+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Ғинуар 2023, 11:35

«Йырҙар ҡала сыңлап йылдарҙан...»

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбай – сал ҡылғанлы тыуған яғын данлаған дала йырсыһы. Дала улының моңло шиғриәтендә донъяның бөтә төҫмөрҙәренә лә урын бар: бигерәк тә гүзәл затҡа ҡарата һөйөү хистәре наҙлы бер моң менән туҡылған. Юҡҡамы ни, шиғырҙары сылтыр-сылтыр шишмә төҫлө сыңлап тора, йырлап тора. Яңы йыл алдынан ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналы уҡыусыларына ла моңло йыр күстәнәсен мулдан өләшә.

«Йырҙар ҡала сыңлап йылдарҙан...»
«Йырҙар ҡала сыңлап йылдарҙан...»

Йондоҙоң
Тәлғәт Шәрипов көйө
Эй баҙлап яна йондоҙҙар
Ете төн уртаһында!..
Күк йөҙө – Йондоҙ диңгеҙе,
Һин – уның утрауында.

Эргәңдә йөҙә йондоҙҙар
Ярға һуғылып ҡына.
Йөрәктән яҡты бер һағыш
Сыға һыҙылып ҡына...

Яна йондоҙҙар,
Һәр кеше
Үҙ йондоҙон тапһын тип;
Тапҡаны тормош күгендә
Бәхет булып атһын тип.

Шул йондоҙҙар араһында
Һинең йондоҙ ҙа барҙыр.
Йондоҙоңдо табалмаһаң,
Хыял утыңды яндыр!

Йондоҙһоҙ ҡыйынға төшөр
Дөрөҫ, хаҡ юлды таныу,
Ысын дуҫтар табыу кеүек –
Үҙ йондоҙоңдо табыу...

Хәбәр итеп алда булыр
Дуҫтарың тураһында,
Эй баҙлап яна йондоҙҙар
Ете төн уртаһында!..

Торналар тубы
Нур Дауытов көйө
Сыңрай-сыңрай осоп бара
Торналар тубы.
Шул аһәң-моңдо оҙатам
Күңелем тулып...
Ергә килә, ерҙән китә
Ғүмер – йыр тубы,
Тереләр ҡала оҙатып,
Күңеле тулып...

Быуат-быуат яң(ғы)рап осор
Йыр туптары бар.
Уларға күңел күге ни? –
Киң йыһан да тар...
Дуҫым!
Инде сыңрап оса
Беҙҙең йыр тубы.
Ул була алырмы икән
Быуыным моңо?
Яңғырармы ерҙә сыңы
Ваҡытты уҙып!..
Сыңрай-сыңрай күкте һыҙа
Торналар тубы...
Иҫкәртеүен, гүйә, яҙа
Йөрәккә уйып, –
Йөрәккә уйып...

Алтын күл
Роза Сәхәүетдинова көйө
Сихырланың күҙ йәшендәй,
Саф көмөштәй һыуың менән,
Сихырланың ут-йәшендәй,
Тос емештәй һылыуың менән.
Сихырлы күл, сихырлы күл,
Алтайымдың Алтын күле.
Сал халҡыңдың саф күңеле –
Хистәренең алҡын күле.
Өтөп алды – сихырланы
Алтай ҡыҙы ҡараштары.
Ғүмер буйы йөрәкһетә
Алыҫ Алтай тарафтары.
Сихырлы күл, сихырлы күл,
Алтайымдың Алтын күле,
Һыуҙарыңды уртланым да
Хәҙер йөрөйөм ялҡын йотоп.
Сихырлы күл, сихырлы күл,
Алтайымдың Алтын күле.
Алтай ҡыҙы ҡараштары –
Саф һөйөүҙең алҡын күле...

Бишбүләгем
Рим Хәсәнов көйө
Бишбүләгем – моң төйәгем,
Бишегем, ғәзиз ерем,
Һиндә минең тамырҙарым,
Ҡырыңа тамған тирем.

Бишбүләгем – хис төйәгем,
Мөхәббәт ҡайындарым.
Шишмәләрең һыуын эстем,
Һөйөүҙән айныманым.

Бишбүләгем – Дим буйҙары,
Моңло һандуғас иле.
Тальяныңдың көмөш сыңы
Мәңге тынмаһын ине.

Бишбүләгем – берҙән-берем,
Һин тип тибә йөрәгем.
Биш йәшәүҙәй бер ғүмерем
Булһын һиңә бүләгем...

Хистәр өсөн...
Зөһрә Фәйзуллина көйө
Хистәр өсөн ғәфү үтенмәйҙәр,
Хистәр менән яуап бирәләр.
Хистәр өсөн аҙаҡ үкенмәйҙәр,
Тоғро ғына башты эйәләр.

Устарыбыҙ тулы көмөш тәңкә,
Үҙе тула, үҙе сыңламай.
Хистәребеҙ тулы килеш йөрәк
Үҙе тулай, үҙе һыҙламай.

Хистәр өсөн ғәфү үтенмә һин,
Яуап ҡына бирсе өндәшмәй.
Һөйә белгән йөрәк эстән яна,
Хистәр өсөн йәрҙәр көнләшмәй.

Һөйөү һине генә ялмаманы,
Ялҡынында мине көйрәтте.
Тормош бер кемде лә аяманы,
Йүгәнләргә хисте өйрәтте,
Хисте йүгәнләргә өйрәтте...

Күк үлән
Әкрәм Дауытов көйө
Ер һаман туң, һаман ҡар бөтмәгән,
Шул хәлдә лә сыҡҡан күк үлән!
Ҡарап торҙоҡ икәү күк үләнгә,
Ә үләндәр моңда бәүелә.

Үләндәр ҙә беҙгә оҡшаш икән,
Йәшәү хәтәр – һынмай түҙ генә!
Минең һиңә өнһөҙ мөхәббәтем –
Ҡырау һуғып киткән күк үлән.

Күҙҙең яуын алыр затлы балаҫ –
Ерем наҙлы гөлгә күмелгән...
Минең һиңә өнһөҙ мөхәббәтем –
Сәскә атмай ҡалған күк үлән.

Ер ҡалҡаны – үлән – белмәҫ үлем:
Тамырҙары меңдән үрелгән...
Минең һиңә өнһөҙ мөхәббәтем –
Яҙҙы зарығып көткән күк үлән.

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: