***
Беҙ, моғайын, гөлдәр затынандыр:
Сәнскелекәй, ҡырыҫ, яғымлы,
Шаян да, шуҡ, ипле, итәғәтле,
Бал-шәкәрле, йәшле-ямғырлы.
Ҡояш нурҙарына иҙрәп китеп,
Иркәләнә сәскә, гөлдәр ҙә.
Беҙ ҙә шулай! Ҡыр(ы)ҡ сырағын да
Яндырабыҙ, ҡалһаҡ көлдәргә.
Беҙ, моғайын, гөлдәр затынанбыҙ:
Рауза, ләлә йәки миләүшә.
Ниндәй булһа, уның һәр береһе
Ҡот, йәм өҫтәй, ергә нур сәсә.
Умырзая булһаҡ, тәүгеләрҙәй
Сафтан-саф беҙ, тыйнаҡ иҫ киткес;
Хуш еҫле һәм татлы ынйыҡайҙай
Наҙға урайбыҙ беҙ илерткес.
Ҡыҙыҡтырыр, ылыҡтырыр әле
Раузаның да сәнске энәһе;
Аҡсәскәнең матур күҙ ҡыҫыуын
Төштәреңдә генә күр, йәме.
Күгәрсенкәй күҙе кеүек кенә
Күк күҙлекәй ҡатын-ҡыҙҙар бар.
Барыбыҙ ҙа гөлдәр затынанбыҙ,
Барыбыҙ ҙа хисле, наҙлылар!
Беҙ, моғайын, гөлдәр затынандыр...
Уйланыу...
Һағыш утын йотоп,
Көндө болоҡһотоп,
Көҙмө йөрөй ҡара урманда?!
Күҙ-йәштәрен һөртөп,
Һаман улын көтөп,
Әсә ҡарай шыҡһыҙ урамға.
Ел дә көслө иҫә,
Үҙенекен итә,
Тыныслыҡты боҙа ел-дауыл.
Күк тә уйға батҡан,
Ҡуйы болот ҡалған,
Ҡайғы төҫө алды бар ауыл.
Ҡайғы төҫө ҡара,
Ҡояш батып бара,
Тик өҙөлмәй өмөт әсәйҙең.
Тыныслыҡты боҙоп,
Яраларҙы һыҙып,
Әкрен генә ел дә көсәйҙе...
***
Ҡыш оҙонға китте, бик оҙонға...
Ә күңелем күптән яҙҙарҙа.
Сығынлаған тайҙай тыпырсынам,
Уйҙар йөрөй әллә ҡайҙарҙа.
Ә хистәрем гөлдөр гөрләүектәй
Тәгәрәйҙәр, алға йүгерә.
Гөрләп аға йәнем ҡышта килеш...
Яҙ килешер микән йүләргә?
Ҡыш бауыры оҙон бигерәк тә,
Мин яратҡан яҙ һуң ҡайҙарҙа?
Сыҙап булыр микән һөйөүемә
Наҙҙар ғына тулы яҙҙарҙа?!
***
Бәхетемде әүәләнем
Алтын минуттарымдан,
Мең ғазапҡа бер торошло
Бәхетле саҡтарымдан.
Ел-ямғырҙан ҡурсып ҡына
Һаҡлаған инем уны,
Бөтә көсөмдө бағышлап,
Төҙөгән инем шуны.
Ватылды ла ҡуйҙы ваза,
Төшөп китеп ярылды.
Селпәрәмә килде инде...
Яңы бәхет яралһын!
***
Ғүмер нимә һуң ул?
Бер юл ғына.
А-нан Б-ға ҡәҙәр араһы...
Оҙонлоғон уның беҙ белмәйбеҙ,
Аҙағына күпме бараһы.
Ғүмер нимә һуң ул?
Сикһеҙ оҙон
Һикәлтәле, таҡыр бер һуҡмаҡ.
Илата ла, йыуата ла белә,
Эләкһә лә һиңә бер туҡмаҡ.
Ғүмер нимә һуң ул?
Матур бер юл,
Алып бара, тиҙәр, баҡсаға.
Һис кенә лә һатып алып булмай
Ожмах баҡсаларын аҡсаға.
Ғүмер, гүйә, сәскә бәйләме,
Һәр көнөнөң бар ул үҙ йәме.
***
Күңелемдең иң төбөндә
Бер һүҙ һаҡланым.
Әлегәсә, бөгөнгәсә
Ҡырҡ ҡабатланым.
Тура килмәй мәле, яйы,
Әйтер ваҡыты,
Әллә ниндәй оҙонлоҡҡа
Һуҙҙым ваҡытты...
Әйттем бөгөн. Рәхәтләнде
Хисле күңелем.
Их, белһәмсе һүҙгенәмдең
Кәрәк түгелен.
Бөгөн!
Бөгөн минең сәй эсәһем килә
Эҫе генә итеп, шәкәрләп.
Бөгөн генә! Тап шул бөгөн генә
Ҡыуанаһым килә тәгәрләп.
Бөгөн кейгем килә иң-иң затлы
Мин яратҡан ҡыҙыл күлдәкте.
Бөгөн кәрәк миңә тыныс тормош:
Ярһытаһым килмәй йөрәкте.
Бөгөн ҡайтҡым килә әсәйемә,
Бөгөн яҙҙым һиңә һуңғы хат.
Һәм... бөгөндән
ҙур бер нөктә ҡуйып,
Үткәндәргә әйтәм салауат.
Бөгөн килә минең һөйөләһем,
Яратылғым килә үҙеңдән.
Һис иртәгә, тимә. Иреп төшәм
Миңә төбәп әйткән һүҙеңдән…
Бөгөн генә! Тап шул бөгөн генә
Серләшәһе килә ултырып.
Онотолоп китеп, рәхәтләнеп
Көлгө килә донъя тултырып.
Бына бөгөн генә! Тап шул бөгөн
Маҡсатыма барам ынтылып.
Һуң булмаһын.
Мин дә йондоҙ кеүек
Төшәсәкмен ергә атылып.