0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
25 Апрель 2023, 16:15

«Сауҡалыҡтан умырзая еҫен, Йәшәү еҫен алып яҙ керә...»

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә, прозаик, драматург Хәлисә Мөҙәрисова 1953 йылдың 25 апрелендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң, Илеш, Нуриман райондарында уҡытыусы, мәктәп директоры, район советы секретары, һуңынан оҙаҡ йылдар Нуриман район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләй. Башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан һигеҙ китап авторы Хәлисә Мөҙәрисова – яҙҙар кеүек хисле, көҙҙәр кеүек уйсан шағирә. Тормош асылын нескә тойған әҙибәнең ижад кәрәҙе лә мул, бәрәкәтле. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәләштергән «Бәхет хаҡы» спектакле бына 11 йыл инде сәхнә түренән төшмәй, ҙур уңыш менән бара.Талантлы әҙибәне 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм дә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади балҡыш теләйбеҙ!

«Сауҡалыҡтан умырзая еҫен, Йәшәү еҫен алып яҙ керә...»
«Сауҡалыҡтан умырзая еҫен, Йәшәү еҫен алып яҙ керә...»

Икәү генә
Ниһайәт, беҙ икәү, икәү генә...
Зарыҡтырған, көткән тартылыу,
Йәнем тулы серем, әйтер һүҙем,
Эстәремде өткән талпыныу.

Мең мәшәҡәт, мең ваҡлыҡҡа ярап,
Ғәфү итсе, тағын һуңланым.
Эй һөйөклөм, уңдыңмы һин минән,
Уңдыңмы һин, әллә уңманың?

Минең ҡулдар һинең битте наҙлай,
Ҡайнар тулҡын күсә ҡаныма,
Ә булмышым йондоҙ күсе булып
Ғаләмдәргә саҡлы ағыла.

Таңға саҡлы бөгөн һөйләшербеҙ,
Танһыҡ миңә һинең яҡынлыҡ,
Ни әйтһәм дә, беләм, һин түҙерһең,
Алдашырға шуға хаҡым юҡ.

Әйтер һүҙем һинең аша насип,
Ә ғәрештәр менән юҡ бәхәс.
Ниһайәт, беҙ икәү, икәү генә,
Эс серҙәшем, тоғро аҡ ҡағыҙ!

***
Уҫаҡтарҙың мәрмәр муйынынан
Ямғырмы ул, йәшме йүгерә?
Сауҡалыҡтан умырзая еҫен,
Йәшәү еҫен алып яҙ керә.
Мәңгегәме килә дәртле йәйҙәр,
Донъя, һинән йәшәү эркелә!
Ә мин ҡыуам һине, йә һин мине,
Биреләбеҙ һөйөү иркенә.
Болон түрҙәрендә һуңғы нурҙар
Ҡурпы өҫтәренә йән өрә,
Ел ҡасышмаҡ уйнай япраҡ менән,
Бер ҡысҡырып илай, бер көлә.

Ғүмер баҫыуымдың уңыштары
Келәттәрҙә инде, кәбәндә.
Ҡамылдарым өҫтә, ә асылы –
Тамырҙарҙа, аҫта – тәрәндә!..

Һин – хәйләкәр!
Һин – алдатҡыс, донъя!
Йәй булып – йәй, ул да иҫкерә!..
Быуындарҙа һуңғы йылы тибә,
Күҙҙәремдә бына – дым да кибә,
Тупраҡ еҫе булып көҙ керә…

Ҡәләм
Һулыу, һыуыныу һулышы,
Ҡыштарға ғүмер әрәм.
Күктәрҙән көмөш йырҙарҙы
Йыйырға тора ҡәләм.

Ҡырҙар бушанған, бошонған,
Болон түрендә – кәбән.
Һуңлаған һөйөүгә һәйкәл
Ҡойорға тора ҡәләм.

Ҡойолған ҡойон шауында
Үткән яҙҙарҙан сәләм.
Донъяны алтын төҫтәргә
Буярға тора ҡәләм.

Йәшәү-йәшнәү һуңылыр был,
Хыялға урын тамам.
Тик үлмәҫ һөйөү көсөндәй
Ҡағыҙ өҫтөндә – ҡәләм.

***
Уй-ҡаурыйҙы ослап алып,
Манайыммы ҡараға?
Ҡайырылып ҡарағанда
Ваҡыт керә араға.

Хәтер тибә таш диуарға
Ҡойон тамсыһы кеүек.
Сәғәт теле көпшә шауы
Йәшен ҡамсыһы кеүек.

Йәшлектә ваҡыт ваҡланмай,
Ғүмер өләшә генә.
Ҡояш көлә, ямғыр бейей,
Елдәр һөйләшә генә.

Уйҙар өҙөлөп һағындырып
Үткәненең сәсен тарай.
Бикле ишектәрен даулап,
Йоҙаҡтарын ел талай.

Хәрәкәттә хәтирәләр,
Ҡайтмаҫҡа ҡалған йөҙҙәр.
Унда – асыш, бында – табыш,
Йәшә, ҡәҙерле һүҙҙәр.

Ҡәләмеңде ослап ал да
Һағынып йыр яҙ, тиҙәр...
Таныштырған, табын ҡорған,
Һөйгән, һөйөлгән заттар.

Күлдәк теккән, даға бөккән,
Түләнәһе түләгән һәм
(Үкендерә үтәлмәгән,
Төңөлгән аманаттар)

Ямғыр илай, ел зарлана,
Ҡояш көлмәй – ҡарала.
Ваҡыт тиҫбе төймәһендәй
Күсә бара, тарала.

...Кем һағынып йыр яҙырға
Ҡаурый маныр ҡараға?

***
Иҫеңдәме, һин киткәндә
Көҙгөлә кипте тыным,
Ҡалтыранған иңсәләрем,
Эйелгән башлы һыным?

Үкенәһең, һағынаһың,
Теләп тә һағынмаҫҡа?..
Ни әйтергә?
Мин тырышам шул көндән һуң
Көҙгөлә сағылмаҫҡа!

Үткән ғүмер
Аҡҡан һыуҙай үтә беҙҙең йәшлек,
Туҡтатып та уны булһа ине.
Йә булмаһа ҡайғы, һағыштарҙы
Ағым һыуҙар алып йыуһа ине.

Иҫкән елдәй үтә беҙҙең ғүмер,
Ҡабатлап та уны булһа ине.
Йә булмаһа килер ҡартлыҡтарҙы
Иҫкән елдәр ҡағып ҡыуһа ине.

Ҡабатланмай ерҙә бер нимә лә,
Һорау, яуап артыҡ, был – төшөнсә.
Һөйөү генә бары ҡабатлана,
Ҡабатлана һәр саҡ, тик – үҙенсә!

Рәхмәт һиңә, йырым!
Яҙмыштарҙың зәһәр дауылында
Ҡанатымды күпме ҡанаттым.
Хәлем бөтөп, өшөп йығылғанда
Һин күтәрҙең, йырым-ҡанатым,
Рәхмәт һиңә, йырым-ҡанатым!

Нахаҡ һүҙҙән йәнем көйгән саҡта,
Күңелемдә өмөт тараттың.
Баштан һыйпап миңә йәшәү өрҙөң,
Һин көс бирҙең, йырым-ҡанатым,
Рәхмәт һиңә, йырым-ҡанатым!

Йән яраһы – һуңғы был мөхәббәт,
Һөйҙөм уны, шашып яраттым.
Ул яттыҡы ине, һин – минеке,
Һин йыуаттың, йырым-ҡанатым,
Рәхмәт һиңә, йырым-ҡанатым!

Йондоҙҙарға сөйҙөң, мин моң йыйып,
Кешеләргә шатлыҡ тараттым.
Мин бәхетле булдым һинең менән,
Рәхмәт һиңә, йырым-ҡанатым,
Рәхмәт һиңә, йырым-ҡанатым!

Биктимер шишмәһе
Шишмәм, Биктимер шишмәһе –
Бәллүр күҙ йәше һымаҡ.
Таңдарыңда иңдәреңдә
Күрәндәр өҫтө томан.

Бер саҡыра, бер юғала –
Ул белә һөйөү телен.
Шул томандар араһында –
Көйәнтәле йәшлегем.

Донъя сикһеҙ, хистәр бикһеҙ,
Төрлө төҫтә буяуҙар.
Мөлдөрәмә силәктәрҙә –
Ышаныстар, хыялдар:
Ғүмер буйы булыр, тинек
Гел беҙҙеңсә донъялар.

Өлөшкә төштө көмөш тә,
Тишекле генә тин дә.
Ҡай саҡ үҙемсә йырланым,
Йә булмаһа уҫал донъя
Бейетте үҙ көйөнә.

Тик шулай ҙа, һығылһам да,
Һынманым дауылдарҙа.
Сөнки һинән эскән һыуым –
Електә, тамырҙарҙа.

Биктимер шишмәһе һыуы
Яҙмышым йөгө икән –
Татлы ла, асы ла, ләкин
Ҡәҙерлерәк юҡ бүтән.

Хоҙай биргән шул яҙмышты
Бишегемдән гүргә хәтле
Иңдәремдә йөрөтәм.
Эйелә,
Бөгөлә
Көйәнтәм!

Автор:
Читайте нас: