+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
4 Февраль 2023, 11:55

Апайымдың иң бәхетле көнө

Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында йәшәп ижад итеүсе Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның һәр әҫәре көслө һәм күңел арбар ҡөҙрәткә эйә. Дүрт китап авторының йөрәккә үтеп инерлек тормошсан, уйландырырлыҡ хикәйә-повестарында мөхәббәт һәм нәфрәт, изгелек һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем кеүек мәңгелек темалар яҡтыртылып, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр һынландырыла. «Апайымдың иң бәхетле көнө» хикәйәһендә лә автор үҙенсәлекле алым ҡулланып, бәләкәс ҡыҙҙың кисерештәре аша оло донъя серен асырға, киләсәктә ниҙәр көткәнлеген күҙалларға тырыша. Һәр ҡатын-ҡыҙ тормошондағы «иң бәхетле көн»дән һуң яҙмыш йомғағы бәхет һуҡмағынан тәгәрәрме, әллә бәхетһеҙлек ептәренән туҡылырмы?..

Апайымдың иң бәхетле көнө
Апайымдың иң бәхетле көнө

Атаһы менән етәкләшеп килгән, яңы ғына атлай башлаған сабый, бар көсөн һалып, әсәһенә ҡаршы йүгерҙе. Әсәһе магазиндан уға тип ҡып-ҡыҙыл шар һатып алған икән. Сабый ауа-түнә барып етте лә, сөм ҡыҙыл шарҙы ҡыҫҡаҡ ҡына тулы бармаҡтары араһына ибәтәйһеҙ итеп ҡыҫтырып тотоп, шарҡылдап көлә-көлә кире атаһына ынтылды. Эй бәхетле ине сабый шул саҡ! Әйтерһең, уның ҡулында – һауа тултырылған ябай шар түгел, ә бәхет йомғағы! Уның ихлас көлөүенә, аяҡтарын тарбайтып йүгерергә маташыуына ҡарап, атаһы менән әсәһе генә түгел, бар тирә-яҡ ләззәтләнгән, шатланған, балҡып киткән төҫлө! Бөтөн донъя нурға мансылған, бәхет нурына ҡойонған бер илаһи мәл ине был! Әммә... ҡапыл бала һөрлөгөп китте һәм ҡулындағы шарының өҫтөнә барып төштө... Шарт! Донъя икегә бүленде: ҡояш һүнде, нур өҙөлдө... Сабый шарылдап илай башланы... Тирә-яҡты сараһыҙлыҡ, хатта бәхетһеҙлек солғап алғандай ине гүйә...
Апайымды ошо сабыйға оҡшаттым...
...Апайымды әйттерергә, бата уҡытырға, килделәр. Ҡалала уҡып йөрөһә лә, хатҡа яҙҙымы, әллә берәй йомош менән барыусы ауылдаш аша әйтеп ебәрҙеме икән апайым, әсәйемдәр, ҡоҙаларҙың килерен алдан белеп, ике-өс көн буйына әҙерләндек. Әллә нисә йәйем һалма йәйеп ҡырҡтыҡ, ҙур-ҙур табаҡтар тултырып бауырһаҡ, йыуаса, сәк-сәк бешерҙек, әсәйем менән ҡартәсәй, алмаш-тилмәш баҫып, өйҙәге мейестә лә, усаҡлыҡтағыһында ла ике-өс быуа икмәк бешереп алды. Ул ваҡытта салат-малат тигән нәмәне кешенең ашағаны ла, әҙерләгәне лә юҡ, өҫтәлгә бары табаҡ-табаҡ һалмалы аш, ит менән картуф, май, ҡорот, икмәк ҡуйылды. Магазиндан алынған тоҙло өгөрсә, тоҙло кәбеҫтә кеүек нәмәне лә ултырттыҡ: ни тиһәң дә, күрше ауылдан түгел, ҡаланан килә бит ҡоҙалар. Өйҙө кисә үк ҡырып-таҙалап, йыуып сығарғайныҡ, мейес тә ап-аҡ ҡына итеп ағартылған, ялт итеп тора. Тәҙрә ҡорған-пәрҙәләрен дә йыуып элгәс, өй эсе күҙгә күренеп күркәмләнде. Етмәһә, беҙҙең шатлыҡ тулы күңелдәр ҡояштан та былайыраҡ үҙе нығыраҡ балҡыта шикелле йортобоҙҙо.
Минең ҡыҙ әйттереү, бата тигән нәмәне тәүгә күреүем, шуға ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар йырлашып-гөрләшеп килеп төшөрҙәр, тип уйлағайным. Әммә «буханка» тип йөрөтөлгән машина епшек ҡарҙы йырып, сөбөрләп йырын яһап ағып ятҡан гөрләүектәрҙе сәсрәтеп, өй ҡаршыһына шым ғына килеп туҡтаны. Иң тәүҙә ишектән шатлыҡтан ҡояштай балҡыған йөҙлө апайым сыҡты. Уның шулай туҡтауһыҙ йылмайып торған сағын күргәнем юҡ ине! Артынса ауыр кәүҙәле, йыуантыҡ ҡына, тәпәш бер ҡатын, шунан еңел кәүҙәле тыртыҡ ҡына ҡатынҡай күренде.
Һимеҙе йылмайып күреште:
– Ай-й, алыҫ та йәшәйһегеҙ икән! Саҡ килеп еттек! Иҫән генә тораһығыҙмы?
– Аллаға шөкөр, үҙегеҙ һау ғына килеп еттегеҙме? Рәхим итегеҙ! Түрҙән уҙығыҙ, ҡоҙағыйҙар! Арынығыҙ инде! – тип әсәйем ҡоҙағыйҙарҙы өйгә әйҙүкләне.
Ябыҡ ҡоҙағый аҫтан һөҙә ҡарап, ниҙер мығырҙап ҡына үтте:
– Был йәһәннәм тишегенән дә кәләш алыр икән кеше, Алла һаҡлаһын!
Руль артында машина йөрөтөп килгәне еҙнәй үҙе булған икән:
– Һаумыһығыҙ, ҡайным, ҡәйнәм! – тип шарылдап килеп атай-әсәйем менән ҡуш ҡуллап күреште, ағайҙарымды арҡаларынан ҡаҡҡандай итеп, ҡосаҡлап алды. Мине иһә иң аҙаҡтан килеп ҡармап алып, – Шәпме, балдыҙ! – тип әйтеүе булды, ҡосағынан ысҡынып өйгә тоҡойҙом. Шуға күрә машинанан тағы кемдәр төшкәндер, абайламаным. Ыста, еҙнәй тигән кеше шулай һөждәһеҙ буламы икән?! Тәүгә күргән ҡайнағаларын, балдыҙын ҡосаҡлап торғас, бергә, туғанлашып йәшәй башлағас, ни булыр?! Минең өндәшмәҫ кенә атайым менән ағайым­дар ҙа бер мәлгә аптырап, ни әйтергә белмәй ҡалды, шикелле.
Өҫтәл артына ултырышырҙан алда бата уҡыталар икән. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар тәһәрәтләнеп, ҡулдарын сайып өйгә инеүгә, уларҙың бөтөнөһөн дә төпкө яҡҡа саҡырҙылар. Беҙҙе, бала-сағаны, индермәнеләр. Ҡустым менән мин ал яҡта шым ғына тыңлап ултырҙыҡ. Мулланың тауышы мөсһөҙ генә, етә ябылған ишек аша ишетелмәй ҙә. Әллә нимә мыңғырҙаны шунда. Әсәйемдең, баяғы йыуан ҡоҙағыйҙың тауышы ишетелгәндәй булды. Атайымдың, тамағын ҡырып: «Эйе, эйе», – тигәне ҡолаҡҡа салынды. Эй, ҡыҙыҡ түгел дәһәң был бата тигәндәре! Әллә нимә мөңгөрләштеләр ҙә – бөттө. Өҫтәл артына ултырып ҡунаҡ булыша башланылар. Уларға рәхәт: итләп һалма ашайҙар, беҙ бында ҡустым менән төкөрөктәрҙе йотоп, тамшанып ултырабыҙ. Әсәйем­дең, ит турағанда ҡалған һөйәктәрҙе бер ҡоштабаҡҡа һалып, таҫтамал менән ябып ҡуйғаны иҫемә төштө. Ипләп кенә шуны алдыбыҙға шылдырып ултырттым да ҡустым менән һөйәк мөнйөргә керештек. Эй, тәмле инде ҡаҙ ите менән ҡуша бешкән тана итенең һөйәктәре! Ҡулыбыҙҙан майы ағып тороуға ла ҡараманыҡ, рәхәтләнеп мөнйөп бөттөк. Ҡәртәсәйем, әсәйемдең һөйәк мөнйө­гәнен ҡарап аптырап ултыра-ултыра ла: «Беҙҙең килен барҙа эт тә кәрәкмәй!» – тип ҡуя торғайны. Беҙгә лә эт кәрәкмәне, хәтәр таҙа итеп йыпырып ҡуйҙыҡ. Ҡунаҡ көтөп, ҡоҙалар көтөп, әҙерләнеп, ныҡ асыҡтырған да һуң!
Ул арала төп яҡтың ишеге асылып китте, йәштәр сыға башланы. Мин тиҙ генә шау һөйәк тулы ҡоштабаҡты кире урынына этеп ултыртып, таҫтамалын ябып ҡуйҙым. Ярай әле шәйләп өлгөрмәнеләр. Гөрләшеп сығыусылар араһында апайым менән еҙнәй буласаҡ кеше лә бар. Апайымдың ике бите уттай яна, үҙе ғәләмәт матур кеүек күренә! Йәштәр улай-былай кейенгәнсе, еҙнәй мине күтәреп үк алды:
– Эй-й, ошолай сибәр балдыҙым бар икәнен белһәм, апайыңды алмай торор инем дә бит, белмәнем! – тигән була. Беләм инде, шаярта, еҙнәй булған берәү!
– Минең ҙурайғанды көтөр инеңме?
– Көтөр инем шул!
– Һо-о-о! Уңғансы һаҡалың билеңә етәр ине! – тип телләшәм.
– Уй, ошо балдыҙымдың-яңғыҙымдың телгенәһе! – Еҙнәй мине тупылдатып ярата ла ергә баҫтыра. Оҙаҡ күтәреп тора алмай инде, ҙурмын бит мин! Һигеҙ йәш! – Балдыҙ, хәҙер апайыңды йәшерәләр, шым ғына араларында йөрө лә ҡайһы өйгә йәшергәндәрен миңә ипләп кенә әйтерһең, йәме, – тип шыбырҙарға өлгөрә үҙе.
– Ништәп?
– Тс-с-сс... Мин һиңә аҡса бирермен, яраймы?! Тик берәүгә лә әйтмә, арттарынан эйәреп кенә йөрө...
Ниңә улай эшләүҙәрен, апайымды ниңә йәшереүҙәрен аңлап етмәһәм дә, йәштәр ыңғайына мин дә урамға сығам. Башыма дебет шәл һалып, пальтомдың төймәһен дә эләктерергә онотоп, тегеләр артынан төшәм. Ике еңгәй, ике әхирәте менән апайым ҡултыҡлашып, шәп-шәп атлап үрге осҡа табан атланы. Ҡайҙа ашығалар икән?! Арттарынан, юрғалап, саҡ өлгөрөп барам. Осҡа етмәҫ борон тыҡрыҡтан арғы урамға сыҡтылар ҙа Миңниса еңгәйҙәрҙең өйөнә ыңғайланылар. Тимәк, шунда йәшерәләр апайымды. Ысынлап та, өйгә ингәс, апайымдың пальтоһын, дебет шәлен систереп, карауатҡа урын һалдылар һәм апайымды урындың иң төбөнә һалып, өҫтөнән кире япма яптылар, алдынан яҫтыҡтарҙы рәтләп ултырттылар. Ыста, һис кенә лә урын араһында кеше ята тимәҫһең! Үәт йәшерә белә былар! Инде ҡустым менән йәшенмәк уйнағанда ошолайтып йәшенәйем әле! Ғүмерҙә лә таба алмаясаҡ та баһа! Апайымдың күк пальтоһын иһә уның әхирәтенә кейҙереп, башына аҡ ҡына ҡуян йөнөнән бәйләнгән шәлен бәйләп, шифоньер эсенә ултырттылар. Үҙҙәре өйҙөң утын һүндерҙе, соландағы ғына янып ҡалды. Тәҙрәнең ҡорғанын асып, кемделер көтә башланылар. Мин дә тәҙрәнән ҡарап ултырмаҡсы инем дә, ләкин мине апайымдың бер әхирәте үҙе менән алып, кире беҙҙең өйгә киттек. Ә унда байрам дауам итә: ҡоҙалар бер-береһенә өйрәнешеп алған, күрәһең, шау-гөр киләләр. Кемдер ҡурай тартып ебәрҙе, икенсеһе ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән уға ҡушылды:
– Сәрмән буйҡайҙары
киртләс-киртләс,
Киртләстәре күренер яҙ еткәс шул,
Киртләстәре күренер яҙ еткәс.
Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс,
Ҡыҙ балалар ҡайтмай ҙа бер киткәс.
«Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс», – тейсе! Апайым кейәүгә сыҡһа, башҡа ҡайтмаҫмы икән ни? Бөтөнләйме? Минең танау буйы әсетеп китә, күҙгә йәш төйөлә. Мыршылдарға ла күп һорап тормаҫ инем, кемдер һаҡ ҡына арттан килеп үҙенә тартып ала:
– Балдыҙым-яңғыҙым! Киттек апайыңды эҙләргә! – Абау, еҙнәм икән! Яңынан өҫтөмә кейенеп, һыуыҡ урамға сығырға тура килә. Был юлы йәштәр байтаҡ ҡына, гармунсы егетте уратып, күмәкләп урам буйлап атлайбыҙ. Ҡайҙа ут күренә, йәштәр шунда бара. Ишекте туҡылдатып, хужалар менән һөйләшкән арала мин йәһәт кенә еҙнәйемә ҡарайым да «Юҡ!» тигәнде белдереп, баш сайҡайым. Артабан китәбеҙ. Былар йырлашып үрге осҡа үтеп бара ине, мин йылт итеп, еҙнәмде етәкләп алдым да һыртҡы урамға тарттым. Беҙҙең арттан башҡалар ҙа эйәрҙе. Бына Миңниса апайҙарҙың өйөнә лә килеп еттек. Егеттәр ишекте дөбөрҙәтә башланы.
– Кем бар унда? – тип юрый асыулы өндәште апайымды йәшергән еңгәй.
– Юҡты эҙләп киләбеҙ, моғайын, һеҙҙә барҙыр? – ти кейәү үнгәре.
– Юҡ нәмә нисек булһын! Китегеҙ, төн убырҙары! Йоҡо бирмәй ней! – булды яуап.
– Ҡоҙаса, бер матур ҡыҙҙы эҙләй инек? Һеҙҙә түгелме икән? – тине еҙнәм, ишеккә яҡын уҡ барып, таҡталар араһындағы ектән ни ҙә булһа күрергә өмөтләнде шикелле.
– Юҡ, ул ниндәй ҡыҙ тағын?
– Еңгәй, ҡоҙаса! Күңелеңде кем аса?! Әйҙә, ас әле ишекте, күңелеңде асайыҡ! – ти бер шаян егет.
– Астырырмын ищү һиңә! Шыл бынан, һөмһөҙ!
– Ҡуй сәле, ҡоҙаса, шаярттыҡ бит! Ҡыҙ кәрәк ине!
– Ниндәй ҡыҙ! Мин дә ҡыҙ инем, ваҡытында! Хәҙер ни... – Еңгәй көлөп ебәрә...
Мин еҙнәмә ҡарап баш ҡағам.
– Эй, ҡоҙаса, ҡоҙаса, ас әле, бына һиңә ун тәңкә! – Еҙнәй ишектең егенән аҡса тыға.
– Һиии, ун тәңкәлек ҡыҙ юҡ бында! Ҡалай арзан баһалайһығыҙ бикәсемде! Оят!
– Бына улайһа егерме бишлек! – Үңгәре лә тишектән аҡса тыҡты, буғай. Ҡулынан ысҡынған гармуны ыңғы­рашып һуҙылып китте. Был аҡса әллә мулыраҡ булдымы, еңгәйебеҙ ишекте ҡыҫа биргәйне, йәштәр һөрлөгөшөп, уны ситкә ҡыҫырыҡлап, эскә үтте. Мине лә уларҙың ағымы араларына ҡыҫтырып алып китте.
– «Ҡоҙасаның шәле
Ергә тейәр әле.
Әхирәткә ингәнсе
Бер үбәрмен әле!» – тип йырлап ебәрҙе еҙнәм.
– Ҡоҙаса булмаһа ярар ине! Мин һиңә ҡайынеңгә!
– Шулайҙыр ҙа ул, ҡайынеңгә! Бигерәк сибәрһең бит үҙең! Таҡмаҡ шулай «ҡоҙаса» тигәс, ҡалайтайым! – Еҙнәм шаян еңгәйҙең биленән ҡосаҡлап, сикәһенә үрелмәк! Әммә еңгәй ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел! Шалт еҙнәмдең сикәһенә! Ныҡ һуҡ­маны-һуғыуға, тик үҙенең шылғаяҡ түгеллеген күрһәтте, әйтәгүр. Шул кәрәк уға! Ту мин сибәр, ту еңгәй сибәр! Бөтөн сибәрҙәрҙе үбеп йөрө­мәксе әллә?! Улар шулай ҡыялғансы үнгәр егет менән һатыулашыусы еңгә килешеп тә ҡуйған. Ике еңгәйгә лә ҡиммәтле матур яулыҡ, өҫтәп аҡса, төйөнсөктә шешә-фәлән менән ашамлыҡ-күстәнәс тотторҙо. Еңгәләр гөрләшеп инеп китте лә, төпкө өй ишеген ябып, шау сәскәле генә дауарҙы арҡыры һуҙып тотто.
– Ишек бауы бер тәңкә,
Йыртыш хаҡы биш тәңкә,
Ҡыҙыбыҙ тора йөҙ тәңкә!
Еҙнәйем шәп атлап барып, шарт баҫып йыртты дауарҙы. Чүт илап ебәрмәнем! Ҡандай матур нәмәне әрәм итте! Әллә нисә күлдәк сығаһы ине! Хәтәр матур ине шул!
– Уй, кейәү, таһыллы икәнһең! Бер баҫыуҙа йырттың йыртышты! – Шаян еңгә уртаға йыртылған дауарҙы рәтләп алып ҡуйынына тыҡты. Йәнә китте сыр-сыу, талаш! Үнгәр менән еҙнәм төпкә үтмәк була, ҡыҙҙар менән еңгә­ләр үткәрмәй талаша. Бына ҡапыл артта ишек шығырҙағандай булды. Шау-шыу булһа ла ишетте бит, ҡәһәрең! Йәлп итеп кире ябылһа ла, еҙнәм күреп ҡалды шифоньерҙың ишеге асылып ябылғанын. Тиҙ генә барып, күк пальтолы, аҡ шәлле ҡыҙҙы ҡармап, күтәреп алды.
– Таптым алтынымды! – ауыҙы ҡолағына еткән.
– Алтының хәтәр икән! – тип көлдө бер әхирәте. Еҙнәм күтәргән көйө «кәләше»нең йөҙөнә ҡараны ла, һис аптырап торманы:
– Ай-бай, был һылыуҙы алырға ла була! Ҡалаҡҡа һалып ҡына йотмалы! – тип ҡыҙҙы сырылдатып үпте лә ҡуйҙы.
Минең ауыҙ китте бәлшәйеп! Әле кейәүгә лә сыҡмаған апайымды йәлләп иланым да ебәрҙем! Апайымды алмай, бынау ҡыҙҙы алһа! Ништәр икән апайғынам?!
Ҡыҙ сырылдап еҙнәйҙең ҡулынан ысҡынып төшөүгә йәнә ишеккә ябырылдылар. Кемеһен этеп-төртөп, улай алып ташлап, былай ҡытыҡлап ҡыс­ҡыртып, төпкө өйгә саҡ инеп киттеләр. Уларҙы ҡарап тороп, мин дә илауымды онотҡанмын. Төпкө яҡта бер мейес тә ике карауат, унан диван менән өҫтәл. Йәшеренер ер ҙә юҡ. Диван, карауат аҫтын шундуҡ байҡанылар. Улай иттеләр, былай иттеләр. Юҡ, таба алмайҙар! Хатта мейестең башын да, мейес ауыҙын асып та ҡаранылар. Шунда һыйып, инеп ятмаһа ярар ине апайым, әллә бөтөнләй йүләрләнеп баралар инде! Аптыранып тора биргәс, карауатҡа барып ултырған еңгәйгә күҙҙәре төштө.
– Ах, сывулыш ҡайынеңгә! – тине еҙнәм тауышын күтәреп, – Нимә һаҡлап ултыраң анда? – Еңгәйҙе урынына дөрөп алып китеп, карауатты аҡтарып, апайымды һөйрәп тә сығарҙы. Аныһы тирләп бешеп киткән, йөҙө ҡып-ҡыҙыл! Үҙе тыйыла алмай көлә! Еҙнәм уны ла, баяғы ҡыҙҙы күтәргәндәй, еңел генә итеп күтәреп алды! Ябыҡ ҡына шул апайым! Ирененән суп та суп үпкәс кенә ергә баҫтырҙы ла еңгәләренә, әхирәттәренә бүләктәр таратты. Минең ҡулыма мул ғына аҡса йомдорҙо.
– Рәхмәт, балдыҙым-яңғыҙым! – тип бөйөрөмә төртөп алырға ла онотманы.
Апай менән еҙнәйҙе ошо өйҙә бикләп, йырлаша-гөрләшә беҙҙең яҡҡа ыңғайланыҡ. Мин артыма боролоп-боролоп ҡараным. Ниңәлер ҡыйын ине миңә апайымды ете ят еҙнә тигән кеше менән ҡалдырып китеү! Етмәһә, бер көндә әллә нисә кешегә «сибәрем» тип өндәште, әллә нисә кешене үбеп өлгөрҙө...
Тулҡынланыуҙанмы, көнө буйы аяғөҫтө йөрөүҙәнме ныҡ арыған инем. Өйгә йылыға ингәс, сисенеп түрбаштағы урындыҡҡа терәлгәйнем, йоҡлап та киткәнмен. Тауышҡа уянғанда иртәнсәк ине инде.
Төпкө яҡтан шау-шыу ишетелә, сынаяҡтар шылтырай. Алғы өйҙәге усаҡтан боһорап бешкән тәмле ит еҫе сыға.
– Кейәү беҙҙе ныҡ ҙурланы, елле бүләктәр бирҙе. Рәхмәт, ҡоҙағый! – тигән әсәйемдең тауышы ишетелде. Ҡоҙағый ни тигәндер, ыңһарлаған ғына тауыш сыҡты. Яратмайым шулай ауыҙ эсенән генә һөйләшкән кешеләрҙе, танау буйынан мыңғырҙайҙар ҙа ултыр шунан ни әйткәнен уйлап... Ул арала ҡып-ҡыҙыл булышып еҙнәм менән апайым килеп инде. Мунса төшөп сыҡҡандар икән. Бына һиңә мә! Кеше мунсаны кискеһен төшә, ә былар?!
– Әйҙәгеҙ сәйгә! Һыуһағанһыңдыр, улым! – тине ҡоҙағый, төп яҡтан алғы өйҙәге еҙнәмә өндәшеп. Үҙенә кәрәк­кәндә, тауышы көслө генә икән, тик әллә нисек төҫһөҙ, ағас шығырлаған кеүек шыңғырҙап тора!
– Рәхмәт! Һуңғараҡ! – тине еҙнәм, миңә күҙ ҡыҫып. Тик мин быға шатланманым... Тиҙерәк апайыма ҡарай һалдым. Ә апайым! Май ҡояшымы ни! Нурланып, балҡып тора! Мунсанан уның шулай матурайып сыҡҡанын күргәнем дә юҡ ине! Эй, сибәр ҙә шул үҙе! Әллә минең һоҡланып ҡарауымды тойҙомо, яныма килеп ултырҙы. Ғүмерҙә лә мине иркәләтмәгән, ҡосаҡ­ламаған, үҙенә эйәреп йонсотҡанғамы, артыҡ йөк күреп, гел генә тиргәшеп йөрөгән апайым мине аптыратып, һыға ҡосаҡлап алды:
– Эй, симпетәү, симпетәү! Белһәң ине минең нисек бәхетле икәнемде! Иҫләп ҡуй, симпетәү, бөгөн минең иң бәхетле көнөм!

 

Хаят Йәрмөхәмәтова һүрәте.

Хикәйәнең  тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:
Читайте нас: