+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
19 Июль 2023, 14:35

«Шатлыҡта ла илағылар килә...»

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты, Стәрлетамаҡ Яҙыусылар берлеге етәксеһе Римма Ғәлимованың шиғриәте саҡматаштай саялығы, тарпандарҙай ярһыулығы, яҡты һағышы, татлы ғазабы менән күңелдәрҙе арбай. Шағирәнә күңеленә генә хас хистәр ҡойононан туҡылған лирикаһы йөрәктең иң нескә ҡылдарына сиртеп, уҡыусыны берсә һиҫкәндерә, берсә уйландыра. «Тәҡдир», «Мин – Юрматы ҡыҙы», «Урланған бәхет» китаптары авторы Римма Ғаяз ҡыҙын ысын күңелдән 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған хеҙмәтендә ҙур уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, ижади артылыштар теләйбеҙ!

«Шатлыҡта ла илағылар килә...»
«Шатлыҡта ла илағылар килә...»

Ярат
Иренемдә ҡалды ирен тәмең,
Ҡулдарымда ҡалды ҡулың көсө.
Тамуҡҡа ла төшә инем, әгәр,
Кәрәк, тиһәң, йәнем, һинең өсөн.

Йәйге эҫелә лә йылы тапмай
Йонсоғанмын, ахыры, һинән башҡа.
Мин бит һине үҙем эҙләп килдем,
Һыйынаһым килеп ҡая-ташҡа.

Саҡматаштың һалҡынына өшөп
Ташты ташҡа ышҡып ҡуҙ аламын.
Һине алып киткән автобустан
Алданырак үҙем ҡуҙғаламын.

Бер килмәһәң – бер килерһең, тиеп,
Вокзалдарға барам ҡабат-ҡабат.
Мәңгелеккә ҡалмаһаң да янда,
Беренсе һәм һуңғы тапҡыр ярат!

Ҡойондарҙа ҡалғым килә
Ҡойондарҙа ҡалғым килә минең
Күрһәтмәҫкә һиңә күҙ йәштәрен.
Упҡындарға төшөп юғалмаҫҡа,
Эргәмдә бар дуҫтар, иптәштәрем.
Мин уларҙы һинән артыҡ күрәм
Һыналғанға ваҡыт иләгендә.
Береһе килә, береһе китә,
Тоғролары ҡала йөрәгемдә.
Күрһәтмәҫкә һиңә күҙ йәштәрен,
Ҡойондарҙа ҡалғым килә минең.
Донъяларҙан үтеп барғанғамы,
Уты һүнеп бара йөрәгемдең...
Үкенесле һөйөү булғанмындыр
Мин – хыялый һинең биләмәңдә.
Мәкерле һөйөүҙең дауамдарын
Һинең менән ҡабат теләмәм дә...
Аңлаһам да сараң булмағанын
Башҡасараҡ юлды табыуҙары.
Еңел булмағандыр һиңә лә, тим,
Асыҡ ишектәрҙе ябыуҙары.
«Ә мөхәббәт?» – тигән һүҙҙәремде
Шаңдау ҡайтаралыр төштәреңдә.
Ҡойондарҙа ҡалғым килә минең,
Күрһәтмәҫкә тамған йәштәремде.

Яратам
Минең донъям һин аңларлыҡ түгел,
Ғашиҡ иттерһәң дә үҙеңә.
Ғәйеп булмаһа ла, ғәйеплеләй
Тура ҡарай алмам күҙеңә.
Һин – йәнемдең яртыһылыр, тиеп,
Томалаһым килә зиһенде.
Һынау арты һынауҙарҙы ҡуйып,
Ыҙалаһын әле, тиһеңме?
Мәңге һөймәм, тиеп төңөлһәм дә,
Ышандыра алдың күңелде.
Минең күҙ йәштәрем аяҙ көндә
Ләйсән ямғыр булып түгелде.
Гонаһлы ла ерҙән үтеп барам
Һинең булғаныңа шатланып.
Шатлыҡта ла илағылар килә
Һинең ышығыңа ҡапланып…
Күрһен әйҙә, ҡарап торһон донъя,
Һуңлап килгән минең бәхеткә;
Булған бит ул, мине ҡәҙерләп тә
Күтәрәһе кешем тәхеткә.
Мәңгелеккә тәүбә иткәндә лә,
Башты юғалтырлыҡ һөймәм, тип,
Һөйөү уттарында мин тилереп,
Бер ҡасан да инде көймәм, тип,
Һуңғы мөхәббәтем ғашиҡ итте –
Тәүбәләрҙе боҙоп ҡабаттан,
Башты ташҡа бәреп анттар итәм:
Мин яратам һине, яратам…

Йөрәк илай
Мәңгелеккә киткән әсәйҙән һуң
Ерләп ҡайтҡас ғәзиз атайҙы,
Ошо ҡайғыларҙан мин үҙем дә
Танымаҫлыҡ булып ҡартайҙым.
Ҡәҙерләп тә өлгөрмәнем, тиеп
Үкенестән генә йән көйә.
Көҙҙәрегеҙ һеҙҙең ҡышта ҡалды,
Яҙҙарығыҙ ҡалды йәй көйө…

Һеҙ киткәндән бирле миҙгелдәр ҙә
Элеккесә килмәй, билдәле.
Әлдә генә күрмәй киттегеҙ һеҙ
Тажлы вирустарын илдәге.
Шатлыҡтарҙы-ҡайғыларҙы ғына
Бүлешергә кешем ҡалмаған.
Һеҙҙең бушлыҡтарҙы тултырырға
Эшләмәгән эшем ҡалмаған.
Ғәзиздәрем етеш йәшәгәндәй
Донъя көтәм әле бирешмәй.
Мин бит көслө тәүге балағыҙ шул,
Ҡалмам маҡсаттарға ирешмәй.

Эй йәнемдең яраларын ялар
Ҡайҙа йөрөй Йәнкәй-йәнәшем?
Етешһеҙлек ямауҙарын ямар,
Кеме килеп бирер кәңәшен?

Нисек кенә көслө ҡыланһам да,
Тал сыбыҡтай төшәм бөгөлөп;
Ғәҙелһеҙлек байрам иткән саҡта
Донъяларҙан ҡуям төңөлөп…

Тормош гелән бер иш дауам итмәй:
Алға барам йәки абынам.
Ләкин һәр саҡ борма юлдарымда
Атай-әсәйемә табынам.

Парлы йәшәп, бергә китһәгеҙ ҙә,
Хоҙай биргән ғүмер аҙ һымаҡ…
Йөрәк ярһып илай һеҙҙең өсөн
Йылғалары ташҡан яҙ һымаҡ!..

 

Еләк тәме һеңгән ергенәм
Ҡыҙарып та бешкән еләк булып
Зиһенемә үтә елбәҙәк йәй.
Өҫтәл уртаһында еҙ самауыр –
Еләк ҡағы менән эй тәмле сәй.
Ғәзиз ергенәмдең бесәнлеге,
Хуш еҫтәре аңдарыма һеңгән;
Тыуған яҡҡа ҡайтып илар инем,
Утҡайҙары уның күптән һүнгән…
Нигеҙ ташы кемдәр ҡулындалыр,
Егән һыуҙары ла ҡороғандыр.
Еләк һатҡан ҡатындарға ҡарап,
Тыуған яҡты үлеп һағынамдыр.
Ҡалалағы ҡарға ҡарҡылдауы
Эҫе йәйҙә тамам ялҡытҡанда,
Ҡайын еләгенең һутынан да
Эске донъям минең балҡып ҡала.
Ҡыҙарып та бешкән ер еләген
Ҡайтып ҡына йыйыр саралар юҡ.
Үткән менән бөгөнгөмдө ҡушып
Тоташтырыр ғына аралар юҡ…
Еләк тәме һеңгән ергенәмдең
Яйлап ҡына арта ҡәҙерҙәре,
Илмешәккә күскән тупраҡ-ерҙәр
Тайфун булып өтә бәғерҙәрҙе.

Йәнырыҫ
Тыуған яҡтың елдәре лә йылы –
Һағынғанда һине, Йәнырыҫ.
Ауылдаштар килеп күрешкәндә
Йөрәк дөп-дөп тибә, йән тыныс.
Мәңге бөтмәҫ донъя мәшәҡәте
Егәнде лә урап үтәме?
Ҡалаларға китеп аҙашҡанды
Атай йорто ғына көтәме?
Бәрәкәткә тулы тыуған ерем,
Һинән алдым илһам, йән-ырыҫ.
Ишембайым – күңел түрҙәремдә,
Йөрәк түрҙәремдә – Йәнырыҫ!


Бәхет
Илап уянған бар йоҡоларҙан:
Үкенестәр быуа, йәш әрәм.
Икәү генә белгән бәхетемә
Күҙ теймәһен, берүк, йәшерәм.
Шөкөр итәм, һиңә китеп барам
Яна-яна ялҡын эсендә…
Килеп еткәс, кире бороламын
Һин иҫемдә минең, иҫемдә!
Һөйләгәндәр һөйләй бирһен әйҙә,
Гонаһтарҙы беҙҙең кәметһен!
Ни тиһәң дә, ғәмһеҙ донъяларҙа
Яҙмыш бүләк иткән бәхет – һин!
Бәхет ҡыҫҡа, ваҡытлыса була,
Ҡайғыларҙа кеше һынала.
Йөрәк кенә белгән серҙәрем бар
Икәү генә булған донъяла.
Кемдәр миңә нахаҡ бәлә яҡты,
Кемдәр арттан һөйләп кәмһетте?
Хоҙай миңә башҡа яҡлап бирә
Кәрәгенән артыҡ бәхетте.

Автор:
Читайте нас: