+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
20 Апрель 2023, 15:59

Әсә йөрәге – әүлиә

Һигеҙ йыл буйы хыялланып, туғыҙ ай йөрәк аҫтында йөрөтөп, әжәл менән айҡашып тапҡан балаһына йән атып, ашҡынып ҡайтҡан Мәликә сабыйын күреү менән һиҫкәнде. Аңын юғалтыр алдынан: «Ҡыҙың тыуҙы, ҡыҙың!» – тип һөйөнсөләгәндәре, уны килтереп күрһәткәндәре гел генә күҙҙәре алдында ине бит! Сәсһеҙ, ҡашһыҙ, керпекһеҙ аҡ бала ине. Шиген шым ғына әсәһенә әйтте Мәликә башта. Тегенеһе рәхәтләнеп көлдө: «Сеп-сей саҡта улар бөтәһе лә бер иш була, ҡып-ҡыҙыл, сөп-сөрөш, – тине. – Бишектәге бишкә төрләнә ул, балам!» Ә эсендәге сәйер бушлыҡты, тәне тартмағанын имеҙмәгәне менән аңлатты: «Әсә балаға имсәк ҡаптырғас, имеҙгәс эҫенә».

Әсә йөрәге – әүлиә
Әсә йөрәге – әүлиә

Иренең һөйөү тулы бәхетле ҡарашын һүндерергә ҡурҡып, әсәй булып тырышып уйнаны ул башта. Былай ҙа ҡоро һөйәккә ҡалған, ҡайғырып, хәүефләнеп арыған ирен йәлләне. Әммә шөбһәһе тәрәнәйә генә барғас сыҙаманы, йыуындырып, биләп йоҡларға һалғас, башҡа-баш терәп сәңгелдәккә эйелгәндә бер мәл: «Икебеҙҙең беребеҙгә тамсы ла оҡшамаған. Улай буламы ни?» – тип һаҡ ҡына, аяп ҡына һораны. Шунда һиҙҙе Заһир ҡатынының сәйер ҡыланышын. Ул абайламай тип уйлағанда, Мәликәһенең шиксел итеп, сабыйға оҙаҡлап тикшереп ҡарап торғанын күреп былай ҙа борсола ине. Бер таныш табиптан кәңәш һораны. Тегеһе баланан һуң ҡатындарҙың төшөнкөлөк осраҡтарын, психоз тураһында һөйләп, ныҡ иғтибарлы булырға кәрәклеген иҫкәртте. Күберәк ял итһен, туйғансы йоҡлаһын, күңелһеҙ уйҙарға бирелмәҫкә тырышһын, саф һауа һәм башҡалар… Ә иң дөрөҫө, оҙаҡҡа һуҙмай белгестәргә мөрәжәғәт итһен. Ауырыуы ла, арыуы ла, күкрәк һөтө булмағанға көйөнөүе лә бар ине. Депрессия тинеләр, дарыу бирҙеләр. Бәхеткә күрә, тиҙҙән тыныс­ланды Мәликә. Унан да наҙлыраҡ, унан да хәстәрлерәк әсәне бығаса ла, артабан да күргәне булманы Заһирҙың. «Һин тынысланғайның бит, Мәликә, нишләп?» – Һорауы урынлы ине. Ысынлап та ҡапыл баҫылғайны Мәликә.
Үҙен төңөлөргә мәжбүр иткән таң һаман иҫендә уның. Ҡырҡы яңы сыҡҡан бала көтмәгәндә ҡаты ауырып китте. Температураһы төшмәй ҙә ҡуя, көйрәп китерҙәй булып ята, тәненә тейерлек түгел ҡыҙыу. «Тиҙ ярҙам» саҡырҙылар. Дауаханаға алып киттеләр. Укол һалалар – файҙаһы юҡ. Унан тын ала алмай башланы. Яңы ғына геүләп, тәпәйҙәре менән уйнап ятҡан ирәбе бала бер нисә сәғәт эсендә һулыны ла төштө. Табиптар сәбәбен белә алмай аптырана. Ә Мәликә аңланы шунда – үҙе сәбәпсе ине ул. Күңелендә әсәлек тойғоһо булмағаны, уны ҡабул итә алмағаны арҡаһында, үҙенең шик-шөбһәләре менән һәләк итә сабыйын. Йәне ҡыл өҫтөндәге бәпәйенең карауаты эргәһендә тубыҡланып нәҙер әйтте шунда. «Мин генә ғәйеплемен. Минең енәйәтсел уйҙарым өсөн килгән яза был. Инде уларҙан ваз кисәм, тик балам ғына һауыҡһын», – тип ант итте. Ошоғаса әйткән һүҙенә тоғро булды. Үҙен-үҙе төңөлдөргәйне.

***
Төнө буйы һөйләшеп сыҡты ир менән ҡатын. «Беҙ үтә, артыҡ ныҡ теләнек ахыры», – тине Мәликә иренең һаман да яуап таба алмаған һорауына. Ул таң һыҙылып килгәндә генә ойоп китте. Ә Заһирҙың йоҡоһо осҡайны. Шым ғына тороп бүлмәнән сыҡты. Ҡыҙы янына инде. Карауатында бер ни белмәй ҡолас ташлап йоҡлап ятҡан балаһы эргәһенә ултырҙы.
Барыһы ла кисә генә булған һымаҡ. Бала табыу йортонан алһыу таҫма менән бәйләнгән аҡ юрғанға төрөп алып сығып тотторғандары (шул мәлдә сабыйҙарҙың буталыу ихтималы, шундай хәл булыу мөмкинлеге башына ла килмәй ине бит), юрғанды сисеп, йүргәкте тағатып ебәргәс, уның табандары сөрөш кенә ҡыҙыл тәпәйҙәренең бәләкәслегенә һушы китеп ҡарап торғаны, башын да тота алмаған бәпесте тәүге тапҡыр һыу индергәнендә ҡулының ҡалтырағаны... Уның һәр бармағына, бәләкәс кенә ҡолаҡтарына, йәтеш кенә танауына ҡарап, әҙәм балаһының ни тиклем камил һәм нәфислегенә хайран булып, күңеле тулғаны...
Ошо сабый уны атай булырға өйрәтте. Ул бығаса кисермәгән татлы ла, тәрән дә тойғоларҙы асты.
Ҡәйнәһе менән әсәһе йән атып, көтөп алған ейәнсәрҙәре тураһында хәстәрлекте ҡыуана-ҡыуана үҙ өҫтәренә алырға әҙер торһалар ҙа, Заһир ярҙамдан баш тартты. Яратҡан ҡатынының ғүмерен ысын мәғәнәһендә үлемесле хәүеф аҫтына ҡуйып табып биргән балаһын ул үҙе ҡарарға, үҙе һаҡларға тейеш ине. Тәүге көндән әсәйҙең күкрәк һөтөнән мәхрүм булған сабыйын йәлләп күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе ул. Тик был ауырлыҡтар, икһеҙ-сикһеҙ бәхете менән сағыштырғанда, сүп кенә булып тойолғайны.
Ошо ғәзиз йән эйәһенең ғәмһеҙ, түп-түңәрәк бәхетле донъяһы иртәгә сатнап ярыласаҡ та башҡа бер ваҡытта ла ҡоршалмаясаҡ. Нисек ҡабул итер үҙенең атаһы менән әсәһе өсөн берҙән-бер икәненә кинәнеп үҫкән иркә ҡыҙыҡай был яңылыҡты? Йәнен бирергә әҙер булған балаһын ғүмерлек йәрәхәттән ҡурсаларға бер генә сараһы ла булмағаны ҡайһылай үкенес! Ҡатынын бер нисек тә был аҙымдан тыя, туҡтата алмаясағын белә ине Заһир. Донъяла уның әсәлек инстинктына ҡаршы торорлоҡ бер генә көстөң дә юҡлығын тойҙо ул. Нисәмә йыл белеп, бергә йәшәп, сабыр, баҫалҡы, йомшаҡ, миһырбанлы ҡатынында шул тиклем ярһыу барлығын белмәй ине.

***
«Бер көн генә ваҡыт бир, – тине Заһир ҡатынының түҙемһеҙлегенә. – Тәүҙә анығын беләйек, буш ҡул менән бармайыҡ».
Икенсе көндө бала табыу йортоноң архивынан кәрәкле мәғлүмәттәр табыуы ҡыйын булманы. Ул көндө биш бәпәйҙе сығарғандар. Шуларҙың өсөһө – малай, икәүһе – ҡыҙ бала. Тимәк, ҡыҙҙарҙың береһе – уларҙыҡы, ә икенсе бәпестең әсәһенең фамилияһы – Мәжитова, ауылы ла тап килә. Ә бит дөрөҫөн асыҡлау ҡыйын да, оҙаҡ та булмаҫ ине! Ҡалай үкенес! Ә хәҙер үтә ныҡ һуңламанымы икән был дөрөҫлөк? Балаларҙың күңелен яралар дөрөҫлөк кәрәкме икән? Улар нисек ҡабул итер? Ҡатынына белдермәҫкә тырышһа ла, Заһир һаман шул һорауына аныҡ ҡына яуап таба алмай йонсоно. Ике ут араһында ҡалғайны: бер яҡтан – ҡыҙын йәлләүҙән эсе янды, икенсе яҡтан – ҡатыны өсөн ут йотто. Сыҙаманы, ғүмере буйы сере һыйған өлкән дуҫына, үҙенең тәүге уҡытыусыһына кәңәш итте. «Ағай, минең хәлгә ҡалһаң, нишләр инең?» «Әсә йөрәге – әүлиә, – тине ҡайғыны ла, шатлыҡты ла күп күргән ҡарт. – Тар ҡорһағын киң итеп туғыҙ ай буйына күтәреп йөрөгәндә ул йөрәк сабыйына ниндәй генә серҙәрен асмаған, тиһең?! Беҙ белмәгән күпме йомаҡ донъяла. Ырыу хәтере тигән нәмә бар. Ә холоҡ-фиғел? Хатта ҡан төркөмөбөҙгә тиклем төрлө-төрлө бит. Шуларҙың барыһын да уйла ла хәл ит».
«Ярай», – тине Заһир. Ә күңелендә һаман да, бәлки, бары тышҡы оҡшашлыҡ ҡыналыр, тигән бәләкәс кенә өмөтө баҙланы. Билдәһеҙлек түҙгеһеҙ ине. Иртән үк юлға сыҡтылар. Улар барып еткәндә балалар ауылдың уртаһында урынлашҡан мәктәпкә килә генә башлағайны.
Мәктәп ҡапҡаһы эргәһендәрәк туҡтап, машинанан сыҡмай ғына көт­төләр. Байтаҡ ултырҙылар. Дәрес башланырға ваҡыт етеп килә ине инде, бына бер мәл тыҡрыҡтан терегөмөш кеүек етеҙ бер йомроҡас ҡына малай сырҡылдығын сығып көлә-көлә атылып килеп сыҡты. Уны күреү менән ҡатыны­ның хаҡлығына бер генә шиге лә ҡал­маны Заһирҙың. Был бала һуйып ҡаплаған һымаҡ ҡыҙҙары Айзиләгә оҡшағайны. Ул арала шуҡ малай сисеп бәреп киткән башлыҡты тотоп, артынан апайғынаһы ҡыуып етте, шаянды сырылдатып, башлығын кейҙерергә кереште:
– Тыңламаһаң, әсәйгә әйтәм. Улайтһаң, сәпит алып бирмәҫбеҙ ҙә ҡуйырбыҙ. Яланбаш йөрөһәң, тағы ауырыйһың инде бына. – Заһирға ҡыҙыҡайҙың йөҙө ныҡлап күренмәй, ә тауышы үҙәк өҙгөс, бәғерҙәрҙе телгес таныш ине.
Малай әрләй-әрләй башлығын кейҙергән апаһының ҡулынан ысҡыныу менән, уны тағы йолҡоп бырғаны ла: «Тоталмай, тоталмай!» – тип, сырҡ-сырҡ килеп, алға йүгерҙе, ә ҡыҙыҡай: «Аһ, һин уны!» – тип сәмләнеп, көлә-көлә уны баҫтырҙы. Ирекһеҙҙән йөҙҙә­ренә йылмайыу ҡунған ир менән ҡатын бер-береһенә ҡараны. «Күрҙеңме инде?!» – тигән һорау ине Мәликәнең ҡарашында, рәнйеү, әсенеү, битәр һис юҡ. Рәхмәт тойғоһонан күңеле нескәр­гән Заһир уның ҡалтыранған һыуыҡ бармаҡтарын усына йомдо.
– Хас та һин үҙең, – тине ул. – Алтынсыла, мин һиңә тәүләп күҙем төшкәндә тап ошолай инең. – Әйтте лә ҡарлыҡты. Боғаҙына килеп тығылған төйөрҙө йота алмай аҙапланды. – Ҡуңыр сәсең ошолай уҡ сикәләп үрелгән ине. Хатта: «Әсәйгә әйтәм!» – тип мырҙаңды баҫтырыуыңа тиклем һин...
– Айбулат та ныҡ шаян була торғайны шул. – Мәликә мөлдөр йәш­тәре аша иренең томанланған күҙҙәренә ҡараны. Ирле-ҡатынлы шым ғына илап, маңлайға маңлай терәшеп ултырҙылар. Заһирҙың усында ҡулдары йылынғас, Мәликә шым ғына:
– Инде нишләйбеҙ? – тип һораны.
– Барабыҙ инде. Танышып һөйләшәбеҙ. – тине Заһир. Әйтте лә борсолоп ҡараны: – Хәлең етерлекме? Күтәрә алаһыңмы? Ниндәй кешеләр, нимә тип әйтерҙәр – белеп булмай бит.
– Айзиләбеҙгә йәки бынау малай­ҙарына оҡшаһалар, насар кешеләр түгелдер, – тип йылмайған булды Мәли­кә. Тик күкшелләнеп торған ирендә­ренән ныҡ тулҡынланғаны, йөрәге һерелдәп торғаны күренә ине.
– Берәйһенән ҡайҙа йәшәгәндәрен һорашып киләйем дә, – тип машинанан сығырға ынтылды ир.
– Бынау тыҡрыҡтан аҫҡа төшәһең дә, күпер аша сыҡҡас, икенсе өй.
Заһирҙың ғәжәпләнеп ҡарауына моңһоу йылмайҙы ҡатын: «Баламдың ҡайҙа йәшәгәнен белешмәйенсә нисек түҙгәнмен, тип уйлайһың?!»
Әйтмәне, ире үҙе аңланы.
Һабан, тырма, трактор арбаһы, эреле-ваҡлы тәгәрмәс, башҡа тимер-томор тулы киң ихата янына килеп туҡтанылар. Ҙур «Беларусь» тракторы янында ике үҫмер мәшәҡәтләнә. Бәһлеүәндәй ҙурырағына ун алты йәштәрҙән дә кәм булмаһа, төптән йыуан сыҡҡан теремегенә – ун дүрт тирәһе.
– Әсәм өйҙә, атам баҫыуҙа, – тине үҫмерҙәрҙең береһе. – Инегеҙ, ин!
Ул арала өлкәне тракторҙы тоҡандырып, мырҙаһын ашыҡтырҙы.
– Мәктәптә түгелһегеҙме ни? – тип ҡыҙыҡһынды Мәликә. Уҡытыусы кеше уҡытыусы инде.
– Уборка лаһаң… – тип яуапланы малай вайымһыҙ ғына. Кабинаға менә һалып, ишекте ябырға ынтылғайны, Заһирҙың башы эшләп ҡалды.
– Атайығыҙға әйтегеҙ әле, тиҙ генә ҡайтып етһен. Райондан кешеләр килгән, тиерһең. Бик мөһим йомоштары бар.
Малай шапылдатып ишекте япты.
Ҡәҙимге ауыл өйөнөң ҙур ғына соланына инделәр. Инделәр ҙә бала саҡтарына сумған һымаҡ булдылар. Стеналағы ҡаҙауҙа бауланған ҡып-ҡыҙыл, эре тәлгәшле балан аҫылған. Ҙур-ҙур тәпәндәр, йәшниктәр. Күмәк балалы өйҙә шулай инде: уларҙың әсәләре лә вермишелде ҡумтаһы менән, шәкәрҙе тоҡлап алып ҡуя торғайны. Былай ҙа йөрәкһенгән Мәликәгә үткәндәрҙең хәтирәләре ябырылып хәлен алды, башы әйләнеп стенаға һөйәлде. Ишек шаҡырға йыйынған иренә, саҡ ҡына сабыр ит, тип ымланы. Ул арала ишек үҙе шар асылып китте лә туп-тумалаҡ ҡына, ҡара һылыу ҡатын күренде:
– Әйҙүк, әйҙүк, – тине ул Заһирға. – Балаларҙың береһе ҡайтҡанмы әллә, тип торам. Ҡырҡмаһа ҡырҡ ҡайтып урайҙар бит: йә көндәлек тороп ҡалған, йә дәфтәре онотолған… – тип алсаҡ һөйләнеп артынан әйҙәне, ишек артында ҡалған Мәликәне абайламаны.
Хәбәрен һөйләгән ыңғайға йүгерә-атлай барып оҙон өҫтәлдә ҡуҡрайған ҙур самауырына тотондо ла, артына боролоп ҡарағайны, шым ғына инеп ишек яңағына һөйәлгән Мәликәне күреп ҡаушаны.
– Килдеңме? – тине ул. Ҡулы менән һәрмәнеп, шунда торған ултырғысҡа терәлде.
– Көткәйнегеҙме?
– Миләүшә ҡайтып, асыҡ дәрескә килгән бер апай «шиғырҙы матур һөйләнең» тип маҡтаны. «Мин дә шиғыр яратам», – тип ҡосаҡлап иланы, тигәс тә аңлағайным.
– Нимә аңланығыҙ, нисек? Әллә һеҙ белә инегеҙме? Белеп йәшәнегеҙме? – Һорау артынан һорау яуҙырған ҡатынының тауышында ярһыу ишетеп, Заһир ике араға ҡыҫылырға ашыҡты.
– Әйҙә сисенәйек, үтеп ултырайыҡ, тынысланырға тырышайыҡ, яйлап аңлашайыҡ… Инде табыштыҡ, ашығаһы түгел.
Тып-тын өйҙә самауырға усаҡтан ҡуҙ һалып яңынан шыжлатҡас, өҫтәлгә йәш ҡаймаҡ, муйыллы ҡорот, сейәле май, мейестә ҡабарып бешкән икмәк һымаҡ танһыҡ ризыҡтар теҙелгәс, хужабикә сынаяҡтарға сәй яһап ултыртты ла хас та әсәйҙәре кеүек:
– Ынтылығыҙ, барынса етешеп ултырығыҙ, – тип ҡыҫтаны.
Мәликә ынтылманы, сабыр ғына яуап көттө.
– Мин Гөлбикә булам, – тине ҡатын.
– Эйе, беләбеҙ, – тине Заһир.
– Эйе лә баһа, – тип көлөмһөрәне тегеһе. – Эҙләп килеп тапҡас, беләһегеҙҙер инде.
– Мин Заһир булам, ҡатыным – Мәликә.
– Эйе, һеҙҙе таныйбыҙ. Килеп йыйылыш үткәргәнегеҙ бар. – Шунан өндәшмәй ултырҙы. Һүҙ әйтеүсе булмағас, йәнә башланы. – Уйлап-уйлап йөрөйөм дә, – тине, – ун ике йыл да үтеп киткән, ә кисә булған һымаҡ иҫкә төштө. – Йәнә шымды. Шөғөл табылғанға ҡыуанған һымаҡ, Заһирҙың бушаған сынаяғына сәй яһаны. – Мин бит төрөп тотторғас та алмаштыр­ғандарын һиҙҙем. Төргәктең еңелле­генән үк самаланым. Тимерйән мине кискә генә килеп алды. Һеҙҙе иртәнсәк үк сығарғайнылар.
– Эйе, – тине Мәликә. – Әсәйемдәр менән Заһир килеп алған. Мин Өфөлә реанимацияла ята инем.
– Эйе, бер ҡатындың ҡанын туҡтата алмайынса, самолет менән алып киткәндәр, сабыйы ҡалған, тип йәлләп һөйләгәндәр ине. Кемдең һөтө күп, һауып бирә торғайныҡ. Ялҡауыраҡ шәфҡәт туташтары имсәге ташҡан бисәләрҙән имеҙҙереп тә алғыланы.
– Һиҙгәс, нишләп өндәшмәнегеҙ? – тип һорарға саҡ үҙендә көс тапты шаҡ ҡатып ултырған Заһир.
– Әллә, ул ваҡытта Нәҡибем менән Яҡубым бар ине инде. Тышта әле һеҙ күргән малайҙар. Ә былар үҙҙәре төрөп тоттороп торғас: «Нишләп әле миңә генә гел ҡара-торо балалар булырға тейеш, әйҙә береһе аҡ булһын», – тип алып ҡайттым да киттем.
Мәликәнең, бындай ҙа алйот хәбәр буламы, тигән кеүек һушы китеп текләгәненә шиңеп, дауам итмәне хужабикә. Үҙенең тупырсыҡ кеүек шып-шыма, тос балаһы менән сағыштырғанда, ул сабыйҙың хәлһеҙ, ябыҡ булғанын, йүнләп имергә лә эшкинмәгәнен, имсәк һөтөнән айырылһа, мандымаҫын уйлап йәлләгәнен, башы бәлкелдәп торған сабыйҙың ун биш-егерме көн тигәндә, уның ҡуйы һөтөн имеп, шалҡандай ағарып, ирәбеләнеп киткәнен әллә нишләп әйтмәне. Аҡланған һымаҡ булыр, тип уйланымы?!
– Ә ирегеҙ? – тине Заһир. – Беҙ – ҡара, был бала – ап-аҡ йөҙлө, тимәнеме?
– Юҡсы. Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа. Кемдең нәҫелендә кем булмаған? Унан Тимерйәндең бәпескә текләп ултырырға форсаты ла юҡ. Уның бар белгәне – эш. Шунсама баланы кеше итеүе лә ай-һай бит… Шуға һәр кемгә – үҙенеке: мин бала табам, ул мал таба.
Һөйләшеү тәфтишкә оҡшап китһә лә, Мәликә:
– Үҙегеҙҙең ҡыҙығыҙ тураһында уйламанығыҙ ҙамы? – тип һорамай булдыра алманы.
– Әлләсе, – тине хужабикә. – Ҡайҙан артыҡ уйланып ултырырға ваҡыт?! – Миләшем сирләшкә булды. – Заһир менән Мәликәнең һораулы ҡарашына, Миләүшәне шулай тибеҙ ҙә ҡуябыҙ, тип аңлатты ла дауам итте, – Балалар ваҡ, мал-тыуар ишле, аталары көн оҙоно эштә. Етмәһә, шунда уҡ ҡабат йөккә уҙғанмын. Хәле һәйбәтлегенә шикләнмәгәнмендер ҙә, беҙҙең нәҫел ныҡ ул, бирешеп бармай.
Ул арала тышта мотоцикл тауышы ишетелде, теге малайҙарҙың кесерәге ашығып килеп инде.
– Атам, ҡыл һыймай, яуын башланырға тора, тип әйтергә ҡушты, – тине ул, Заһирға ҡарап. – Йомошон әйтеп ҡалдырһын, тине. Ҡана, әсәй, ашантыңды төрөп бир, мин бер асҡыс алырға ғына ҡайтҡайным, кире елдерҙем.
– Аталары минең һүҙҙән үтмәй ул, – тине Гөлбикә, улын оҙатҡас. – Мин нимә тиһәм, шул була.
– Әле нимә тип әйтәһегеҙ инде? – тине Заһир. Тик үҙен саҡ тыйып ултырған Мәликә тороп уҡ китте, иренә йәне көйөп ҡараны:
– Бында һорап тораһы юҡ инде, – тине. – Мин ҡыҙымды алам, тураһын әйтәм.
– Алаһың инде, – тине Гөлбикә йомшаҡ ҡына. – Барыбер гимназияға барырға хыяллана ине, йәтеш булыр, интернатта түгел, һеҙҙә йәшәр.
– Айзиләне ныҡ иркәләп үҫтергәнбеҙ. Әле уға әйтмәнек тә, – тип ҡыҫылырға ашыҡты Заһир. – Моғайын, әлегә беҙҙән айырылырға, ауылға килергә теләмәҫ.
– Әйҙә шунда йөрөһөн, гимназияла икәүләп уҡырҙар. Ялда, каникулда бында ҡайтып, өйҙө таҙалашып, кер йыуышып, ауыл күстәнәстәре алып китерҙәр. Ана шулай яйлап эҫенешеп бөтөрбөҙ әле.
Шулай итеп, Заһир менән Мәликәнең фажиғә күреп баш ватҡанын ябай ғына, бошмаҫ ҡына хәл итте лә ҡуйҙы был ҡатын.
Киләһе шәмбелә бергәләшеп танышырға, шунан Миләүшәне алып ҡайтып, уны гимназияға уҡырға урынлаштырырға килешеп хушлаштылар. Машинаға инеп ултырғас, ир менән ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәй: «Ошолай ҙа йәшәп була икән дә», – тигән һымаҡ бер-береһенә ҡарашып алды.

***
Ҡунаҡтар килеү уңайы менән, ә, бәлки, көн яуынлы булғанға, Мәжитовтарҙың ҙур ғаиләһе өйҙә ине. Бәһлеүән кәүҙәле, мыҡты атай кеше саҡ һыйып ултырғыста ултыра. Эшһеҙ торорға күнекмәгән ҡулдары бала башы ҙурлыҡ булып тубығында ята. Уға Заһир менән әңгәмәләшеп ултырыу бурысы йөкмәтелгән. Шулай булмаһа, күптән ырғып тороп йөк машинаһында соҡсонған ике улы эргәһендә булыр ине. Балаларҙың буталыуын Гөлбикәһе нисек аңлатҡандыр, ҡыҙҙарға алмаш-тилмәш ҡарап ала, ара-тирә көрһөнә лә: «Улай… – тип ҡуя. Шунан: – Ярай, һау булһындар», – тип өҫтәй.
Балаларҙың ҡалғандары әсәләре тирәһендә йүгерешә. Оҙон өҫтәлгә табын әҙерләйҙәр.
Ҡыҙҙарҙың икеһе лә шым ғына үҙҙәренекеләр яғынараҡ тартыла. Айзилә, ғөмүмән, өҙөп алырҙай итеп Заһирҙың беләгенә аҫылынған, унан бер аҙым да ҡалмай. Мәликә уны төрлөсә әүрәтеп, үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған йомро-йомро ҡарасман малайҙарға ылыҡтырырға маташып ҡараған була. Тегеләре, ысынлап та, һөйөп туя алмаҫлыҡ һөйкөмлө, шуҡ. Тик Хоҙайға ялынып-ялбарып алынған берҙән-бер һөйөклө бала булғанына күнеккән ҡыҙҙың үҙ ҡайғыһы – ҡайғы. Әле уның башҡаларҙа бер эше юҡ. Бала батшаны еңгән, тигән кеүек, үҙеммен тип үҫкән ҡыҙ әүәлге ваҡыт булһа, әллә ҡасан уҡ мең сәбәп табып бынан алып ҡайтып киткән булыр ине. Тик нишләһен, элекке ҡеүәтенең юҡлығын тойоп ҡаушаған, элекке саялығын ҡурҡыу алыштырған. Шымтайып, һеңеп юғалырҙай булып, атаһына һыйынған. Балаһының сатнаған йөрәгенән ҡанһырап тып-тып тамсы тамғанын ишеткән һымаҡ йәне йәнселеп ултырған Заһир үҙенең сараһыҙлығынан көрһөнөп-көрһөнөп ала. Ҡыҙының: «Һеҙ үҙегеҙҙең ҡыҙығыҙҙы нығыраҡ яратаһығыҙ инде, – тип илағаны, – хәҙер мин Миләүшә буламмы? – тип һорағаны йәнә иҫенә төшә. – Айзилә тигән исемемде әсәйем яратып ҡушҡан бит. Уны үҙенең ҡыҙына биргеһе килер».
Ә Миләүшәһе аш-һыу әҙерләшеү һылтауы менән үҙенең әсәһенең тирәһендәрәк йөрөргә тырыша.
Ул арала өс йәштәр тирәһендәге көләс малай, әлегә төпсөктәре, ахыры, Айзиләне арбарға маташып йөрөй. Йә машинаһын алып килеп күрһәтә, йә итәгенән тартып артынан әйҙәй. Быны күреп, әсәләренең күңеле нескәреп китте: «Йән тартмаһа ла, ҡан тарта инде. Сабый һиҙә шул», – тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡунаҡ апаһын бер нисек тә әүрәтә алмаған малай, яңы хәйлә уйлап тапҡас, арттан йүгереп килеп, ҡолағын үбеп ҡасҡас, рәхәтләнешеп көлдөләр. Хатта Айзиләнең дә сырайы яҡтыра төштө. Ә атай кеше: «Талип үҙенә арбамайынса туҡтамай инде ул, ҡуштан», – тип малайын тотоп һөймәйенсә сыҙаманы.
Заһир һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә күҙәтте был татыу ғаиләне. Бигерәк тә, үҙе әйтмешләй, барыһын да зыр әйләндергән Гөлбикәнең серен аңлағыһы килде. Бошмаҫ ҡына, һай ғына кеүек тә, ә бөтә йылылыҡ, тәртип, тәрбиә унан бит. Гел сәрелдәп, йомшап, бойороп йөрөгән кеүек булһа ла, һәр береһен күҙ-ҡарашы менән иркәләп, ҡағылып китеүе менән дә наҙлап өлгөрә икән дә.
…Ҡайтырға йыйындылар. Уҡырға оҙатҡан һымаҡ ҡына итеп, Миләү­шәнең әйберҙәрен тейәнеләр. Эреле-ваҡлы малайҙар, нишләптер осрашҡанда түгел, хушлашҡанда исемдәрен әйтеп: «Нәҡип, Яҡуп, Йосоп, Нәжип, Вәхит, Талип», – тип, ҡул биреп күреште. «Аһа, Сабит ҡайҙа? – тип тирә-яғына ҡаранды Миләүшә. – Сабит юҡсы».
Апаһы менән баҫтырышып мәктәпкә йөрөгән малай күренмәне. Иң беренсе сығып, алға, атаһы янына ҡунаҡлаған Айзиләне Мәликә артҡа, үҙе янына күсереп алды: «Ҡыҙҙа­рымдың уртаһында ултырып, уларҙы ҡосаҡлап ҡайтҡым килә», – тине. Ниһайәт, ҡуҙғалдылар. «Мырҙала­рымды һағынырмын инде», – тип бышылданы Миләүшә. Мәликә йыуатып өлгөрмәне, тәҙрәгә ҡарап барған Айзилә: «Атай, туҡтат!» – тип ҡысҡырып, Заһир саҡ туҡтатып өлгөрҙө: бер малай тәҙрәгә килеп ҡапланды. «Апай, китмә! Инде гел тыңлап йөрөйөм! Кәпәсемде ташламайым, Асҡар менән һуғышмайым!» – тип илай-илай һамаҡланы Сабит. Заһирға сығып, уны күтәреп алырға, күҙ йәштәрен һөртөп йыуатырға тура килде. «Апайыңдарҙы киләһе ялға алып киләбеҙ бит. Айзилә апайыңдың һиңә ярарлыҡ сәпите тора. Шуны ла алып килербеҙ, ҡар яуғансы уҡыуға елдереп кенә йөрөрһөң», – тине Заһир, баланы күкрәгенә ҡыҫып. Бәләкәй кешенең ҙур яратыуы үҙенең һыҡ­ранған күңелен йыуатты. Ул арала Нәҡип йүгереп килде, ишек алдарынан улар ҙа ҡарап торған икән.
Өндәшмәй генә ҡуҙғалып киттеләр. Ямғыр яуа башланы. Эре тамсылар туҡылдап йәмле йәйҙең үтеп киткәнен ҡабат иҫкәртеп, ҡыштың һулышын килтерҙе. Тыштағы еүеш һалҡында машинаның эсе уғата йылы, рәхәт тойолдо. Ҡыҙҙар ҙа, Мәликә лә йоҡлап киткәйне. Көҙгөнән уларға күҙ һалған Заһирға йәнә ҡыйын булып китте: Айзилә лә, Миләүшә лә әсә ҡуйынынан ситкә, тәҙрә яғына тартылған, маңлай­ҙарын быялаға терәгән. Береһе әлегә ылығып өлгөрмәгән, ә икенсеһенең күңеле яраланып өлгөргән. Башын уңайһыҙ итеп артҡа ташлап, тынысһыҙ йоҡлаған ҡатыны шул тиклем ҡыҙғаныс күренде.
…Ергә һылашып килгән ҡара болот томанға ҡушылып донъяны томаланы. Машина тиҙлеген аҡрынайтып, шыуышҡан шикелле генә бара ине. Көтмәгәндә ҡуйы болоттарҙы йыртып ебәргән һымаҡ ҡып-ҡыҙыл ҡояш күренде. Ҡарағусҡыл күк төҫкә ингән болоттар алтын менән ҡаймаланды. Яҡтыра башлаған алыҫ офоҡ иҫ китмәле төҫтәргә буялды. Был матур­лыҡҡа хайран ҡалып ҡараған Заһир, ҡатыны менән уртаҡлашырға теләп артына боролдо. Ҡыҙҙар әсәләренең түшенә баштарын һалып, маңлайға маңлай терәшеп мышнай. Мәликәнең башы уларҙың башына терәлгән.
Уятманы Заһир. Офоҡта уйнаған ғәжәйеп төҫтәрҙең тамашаһы аша ғаләмдең ниҙер белдергәнен самалап, машинаһын юл ситенәрәк туҡтатты. Алдарына ҡаршылыҡтар ҡуйып, һынауҙарға дусар итеп, яҙмыштарҙы сеймәлтеп сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Заһир менән Мәликәнең бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаҫлыҡ теләген – күмәк балалы ҙур, шаулы ғаиләлә гөрләшеп йәшәү хыялын ғәмәлгә әйләндерә ине. Шул уҡ ваҡытта бик күп башҡа теләктәр ҙә бойомға ашып килә: Сабитҡа – сәпит, Миләүшәгә – гимназия, Айзиләгә – иптәш, Талипҡа – йәнә бер апай… Беҙ белмәгән тағы әллә күпмеләре барҙыр әле, теләкһеҙ әҙәм балаһы буламы ни…

Гөлсирә Ғиззәтуллина.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Дауамы. Башы 3-сө һанда.

 

Автор:
Читайте нас: