+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
22 Июнь 2023, 16:20

«Доғалыны үлем ала алмаҫ, Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән!..»

Шағирә 1978 йылдың 21 июнендә хозур тәбиғәтле Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған. Бала сағы Сораман һәм Учалы ауылдарында үтә. Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм мәҙәниәте тарихы бүлеген тамамлай. З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған «Нур усағы» йәштәр йыйынтығында «Күҙҙәреңә ҡарап әйткем килә» исемле тәүге китабы донъя күрә. Силәбе дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетында эш башлай һәм Силәбе өлкә башҡорттары ҡоролтайы сығарған «Уралым», аҙаҡ «Йәшлек» гәзиттәрендә журналист булып хеҙмәт итә. Зилә Ғәлләмова – 2002 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивалендә Гран-при яулай.

«Доғалыны үлем ала алмаҫ, Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән!..»
«Доғалыны үлем ала алмаҫ, Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән!..»

***
Бизмәндәр юҡ...
Үлсәй торған оло донъя ғәләмәтен.
Һорауҙар күп...
Тыныслан, йән. Тормош яйлап үҙе әйтер.
Тыуғанбыҙ бит,
Буш күңелле бер ҙә генә булғы килмәй.
Үлеп китһәң,
Йәшәйештең барлыҡ серен белеп етмәй.
Белгәндәр юҡ
Барлыҡ ғаләм булмыштарын,
Тыуғандан уҡ
Һайлап алып яҙмыштарын
Кеше йәшәй...
Һайлай микән үҙе ысынлап та?
Әллә инде...
Тәңре бирә яҙмышына барын үлсәп.
Һорауҙар күп...
Ғүмер етмәҫ төшөнөргә, шуны беләм.
Тик шулай ҙа
Әрәмтамаҡ, буш күңелле булғы килмәй...
Тормош серен
Төшөнөргә был тормошта һәм үлсәргә
Бизмәндәр юҡ...

* * *
Шатлығым да, бәлки, әҙ булғандыр,
Кәм күрмәне уны күңелем,
Аллаһыма шөкөр, йылмаямын,
Тормош ғәмдәренә күмелеп.
Донъя бизмәнендә ҡайғыларым,
Бәлки, булыр берәй сүп кеүек.
Йәш йөрәгем бөгөн һыҡтап ҡуя,
Яңғыҙыма минең күп кеүек.
Баш эйәмен ҡай саҡ ел-ямғырға,
Тәңрем илтә дөрөҫ һуҡмаҡтарға.
Өндәй мине изге йәшәү көсө,
Бирешмәҫкә һынау-туҡмаҡтарға!

Ирәмәл
Теләктәрҙең теләп изгеләрен,
Сал башыңа мендем, Ирәмәл!
Сихри көскә эйә изге тауым,
Күңел һиңә килә, бир әмәл!

Ата-бабам төйәк иткән һине,
Шишмәләрҙең һыуы йән өрә.
Бейеклегең һинең – бөйөклөгөң,
Йәшәйешем биҙәй – йәм бирә.

Теләктәрҙең теләп изгеләрен,
Бәхет тойғом килә, бир әмәл!
Бейекһең һин! Бойоҡһоң ниңә?!
Серең һөйлә әле, Ирәмәл!

* * *
Һеҙ ҡайтығыҙ илгә яҙҙар килгәс,
Ҡар иреүгә, зинһар, ҡайтығыҙ!
Еңеү менән – беҙгә ҡояш булып,
Ҡоштар менән бергә ҡайтығыҙ!
Окоптарҙа, блиндаждарҙа туңған
Йөрәктәрҙе йылытыр ҡуҙ булыр.
Бала ҡосаҡлауы, әсә ҡараштары,
Һөйгән йөрәктәргә моң тулыр.
Һеҙ ҡайтығыҙ, зинһар, тере килеш,
Юғалтыуҙар беҙҙе аямаҫ,
Ҡурсалаһын һеҙҙе Аллам үҙе,
Доғалыны үлем ала алмаҫ.
Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән!

***
Йән өшөнө әрнеп, һүҙҙәр тапмай,
Йыуатырға әсә күңелен...
Йәш офицер йәнен ҡыйҙы снайпер,
Ауҙы йәш тән, ҡарға күмелеп.
Йәп-йәш егет аңламай ҙа ҡалды,
Ҡайһы яҡтан килде үлеме.
Тик ҡурҡманы! Дуҫтарына ҡарап...
«Алға!» – тине ул яраһын ҡыҫып,
Һәм йылмайып ауҙы мәңгегә.
Ул үлмәне! Күсте бары йәш йән,
Үлемһеҙҙәр полкы рәтенә.
Йән өшөнө... Йәп-йәш йәнде йәлләп.
Тик ғәмһеҙлек беҙҙе еңә алмаҫ.
Фашизмды хурлап, яҡлап хаҡты,
Һәр бер батыр йәнен аямаҫ.
Ул, үлмәне! Ғорур атлап баҫты
Үлемһеҙҙәр полкы сафына.

* * *
Моңһоу ғына йәйҙең һалҡын еле –
Әхирәтем минең ошо төндә...
Тойғом биләп алған уйҙарымды,
Айым тулы, бына баш өҫтөмдә...

Аңлай төҫлө ҡаршы килгән бар ғашиҡтар,
Һөйгән йөрәк, ни булһа ла, өмөт һаҡлай.
Тормошомда мең үҙгәреш булды кеүек,
Үҙең алыҫ... Әммә һының йәнәш атлай...

Моңһоу ғына йәйҙең бер төнөндә
Меңәрләгән йондоҙҙарға серем һөйләп,
Барыһына усағымдан осҡон биреп,
Атлап барам, эстән генә йырым көйләп...
...Аңлай төҫлө ҡаршы килгән ғашиҡ йәндәр...

***
Әгәр бер саҡ шатланғандай булып,
Туйыма кил, тиһәм...
Бәхетемде уртаҡлаш, тип
Мин саҡырыу бирһәм,
Һин, килмәсе, иркәм!
Әгәр бер саҡ һағышымды тыйып,
«Мин бәхетле!» – тиһәм,
Һәм вайымһыҙ бер йылмайһам,
Ваҡытына күндәм...
Һин ышанма, иркәм!
Әгәр бер саҡ осрашһалар
Бик һағышлы күҙҙәр...
Тойғоларҙы тыя алмай,
Йәндә янһа эҙҙәр.
Хаталарың иҫләп, һуңға ҡалып
Һин үкенмә, иркәм.
Әгәр бер саҡ...
Яҙмыш шулай икән...

Кисерегеҙ
Кисерегеҙ мине, үткән көндәр,
Янғыҙлығым күргән ҡара төндәр...
Тырыштым мин яңылышмаҫҡа,
Һуҡмаҡ бутап, аҙашмаҫҡа.

Кисерегеҙ мине, һеҙ, юлдарым,
Ҡайһы саҡта күңел тартманы.
Ә ҡай саҡта күңел тартҡанына
Тормош үҙе ишек асманы...

Кисерегеҙ мине, һеҙ, дуҫтарым,
Бәлки, барҙыр әле дошмандарым...
Кисерегеҙ, зинһар, бына бөгөн,
Ә кем белә нисек бөтөр көнөм...

***
Яңылышыуҙан ҡурҡмайым да инде,
Тормош үҙе яйлап төҙәтер.
Яңы хата яһап ҡуймаҫҡа ине,
Иҫкеләрен йөрөп төҙәтеп...
Абыныуҙан ҡурҡмайым да хәҙер,
Шыуышҡандар, беләм, абынмай.
Йәшәгеләр килә бөгөнгө көн,
Битлек кейгәндәргә табынмай.
Аҙашыуҙан ҡурҡмайым да бөгөн,
Саф иманым миңә – яҡты маяҡ.
Барыһына әҙер, эшем уңһын,
Тик һуҡмаһын ғына ялған – таяҡ.

Автор:
Читайте нас: