-түгелме икәнлеген поезд вагонында үҙен тотошона ҡарап та белергә була. Ошо тауыш яңғырау менән ҡупҡалйый башҡорт. Ана бит, география уҡытыусыбыҙ аяғына баҫып, бейеү хәрәкәттәре яһай. Вагон тәгәрмәстәре бейеү көйөн барабанда уйнап ебәрҙеме ни! Ул ғына ла түгел, уҡытыусыбыҙ, вагон тәҙрәһе аша берсә Ирәндек һырттарына, берсә һуҙылып киткән ҡылғанлы далаға ҡарап, ошо хозурлыҡ тыуҙырған камиллыҡтың серҙәрен беҙгә аңлата: «Алып ҡараған ваҡытта...»
Беҙҙең ауыҙҙар асыҡ. Ғибәҙәт ағай ғына, уның һүҙҙәрен йөпләп, ара-тирә: «Шулай шул, эйе», – тип ҡуя. Аҙ һүҙле ағай һөнәре буйынса бухгалтер. Һандар менән эш итеүселәр, күрәһең, шулай булалыр ҙа. Әммә тыштан ҡарағанда ғына Ғибәҙәт ағай шулай ҡоро күренә. Ҡулына гармун алһамы! Моң аша асыла уның булмышы. Уйнауына ҡушылып йырлап ебәрһә инде, уның «бухгалтер тышлығы» бөтөнләй юҡҡа сыға. Һаҡмарҙың аръяғында торғанда беҙҙең өйҙәр юл аша ғына ине. Ҡояш байыуға Ғибәҙәт ағай өяртыларындағы беҙҙең өй тәҙрәһенә ҡарап торған эскәмйәгә ултырып гармун тарта. Дөрөҫөрәге, беҙгә бушлай кәнсирт күрһәтә. Ҡайһы көйҙәренә ҡушылып йырлап та ебәрә. Янына ара-тирә ҡатыны Сәғиҙә еңгәй ҙә сығып ултыра.
Уның «өярты филармонияһында» яңғыраған йырҙарын хәҙер Сибай филармонияһында эшләгән улы Ғайса донъяға яңғырата. Шул уҡ эскәмйәгә ваҡыты еткәс, Әхәт ҡустым менән мин дә ултырырмын. Уға үҙем атайымдан отоп алған көйҙәрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтермен. Ҙур тарихы бар уларҙың «өярты филармонияһы» эскәмйәһенең.
Әхәт ҡустым юлға ул саҡтағы модаға ярашлы «стиляга» стилендә кейенде. Салбарының балаҡтары йөйө һүтелеп, сепрәк ҡушып тегелеп киңәйтелгән. Балаҡтарының тыш яғында, Цой йырлағанса, «әлүмен өгөрсөләр» («алюминевые огурцы»), йәғни алюмин төймәсектәр, билендә – һалдат ҡайышы, сәстәре етек, елкәһенә төшөп тора. Өҫтөндәге күлдәге тарайтылып тегелгәнгә күрә, ҡустым олимпия атлеттарына оҡшап тора.
Кисә генә сенаж әҙерләп йөрөгән кеше булараҡ, миңә Әхәт һымаҡ стиляга булып кейенергә форсат та, ваҡыт та ҡалманы. Йәй булыуға ҡарамаҫтан, ниңәлер, әсәйем әйтмешләй, костюм-салбар өҫтөнән ҡара күн тужурка кейеп алдым. Башыма тағы ла, ниңәлер, ап-аҡ эшләпә элдем. Уны атайым Болгарияға сәйәхәткә барғанда алып ҡайтҡайны.
Вагон тәгәрмәстәре хәтһеҙ ваҡыт йөрәк тибештәребеҙҙе һанағас, оло станцияға яҡын­лайбыҙ. Бына пульстарыбыҙ, әкренләп һирәгәйә-һирәгәйә барып, ахырҙа туҡталып ҡалды.
– Һеҙ, балалар, ултырып тороғоҙ, – Сибайҙа вагонға ултыр­ғандан алып һүҙгә иң һараны булған Ғибәҙәт ағай аяғына баҫты. – Беҙ Мортаҙа ағайығыҙ менән тәмәке көйрәтеп, Магнит һауаһын һулап инәйек, теш араһына ҡыҫтырырға, һеҙгә лимонад алырбыҙ...
– Иртәгә һеҙгә Ғата ағай алдында һынау тоторға. Беҙ булмағанда көйҙәрегеҙҙе ҡабатлап алһағыҙ ҙа, зыян итмәҫ... – Ғибәҙәт ағайҙың һүҙен шулай дауам итте география уҡытыусыбыҙ.
Сығыр алдынан уҡытыусыбыҙ купеның тәҙрәһен аҫҡа табан тартып асып ҡуйҙы. Эскә саф һауа менән бергә вокзал дикторының тауышы ла килеп инде: «Уважаемые пассажиры, пассажирский поезд «Сибай-Уфа» прибыл в город Магнитогорск»...
Бала саҡтан урамда бергә уйнап үҫкән ике малайға ошо хәлебеҙ иң ҡулайы... Икебеҙ бер купела. Бәләкәй генә бер өйҙә. Бер көйҙә. Бер нотала.
Ҡурайҙарыбыҙҙы алдыҡ та һыҙҙырып тартып ебәрҙек. Тәүҙә «Урал»ды яңғыраттыҡ! Аҙаҡ бейеү көйҙәренә төштөк. Ҡайҙан шундай дәрт, илһам килгәндер?! Тәүҙә «Түңәрәк күл», артабан «Ҡарабай», шунан тағы ла дәртлерәк көйҙәр. Тыныбыҙ ҙа иркен, кескәй генә купебыҙҙа уйнаған көйҙәребеҙ тотош вокзалға, Магнит ҡалаһына яңғырап ишетелгән һымаҡ. Кем берәү әйтмешләй, былай булғаны юҡ ине...
Көй алмашынған ваҡытта вагон купеһының асыҡ тәҙрәһе аша таҡмаҡ әйткән ҡатын-ҡыҙ тауышы ҡолағыбыҙға эленеп ҡалды:
Һәҙерлитә ритәйем,
Түҙерлитә ритәйем,
Сибай буйыздары менән
Өфөләргә китәйем...
Көйҙән айырылмай ғына асыҡ тәҙрә аша вокзал алдына күҙ һалдыҡ та уғата ғәжәпләндек. Баҡтиһәң, камзул, милли кейемдәге апайҙар, инәйҙәр беҙҙең ҡурай көйөнә бейергә төшкән икән. Зеүелдеге сығалар. Уларҙың уртаһында география уҡытыусыбыҙ һыңҡылдата баҫа. Ситтәрәк Ғибәҙәт ағай бейеүселәргә сәпәкәй итә. Ҡайһы ике арала танышып алғандар ҙа ҡайһы ике арала уртаҡ көйгә бейергә төшкәндәр. Имеш, йөрәк тибешеңә тап килгән көй таныш булмағандарҙы ла бер таҡтаға баҫтырып бейетә. Көй алыштырыуыбыҙ булды, перрондағылар «Ебегән»гә төшөп китте:
Ҡоҙа, әйҙә, өҙә баҫ,
Бейеүебеҙ – «Ебегән».
Мин дә шулай баҫыр инем,
Падшипнигым ирегән...
Беҙгә поезд ҡуҙғалып киткәнсе ҡурай тартырға тура килде. Саҡ ҡына туҡтала башлаһаҡ: «Инәлтмәгеҙ, тартығыҙ, көйөгөҙ йәлме ни?» – һыҙғырырға, йәүкәләргә тотоналар.
Вагон тәгәрмәстәре шпалдарҙы һанай башлағанда ла поезд артынан эйәрә-эйәрә бейеп ҡалдылар.
Ҡулдарына ризыҡтар, ҡаты-мытыларын да тотоп, Ғибәҙәт ағай менән география уҡытыусыбыҙ килеп инде. Ауыҙҙары йырыҡ.
– Әбйәлилдәр Өфө аръяғындағы ҡоҙаларын туйҙан оҙатырға килгән, – Мортаҙа Ибраһим улы купе өҫтәлен әүҡәт менән тултырып уҡ ҡуйҙы. – Бына ҡурайсыларығыҙға тип күстәнәстәрен дә бирҙелер...
– Ҡәҙимге һупалайһығыҙ икән, – уҡытыусыбыҙ һүҙен Ғибәҙәт ағай күтәреп алды. – Әбйәлилдәр һеҙҙе Өфө филармонияһы артистары тип ҡабул итте...
Ауылдан тәүге тапҡыр ошо рәүешле оло юлға сыҡҡан беҙ икәүгә был көндөң кисерештәре үтә күп һәм башҡа һыйғыһыҙ ине. Етмәһә, ҡурай тартып, апай-инәйҙәрҙе бейетеп алған күстәнәстәр ҙә мул һәм татлы булғас, был көн ғүмерлеккә хәтеребеҙгә уйыласаҡ әле. Һәр хәлдә, минең өсөн бигерәк тә. Быны аңлар өсөн тағы ла поездарға, самолеттарға ултырып, донъя гиҙергә, ут-һыуҙар кисергә тура киләсәк. Шулай ҙа алда иҫкә аласаҡ бер ваҡиға был көндө тағы ла нурлы итәсәк.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

 

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 7-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Һин тыуған көн
Һин тыуған көн
Автор:
Читайте нас: