+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Февраль 2023, 12:20

«Беҙҙе Йыһан үҙе ҡауыштырҙы Айырған да ошо Ғаләм инде...»

Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова – Хәйбулла районының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Әбеш ауылы ҡыҙы. Һөнәре буйынса география уҡытыусыһы булһа ла, шиғриәткә һөйөүе, күңелендә урғып-ташып торған илһам шишмәһе уны фәһемле, хисле шиғырҙар ижад итеүгә дәртләндереп, халыҡ араһында һәләтле шағирә итеп танытты. Әлеге мәлдә «Тамаша» журналында бүлек мөхәррире булып эшләп йөрөгән осло ҡәләмле журналист уҡытыусы асылынан да ситләшмәй – Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында география фәненән уҡыта. Йыр-бейеүгә маһир Миләүшә Сәлим ҡыҙы – Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмө солисткаһы. Мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй ул. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар кейеменә стилләштерелгән милли биҙәктәр нағышлап, рухиәтебеҙгә үҙ зауығын индерә.

«Беҙҙе Йыһан үҙе ҡауыштырҙы Айырған да ошо Ғаләм инде...»
«Беҙҙе Йыһан үҙе ҡауыштырҙы Айырған да ошо Ғаләм инде...»

Һин
Һин...
Миллиондар араһынан
Берҙән-бер таң ҡалдырған да,
Һөйөү тулы шарап булып,
Күсәр кеүек тотоп торған,
Аҡылымдан яҙҙырған да.

Һин...
Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә,
Көлдөргән дә, бөлдөргән дә.
Көлгә ҡалып һүнгән саҡта
Наҙлы бер ҡарашың менән
Саптар атҡа мендергән дә.

Һин...
Саптар атта елгән саҡта
Йондоҙҙарға, офоҡ ярып,
Башымды ҡороҡҡа алып,
Кире һөйрәп төшөргән дә
Йүгән ташлап, тышау һалып.

Һин...
Гөлп иткән ут кеүек миңә,
Һалҡын һыуҙай һүрәнһең дә.
Күндәмлегең – күркәмлегең,
Һүрелмәҫ-һүнмәҫ ялҡыным
Дөрләүенә күнгәнһең дә.

Мин...
Әллә булдым йылы иңең?
Әллә бул(а)лманым тиңең?
Ялҡманыңмы, һаман һөйөп
Ғүмер буйы күктән йондоҙ
Сүпләп хыялланған мине?

Моңоң ҡалды
Ҡылыңды сиртеп ҡараным.
Ниңә сирттем?! Аһ... Сыңы!
Йырламаны, ҡамсыланы
Моңо өҙөлгән сымы.

Моңло күңел ҡылдарыңды
Бер ғәмһеҙ генә сирттем,
Һин мөлдөрәмә күҙҙәрең
Күленә әсир иттең.

Түгелде ҡайнар хистәрең,
Йәнемә тулды моңо,
Көйһөҙ ҡылдарымды көйләй,
Күңелде имләй сыңы.

Ҡылыңды сиртеп ҡараным.
Аһ... сыңы! Ниңә сирттем?!
Моңһоҙ йәнемде моңайтып
Моңоң ҡалды... Һин киттең.

Ит әсир
Әҫәрләндер мине...
Әсендермә...
Илһамландыр...
Иламһыратма...
Тәьҫирләндер генә, шаҡ ҡатырма,
Артыҡ әллә ни ҙә ҡыйратма.

Һин хәстәрең менән байыт мине,
Һинһеҙ минең күңел – бер фәҡир.
Мөхәббәтең менән яулап ал да,
Ҡол итмәйсә генә, ит әсир...

Ҡауырһынға
Яратыштыҡ...
Булдым ғашиҡ
Һөйөү һүҙен
Ҡайыр һынға:
Нескә буйлы,
Үҙе – үткер,
Эҙе – батыр
Ҡауырһынға.

Бер быуаның ике ярында
Мөлдөрәп тә торған күңелемдең
Йырылды ла китте... быуаһы.
Белеп әйттең микән, шул  һүҙеңдең
Быуа йырыр тамсы булаһын?

Йырылды ла наҙҙар, эй, ағыла!
Ағыламы минең күңелдән?
Әллә ағыламы һағыныуың
Түгелеп тә ташҡан күҙеңдән?

Ай-һай, ташҡын!
Ҡайҙа шулай таштың?
Ер ҙә сумды, ана... даръяға.
Бәүелә-бәүелә һин, мин һәм йондоҙҙар
Хистәр тулҡынында ҡушылып киттек
Наҙҙа йөҙөп барған донъяға.

Һыйһа һыя икән был күңелгә...
Ҡай еренә шулай йыйғандыр?
Асмандарға ашыр тойғоларҙы
Ниндәй көстәр тыйып торғандыр?

Күккә ашҡан хистәр ташҡынында
Ҡыйырсыҡ ай наҙҙан туп-тулы.
Йондоҙ даръяһының ике ярын
Тоташтырған, ана, Ҡош юлы.

Хатта ғаләмдәрҙең ике сиген
Ҡауыштырыр юлдар барында
Ниңә һарғаябыҙ?
Йылға ла түгел бит,
Бер быуаның ике ярында?

...Бер һүҙеңде генә көткән икән,
Йырылды ла китте, аһ... күңел!
Быуа нимә! Һине бер күрергә
Йондоҙ даръяһын да ауыҙлыҡлар
Ҡош юлынан һалдым аҡ күпер.

 

Автор:
Читайте нас: