+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
22 Март 2023, 10:12

«Сарсағанға һыуһын була алмай Тереһыуһыҙ ҡалған буш ҡоҙоҡ...»

Таңһылыу Ҡарамышева шиғырҙары иҫ киткес һәләткә эйә: күңел сөңгөлдәренең аҫтын-өҫкә әйләндереп, йөрәктәрҙе кәрәҙ балылай хуш еҫле һуты, таты, ҡото менән һуғарып, сафландыра, бейегәйтә, бөйөгәйтә. Һәр шиғри һүҙе, ғәжәйеп йәнле сағыштырыуҙары телебеҙҙең ни тиклем бай биҙәкле булыуын раҫлаһа, фәлсәфәүи мәғәнәһе иһә аң-уй кимәлен юғарылыҡҡа күтәрә, асмандарға әйҙәй. Тел, рух, милләт һаҡсыһы булған хөрмәтле әҙибәбеҙҙе 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм дә шиғри моң һандығының һәр саҡ тулы булыуын, гәүһәр һүҙ хазинаһының тағы ла сағыуыраҡ балҡыуын теләйбеҙ!

«Сарсағанға һыуһын була алмай Тереһыуһыҙ ҡалған буш ҡоҙоҡ...»
«Сарсағанға һыуһын була алмай Тереһыуһыҙ ҡалған буш ҡоҙоҡ...»

Сылбыр
Әҙәм шытҡан – тәүге бәндә,
Кешелектең орлоғо.
Һаман тоташ, өҙөлмәгән
Быуындарҙың сылбыры.
Мин донъяға тыуһын өсөн
Кәрәк булған бер әҙәм:
Тәүге әҙәм – тәү пәйғәмбәр,
Яҙамын һиңә ғәзәл!
Мин донъяға тыуһын өсөн
Кәрәккән атам-әсәм,
Олатайым, өләсәйем,
Мең ҡартатам, мең ҡәрсәм.
Рәхмәтлемен мин уларға,
Тамырыма – ҡаныма:
Мин тыуғансы ерҙә булған
Ырыуым урманына.
Киләсәк үә тарих һаҡсым,
Ғәзәлдәрем – күҙ нурым,
Маңлайҙағы хаҡ яҙмышым –
Өҙөлмәҫ иҫ сылбырым.

Ҡатын-ҡыҙ
Һуғарғысы, йәшәү сығанағы,
Йәншишмәһе ирҙең – ҡатын-ҡыҙ.
Ҡабат-ҡабат урап килә торған,
Ғәйрәт биреп торған аҫыл ҡуш.
Сарсағанға һыуһын була алмай
Тереһыуһыҙ ҡалған буш ҡоҙоҡ.
Ҡатын-ҡыҙ ул һөйөү ағымының
Тулылығы менән тик ҡыҙыҡ.
Һәр саҡта ла көслө була алыу –
Ҡатын-ҡыҙҙың иң төп ғәмәле,
Бағланышы, ерҙә йәшәгәндә
Әйҙәп йөрөтөүсе әләме.
Ир ҡатынға тотош донъя түгел,
Ә бары тик сатҡы, осҡоно.
Ошо осҡон, ошо сатҡы өсөн
Бар ирҙәргә йүг(е)реп ҡайтыр ер.
Тулҡындары ғәййәр ҡатындарға
Йәнен бирергә лә әҙер ир.

Ҡот
Мин – ҡатын-ҡыҙ, йорттоң ҡото,
Янып торған усағы,
Етәге үә итәгелер,
Уңдырышлы тупрағы.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, йорт йөрәге,
Һиҙгер, нескә тойғоһо,
Бәйелде үҙ урынына
Ултыртыр урындығы.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, өй терәге,
Тотҡаһын тотҡан усы,
Алтын аҡыл еңеренә
Ҡаҡшамаҫ ышанысы.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, йорт сырағы,
Һүрелмәҫ намыҫылыр,
Ер бишеген бәүелтеүсе
Байымаҫ ҡояшылыр.

Риүәйәт
Йөҙөм – әҙәм баҡсаһында
Йәшәгән башлы йылан:
Һөйләшкән аҡыл телендә,
Булмаған бер ҙә тиран.
Кәңәш иткән, ышандырған
Әҙәменең Һауаһын:
Тәмлә, тиеп, киҫеп әйткән
Тыйылған аң алмаһын!
Үҙ үлеме менән һәр кем
Хаҡлы тигән үлеүгә –
Таян, тигән, һин, гүзәл зат,
Көскә түгел, һөйөүгә!
Еңеп сыҡҡан ошо ҡөҙрәт:
Ҡатындың ҡатынлығы!
Урынлашҡан йөҙөмлөктә
Алиһә хакимлығы.
Бер ҡасан да был ожмахта
Булмаған, ти, һуғыштар,
Тыйылынған сик боҙоуҙар,
Баш ҡыйыусы ҡылыстар.
Тик йәннәттән бер көн килеп
Ҡыуғандар, ти, Әҙәмде.
Яһилланған кешелектән
Таҙартҡандар ғаләмде.
Кәмһетелгән, хоҡуғынан
Яҙҙырылған ҡатындар...
Мөхәббәткә таянмаған
Донъя яҙған аҡылдан.


Бишек йыры
Ҡарын бишегенән күсә
Сөйҙәге сәңгелдәккә,
Үҫә-үҫә бала-саға
Атыла әүһелдәктә.
Шунан уларҙы бәүелтә
Йәшәйештең бишеге.
Ғүмере бар һәр кемде лә
Көтә сәңгелдәк көйө.
Мин дә көйләнем бит уны
Бәпесем тыуған йылды:
Кешелек таңы атҡандан
Башланған бөйөк йырҙы.
Йөрәк тибеше шикелле
Бишектең тирбәлеше,
Тыныс аҡҡан тәрән йылға
Һалмаҡлығы рәүеше.
Әсә йырлай... Юҡ бер төрлө
Хәүеф-хәтәр сабыйға.
Татлы сырымына китә
Имен-һау, көйлө донъя.
Ҡояш күҙен йомоп тыңлай,
Ай-йондоҙҙар йәнләнә.
Әйтерһең дә, ошо көйгә
Ер күсәре әйләнә.
Кешелектең ғүмер йыры
Ләззәт хисен юймайҙыр:
Ҡарындағы тере йәндәй,
Ауырлығын тоймайҙыр...

Тыңланым мин тынлыҡты
Тыңланым мин тынлыҡты.
Елдәр иҫте шипкертен.
Тыуасаҡ сабыйымдың
Бишек йырын ишеттем.
Йырланым мин был йырҙы
Туғайҙа үҫкән гөлгә,
Донъяға тыуыр йәндең
Атаһы булыр иргә.
Йөгөм көйөн көйләнем
Кендек инәләренә,
Тәнәйҙе һаҡлаясаҡ
Өйөм эйәләренә.
Сабый тыуғас, бишекте
Тирәләп йыр йырланыҡ:
Шипкерт елдән ишеткән
Үҙ моңон ололаныҡ.
Тыңланым мин тынлыҡты...
Елдәрҙән килде хәбәр:
Үҙ йырың тик оҙатыр
Һуңғы юлыңа ҡәҙәр!

Түңәрәк өҫтәл
Ишле булды атам ғаиләһе,
Өҫтәлебеҙ булды түңәрәк.
Табын артындағы ултырған ер
Түрһеҙ булды, ҡотло, мөбәрәк.
Түре булманы был түңәрәктең,
Ишек яғындағы мөйөшө.
Түрбаш булды беҙҙең һәммәбеҙҙең
Өлөшөнә төшкән көмөшө.
Шаярыштыҡ, ыҙғышып та киттек,
Ҡыуылманы бер кем тупһаға.
Һәр бер мәсьәләне бергә систек,
Кәңәшләштек, һалып уртаға.
Әйтер ине әсәй, бармаҡ янап:
Түр ҡәҙерен йүнһеҙ белмәгән!
Киҫәтеп бит әйткән йәнә халҡым:
Түрекмәгән түрен бирмәгән!
Бала саҡтан яң(ғы)рай күңелемдең
Яҡшы теләк, изге алғышы:
Түңәрәккәй өҫтәл арттарында
Хәл ителһен донъя яҙмышы!

Ир үә ҡатын
Ир күҙ булһа, ҡатын – керпек,
Дәрәжәгә мәртәбә:
Тигеҙ ғүмер итер ирҙе
Тота белә кәртәлә.
Ир – келәт ул, ҡатын – йоҙаҡ,
Асҡысы уның – аҡыл.
Балҡытып тота торлағын:
Ирҙең ҡояшы – ҡатын!
Ир – иләймән, ил имәне,
Ҡатындар – унда ҡайын.
Ҡайындарҙы яратмайҙыр
Хыянат һөйгән хаин.
Ир – ғәййәр ҡош, осҡанында
Ыласынға тиң булғас.
Ҡыйғырлыҡҡа мәҙих арнай
Ҡатын – йырсы һандуғас.
Әлдә булған ике ҡанат:
Йәнбирҙекәй, Йәнбикәү,
Кешелеккә ғүмер биргән
Әҙәм, Һауа – тәү икәү!
Ир ут булһа, ҡатын – һыуҙыр,
Ике ярты – бер ҡушаҡ.
Улар ҡушаҡ булған өсөн
Һыу аға, яна усаҡ.
Тотоп тора ғаиләне
Еңел булмаған хеҙмәт:
Йөрәктәге иң изге хис –
Ҡатынға булған хөрмәт!
Ир баш булһа, ҡатын – муйын,
Башты тотоп торалыр,
Ҡыйыҡ итеп йәшәү көсөн
Донъя йәнен ҡоралыр.

Һомай
Ҡоштар батшаһы ҡыҙы,
Асмандың яҡты ҡыҙы,
Үҙе ҡош үә үҙе ҡыҙ,
Әлеңге үә боронғо!
Атаһы уның Самрау,
Әсәһе уның Ҡояш,
Алтын уның тарағы,
Сәстәре ҡыҙыл ҡомас.
Донъяға ул килгәндә
Үлемһеҙ булып тыуған:
Йәншишмә һыуы менән
Инәһе тәнен йыуған.
Ер ҡошонан түгел ул:
Нур менән тамаҡлана,
Ә остиһә, күктәрҙә
Яҡтылыҡ ҡанат ҡаға.
Ҡош күлдәген систиһә,
Ер ҡыҙына әйләнә,
Йәне һөйгән йәр менән
Сәсе сәскә бәйләнә.
Урал батыр ҡатыны,
Әсәһе ул улдарҙың,
Ер йөҙөнә ҡош түгел,
Кеше булып тыуғандың.
Тереһыуға юл асҡан
Уралға Һомайыбыҙ,
Үлемһеҙ булһын, тиеп
Урмандар, туғайыбыҙ.
Ирененән үпкән ул,
Батыр ерҙән киткәндә,
Аҡҡош булып осҡан ул,
Ҡыҙ күлдәген сискәндә.
Башыбыҙҙың осонда
Ҡанатлы нур кәйелгән:
Йәнебеҙ бишегендә
Ҡояш ҡыҙы бәүелгән.

 

Автор:
Читайте нас: