-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
22 Декабрь 2022, 12:21

Уңыш килтергән калуш

Бәйән Төрки халыҡтары донъя­һында зирәклеге менән дан тотҡан Хужа Насретдин һәм уның тоғро ишәге тураһындағы яҙмалар менән таныш булмаған кеше юҡтыр ул. Уның популярлығы шул тиклем, хатта Туҡайҙың «Шүрәле»һенә Ҡаҙанда һәйкәл ҡуйылған кеүек, Хужа Насретдин һәм уның ишәгенә лә тыуған илендә – Үзбәкстанда – һәйкәл бар. Үҙем дә шул яҡтарға сәфәр сыҡҡа­нымда ул легендар зат тураһында күп ишеттем. Шуларҙың береһен һиңә лә һөйләргә булдым, ҡәҙерле уҡыусым.Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, был бәйәндең тормошта кәрәге тейеүе лә бар. Донъя бит. Донъя булғас, ниндәй генә хәлдәр булмай ҙа ниндәй генә әҙәмдәр осрамай…

Уңыш килтергән калуш
Уңыш килтергән калуш

***
Бер мәлде Хужа Насретдин Бохара ҡалаһына юлланған. Юл оҙон, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Көндөң иң эҫе мәлен күләгәлә ял итеп үткәреү теләге менән Хужа ҙур ғына ауылдың сәйханаһы эргәһендә туҡтаған. Ишәген бәйләгәс, сәйханаға күтә­релгән һәм сәй килтереүҙәрен һо­раған.
Сәйханала кешеләр күбәйгәндән-күбәйә. Эҫегә йөҙө бурҙаттай ҡыҙарған сәйханасы сәйнүктәрен бер-бер артлы ташый ғына, сәйхана тауыштарҙан геү килә. Бер мәл йоҡо аралаш ҡурылдаған, хырылдаған ауаздар ишетелә башлай, ә торараҡ сәйхана бөтөнләй тын ҡала: бөтәһе лә уш та пыш йоҡлай.
Сәй эскәс, Хужа ла башын мендәргә терәй. Әҙерәк серем итеп алғанда яҡшы булыр ине, тип уйлай, тик, әмәлгә ҡалғандай, аҡса янсығы буш. Ас ҡарынға йоҡо ла килмәй. Әҙерәк аҡсаһы булһа ла ул уны, Бохараға барып еткәс, ҡалаға инеү хаҡын түләү өсөн һаҡлай. Бер нисә көндән ниәт итеп сыҡҡан еренә барып етергә тейеш. Күп ҡалмаған. «Ярай, – тип уйлай ул, – бөгөн кискәрәк берәй ерҙә туҡтап, бер тәгәс былау һәм ишәге өсөн ярты ҡосаҡ бесән һатып алыр. Ә хәҙергә түҙергә кәрәк, түҙергә һәм серем итергә…»
– Эй, юлаусы! Һинең бер аҙ аҡса эшләп алырға теләгең юҡмы? Туҙған, саңланған кейемеңә ҡара­ғанда, күптән юлда килгәнгә оҡшайһың. Был хәлдә һиңә бер нисә тәңкә зыян итмәҫ.
Баҡһаң, Хужа Насретдин йоҡом­һорап ойоп ятҡан арала сәйханаға яңы кешеләр өҫтәлгән. Хужанан йыраҡ түгел мендәргә янтая биреп ике эйәкле, ебәк күлдәген бүҫеп сығырҙай булып ҡабарған ҡорһаҡлы ир урынлашҡан. Уның уң яғында – башына оло салма ураған һаҡаллы кеше. «Береһе ауылдың байы, икенсеһе – мулла, ахыры», – тип уйлаған Хужа.
– Хөрмәтле Һарыбеккә яуабыңды әйт, юлаусы, – тигән мулла үҙенең ҡалтырабыраҡ сыҡҡан сыйылдаҡ тауышы менән. – Кескәй сабыйҙың да хәленән килә торған эшкә егерме тәңкә түләйҙәр икән…
– Ун биш тәңкә, хөрмәтле мулла әфәнде, – тип уның һүҙен бүлгән бай, аҫтыртын йылмайып. – Ул ғына эшкә ун биш тәңкә лә күп әле…
– Эйе, эйе! Аллаһ теләһә, бик мәхкүл эш, – тигән быға ҡаршы мулла мыҫҡыллы йылмайыуын һаҡалы эсенән йәшерергә тырышып.
«Эй-й-й… былар, ахыры, торғаны мут әҙәмдәр. Алдашырға күптән өйрәнгәндәр, – тип фекер йөрөткән Хужа, – бындайҙарҙан йыраҡ йөрө­гәнең яҡшы!» Шулай уйлаһа ла, Хужаның күҙ алдынан эре-эре ит киҫәктәре ятҡан, һимеҙ һарыҡ итенән бешерелгән былау китмәй икән. Шул саҡ, уйын һиҙгәндәй, сәйхана эргәһендә бәйле торған ишәге лә баҡырып ебәргән. «Ярай, ни булһа ла булыр!» – тигән дә Хужа Һарыбеккә:
– Ун биш тәңкәнән кем баш тартһын, хөрмәтле Һарыбек? Һин әйт кенә: мин нишләргә тейеш?
– Эш шунда: минең баҡсамды уратып алған ҡоймала тишек барлыҡҡа килде. Иртәгә иртүк кил дә шуны һылап-ямап ҡуй. Эш тамам булғас, мин һиңә вәғәҙә иткән ун биш тәңкәне тотторормон.
Һүҙен әйткәс, бай сәй эсеүен дауам иткән, ә мулла һәр мосолман өсөн Аллаһ тарафынан һәҙиә ителгән уңыш тураһында хәбәр сурытҡан: «Уңышты Хоҙай бирә. Ул бирһә, була, бирмәһә – юҡ».
Ҡояш төшлөктән китеп, ялҡыны һүрелә төшкәс, ҡунаҡтар таралыша башлаған, сәйхана әкренләп бу­шаған. Хужа Насретдиндың барыр, ҡуныр ере юҡ, шуға ул сәйханасыға:
– Хөрмәтлем, мин бында ғына ҡуна ҡалһам, һеҙгә ҡамасауламаммы икән? Иртәгә, эште бөтөрөп аҡсаһын алғас, күрһәткән ҡунаҡ­сыллығыңдың әжерен тулыһы менән ҡайтарырмын, – тигән.
– Ҡал әйҙә, йоҡла. Унан да бигерәк доғаларыңды уҡы, Хоҙайҙан уңышлы көн һора һәм иртән иртәнсәк башта уң аяғыңа баҫырға, уң калушыңды кейергә онотма. Ә мин һине иртән яңы бешкән күмәс менән һыйлармын. Ас ҡарынға эшләү ауыр булыр, етмәһә көн иртәгә лә бөгөнгө кеүек ҡыҙыу булмаҡсы.
Хужа Насретдин, таң һарыһынан уянып, сәйханасы әйткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, йылмайған да күпте күргән иҫке калуштарын, таушалған халатын кейгән, арыҡ һыуы менән битен йыуғас, йәһәт кенә тамаҡ ялғап, теге байҙың өйөнә барып та еткән. Матур семәрле ҡапҡаны шаҡыған. Урам эсенә килеп ингәс, Хужа үҙе ямай торған тишекте күреп шаҡ ҡатҡан: унан, моғайын, үркәсенә әйбер тейәлгән дөйә еп-еңел үтер ине.
– Эй-й-й, был байҙың һаран­лығының, күрәһең, сиге юҡ, – тип аптыраған Хужа. – Нисек ты­рышһам да, был эште ярты көнһөҙ тамамлай алмаясаҡмын. Күрәһең, ауылдарында ун биш тәңкәгә риза булып эшләр кеше тапмаған, шуға күрә лә бахыр юлаусыға мөрәжәғәт иткән. Тик, нишләйһең: вәғәҙә – иман.
Байҙың ялсыһы уны эскәрәк үткәргән, ә унда, баҡса күләгәһендә, ҡиммәтле келәм өҫтөндә бай үҙе сәй эсеп ултыра икән.
– Килдеңме? Ярай, хуш. Афарин. Хәҙер үк эшкә тотон. Иртәнән һуңға миңә ҡунаҡтар килә. Улар килеүгә ҡоймам өр-яңы булырға тейеш.
Хужа Насретдин башта соҡор ҡаҙыған, шунан унда балсыҡ һәм ваҡланған һалам һалып, һыу ҡойоп иҙмә яһаған. Күңелде күтәрерҙәй йырҙар йырлай-йырлай эшкә тотонған. Ғөмүмән, Хужаның был донъяла белмәгән бер эше булмаған, ә инде атаһы көршәксе булғас, балсыҡ эшенә бигерәк ныҡ оҫта икән.
Төш етеүгә дөйә дәүмәлендәй тишек ҡапланған һәм Хужа, өҫтө-башын ҡағыштырып, рәтләп, сәй­ханаға ашыҡҡан, сөнки, байҙың ялсыһы әйтеүенсә, Һарыбек тап ошо мәлдә мулла менән төрлө яңылыҡтар бүлешер өсөн, көн дә сәйханала осраша икән.
Кисәге көндәгесә, Һарыбек бөгөн дә өйөлгән мендәрҙәргә янтайып, ашыҡмай ғына сәй һемерә икән, ә мулла бик йоҡа быялалы нәзәкәтле сынаяғына өрә. Сырайҙарына ҡара­ғанда, былар үҙҙәренә генә ҡағы­лышлы мәсьәлә хаҡында әкрен генә әңгәмәләшәләр.
– Мин эште тамамланым, – тигән Хужа. – Инде, хөрмәтле Һары­бек, тейешле хаҡты алырға килдем.
– Яраған, – тип мығырлаған бай һәм үҙенең бәрхәт билбауына бер­кетелгән аҡса янсығына үрелгән. – Әйткәс, түләйем инде, нисек түләмәйһең…
– Туҡта әле, хөрмәтле Һарыбек, минең был юлаусыға бер һорауым бар, – тигән мулла. – Бөгөн иртән торғас, ҡайһы калушыңды иң алда кейҙең? Уңынмы, әллә һулынмы?
– Иҫләмәйем, – тигән Хужа. – Унан һуң минең сифатлы тырыш хеҙмәтем өсөн аласаҡ аҡсала бының ниндәй ҡыҫылышы бар?
– И-и-и, юлаусы, күрәм, һин Әл-Мәжиттең хеҙмәттәре менән бөтөнләй таныш түгелһең! Йәне йәннәттә булғыры шул аҡыл эйәһе былай тигән бит: «Мосолман кешеһен, ул иртән уң аяғына башлап баҫһа ғына, уңыш көтә». Хөрмәтле Һарыбек, зинһар, иғтибар ит әле: был бәндәнең һул кәүеше бик тапалғанға оҡшаған. Тимәк, ул күберәк һулаҡайы менән тороусан. Күрәһең, Иблис шуны ғына күреп тора: был әҙәмдең эштәре һис ҡасан уңышлы тамамланмаған. Һинән, юлаусы, фәрештәләр йөҙ борған. Был инде һин бөгөн ун биш тәңкәне ала алмайһың, тигән һүҙ. Аңланыңмы? Уның ҡарауы – һин бөгөн бик ҙур аҡыл хазинаһына эйә булдың: бынан кире һәр саҡ уң аяғың менән тор, аяҡ кейемеңдең башлап уңын кей. Йәнә шул: алған аҡсаңдан мәсеттәрҙе биҙәүгә өлөш сығарырға онотма – бына шул саҡта ғына һин Аллаһ Тәғәләнең шәфҡәтенә эйә булырһың.
Һарыбек, тағы бер байғошто алдай алыуына үтә лә ҡәнәғәт төҫ менән тороп баҫа һәм мулла оҙатыуында сәйхананан сығып китә.
Был мәлдә сәйхана ҡунаҡтары был алданған юлаусыны йәлләп, ауыр көрһөнөшә, ә сәйханасы Ху­жаға сәй һәм күмәс тәҡдим итә:
– Әйттем мин һиңә, тороу менән Хоҙайҙан уңыш һора, тинем. Иң әүәл уң калушыңды кей, тип тә әйттем. Хөрмәтле Һарыбек һәм мулланың берәй йомошо килеп сыҡһа, беҙҙең ауылда гелән ошондай хәл тыуа.
«Ярай, ябай кешеләрҙе рәнйеткән өсөн мин әле һеҙгә күрһәтермен, алдаҡсылар! – тип уйлай Хужа, теге­ләрҙең алыҫлаша барған һын­дарына ҡарап. – Мине бит әле Хужа Насретдин тиҙәр…» Хужа Насретдин ишәге эргәһендә таң аттыра. Төн буйына ул был алдаҡсыларҙы нисек итеп төп баштарына ултыртыу һәм халыҡ алдында ҡылған мутлыҡтары өсөн мәсхәрә итеү хаҡында уйлана. Шул рәүешле борғаланып ята торғас, Хужаның башында бер фекер тыуа һәм уны тиҙерәк тормошҡа ашырыу теләге уяна.
Төш ваҡыты етеүгә ауылға ишәккә атланған бер юлаусы килеп инә. Был мосафир башынан аяғына тиклем туҙанға батҡан, хатта ки уның ҡара һаҡалы ла салланған төҫ алған. Бының ҙур ҡара күҙлеге битенең яртыһын тиерлек ҡаплаған, арҡаһына биштәр аҫҡан. Сәйханаға күтәрелгәс, ул (әлбиттә, Хужа Нас­ретдин) сәй һораған һәм шуны яйлап һемерә-һемерә теге алдаҡ­сыларҙы көткән. Хужаның был яңы ҡиә­фәтендә бер кем дә кисәге юлаусыны танымаған.
Күп ваҡыт та үтмәгән, бай менән мулла үҙҙәренең көн дә ултырған урынына ялпашҡан һәм сәйхана хужаһының үҙҙәренә тәғәйен сәй­нүкте килтереүен көтә башлаған. Шул саҡ сәйханаға ҡото алынған ялсы егет килеп ингән һәм Һарыбеккә:
– Хөрмәтле әфәндем! Баҡса эсенән аҡҡан йылға өрөк ағасының тамырын йыуған! Ағас ҡолап, йылғаны быуҙы, баҡсаны һыу баҫты, – ти.
– Нисек улай, ниңә улай? – тип ҡарһаланып урынынан торған Һа­рыбек. – Иртәгә ҡунаҡтарым килә! Был ҡайһылай була?! Баҡсасы Мортазаны яллағыҙ! Шул эшләһен!
– Ул ун биш тәңкәгә эшләргә риза түгел, – тигән ялсыһы. – Ул был эш өсөн кәмендә илле тәңкә һорай!
– Илле?!
– Ул башта йөҙ тәңкә һораны, тик, бик ныҡ һатыулашҡас…
– Йә Хоҙай! Ул тиклем аҡсаны мин ҡайҙан алайым?!
Һарыбек үрле-ҡырлы һикергән: бер яҡтан, баҡса – уның ғорурлығы, һыу баҫыуҙың эҙемтәләрен бөтөнләй бөтөрөп булмаһа ла, ҡунаҡтар килгәнсе баҡсаны әҙәм күҙенә күре­нерлек хәлгә еткерер кәрәк. Илле тәңкәгә ризалашһа, йоҡоһо тыныс булмаҫ – аҙ аҡса түгел бит! Эргә­һендәге мулланың уңыш тураһында ниҙелер сурытыуы ғына Һарыбектең күңелен йылыта – ошо бәндәгә арҡаланып ул ниндәй генә хәлдәрҙән ҡоро сыҡты! Был юлы ла, иншаллаһ, шулай булыр. Бер ҡарарға килгән Һарыбек, ташҡын килтергән ҡа­заның дәүмәлен үҙ күҙе менән күрергә була, өйөнә ашыҡҡан.
Иртәгәһенә иртүк бер юлаусы Һарыбектең ҡапҡаһын шаҡыған һәм бер аяғына ныҡ ҡына һылтаҡлап (йәнәһе, сатан кеше булып), йорттоң хужаһы алдына барып баҫҡан. Һарыбектә мосафирҙың ҡиәфәтен тикшереү ҡайғыһы юҡ: ҡунаҡтар килеүгә ярты ғына көн ваҡыт ҡалған, ә баҡса әле һаман мәтеле һаҙлыҡты хәтерләтә. Ялсылар Хужа Нас­ретдинға ҡорамалдар тоттора һәм эш ҡыҙып та китә. Төш ауыуға, эште тамамлап, Хужа Насретдин сәйханаға Һарыбек ҡаршыһына килә:
– Хөрмәтле әфәнде, мин эште тамамланым, илле тәңкәне бирһәгеҙ, юлымда булыр инем…
– Туҡта, туҡта! – тип һүҙгә ҡушыла шул саҡ мулла. – Әйт әле, мосафир: бөгөн иртәнсәк аяғыңа ҡайһы калушты башлап кейҙең? Уңынмы, әллә… һулынмы?
– Уңын, – тигән Хужа тыныс ҡына итеп. – Ни өсөн тигәндә, үҙемдең сәйәхәттәремдә мин Ҡөрьәнде, шәриғәтте, хәҙистәрҙе генә түгел, хөрмәтле Мәжит әфән­денең хеҙмәттәрен бик яҡшы үҙләштерҙем.
Быны ишеткәс, Һарыбек эсеп ултырған сәйенән сәсәй башлаған, ә сәйханалағы халыҡ, был көтөлмәгән бәхәстең ни менән тамамланырын көтөп, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмайынса, былар эргәһенә яҡынайған.
– Яҡшы, – тигән мулла. – Ярай, һин ысынлап та бөйөк Әл-Мәжиттең хеҙмәттәренең ҡайһылыр ки өҙөктәре менән танышһың да, ти. Ләкин бит шуныһы: бөгөн иртәнсәк уң калушыңды иң элек кейҙем тип торһаң да, уның тап шулай икәнен бер кем дә күрмәгән! Ике тәфтишсе килтермәһәң, һүҙең буш була, юламан. Әгәр инде шаһиттар булһа, вәғәҙә ителгән аҡса – һинеке.
– О мулла! – тигән Хужа быға ҡаршы. – Мин үҙемдең сәйәхәт­тәремдә бөйөк Әл-Мәжиттең хеҙ­мәттәре хаҡында ишетеү генә түгел, тәүге пәйғәмбәребеҙ Әҙәм ғаләй­һиссәләмдән алыр ахыр заман етеп, бөтә кейек-януар бәндә телен аңлауға барып еткәнгә тиклем, ҡояш үҙенең байыған еренән сыға баш­лағанға ҡәҙәр бер кем белә алмаған хәҡиҡәтте өйрәндем. Был хәҡиҡәтте барсағыҙ ҙа ишетегеҙ һәм хәте­регеҙҙә һаҡлағыҙ: әгәр ҙә ки һеҙгә ошо ике бәндә кеүек алдаҡсылар менән эш итергә тура килһә, аяҡтарығыҙҙың икеһенә лә уң кәүеш кейеп йөрөгөҙ. – Шунан Хужа салбар балаҡтарын өҫкәрәк күтәргән, һәм барыһы ла уның ике аяғына ла уң кәүеш кейелгәнен күргән.
Сәйханалағы тиҫтәләрсә әҙәмдең шарҡылдап көлөүе оҙатыуында Һарыбек, билбауына бәйләнгән янсығын сисеп, Хужаға вәғәҙә иткән аҡсаны һуҙған һәм аптырау йөҙөнә сыҡҡан мулланы эйәртеп, сәйха­нанан сығып шылған.
– Иртәнсәк торғас, аяғыңа ҡайһы кәүеште иң элек кейеүҙә түгел хикмәт, – тигән Хужа Насретдин сәйханасы иргә. – Иртән торғас, аяҡтарың һине хәләл көсөң менән икмәк таба торған һәм изге эштәр эшләй торған ергә илтһен – хикмәт бына нимәлә.
Бына шул, ҡәҙерле уҡыусыларым. Мин һөйләнем – һеҙ тыңлағыҙ, ә Хужаның әйткәнен ишетеү-ишетмәү, тотоу-тотмау үҙегеҙҙән тора.

Таңсулпан Ғарипова.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: