+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Июнь 2023, 12:10

Аҡ ҡайын

55 йыл элек журналыбыҙҙы булдырыуға ҙур көс һалған, Рәми Ғарипов менән бергә эшләү бәхетен татыған баҫмабыҙҙың тәүге рәссамы Роза Зиннәтшина – «Башҡортостан ҡыҙы»ның яҡын дуҫы, әхирәте ул. Бөгөнгө көндә лә ул журналыбыҙҙан айырылмай, үҙенең уй-хистәре, күңел емештәре менән ҡыуандыра. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның «Аҡ ҡайын» исемле үҙенсәлекле хикәйәтен тәҡдим итәбеҙ.

Аҡ ҡайын
Аҡ ҡайын

Хикәйәт

Ҡояш нурҙарына сумған ҡайынлыҡ, яҙғы йәшеллеккә күмелеп, бөтә донъяны ҡосағына алырҙай үҙенә саҡыра. Ошондай матур көндәрҙә балалар баҡсаһынан сабыйҙар, шау-шыу килеп, унда уйнай. Биш йәшлек Марат: «Әйҙә, беҙҙең менән ҡайынлыҡҡа, әйлән-бәйлән уйындарын күрерһең», – тип өләсәһен етәкләп ала.
– Өләсәй, беҙ яңы йыр өйрәнәбеҙ, тәрбиәсе апайыбыҙ, ошо йыр тик ҡайынлыҡта матур яңғырай, тигәйне. Ишетәһеңме, ниндәй яғымлы йыр?
«Йәш балалар,
бигерәк матур ҡыҙҙар
Аҡ ҡайынды һөйөп маҡтайҙар.
Һәр йыл һайын
яҙғы һабан бөткәс,
Аҡ ҡайында байрам яһайҙар», – тип йырлап ишеттерә.
Өләсәһенең күҙҙәренән йәш аҡҡанын Марат шәйләмәй.
– Эй, балаҡайым, уны мин дә йырлап үҫтем, ошо урман итәгенә килә инек. Йәш быуынға беҙҙең заман йырын өйрәткән тәрбиәселәргә ҙу-у-ур рәхмәтлемен.
– Өләсәй, әйҙә әле, ана-а-а, теге йығылған ҙур ағасҡа ултырып ял итеп тор. Мин дуҫым Әмирҙе алып киләйем, – ти ҙә ейәне ҡапыл юҡ була.
– Үҙең генә бар өләсәйең ҡырына, олатайың килгән булһа, барыр инем, – тип ҡырталаша Әмир уның саҡырыуына.
Дуҫын ыңғайлата алмағас, Марат үпкәләгән кеүек:
– Өләсәй, нишләп Әмирҙең олатаһы юҡ, гел минең олатайға эйәрергә тора, балыҡҡа барһаҡ та, беҙҙән ҡалышмай. Миңә йәл түгел, хатта күңеллерәк, тик олатай минеке генә, – тип турһая.
Бындай ауыр һорауға әҙер түгел өләсәй. Әммә үҙе ултырған ҡоро ағасҡа ҡарап, нимәнелер иҫенә төшөрөргә маташҡан кеүек, ейәненә өндәшә, бәләкәстең йөҙөнә текләп:
– Эй, Марат, ағастар тураһында әкиәт беләм, һөйләйемме?
Марат өләсәһе ҡырына ипләберәк ултыра ла иғтибар менән тыңлай башлай.
– Боро-о-он-борон заманда, урманлыҡтар батша булғанда, беҙ ултырған төбәктә, йылға буйҙа­рында ҙу-у-ур ялан йәйелгән, ти. Ошондай матур ерҙәргә ғашиҡ булып йөрөгән йәш Аҡҡайын баһадирҙай күркәм Ирҡайынды осрата. Улар икеһе лә тәбиғәткә булған мөхәббәтте кисереп матур донъя көтә. Тау биттәрен йәш ҡайынлыҡтар ҡамап ала. Һәр яҙ йыр-моң яңғыратып йәштәр килә, бала-сағаларҙың сыр-сыу тауыштары йырҙағы «Аҡ ҡайын» көйөнә ҡушыла. Тыныс ҡына йәшәгән саҡта ниндәйҙер ят моңһоу көйҙәр ишетелә башлай. Ирҡайын шул яҡҡа иғтибарын күсерә. Ябыҡ питомник яғынан килә ул. Моңһоу көйҙө тыңлар өсөн яҡыныраҡ барһа, унда беҙҙең тәбиғәттә күренмәгән һылыу ағас күҙ йәш­тәрен түгә-түгә сеңләп ултыра. Ирҡайын был мөғжизәгә башта йәлләп ҡарай, аҙаҡ башы әйләнеп ғашиҡ була. «Аҡ ҡайын» көйө уның иҫенән сыға. Ят ағасҡа: «Әйҙә, бергә булайыҡ, беҙҙең ер ғәжәп матур, беҙгә лә урын табылыр», – ти.
– Эй, Ирҡайын, мин тик үҙ илемдә генә бәхетле булыр инем. Һеҙҙең яҡтар иҫ киткес йәмле булһа ла, тамыр ебәрә алмайым ирекһеҙлектә. Күрәһеңме, минең күҙ йәштәрем хатта кибеп бөтмәй, таш кеүек, ағасыма йәбешеп ҡата. Әгәр һиңә эйәреп иреккә сыҡһам, үҙ йәшемә быуылып, һәләк булырмын. Беләһеңме, минең илдә шул тиклем һылыу ағастар бар, төшөмдә күрәм уларҙы, – тип яуаплай һылыу ағас.
Моңһоҙ ҡалған Ирҡайын сит елдәр ҡағылған яҡтарға сығып китә. Барған һайын күңелен бейетә-бейетә ят көйҙәр юлдаш була. Төҙ һәм ҡупшы «Кипарис»ҡа тап була. Уға йөрәк серҙәрен сисә. Һомғол ағас хатта башын эйеп тә тормай. Үҙемә тиң булған кипаристы көтәм, ти. Эҫе ерҙәрҙә әлһерәп Пальма ышығына килеп инә Ирҡайын. Пальма күләгәһенә һыйынып, үҙенең ниәтен еткерә. Ағас уны оҙаҡ тотмай, бөтә хужалыҡ эштәрен йомошлап бөткәс, ярай, беҙ пар түгел, һинең матур алҡаларың ергә төшөп өлгөрмәй, янып бөтә, ти. Эҫе елдәр уның япраҡтарын көйҙөрһә лә, һайланып йөрөгәндә, бөтә урамдарҙы биҙәп сатырланып үҫкән Алехандро ағастарын күреп, тәне-йәне менән сәскәле олондарға сума. Һәр сәскәһе ҡайындың берәр япрағын үҙ итһә, яланғас ҡалыуынан ҡурҡып саҡ ҡаса. Аңлайышһыҙ көй ишетеп, бер парлы ағастарға үрелмәксе була ул. Яңы таныштары, ботаҡтарын һындырып, ҡыуып ебәрә. Башы зеңләп ауыртынып йөрөгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, һуғыш яланына барып сыға. Кем өсөн көрәшкәнен үҙе лә белмәй, ҡорал тоторға мәжбүр була. Ҡаты бәрелештә урманға ут ҡаба һәм Ирҡайындың бөтә япраҡтары тиерлек янып бөтә, бары баш осон саҡ ҡына ҡаплаған «түбәтәйе» генә ҡала. Инде үлер хәлгә еткәс, елдәр «Аҡ ҡайын» көйөн еткерә. Көйҙө ишетеү менән, ул шул яҡҡа шыуыша башлай. Мәрхәмәтле тыуған тупраҡ аҙашҡандарҙы ғәфү итә шул. Ҡартайған Ирҡайын, ҡайтып еттем тигәндә, яр буйында башына алтын таж кейгән, алтын алҡаларын таҡҡан, нәҙек билле тал ағасына юлыға. Ҡояш нурҙары уны ожмах ҡошо рәүешендә күрһәтә. Ҡартлас Ирҡайындың башы йәнә әйләнә башлай. Ә сибәр тал, үҙенә саҡырған кеүек, елдәргә ҡушылып бөгөлә, үҙенә ымһындыра. Ирҡайын үҙ хәлен онотоп, йәш талға таяна. Шундуҡ абынып йығыла, тал, бер ни булмағандай, ебәктәй йәш ботаҡтарын ҡанаттай елпеп, ҡарт ҡайын ҡуйынынан ҡотола. Ҡайын бүтән баш күтәрә алмаҫлығын аңлай, тик һуң була шул. Уның күҙ алдындағы ҡайынлыҡтар гөр килеп «Аҡ ҡайын» көйөнә шаулаша. Олпатланған күркәм Аҡҡайын яҙғы ҡояш нурҙарына сумған, япраҡтары тәңкә кеүек теҙелгән, алтын алҡалары ергә ҡойолоп, әле лә йәш быуынға ғүмер бирә. Ә йәш ағастар, Аҡҡайынды уратып алып, ел-ямғырҙан һаҡлап, бар донъяны йәмләп йәшәй. Ҡайынлыҡты һаҡлағандай ғорур йәш шыршылар, ҡарағайҙар теҙелгән. Урман ситендәрәк балан, гөлйемеш ҡыуаҡтары саф аҡ сәскәләре менән балҡып ултыра. Эргәлә генә сейә тауы ла сәләм күндерә.
Ҡайынлыҡҡа етәрәк ауған ҡарт ҡайын, ошо матур, бай, күркәм урманды күргәс, был – мираж, тип уйлай. Ят илдәрҙәге ташлы-ҡомло ерҙәр онотола. Тыуған тупраҡта шытып сыҡҡан хуш еҫле йәшел үлән-сәскәләрҙең тәме уға илерткес тәьҫир итә. Талғын ғына аңын юғалта башлағанын тоя Ирҡайын. Ғәзиз һәм күңеленә яҡын тыуған тупрағына рәхмәтен белдереп, күҙҙәрен йома олпат ҡайын.
– Өләсәй, был беҙ ултырған ағас түгелме ул?
– Әлләсе, ундай ағастар булғылай ул.
– Нисек ағастар йөрөһөн инде, ул кеше түгел бит?
– Эйе, балам, бар шундай ағас йәнле кешеләр. Был әкиәтте үҫкәсерәк икенсе төрлө аңларһың.
Әмир дуҫы атаһынан нишләп олатаһы булмағанын һораған. Атаһы, ҡуй, юҡҡа баш ватып йөрөмә, мин үҙем дә атайымды бәләкәй саҡта ғына күргәйнем, тип яуап биргән. Аҙаҡтан Әмирҙең танауынан тартып: «Алла бирһә, һинең балаларыңдың олатаһы мин булам», – тигәс, малайҙың күҙҙәре янып киткән.
Эйе шул, ата-әсәһе, олатай-өләсәһе булғанда, тулы ғаиләле балаларҙың «бәхетле бала саҡ миҙгеле» иҫтә ҡала.
«Аҡ ҡайын» көйө яңғырай, бала-сағалар тауышы яҡынлаша.
– Өләсәй, мин дуҫтарым янына йүгерҙем. Өләсәй, мин һине яратам! – тип ашығып китеп тә бара малай.
«Ап-аҡ ҡайын инде
бик ҡарт ҡайын,
Биҙәлә ул яҙҙар килгәндә.
Йәшел япраҡ яра һәр йыл һайын,
Ҡояш йылы нурҙар һипкәндә»... – өләсәһенең күңелен иләҫләндереп, яңы әкиәт ижад итеүгә илһамландырған көй алыҫлашҡандан-алыҫлаша...

 

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Аҡ ҡайын
Аҡ ҡайын
Автор:
Читайте нас: