+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
23 Июнь 2023, 11:51

Мостафа менән Һәҙиә

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ш. Хоҙайбирҙин, Р. Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, журналист, прозаик Хәйҙәр Тапаҡов Сибай ҡалаһында йәшәй. 2010 йылдан «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире. Авторҙың «Мостафа менән Һәҙиә» хикәйәһендә ир менән ҡатын араһындағы ҡылдай нескә мөнәсәбәттәр күҙгә күренмәҫ хистәр ипкененән туҡылған. Геройҙың ғүмер баҡый бергә йәшәгән йән һөйгәненә булған күңел йылыһы сафландыра ла, арбай ҙа.

Мостафа менән Һәҙиә
Мостафа менән Һәҙиә

Хикәйә

Мостафа ҡарт, алашаһын йәйен-ҡышын арбаға йә санаға егеп, ғүмере буйы күршелә ятҡан Васильевка ауылынан почта ташыны. Эш шунда: район үҙәгенән гәзит-журналдарҙы, хат-маҙарҙы ярты юлға саҡлы килтереп кенә ҡалдырҙылар гелән, ары, төпһәндең төбөндә ятҡан беҙҙең яҡҡа бер ниндәй ҙә техника үтә алмағанлыҡтан, уны ат ылауы менән алып ҡайттылар. Үҙенә күрә үҙәк иҫәпләнгән Һабырға килгән почтаны Сәйфетдин ағай көтөп тора ла кисләтеп булһа ла Ашҡаҙар, Ҡаҙырша ауылдарына тарата. Ул заманда бәйләнеш бына ошондай тәүтормош кимәлендә ине, мәгәр гәзит-журналдар, хат-открыткалар, дәү посылкалар һис ҡасан һуңламай, йылылай ғына килеп етте, мәлендә таратылды.
Мостафа ҡарт йылы осорҙа өҫтөнә брезент плащ, аяҡтарына кирза итектәр кейҙе, ҡыш көндәре – яғаһын торғоҙоп тиретун да табанланған быймалар. Аҙнаһына өс тапҡыр беҙҙән 15 саҡрымда ятҡан урыҫ утарына инмәле лә сыҡмалы урман юлынан барып әйләнеү уның өсөн шыпа ла ғына еңел булмағандыр, мәгәр һис ҡасан эшенән ҡыйынһынманы, шөғөлөнә зарланманы, ҡушылғанды һәр саҡ теләп, урын-еренә еткереп теүәл башҡарҙы. Бабай «с» хәрефен шыйылдаңҡырап «ш»ға әүелдереп әйтә торғайны. Яҙын ауыл ерендә арттан шыуғаны һөрөү-сәсеү мәшәҡәттәренә йәлеп ителә ине ул осор, был мөһим кампаниянан бабайыбыҙ ҙа ситтә тороп ҡалманы, ҡулынан килгәнсе ярҙамын күрһәтте, уның һүҙҙәре менән әйткәндә, иртә менән Үәшилишкенән барып пуштыны апҡайта ла төнгөлөккә тракторҙарға, Шәлимйәндең, йәнә Шәлмәндең бригадаһына шәләрке ташырға сыға.
Ветеран булараҡ уны мәктәптә уҡығанда әле класс сәғәтенә саҡырҙыҡ. Ҡара көҙ. Килеп тороп һыуыҡ, ә мәғариф бүлегенән мейестәргә яғыу хаҡында фарман килмәгән, шуға өшөп-туңып ултырабыҙ. Ҡунағыбыҙ йоҡа кейенеп килһә лә, инеү менән пинжәк төймәләрен ысҡындырып ебәреп былай тине:
– Һеҙ – бәхетле балалар, йылыла ултыраһығыҙ, ә беҙ йыл әйләнәһенә һыуыҡ окоптарҙа өшөп-туңдыҡ, әммә бирешмәнек, мәкерле дошманды еңдек барыбер!
Мостафа ҡарт бер генә байрамды – 9 Майҙы иркенләп йөрөп, кинәнеп, ирәүәнләп байрам итер булды. Шул көндө тантаналарҙа ғына кейә торған пинжәгенә орден-миҙалдарын тағып ала ла Һәҙиәһен эйәртеп (ауыл йолаһына, шәриғәт ҡанундарына ярашлы, бөгөнгө һүҙлек аңлатмаһы менән әйткәндә, социаль дистанцияны һаҡлап, ҡатынын ике-өс аҙымға артта ҡалдырыңҡырап) урам буйлап яйлап абруйлы итеп атлап, осраған береһенә йылы һүҙ ҡушып, хәл-әхүәлдәрен белешеп, ауыл уртаһындағы түңдә урынлашҡан клубта булаһы сараға йүнәлә. Унан сыҡҡас, ҡалған ветерандар менән бер өйөр булып эйәртенешеп алып, өй беренсә, ҡара кискәсә бер-беренә ҡунаҡҡа йөрөргә керешәләр.
Уның йәшендә яратыу, ғашиҡ тотоу һүҙҙәрен ҡулланырға ярамағанлыҡтан, икенсерәк итеп әйтәм, шул тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле бабай әбейен олонан ҡубып ихтирам итә торғайны, ҙурҙан һалдырып, бейеккә күтәреп ҡайғырта ине.
Мөләйем йөҙлө Һәҙиә инәйҙең бер ҡылығы ғына иҫтә ҡалған: ул билен йәй көнө – йоҡа яулыҡ, ҡышҡы һалҡындарҙа йылы шәл менән урап йөрөнө һәр саҡ. Ҡыҙыҡһынып һорай ҡалһалар, ул былай тип яуап бирер булған: «Билемде урап йөрөмәҫ тә инем, йөрәгем төшөп китеп уатылыр, тип ҡурҡам!»
Олатай бер яғында – аҙыҡ-түлек, икенсе яғында промтауар һатылған кибеткә инһә, һүҙҙе шунан башлай:
– Үткәндәге заказым, инәйең теләп ябынған, кейгән, асыҡ биҙәк төшкән кешмир яулыҡ, күлдәклек ҡара йәшел атлас, ялтыр сөм калуштар килмәнеме?
– Ундай ханбикә кейемдәрен килтереүе еңелдән түгел инде ул, көтәйек бер аҙ, – тип һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыра һатыусы Нәзирә.
– Улайһа, яратып һурған кәнфи­тенән, күңеле ятҡан перәнигенән мул ғына итеп үлсә әле, ҡыҙым!
– «Инәйең, инәйең» ти ҙә тораһың, олатай, үҙеңә һуң нимә кәрәк?
– Миңә ни, ул яңы кейем кейһә, шуға ҡыуанам, теләп ҡапҡан тәғәменә ризамын...
– Ризамын тиһең дә ул, нимәнән риза түгелһең ул саҡта? – Һатыусы ла ҡуйырҙан-ҡуймай.
– Инәйең барҙа донъям теүәл, шуныһына ризамын. Нәпселәрен тыя белмәгәндәр генә риза түгелдәр ул тормоштарынан. Риза булмағандарҙың ашы татһыҙ була, йәшәүҙәре йәмһеҙ...
Ни тиклем генә хистәрең тәрән, тойғоларың юғары, уйҙарың наҙлы булмаһын, тормошта төрлө хәлдәр тыуып китә ҡайһы саҡ, яҙмыш тигәнең уйламаған-көтмәгәнде алдыңа килтереп ҡуя, шуға ла һауыт-һаба шалтыратмай донъя көтөү һис ҡасан мөмкин түгел. Бер көн килеп итәғәтле, йомшаҡ һүҙле Һәҙиә ҡарсыҡ ҡартының күңелен ҡалдырған бит, өҫтәргә кәрәк, ныҡ итеп, зитына тейерлек итеп ҡалдырған. Шулай булмаһа, тыныс фиғелле, күндәм тәбиғәтле Мостафа яһилланып китеп тегене туҡмарға барып йәбешәме?! Ҡулына яңы ғына бәйләнгән, йомшаҡ дебет шәлде эләктереп!
Бабай әбейен ҡәҙерләп кенә, йомшаҡ түшәккә төртөп түгел, аяулы этеп ауҙарған да ҡулындағы шәл менән һаҡ ҡына итеп елпетә, үҙе ыңғайы бер һамаҡлай икән:
– Әбей, күҙеңде шырт йомоп ят, яңылыштан шәлдең шәшәге күҙ алмаңа тейеп ҡуймаһын!
Шул һүҙҙәрҙе тыҡый-тыҡый кәрәген биргән хәләленең, аяғында баҫып тормаҫлыҡ хәлгә килтереп, һыу эскеһеҙ иткән.
Ошо ҡыҙыҡты ишетеп ҡалғас, Мостафаны ауыл Советына саҡыртып алған булдым. Теге күренеү менән йөҙөмдө етдиләндерҙем дә алдымдағы ҡағыҙҙарҙа соҡонорға керештем, нисек тотор икән үҙен, тип ҡаш аҫтынан күҙәтәм тегене. Бабай инде лә ғәйепле кешеләй ишек төбөндәге ултырғысҡа һаҡты, гел соңҡаһында йөрөткән түбәтәйен маңла­йына ҡарай тартты, йыйырсыҡтар сыбар­лаған йөҙөн хәсрәтләндерҙе, әһә, тимәк, ғәйебен таный, таный ғына түгел, ҡылға­нына үкенеп эстән янып-көйөп йөрөй.
– Һаумы, олатай, ни эш бөтөрәһең әле?
– Ни эш, тип, билдәле инде, Үәшилишкенән пушты ташыйым.
– Нисек ташыйһың, яҡшы итепме?
– Арыу һымаҡ. Гәзит-журналдарҙы, пашилкаларҙы теүәл итеп хишаплап алам. Әллә нәшәлник риза түгелме минең эштән?
– Начальник риза. Ғәлиаслан ағай, әгәр ысын булһа, был айҙа һеҙгә премия яҙамдан һалдыра ине.
– Нимәгә миңә у премия? Барына шөкөр итеп, бишмиллаңды әйтеп шамалап тотонһаң килгәне лә етә ул.
– Ғаилә хәлегеҙ нисек һуң? Нишләптер ошо арала Һәҙиә инәй урамға сығып күренгәне юҡсы, берәй хәл булдымы әллә?
– Әбейҙең биле ауыртыңҡырап тора әле, хәйерһеҙ, хәҙер һинән шыҡҡас, әпти­кегә барып әйләнмәһәм бумаҫ, ыуыныр­лыҡ берәй нимәләре юҡмы икән шунда...
– Инәй түшәккә йығылғанда билен биртендерҙеме әллә?
– Ниндәй түшәккә тағы?
– Билдәле, өйөгөҙҙәге, түрҙәге түшәккә!
Эштең айышын бер аҙ төшөнә төшкән Мостафа һағайып ҡалды:
– Түшәк йомшаҡ, ҡаҙ мамығынан эшләнгән күпмә түшәлгән ине, ишшү ҡалыныраҡ булһын, тип өҫтәп яҫтыҡтарҙы ла һалғайным унда.
– Яҫтыҡтарығыҙҙы асыу менән ташламағанһығыҙ, быраҡтырмағанһығыҙҙыр бит?
– Ҡайҙа у, ҡулай булһын тип тигеҙләп теҙеп һалдым!
– Улай икән, быныһын яҡшы иткәнһегеҙ. Инәйҙең күҙ тирәһе именме һуң? Ишетеп-белеүемсә, ҡулыңдағы шәл сәсәкле булған!
– Ялыу менән килдеме әбей?
– Ил ауыҙына иләк ябып булмай, олатай!
– Икмәк өҫтө, балам, ғәйеп миндә түгел, билләһи, үҙе һаҡһыҙлыҡ күрһәт­кән, шәл менән елпеткәндә күҙеңде ныҡ йомоп ят, тигәйнем, тыңламаған, тәки!
Йылмайып ебәрҙем:
– Олатай, һине ветеран булараҡ саҡырттым әле, Еңеү байрамы яҡынлаша, берәй мохтажлығың юҡмы?
– Шыпа ла юҡ, балам, Һәҙиә янымда шаҡта тағы ниндәй генә мохтажлығым булһын минең! – Шулай тине лә, еңел ҡотолоуына ҡыуанғандай, елтәңләтә баҫып сығыу яғына йүнәлде.
Уны аяғөҫтө баҫып оҙатып ҡалдым да тәҙрә аша күҙ һалдым. Бабайым эргәләге кибеткә боролғайны. Ошонан тороп та беләм, хәҙер инер ҙә әбейенең яратҡан тәм-томдарын алыр, шунан түрҙәрендә борхоп ҡайнаған самауыры, өйөнөң ҡото – Һәҙиәһе янына ашығыр. «Йософ менән Зөләйха», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Таһир менән Зөһрә»ләрҙе уҡып-ишеткәнем булды, ә бына Мостафа менән Һәҙиәне күреп-белеп үҫтем, улар менән бергә йәшәнем.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Мостафа менән Һәҙиә
Мостафа менән Һәҙиә
Автор:
Читайте нас: