+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Декабрь 2022, 13:10

«Йәнем менән тоям мин йылыһын Тамырҙарҙан аҡҡан ҡанымдың...»

Ҡотдос Вахитов 1959 йылдың 7 апрелендә Ырымбур өлкәһенең Ғәбдрәфиҡ ауылында тыуған. Ғәбдрәфиҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң, Кичкасс урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл һөнәрселек-техник училищеһында белем ала. Бөгөнгө көндә – дипломлы умартасы. Тормош иптәше Зөһрә менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.Тыуған яҡ моңдары, аҡ ҡылғанлы далалары, йәмле Туҡ-Соран буйҙары – шағир күңелен елкендереүсе иң мөҡәддәс хистәр. 2020 йылда үҙнәшер менән «Ораныбыҙ – Туҡсаба» исемле шиғырҙар китабын сығарған.

«Йәнем менән тоям мин йылыһын Тамырҙарҙан аҡҡан ҡанымдың...»
«Йәнем менән тоям мин йылыһын Тамырҙарҙан аҡҡан ҡанымдың...»

Һандуғасым
Соранҡайым ҡошо, ай, һандуғас,
Таң алдынан моңло һайрайһың.
Мине күрәм, тиеп, һағынғанда
Соран һыуҡайына ҡарайһың.

Мине көтөп, ҡарап юлдарыма,
Ағылалар һағыш наҙҙарың.
Йырҙарыңда һинең ишетелә
Кисергәнең, ғазап-зарҙарың.

Мин ҡайтырмын алһыу таңдар менән,
Баҫып һинең һағыш-уйҙарың.
Икәү бергә беҙ һайрарбыҙ таңда,
Яңғыратып Соран ярҙарын.

 

Алһыуланып һыҙылған таңдар
Таң һыҙыла, ата алһыуланып,
Ҡояш ҡалҡа һибеп нурҙарын.
Иртә таңдан уянғандай төҫлө
Күк даланың сикһеҙ ҡырҙары.

Үләндәге ысыҡ бөртөктәре
Йәйғор булып яна нурҙарҙа.
Таң алдынан һайрай һандуғастар,
Оҙон көйҙәр һалып йырҙарға.

Ниндәй иркен һулыш бирә тәнгә
Саф һауаһы иртә-таңымдың.
Йәнем менән тоям мин йылыһын
Тамырҙарҙан аҡҡан ҡанымдың.

 

Уралымда ниҙәр бар?
Уралымда урман бар,
Ҡая таштар, йылға бар,
Тыуып үҫкән ерем бар,
Башҡортостан – илем бар.

Ир-егеттең иле бар,
Һаҡлай торған ере бар,
Һөйләшергә теле бар,
Яҡлар өсөн халҡы бар.

Башҡортомда дала бар,
Йәйрәп ятҡан ялан бар.
Йәйен көтөү көтөрлөк
Алыҫтарҙа йәйләү бар.

Күлдәрендә балыҡ бар,
Төрлө-төрлө йәнлек бар,
Солоғонда – бал ҡорто,
Башҡортомдоң балы бар.

Көтөү-көтөү малы бар,
Өйөр-өйөр аты бар,
Ҡымыҙ ҡойор ҡыҙҙар бар,
Оҙон көйгә йырҙар бар.

Ил саҡырһа – оран бар,
Ҡулға тотор ҡорал бар,
Яу сабырлыҡ батыр бар,
Еңеп кенә ҡайтырҙар.

Ил данларлыҡ ирҙәр бар,
Бала табыр ҡыҙҙар бар,
Яу ҡайтарыр халҡым бар,
Дан яуларлыҡ ялҡын бар.

Өрһәң, көйләр ҡурай бар,
Ат башында урай бар,
Ҡая ташта – ҡарсыға,
Далаһында бөркөт бар.

Осор өсөн күгем бар,
Үҫер өсөн иген бар,
Уңыштарға урын бар,
Байытырға илем бар.

 

Тел
Хаҡ – Тәғәлә, хөкөм – Аллаһ,
Үҙебеҙ кем?
Аллаһ ҡоло, балалары,
Биргән ул тел.
Телде тыйып, өндәшмәһәң,
Һин үҙең кем?
Телһеҙ кеше кеше түгел,
Һин шуны бел.
Телде тыйып, ауыҙ йомоп,
Йөрөп булмай.
Йөрөгәндә аяҡ туҙа,
Тел бит туҙмай.
Телең барҙа илең дә бар,
Бар тыуған ил.
Аралашыр өсөн илдә
Бар туған тел.
Илем өсөн, телем өсөн
Мин ҡыуанам.
Ҡайҙа барһам, ҡайҙа йөрөһәм,
Тел ҡулланам.
Телемде мин ташламайым,
Ул – минең тел!
Күп тыйҙылар, баш эймәнек,
Һин, башҡорт, бел!

Автор:
Читайте нас: