Яҙ
Келтер-келтер, селтер-селтер
Яҙ ебәрә сәләмен.
Унда – йыртыҡ, бында – ямау,
Ҡыш, иҫкерҙе келәмең.
Яҙғы ҡояш иңгә төшһә,
Ирәйешә тал-сыбыҡ.
Улар яҙға ынтылалар,
Ҡыш буйына талсығып.
Талдың көсөкләгән мәле,
Көсөктәре аҡһыл-күк.
Һәр фасылға тура килгән
Тәбиғәттә аҡыл күп.
Тәбиғәт – ул көслө заттан,
Миҙгелдәрҙә дауамы.
Бер туҡтамай эшкә егә
Ерҙе, һыуҙы, һауаны.
Минең өсөн
Барыһы ла минең өсөн –
Ап-аҡ ҡыш та, һулар һауа.
Минең өсөн әкрен генә
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа.
Селтер-селтер ағып ята
Боҙ аҫтында ҡалған йылға.
«Бәхет» тигән һүҙ яҙылған
Ат санаһы һалған юлға.
Минең өсөн яҙҙар килә,
Елкендереп бирә илһам.
Бик бәхетһеҙ булыр инем,
Яҙ ҡояшын тоймай ҡалһам.
Минең өсөн һөрөнтө ер
Өҫтәренән сыға быуы,
Яҙҙың тәүге сәскәләре,
Ҡоштар тубы, ҡайын һыуы.
Йәйге сәхрә, байманлыҡ та
Минең өсөн киләлер ул.
Йәйҙәремдә йәйрәп алам,
Йәйҙәр йәннәт кенәлер ул.
Йәйҙәр йәннәт кенәлер ҙә,
Саф алтындан ғына көҙөм.
Һәр миҙгелгә һалған көстән
Яҡты булһын ине йөҙөм.
Алыҫтарҙан балам ҡайта
Мине күреп китмәк өсөн.
Зекер әйтәм – имен тормош,
Һауам, һыуым, икмәк өсөн.
Барыһы ла минең өсөн, –
Тип, ҡыуанып фекер йөр(ө)тәм.
Һау-һаҡ ғүмер яҙғанына
Шөкөр итәм, зекер әйтәм.
Әсәй баҡсаһы
Әсәйемдең баҡсаһында
Бешә микән еләктәре?
Еләктәрен йыйған саҡта
Талды микән беләктәре?
Һис бирешмәй, гөрләп үҫә
Әсәй сәсеп ҡалдырғаны –
Ул яратҡан сәскәләре,
Ҡуҙғалағы, балтырғаны.
Баҡса тулы муйылдарҙың,
Ҡарағаттың ҡаралары.
Иң ҡәҙерле емештәре –
Еләк кеүек балалары.
Емеш-еләк тирә микән
Әсәй ожмах баҡсаһында?
Хәтер төпкөлөндә йәшәй
Яҡты йөҙ ҙә, ҡаҡса һын да.
Әле лә көс, ныҡлыҡ бирә
Уның изге теләктәре.
Әсәйемдең баҡсаһында
Беште микән еләктәре?
Уландарым
Һеҙ ҡорһаҡта саҡтан
Минең өсөн – солтан!
Өлөш бүлһен Аллам
Һаулыҡ менән ҡоттан.
Тормош юлы төрлө:
Тора уттан-һыуҙан,
Ҡаялары текә,
Һикәлтәләр, туҙан.
Ауырлыҡты еңеп,
Йәшәй кеше ерҙә.
Изгелектәр ҡылһаң,
Урының гел түрҙә.
Һеҙ ҡорһаҡта мәлдән
Мин уяумын, һаҡта.
Доғаларым пәрҙә
Булһын ауыр саҡта.
Тәүфиҡ бирһен Аллам,
Иман әҙәптәре.
Уландарым минең –
Ғали йәнәптәре!
Өлөш
Беҙҙең бәхет һандығына
Тулмаһа ла алтын-көмөш.
Аллаһымдың устарында
Барҙыр әле яҙған өлөш.
Тик бәхеттең янсығына
Төшөрмәйек хәрәм өлөш.
Ҡулыбыҙ ҙа, уйыбыҙ ҙа
Булһын һәр саҡ таҙа килеш.
Беҙҙең йорттоң тупһаһынан
Өҙөлмәһен таныш-белеш.
Хәләл булһын ризығыбыҙ,
Һәр беренә яҙһын өлөш.
Бәхетебеҙ ҡапҡаһына
Ҡағылмаһын имеш-мимеш.
Беҙҙең бәхет – тик беҙҙеке
Кәсәләре тулы килеш.
Ә бәхеттең биләмәһе
Кескәй генә, ҙур ҙа түгел.
Ғаиләбеҙ усағында
Ут дөрләһен, ҡырҙа түгел.
Йәнең тыныс булмағанда
Бәхет бирмәй алтын-көмөш,
Аллаһымдың устарында
Барҙыр әле беҙҙең өлөш.
Үҙ солоғом
Әлмисаҡтан татлы кәсеп –
Солоҡсолоҡ.
Һәр ғаилә тотҡан уны
Солоҡ-солоҡ.
Солоғона эйәләре
Һуҡҡан тамға.
Аһ, ни етә был донъяла
Затлы балға!
...Минең дә бар үҙ кәрәҙем,
Үҙ солоғом.
Уны төҙөү, уны һаҡлау –
Үҙ сослоғом.
Ошо солоҡ-кәрәҙемдә
Бәхет таптым.
Унда ғына көслө тоям
Балым татын.
Үҙ солоғом йылдан-йылға
Тулһын балға.
Мин – инә ҡорт, хеҙмәт итәм,
Сыҡмай ялға.
Кәрәҙемдә – кескәй генә
Ҡурсаҡтарым.
Бал ҡаптырһам –
ҡыуаныслы
Шул саҡтарым.
Балдан татлы ейәндәрем,
Бала-сағам.
Әре ҡорттан аралайым,
Яман сағам.
Йәш ҡорттарға солоғомдо
Тапшырырға,
Күс айырып алып остом
Урман-ҡырға.
Арыш
Көн дә бәйге, көн дә бәйге,
Донъя тора ярыштарҙан.
Алтын бойҙай эҙләмәгеҙ
Ҡышты сыҡҡан арыштарҙан.
Арыштың фиғеле ябай,
Уны ситкә тибәрмәгеҙ.
Бойҙай менән ярыштырып,
Ҡәҙеүәтен ебәрмәгеҙ!
Ҡыштың һыуыҡ айҙарында
Йәшәү өсөн барған көрәш.
Ул еңеүсе булыр һәр саҡ,
Бойҙай менән торор йәнәш.
...Көн дә бәйге, көн дә бәйге –
Ярыштырыу инсандарҙы.
Алла өсөн беҙ бер тигеҙ,
Бутамағыҙ хис-аңдарҙы.
Йәшел уҡа
Ҡарағайҙың бешәләре
Ҡаплап үҫкән тау араһын.
Тәбиғәттә ойоп ята,
Үҙе имләп үҙ яраһын.
Ҡарағайҙың бешәләре,
Ҡайындарҙың сауҡалары
Ҡаплап үҫкән иңкеүҙәрҙе,
Ҡаҡ яланғас арҡаларҙы.
Ҡарағайҙың бешәләре,
Ҡайындарҙың сауҡалары
Еркәйемдең еләнендә
Йәшел генә уҡалары.
Йәшел генә уҡалары,
Көслө генә үҫентеләр.
Шытып сыҡҡас, Ер-әсәне
Яраттылар, эҫенделәр.
Урман булып шаулап үҫер
Сауҡалар ҙа, бешәләр ҙә.
Күкрәк киреп һаҡлар ерҙе,
Ыжғыр елдәр иҫһәләр ҙә.
Йәшел генә үҫентеләр
Ябып үҫкән тау араһын.
Йыртыҡ елән кейгән ерем,
Үҙе имләй үҙ яраһын.
Ғәфү иттем
Уйлап-уйлап йөрөнөм дә,
Ғәфү иттем яҙмышымды.
Илаҡ-мыжыҡ, йәмһеҙ мәлдәр
Матурлыҡҡа алмашынды.
Астым күңел йоҙаҡтарын,
Ысҡындырҙым тышауҙарҙы.
Кәрәк тиеп һанамайым
Кемгә ярап-ярамауҙы,
Оҡшамауҙы-оҡшауҙарҙы.
Бөтөнләйгә ҡыуҙым тағы
Кире-һере мин-минлекте.
Уның менән хушлашҡайным,
Тойҙом йәндә еңеллекте.
Кире ҡылыҡ елгә осто,
Уйым, эшем гел саф хәҙер.
Изге ғәмәлдәр ҡылырға
Был күңелем һәр саҡ әҙер.
Минһеҙ бәхетле булғандар
Өҙөлмәһен һөйөү-наҙҙан.
Минһеҙ йәшәй алмағанға
Булыр һәр саҡ ихлас ярҙам.
Ҡайғы-һағыштарым ҡасты,
Ҡалды ситтә дуҫ түгелдәр.
Шатлыҡтарым сәскә ата,
Юлдарыма һибә гөлдәр.
Ысҡындырғас барыһын да,
Үҙ-үҙемә артты баһа.
...Үткәндәрҙе ғәфү ит тә
Киләсәкте бәхет яһа.