+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Март 2023, 14:25

Бала ҡарғышы

Ринат Камалдың һәр әҫәре йәшәйештең аяуһыҙ ысынбарлығын сағылдырып, күңел сөңгөлдәренең аҫтын-өҫкә әйләндереү һәләтенә эйә. Сираттағы «Бала ҡарғышы» хикәйәһендә лә әҙәмдең ҡылған ҡылыҡтары өсөн язаһы әсе һәм тетрәндергес...Күптән түгел генә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының ХIХ съезында Ринат Камалға «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» исеме бирелде. Әҙипте юғары исем менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Бала ҡарғышы
Бала ҡарғышы

Бала ҡарғышы

Хикәйә


* * *
Бала иһә тыуа ла, тыумай ҙа. Фәрихә ҙур ҡайғыға ҡала. Ярай, заманы имен-аман торһа, ул саҡта сабыйы ла иңгә артыҡ йөк тойолмаҫ ине. Әле тирә-йүндә үлеш-ҡырылыш, афәт-ғәрәсәт, донъяһы әйләнеп-түңкәрелеп бара, кемдеке алыры, кемдеке аҫта ҡалыры ла билдәһеҙ. Әллә үле ҡалабыҙ, әллә тере булабыҙ тигәндәй, белгән эш юҡ. Һуғыш һәр йортҡа тынын өрә. Ул үле, ул ғәрип хәбәре алмаған ғаилә ҡалманы. Фәрихәнең иренән дә хәбәр-хәтер килмәгәнгә ни ғүмер. Әллә тере көйө ҡайта, әллә юҡ... Аптыраны-йөҙәне Фәрихә. Үҙе лә һантый инде: шундай ғәрәсәт, ҡырылыш заманында бәпәйләп ятмаһа. Кемгә хәжәт ул артыҡ тамаҡ?!
Өҫтәл өҫтөндә йыш ҡына тәғәм ризыҡ булмай. Үҙҙәре ас бүре ише ултыра. Урамға сығып олойһо йә хәйерселәп йөрөйһө генә ҡалды.
Фәрихә һуңғы арала кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Бары бер нисә тапҡыр, әҙәм аяғы һил булғас, артҡы яҡ урамдан ғына Бибиямал апаларына барып ураны. Йылға аръяғындағы өйҙәре икенсе ауылда тиерһең – йыраҡ. Шунда кәртә аша һикереп сыҡҡанда ауыры төшөп кенә китһә, исмаһам, бер юлы ҡотолор ине. Бәлә. Тәҡәте генә ҡороно. Тағы төрлө дарыуын да йотто, ауыр әйберҙәр ҙә күтәрҙе – ҡыланмағаны ҡалманы инде. Биргәс, бирә икән Хоҙай. Ахыры әмәлһеҙ көндө көттөләр. Үҙ ыңғайы менән килгәс, шунда бер яйын табырҙар.
Ул көндө Бибиямал иртүк хәл белеште. Фәрихә (йәшәгере!) етешкәйне инде. Бибиямал апай ишекте япты, келәләрҙе нығытты, төпкө яҡтың тәҙрә ҡорғанын да төшөрөп ҡуйҙы. Был мәлдә һеңлеһен тулғаҡ тота, ул ярҙамға саҡыра ине. Бибиямал оло ялғашҡа саҡ һыу ҡойоп өлгөрҙө. Беләктәрен, язалаусылай, терһәгенәсә төрөп ебәргәс, йүгереп барып үтәнән-үтә күренмәле аҡ мендәрҙәй йомғаҡты ҡабул итте лә тура шул һыулы ялғашҡа төшөрҙө...

Хаят Йәрмөхәмәтова һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 2-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Бала ҡарғышы
Бала ҡарғышы
Автор:
Читайте нас: