-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
10 Март 2023, 15:29

Тамамланмаған әкиәт

Хикәйә Ауыр кәүҙәһе менән машинаға саҡ ултырған әсәһенең итектәренә ҡойо йәбешеп ингәнен дә, тегеһе уныһын иҫе китмәй генә аяҡ аҫтындағы балаҫҡа һыпырғанын да күреү Сараның күңелен сыйҙы. Әммә өндәшмәне ҡатын. Хатта сырайына ла сығарманы. Һәр ваҡыттағыса тыныс төҫ, сабыр ҡараш менән алдына төбәлеп, дәү машинаһын еңел генә ҡуҙғалтып алып китте.

Тамамланмаған әкиәт
Тамамланмаған әкиәт

Ҡаршыға йүгергән тигеҙ асфальтты, алда елпелдәшкән машиналарҙы күҙәтеп бара биргәс, тағы шул хәбәренә төштө Сәмиға:
– Ҡарамай эшкиндереп был выраштары... Шыпа ярҙам итмәне дауалары.
Сара уның был хәбәренә шундуҡ яуап та бирмәй. Бары магнитоланан ағылған көйҙө генә баҫа төшә.
– Ҡутара аҡса алырға беләләр, миңә анау һәтте юл йөрөүе анһат тейҙәрме икән...
Руль артындағы уға ҡарашын күсермәй генә яуаплай:
– Әсәй, дауа улай тиҙ генә булмай инде, сабыр ит саҡ ҡына. Әле ҡарала башлағаныңа өс көн. Һуң һин оло кеше лә инде...
– Ана шул оло кеше тип һыртлай инде барыһы ла!
Сәмиға үпкәләп үк китте, күҙҙәренә йәш алды. Әсәһенең холҡон белгән Сара һүҙҙе ҡуйыртманы, тегеһе ҡулъяулыҡ эҙләп кеҫәләрендә соҡона башлағас, салон ҡумтаһынан салфетка алып һондо.

«...Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡай. Уның әсәһе бик алыҫҡа киткән дә ҡайтмаған. Әсәһен ныҡ-ныҡ һағынған. Гел уның тураһында уйлаған. Шунан ҡыҙыҡай әсәһен эҙләп китергә булған...»

Был – уның әкиәте. Кистәрен оҙаҡ йоҡлай алмай, үҙе сығарған шул әкиәтенең дауамын уйлап, әллә ниндәй хыялдарға бирелеп ята торғайны. Артабан әкиәтте инде уның ысынбарлығы дауам итә. «Юлға сыҡҡанда сәскәле күлдәген алыр... Яңы туфлиҙарын! Мәктәп формаһын да ала инде – көҙгә уҡырға бара. Уға бит аҡ алъяпҡыслы форма алды өләсәһе... э-эй, өләсәһе бар ҙа инде... Ул китһә, ҡалайтыр икән? Илай инде... Кем уға һыу әпкилә? Кем пасуҙаһын йыуа?..» Шул тәңгәлгә килеп төртөлгәс, тағы әкиәттең аҙағы уйланмай, дөрөҫөрәге, уйлана алмай булып сыға. Бындай ҡатмарлы мәсьәләне сисеү юлын тапмай боршалана торғас ҡыҙыҡай ҙа, башы аша бөркәнгән ауыр йөн юрған аҫтында баҫылып, әүен баҙарына китә.

Әсәйһеҙ үҫһә лә, ҡайҙалыр әсәһе барлығын яҡшы белде Сара. Өләсәһе уға көн дә шул турала әйтеп кенә торҙо.
– Әсәң килеп төшһә, «ҡалай ҡыҙым ялбырап йөрөй» тейер, – тип етен сәстәрен төкөрөкләп сатырлатаһынан үреп ҡуйыр, йә булмаһа:
– Бәлтәңде яңыртыр кәрәк икән быйыл, әсәңә яҙыр кәрәк, әпкилһен, – тиһенме. Һәр хәлдә ул ҡәҙерле генә, танһыҡ ҡына булған әсәй бар һәм уны был кескәй өйҙә йәшәгән ҡарт әбей ҙә, бәләкәй ҡыҙсыҡ та үлеп ярата ине. Тора-бара Сара үҙе лә был турала ҡуша һөйләй башланы:
– Әсәйем килһә, мин уны мәктәптәге 8 Мартҡа апарырмын, йәме, өләс?
– Шайтырың.
– Был яңы ҡорғандарыбыҙҙы әсәйем күрһә: «Уй, ҡалай матур!» тип әйтер әле, ивет?
– Әйтер, әйтмәй һуң.

Оҙаҡ көттөрөп әллә ниҙә бер күренгән ниндәйҙер мөғжизә кеүек кенә булып йылына, йыл ярымға бер килеп төшә ине әсәһе. Уның «шул ваҡытта» тигәнен көтөү мәлдәре! Мәктәптән ҡайтып килгән һайын ҡапҡа төбөнә сығып торған әсәһен күреүгә өмөтләнеп зарыға. Ихатаға ингәс тә түрбаш тәҙрәһенә ҡаплана, урындыҡта әсәһе менән өләсәһе сәй эсеп ултырмаймы? Уны күреп тертләгән әбей тарамыш йоҙроғон һелтәп һуҡрана:
– Кит! Тыштан эскә ҡарама, кейәнке, мәйет саҡырып!
Унан кәйефе ҡырылған ейәнсәрен ҡалайтып та әүрәтмәк булып эргәһендә өйрөлә башлай:
– Ҡоймаҡ ҡойҙом балама. Икәүҙәшеп ҡоймаҡлаптырып сәй эсеп алып, анан лафкыға барып килербеҙ. Ҡыҙҙарға бишмәт кеүек матур нәмәләр әпкигәндәр тей, алырбыҙ ҡыҙыма, алмай әллә.
Унан әсәһе килеп төшә. Күстәнәстәр, бүләктәр, ят-ят тәмлекәстәр тейәп. Донъя тотош байрамға әүерелә Сараға. Әсәһе менән йоҡлай, етәкләшеп урамда йөрөй, аяҡтары ергә һәленеп торһа ла, ҡунаҡтар араһында алдына ала. Һәр ваҡыт уның йомшаҡ түшенә терәлеп, һырынып, эстән килгән һәлмәк кенә йөрәк тауышын тыңлап ултыра. Ошолай ғына тик ултырғыһы килә лә бит, әммә әсәһе оҙаҡ булмай, китә лә бара. Ул юлға йыйына башлау менән Сараның күңелендә «әсәһе уны ла алып китер» тигән өмөт ярала. Тик үҙе был теләген әйтә алмай, ҡыймай улай итеп һорарға йәки талап итергә. Был юлы әсәһе үҙе белер ҙә инде, ана әйтер, бына әйтер тип, туҡтауһыҙ эргәһендә уралана. Ялбарыулы ҡараштарын әсәһенең күҙҙәре менән осраштырырға тырышып, уға текәлә. Тик әсәһе күрмәй, нишләптер, бөтөнләй башҡа хәбәрҙәр һөйләп, башҡа нәмәләр менән ҡайнап тик йөрөй.
Ҡунаҡты оҙата сығып, өләсәһенең итәгенә һырынып ҡапҡа төбөндә тороп ҡалғанда ла, арба осонда ултырған әсәһенең ауыҙынан «әйҙә» тигән бер генә һүҙҙе көтә. Был һүҙ әйтелһә, уның бит бөтә нәмәһе әҙер, «һә» тигәнсе йыйынып арттарынан йүгерә ала. Әммә тилмереп көтөлгән һүҙ әйтелмәй. Кескәй ҡыҙ менән әбей, Сәмиғаны автобусҡа алып киткән ылау күҙҙән юғалғансы тора ла, һәр икеһе үҙ уйҙары баҫымында өйгә инә. Ҡарсыҡ урындыҡтан әле йыйылмаған да табынында самауыр яңыртып ебәрә:
– Юл артынан ризыҡланыу яҡшы була, юл уң була, әйҙә.
Ҡыҙыҡайҙа сәй ҡайғыһы юҡ, ул инде сикәләре буйлап йүгерә башлаған әсе йәштәр йырғанағын йәшерә лә, тыя ла алмай, түшәк-мендәрҙәр өҫтөнә ауа.
Унан төндәрен тағы әкиәт ярала: ...Борон-борон заманда бер ҡыҙыҡай йәшәгән. Уның әсәһе алыҫҡа киткән...
Һәм тағы ла тамамланмай ҡала...

Бер килгәнендә әсәһе менән өләсәһе сыйышып китте. Күберәген өләсәһе әйтте инде, Сараға билдәле булмаған «бала» тураһында ҡыҙып-ҡыҙып нимәләрҙер һөйләне ул. Әсәһе ҡаршы өндәшеп-өндәшеп ҡараны ла, унан «ҡуйсы ла» тип үпкәләп, тышҡа уҡ сығып китте. Йоҡонан уянып шөбһәләнеп ятҡан ҡыҙыҡай, урынынан һикереп тороп, әсәһенең артынан йүгерҙе. Ярһып урамда йөрөй ине Сәмиға. Һикәлтәлә аптырап баҫып торған Сараны күргәс, ул оторо илауланы:
– Ҡабат килмәйем мин! Килмәйем башҡа! Былайтып әрләп ултырһа, нимә бар миңә бында?
Шул ваҡыт йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы Сараның. Атылып өйгә кире инде. Инде лә шулай уҡ көйөнөп йөрөгән өләсәһенә ҡысҡырып та ебәрҙе:
– Нишәп минең әсәйемде илаттың?! Ҡабат килмәй бит хәҙер? Өләс! Нишәп улайттың? Ул килмәһә мин дә... сығып китәм!
Шул хәбәренән һуң үҙе лә буҙлап барып өләсәһенең итәгенә ҡапланды:
– Әрләмә әсәйемде... әрләмә...
Өләсәһе ҡатҡыл ҡулдары менән арҡаһынан бәпләне:
– Әрләмәм, әрләмәм... Э-эй, ҡыйраған әпсәһе буғас.

Мәктәп йылдарының урталарындамы икән, был һағыш икенсерәк тойғо менән алмашынды. Үпкә, үпкәләү, кемдер ҡыйырһытҡандан, кәмһеткәндән яҙыла алмаған хис моронланы ла күңелендә, тора-бара ҙурайғандан-ҙурайып, бар булмышын солғап алды. Ҡай арала шулай булып киткәнен дә һиҙмәй ҡалды Сара. Әхирәттәрен әсәләре төрлө бәлә-ҡазанан, хәүеф-хәтәрҙән аралай башлағасмы икән? Әллә үҫмерлек осорона инеп, йәшәйештең төшөнөп етмәгән яҡтарын кемдәндер һорашҡыһы, төпсөшкөһө килгән сағындамы? Ул теләгән һорауҙарға, ул теләгән талаптарға өләсәһе яуап бирә алмай ине инде. Артыҡ олоғайып киткәйне.
...Үкенесле булды шуныһы. Өлкәнәйгән өләсәһен ауыл өйөндә яңғыҙ ҡалдырып, мәктәптән һуң алыҫ ҡалаға уҡырға китергә мәжбүр булды. Институтты тамамлап эшләй башлаһам, өләсәйемде яныма алып ҡарармын, кеймәгән кейемдәрен кейҙерермен, ашамаған ризыҡтарын ауыҙ иттерермен, тип хыялланды ла... өлгөрмәне. Ул диплом ала торған йылды мыштырлап ҡына үҙ донъяһында йөрөп ятҡан әбей бер ятыуынан мәрхүм булды ла ҡуйҙы.
Әсәһе ерләүгә килде. Килде лә, ҡырҡына ҡалырға кәрәк булғас, теге яҡта ҡалған балалары өсөн өҙгөләнде. Шул ваҡыт Сара ҡасандыр үтә лә ғәзиз булған әсәһенең ни ғиллә менәндер күҙ алдында бөтөнләй ят, сит ҡатынға әүерелеүенә хайран ҡалды. Ҡәҙерлеһе, яҡыны, баҡтиһәң, зыяратта ҡалдырып ҡайтылған икән. Шул асыштан шаңҡыған ҡыҙ менән әсәһе араһында көсөргәнешле генә һөйләшеү булды.
– Нисек инде ҡала алмайһың? Ул һинең әсәйең дә инде, – тине Сара яйлап төйнәнә башлаған Сәмиғаға тура ҡарап.
– Үҙемдең донъя бар бит, балалар...
– Балаларың минән саҡ ҡына кесе. Ҡырҡ көн әсәйһеҙ тора алмайҙармы инде?
– Уй, улар ҡалып өйрәнмәгән бит, Айрат ағайың да, игеҙәктәр ҙә минһеҙ ултырып сәй ҙә эсмәй ул.
Әсенеп көлөү генә ҡалды Сараға:
– Ярай улайһа, мин ней өйрәнгәнмен ҡалып...

Өләсәһен юғалтҡандан әсәһенә булған бәйләнеше лә, әйтерһең, ҡуша үлде, юғалды ла ҡуйҙы. Туйына ла, бер-бер артлы тыуған улдарын күрергә лә Сара үҙе лә өндәшмәне, әсәһе лә ҡыҙыҡһынманы. Аҙағыраҡ, ире ныҡыша ҡалғас, ғаиләһе менән ике-өс йылда бер барып күреп китер булдылар. Былай яҡшы ҡаршы алдылар, ҡунаҡ итеп оҙаттылар. Елле машинала килгән, арыу урында эшләгән, хәлле йәшәгән, бында ла үҙ сығымдарын тулыһынса үҙҙәре ҡаплап йөрөй торған туғандарҙы ниңә ҡабул итмәҫкә инде, бер яҡтан?
Өсөнсө балаһы – ҡыҙы тыуып, ҡаҙ бәпкәһе кеүек күҙ алдында «пипелдәп» йүгергеләй башлағас, бала сағын уйлап, әсәйһеҙ үткәргән кисерештәрен иҫләп, сабый йәнен иҙгән һәм яҙылмаҫ йөй булып ҡалған ғазаптарын ҡабат-ҡабат хәтерендә яңыртыусан булды ла китте. Кистәрен йомғаҡтай ғына йомшаҡ ҡыҙсығын түшенә һырындырып йоҡлатҡанда, иртәнсәк уның йылы ҡулдарын муйынында тойғанда, кәйефһеҙләнеп йә еңмешләнеп илағанында йәшле сикәләрен супылдатып үпкәндә, тап ошондай ғына бер баланың бына ошондай ғына бәхеттәрҙән мәхрүм булыуы «келт» итеп иҫенә килде лә төштө, килде лә төштө. Әллә бәләкәсе үҙенең бала саҡ фотоларының күсермәһе кеүек булғанғамы? Әллә башҡа сәбәптән?..
«Ни өсөн ҡалдырҙы икән мине әсәй? Нисек йәне әсемәне? Ике йәшлек ғәзиз балаһын ташлап, ҡайҙағылыр ят кешенең өс балаһын ни йән менән ҡарап ултырҙы? Унда игеҙәк улдарын тапҡас та, әсәлек тойғолары яңырманымы, йөрәге асылып китмәнеме икән? Ниндәй күңел менән йоҡларға ятты ла ниндәй уйҙар менән уянды? Әгәр уны, уны һуң, балаһынан айырһалар... Тфү-тфү, Аллам һаҡлаһын! Айырһалар әгәр... Ул бит, ер аҫтына ташлаһалар, тырнаҡтары менән тырнап менер... Юлына арыҫлан сыҡһа, тотоп быуыр... Ул бит... йөрәген һурып алып ырғытыр ине... әгәр ошо сабыйын күрер, һөйөр форсаттан яҙһа! Ә ул, ни өсөн ул шундай танһыҡ бала була алманы? Ни сәбәптән әсәһе уға хыянат итте? Ниндәй ғәйебе булды уның әсәһе... яҙмышы... йыһан алдында?»
...Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡай...

Эш урынына килеп инеүе булды, секретарь ҡыҙ телефон трубкаһын һуҙып ҡаршы ҡалҡынды:
– Хәйерле иртә! Сара Булатовна, һеҙҙе иртәнсәктән телефондан эҙләйҙәр.
Трубканы тотоп кабинетына инде:
– Алло? Тыңлайым.
– Һаумыһығыҙ. Был Рауза, Айраттың ҡыҙы.
– Ә? Ә-ә... Аңланым. Ни булып китте, Рауза?
– Сәмиға апай ауырый бит... Башынан сыҙамай.
– Башынан? Ә-ә, табипҡа алып барманығыҙмы?
– Беҙҙең районда йүнле табип юҡ. Минең, мәҫәлән, уның менән йөрөрлөк ваҡыт та... Мәктәп эшен үҙең беләһеңдер.
– Ә малайҙар?
– Малайҙар ҡырҙа. Бер яҡтан, малайҙар әсәйҙе ҡарай алмай инде, ҡатын кешене йыуындырып-кейендереп тигәндәй...
Аптырауҙан Сараның яурындары күтәрелеп китте:
– Һеҙ миңә... нимә әйтергә теләйһегеҙ?
– Нимә тип ни... Һинең әсәйең дә инде ул. Беҙгә, мәҫәлән, ул әсәй түгел...
Ары нимә һөйләнелгәндер трубкала, иҫләмәй Сара. Шул мәл ваҡыт та, шул арауыҡ эсендә ҡайнашҡан хәл-ваҡиғалар ҙа туҡтап торғандай булды. Мейеһе, юҡ, мейеһе түгел, аҫта, аҫтараҡ, муйын менән күкрәк араһында бер ауыртыу барлыҡҡа килде. Йән ере шунда булды, ахыры. Йән еренә тейҙе был һүҙ: һинең әсәйең. Һәм шул һүҙ йырҙы ла быуаны:
– Ул минең әсәйем булманы, һеҙҙең әсәй булды. Һеҙ уны минән тартып алдығыҙ! Ул һеҙҙе етәкләп мәктәпкә алып барҙы, һеҙҙе дауаланы, һеҙҙе көтөп сәй ҡайнатты. Һеҙгә ҡустылар табып үҫтерҙе. Так что, ҡәҙерле туғандарым, мин нисек үҙ яйымды үҙем күргән кеүек, һеҙ ҙә үҙ хәлегеҙҙе үҙегеҙ ҡайғыртығыҙ, йәме!
Трубканы шапылдатып һалып ҡуйғас, креслоһына ултыра төшөп, һеңгәҙәп ҡалды.

Был төндө ул йоҡлай алманы. Иртәнсәкке һөйләшеүҙән ҡуҙғыған хис-тойғолары әллә тантана, әллә асырғаныу, әллә йәлләү булып болғанды, өйрөлмәккә, ҡойонға әйләнде. Көйөп-янып, илап-һыҡрап ята торғас, онотолоп киткәнме... теге әкиәтенә тотонған икән:
– Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡай... Уның әсәһе алыҫҡа киткән. Ҡыҙыҡай әсәһен эҙләп табырға булған...
Кинәт башына бер уй килде. Аһа, ниңә баштан уҡ килмәгән һуң ул?
– Әсәйҙе барып алырға кәрәк.

Саҡ өйрәнеп бара бер-береһенә Сәмиға менән Сара. Өлкән иргә йәш көйөнә барып, етмәһә, өс бала өҫтөнә булып, үҙен әллә кем итеп тойоп йәшәп өйрәнгәнгәме, һәр ваҡыт һүҙен һүҙ итеп, үҙен иғтибар үҙәгендә генә йәшәткәндәрме, әйткәнен тота килеп үтәтә һалғыһы килә әбейҙең. Әммә бабайы вафат булғас, уға был көн кинәт бөткән дә ҡуйған, күрәһең. Шулай уҡ ҡарап үҫтергән балаларына ҡапылдан кәрәк булмай сығыуын да ауыр кисерәме – илаулап-сарбаулап, үпкәләп-мыжып йонсотто. Тик Сара түҙҙе. Ул бит ошо мәлде, ошо көндәрҙе дүрт тиҫтәнән ашыу йылдар көттө. Әсәйле булыуын, уны өйҙә әсәһе ҡаршы алыуын, сөкөрләшеп сәй эсеүҙәрен... Әйҙә, көйһөҙләнеп тә, һуҡранып та йөрөһөн әйҙә, аш-һыу араһын болғап та бөтһөн, ейәндәренең исемдәрен бутаһын, бала кеүек ялтыр-йолторға ҡыҙығып ҡаңғыртһын, әйткәнде онотоп, биргәнде юғалтып, эләгеп-ҡолап йөрөһөн. Йөрөп кенә ятһын, тик ҡайҙалыр китәм генә тимәһен.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Хаят Йәрмөхәмәтова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: