+19 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
19 Апрель 2023, 16:07

Ишле иттеләр

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нажиә Игеҙйәнованың юморға бай, халыҡсан сатирик хикәйәләрен, юморескаларын уҡып, күңел ҡояшы көлә, йәнде яҡты хистәр сорнай. Тормош ысынбарлығын, кешеләрҙең характерын оҫта һынландырған ҡәләмдәшебеҙҙең тағы ла бер «тәмле» күстәнәсен ихластан ҡабул итегеҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!

Ишле иттеләр
Ишле иттеләр

Ишле иттеләр

Сатирик хикәйә

Мөҡсирә менән Йәүзирә Нурәйфәне күргәс, һәләк кинәнгән кеүек йылмайып сәләмләште. Нурәйфә үтеп киткәс, ике ҡатын борос ҡапты­лармы ни, йөҙҙәре яман сирылды: береһе иренен турһайтты, икенсеһе – ҡымтыны. Бер килке ултырғас, мыҫҡыллы йылмайыштылар. Әсе көлөүҙәренең сәбәбе үтә лә сетерекле ине. Серле ғәмәлде үҙҙәре генә белә – бер кемгә лә һөйләмәйҙәр.
...Улар өсөһө лә тегеү фабрикаһында эшләй. Мөҡсирә менән Йәүзирә – тегенсе, Нурәйфә – бухгалтер. Мөҡсирә менән Йәүзирәнең ирҙәре бар, Нурәйфә – яңғыҙ.
Мөҡсирә менән Йәүзирә туғыҙ ҡатлы йорттоң өсөнсөһөндә донъя көтә. Фатирҙарының ишектәре лә ҡапма-ҡаршы ғына. Ут күршеләр бик татыу. Ә Нурәйфә ошо йорттан арыраҡ йәшәй. Әммә кибеттәргә Мөҡсирә менән Йәүзирәнең йорто янынан үтергә кәрәк. Шулай булғас, теләйһеңме, теләмәйһеңме, эштә генә түгел, ял көндәрендә лә осрашалар.
Подъезд алдындағы эскәмйәләге ҡатындары янына йыш ҡына ирҙәре лә ултыра. Уларҙың эргәләрендә булыуын Мөҡсирә менән Йәүзирә бик өнәмәй. Сөнки яндарында булған һайын ярышып тигәндәй бер хәбәрҙе сурыталар.
– Бала тапһаң, былай йәйелеп ултырмаҫ инең, – тип ғәҙәттәгесә һүҙ башлай Мөҡсирәнең йәмәғәте Илбәрис. – Малай үҫтергем килә. Ә һин сусҡанан былайыраҡ һимеҙ­һең, – ти, нәфрәтен йәшермәй. – Сусҡа менән сағыштырыу ҙа дөрөҫ түгел әле, сусҡа бер юлы һигеҙ-унарҙы балалай. Ә һин бер-икене табырға ла эшкинмәйһең!
Мөҡсирә ярһып аҡыра:
– Тикшерелергә, кемдең эшкинмәгәнен асыҡларға кәрәк!
Янъялға Йәүзирәнең йәре Йәрүән ҡушыла:
– Ярай, минең бисә был ҡәҙәре майлы ҡалъяға әйләнмәҫ борон бер ҡыҙ табып өлгөрҙө. Хәҙер юҡ инде – өмөт бөттө. Ғаиләлә алты бала үҫтек. «Күмәк бала – ҙур бәхет» тип кинәнер ине инәйем менән әтейем.
– Хәҙерге заманда алты баланы нисек туйҙырыр инек?! – Йәүзирә йән асыуына аҡырҙы. – Аҡсаны күп эшлә! Тапҡан-таянғаның алты балаға түгел, үҙеңдең ауыҙыңа ла йоҡмай бит!
Нурәйфә күренде. Ул үтеп киткәс, Йәрүән тәрән көрһөндө:
– Был ханым бигерәк һылыу, һомғол кәүҙәле!
Бына ошо көрһөнөү Йәүзирәнең йөрәгенә һүнмәҫ-һүрелмәҫ ут һалды ла инде. Ирҙәр үҙ мәшәҡәттәре менән яндарынан киткәс тә һүҙ башланы:
– Минең ир ҡайһылай уфтана. Был бисәкәйгә күптән ғашиҡтыр әле. Һинеке лә уны күрһә, күҙҙәрен упайтып текәлә. Ирһеҙ ҡалмайыҡ. Сибәр бисәгә әтрәгәләмдәрҙе ебәрәйек. Әллә кем булып йөрөмәһен. Ире үлгәнгә биш йыл бит. Эйе, нисек түҙә икән... хи-хи-хи... яңғыҙ йоҡларға...хи-хи-хи... Йәрүәндең эш яратмаған, ифрат ялҡау танышы бар. Инәйе менән осрашһаҡ, һәләк зарлана. Уға ла әйтермен, улыңды мин ҡалдырған ошо адресҡа ебәр, тиермен.
– Өйләнешеп ҡуйһалар? – Мөҡсирә, һөйләшкәндәрен кемдер ишетеп ҡуймаһын тинеме, тирә-яғына аландап алды. – Әллә... әллә... Нурәйфәнең ире алтын ине: эсмәне, тартманы, бик егәрле булды. Юл фажиғәһе арҡаһында мәңгелеккә күсте. Һин димләгән ялҡауға сыҡмаҫ ул...
– Уның ялҡаулығын Нурәйфә белмәй бит, – Йәүзирә рәхәтләнеп көлдө.
– Эшкинмәгән, булдыҡһыҙ кешенең булмышы төҫөндә, ҡиәфәтендә күренә.
Саҡайға әхирәттәр Нурәйфәне маҡтап-маҡтап адресын бирҙе.
– Өҫ-башыңды йүнәт, былай әшәке булып барма, – тип оҙаттылар.
– Әгәр быны оҡшатмаһа, яҡын да юлатмаһа? – Мөҡсирә һаман аптыранды.
– Яҡын юлатмаһа ни, бигерәк яҡшы. Уға шундай шаҡшыларҙан башҡа, арыуҙар ҡарамауын яҡшы аңлар!
Ял көнө булғас, Йәүзирәнең йәмәғәте – баҡсала. Ҡатынын үҙе менән йөрөтмәй. Уныһы йыуан булғас, эйелмәй-бөгөлмәй, бер нимә лә эшләй алмай.
Ә теге Саҡай тигән бәндә шул көндө үк Йәүзирәләргә килеп етте:
– Миңә тәғәйен бисә түгел. Аш-һыуға оҫта икән, һарыҡ итенән манты ашатты, ер еләге ҡайнат­маһы менән сәй эсерҙе. Тамағым туҡ, өс көн ашамаһам да була. Ниңә килгәнемде әйткәйнем уға, «үҙегеҙгә тиңде осратыр­һығыҙ, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ», тип оҙатты.
Хәҙер әтрәгәләм табыу Мөҡсирәгә инде. Ул да Нурәйфәгә буласаҡ, дөрөҫөрәге, димләйәсәк ир ишаратын бик тиҙ тапты.
Быныһы ла уңманы. Мөҡсирәгә үпкәләне хатта:
– Шундай культурный бисә миңә ҡарар, мине үҙ итер, тинеңме? Ниңә килгәнемде әйткәйнем, «бойоҡмағыҙ, үҙегеҙгә тиңде осратырһығыҙ», тип сығарып ебәрҙе.
– Кем ебәргәнде әйтмәнеңме, киҫәткәйнем бит? – Мөҡсирә зәһәр ҡарашын бисараға төбәне.
– Ю-у-уҡ... – тип сайҡалды быныһы.
Ике әхирәт баҙанманы, ҡомарланып кеше эҙләне. Әтрәгәләмдәр күп бит хәҙер – мәнһеҙ, һәлкәү бәндәләр табылып торҙо. Нурәйфәгә алты мәртәбә белекһеҙҙәрҙе ебәрҙеләр – алтыһы ла уңманы, дан кәләшле була алманы. Әммә әхирәттәр тантана итте: Нурәйфә осраһа, янынан ғорур төҫ алып, текә атлап үтте. Ә Нурәйфә кәмһенгәнен һиҙҙермәне, әллә бисәләрҙең хөсөтлөгөн аңламаны – ғәҙәтенсә тыныс булды.
– Ир эҙләп йонсоноҡ, Йәүзирә. Етенсеһен ебәрәйек тә, ял итеп алырбыҙ. Шунан тағы «кейәүҙәр» эҙләрбеҙ, – тине лә Мөҡсирә, дәртләнеп хихылданы.
– Шулай итәйек, – Йәүзирә йәһәт ризалашты. – Ғәффә исемле таныш ҡарсығым бар. Уның менән гел һөйләшеп йөрөйбөҙ. Яңыраҡ урамда осраттым. Кәйефе юҡ. Һүҙ башланы: «Һине һәләк шәп димсе, тиҙәр. Низуан исемле ейәнем ауылдан килде. Эш юҡлығы бәкә­ленә һуҡҡан. Хәҙер миндә йәшәй. Кил, уны күр, берәйһенә димлә. «Димсе диңгеҙ кистерә». Әлегәсә өйләнмәүенә көйәм», – ти бахыр ҡарсыҡ.
Әтрәгәләмдәрҙең: «Серҙе бер кемгә лә һөйләмәм» – тиеүҙәренә ниңә ышандыҡ икән? Беҙҙең ни менән шөғөлләнгәнде беләләр, тимәк. Ә Нурәйфә күптән беләлер инде... Ғәффә ҡарсыҡ «Димсе диңгеҙ кистерә» тип, абайлап тора бит.
Йәүзирә Ғәффә әбейҙә ауылдан килгән кешене осратып, Нурәйфәнең адресын бирҙе. Хәҙер ике әхирәт сираттағы этлектәренең һөҙөмтәһен көттө. Оҙаҡ көттөләр. Аҙна ваҡыт үтте. Низуан күренмәне. Йәүзирә түҙмәне, Низуандың өләсәһенә юлланды. Ә ҡарсыҡ үҙе ғажиз икән.
– Ейәнем һаман ҡайтманы. Ҡайҙа, кемгә ебәргәйнең? – тип иламһыраны ул.
Шул саҡ ҡояштай балҡып, Низуан килеп инде.
– Ошо йәшемә еткәнсе бар булмышым менән яратырлыҡ ҡатын-ҡыҙ эҙләнем. Һеҙ осраштырҙығыҙ Нурәйфә менән! Рәхмәт һеҙгә! Туйыбыҙҙың түрендә булырһығыҙ!
Ҡыҫҡаһы, Низуан менән Нурәйфәнең туйында Мөҡсирә, Йәүзирә ирҙәре менән, Ғәффә әбей түрҙә ултырҙы. Туй дан булды. Илбәрис ҡотлау һүҙҙәре әйтте:
– Низуан кейәү электрик икән. Беҙҙең ойошмаға эшкә урынлашты. Кәләшле лә булды. Нурәйфә менән Низуан – һоҡланғыс иш! Бәхетле булығыҙ! Һеҙҙе ишле итеүсе Йәүзирә менән Мөҡсирәгә – афарин, тип әйтергә кәрәк!
Табындағылар гөрләтеп ҡул сапты.
Күҙ ситтәре менән бер-береһенә иләмһеҙ ҡараған ике әхирәттең йөҙҙәре самаһыҙ ағарғайны. Әлбиттә, үрһәләнеүҙәренең сәбәбен үҙҙәре генә белә...
...Йыл үтеүгә Нурәйфә Низуанына игеҙәк малай тотторҙо.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Ишле иттеләр
Ишле иттеләр
Автор:
Читайте нас: