+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
24 Октябрь 2022, 14:54

Бәхетле ҡатын

Шағирә, драматург, тәржемәсе Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова) – милли матбуғатыбыҙға үҙ өлөшөн индергән ҡәләм оҫталарының береһе, байтаҡ йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһында ла эшләй, һигеҙ китап авторы. Ул үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын матур тәьҫораттар менән ҡаршылай. Күптән түгел рус телендә «Королевство «Я сама»  исемле яңы китабы донъя күрҙе. Шағирәне ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ һәм журнал уҡыусыларыбыҙға «Бәхетле ҡатын» исемле юмористик монологын тәҡдим итәбеҙ.

Бәхетле ҡатын
Бәхетле ҡатын

БӘХЕТЛЕ ҠАТЫН

Юмореска

Эй, ошо Нәсимәне, ҡасан килһәң дә, «мин бәхетле ҡатын» тип, ҡыуана ла ултыра. Әйтерһең, Хоҙай уға ғына барыһын да биргән дә, миңә юҡ. Янымда гел көнсөлдәр, тәрбиәһеҙ, наҙандар йыйылып, береһе лә үҙемде аңламағанға, ярҙам итмәгәнгә мин ғәйеплелер шул? Был донъяла бер яҡшы кеше юҡ. Кемеһен генә алһаң да, һинекенә ҡул һоноп, үҙе генә ҡулланырға тора. Барыһы ла нимәлер һорай, ә үҙҙәре бер ни бирмәй. Әһә, мин иҫәрҙер шул, барыһына ла таратып, ас-яланғас ултырырға? Ана, биргән Нәсимә бирһен. Үҙемде бер ҙә бәхетһеҙ һанамайым. Әлеге шул байлығымдан көнләшеүселәр генә мине «бахыр» тигән була. Ниңә бахыр булайым ти?
Ҡала уртаһында өс бүлмәле фатирым бар. Нәсимәнең һаҫыҡ хрущевкаһы түгел инде. Өс кеше инһә, дүртенсеһенә урын юҡ, тигәндәй. Ә минекендә, кем әйтмешләй, футбол уйнарлыҡ. Хәйер, туп тиберлек урын ҡалдырманым, тапҡан-таянғаныма зиннәтле йыһаз тултырҙым. Заманса булһын. Бер диваным ғына ат хаҡы тора. Һәр бүлмәмдә – төҫлө телевизор. Аш бүлмәһендә заманса «аҡыллы» плитә, кәстрүлдәр. Телевизор ҡарап ятып ҡына, төймәләренә баҫҡыслап алһаң, ашың да бешә, сәйең дә ҡайнай.
Нәсимәнеңме? Уның аш бүлмәһе сыйырсыҡ ояһылай ғына! Ире, ике улы, ҡыҙы, ейәнсәренә аш бешерә башлаһа, ул мунсаның сабыныу бүлмәһенә әйләнә. Хет миндек ал да сабын. Кит, хәсрәтте! Ғүмере буйы йәшәй белмәне инде. Күпме әйттем үҙенә: «Нишләп инде үҙ кейәүе булған, башҡа йортта йәшәгән ҡыҙыңды, ейәнсәреңде эйәләтәһең?» – тип. Юҡ, тыңламай. Улар мине ярата, бешергән ашымды бигерәк оҡшата ейәнсәрем, тигән була. Ярата инде, әҙер ашты кем яратмаһын? Нәсимә шуларҙы ҡарайым тип ҡаҡ һөйәккә ҡалған. Ире лә, ике улы ла өйҙә булғанда бигерәк йонсой. Өйҙә тигәнем шул – ире вахтала эшләй, бер улы икенсе ҡалала уҡый. «Бөтәбеҙ бергә йыйылғанда бигерәк күңелле!» – тип ҡыуанып бөтә алмай Нәсимә.
Уның нимәһенә ҡыуанаһың? Теге юлы ике туған апайымдың бер улы ике ай буйы минең фатирҙа йәшәп торҙо. Уны кешегә һанап, олоғара бер кладовкамды бушатып, шунда йыйылмалы карауат ултыртып ҡуйҙым бит әле. Шул егетте әйтәм, әйләнгән һайын залыма сыға ла телевизор ҡабыҙа. Зиннәтле диваныма ултырып, салбарының ҡара эҙҙәрен ҡалдырып бөттө. Бер генә юлдан йөрө, таплайһың, тигәйнем, саф йөндән генә туҡылған иҙән балаҫымда һуҡмаҡ яһап ҡуйған. Шул инде, кладовканан бәҙрәфкә тиклем эҙе беленеп тик ята. Ярай әле аш бүлмәһенә бик сыҡманы. Бер тапҡыр йомортҡа ҡурғайны, ике йыл элек Германиянан ҡайтартҡан обойҙарыма өс тамсы май сәсрәтеп, ныҡ ҡына әрләнгәс, башҡа инмәҫ булды. Көндөҙ ҡайҙалыр ашап килеп ята ла, иртәнсәк, шешәләге һыуын эсеп, сыға ла китә. Тәртипле ине ул яҡтан.
Шуныһына ғәжәп итәм: Нәсимәләрҙән бер ҙә кеше өҙөлмәй. Береһе инә, икенсеһе сыға. Уларҙың иҙәндәре лә тап-таҙа, йыһаздары ла матур көйө. Келәмдәрен бер ҙә көйә ашамай. Минекен, бер кем дә инмәһә лә, көйә ашап бөтөп бара, йыһаздарымды аҙна аҙағына туҙан баҫа. Өс бүлмәне лә йыйыштырып арып бөтәм. Барыбер аңламайым: Нәсимә нимәгә ҡыуана ла нишләп үҙен бәхетле һанай? Ҡасан барһаң да, ауыҙы ҡолағына еткән, әле бер, әле икенсе ҡыҙыҡ хәлде һөйләй. Ейәнсәренең уңыштары менән маҡтанып бер була. Әйтерһең, уның ғына ҡыҙы бар ҙа, уның ғына…
Минеңме?

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Бәхетле ҡатын
Бәхетле ҡатын
Автор:
Читайте нас: