+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
23 Октябрь 2022, 15:35

«Тыуған йортҡа тамыр ерекһен!..»

Миңзәрә Нурулла ҡыҙы Аҡҡошова – Ейәнсура районы Иҙәш ауылы һылыуы. Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында төпләнеп, 44 йыл Орск механика заводында эшләгән. Әле хаҡлы ялда. 1996–2011 йылдарҙа Орск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының етәксеһе була. «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ. 40-тан ашыу шиғырына көй ижад ителгән. Тормош иптәше менән һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғандар.

«Тыуған йортҡа тамыр ерекһен!..»
«Тыуған йортҡа тамыр ерекһен!..»

Ғүмеркәйҙәр үтһен йәнәшә...
Ҡараңғы төн килһә тормошома,
Һынауҙарҙа ҡалһам аҙашып,
Шул саҡтарҙа килсе яндарыма
Бәхет даръяһылай һин ташып.
Ал ҡулыңа һөйөү шәмдәлеңде,
Көн һәм төн дә бер мәл йәрәшә,
Ҡайнар хистәр, яҡты уйҙар менән
Ғүмеркәйҙәр үтһен йәнәшә!
Яңғыҙ үтһәң ғүмер юлдарынан,
Күңел һүнә ҡай саҡ шәмдәрҙәй,
Таба алмай тура һуҡмаҡтарҙы
Юлдарынан яҙған йәндәрҙәй...
Бергә йәшәүҙәрҙе насип итсе,
Мин бәхетле һинең яныңда.
Тик юғалма минең тормошомдан,
Янып торһон һөйөү шәмең дә...

Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев иҫтәлегенә
Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай,
Моңлоларҙы ғына иш итә,
Милләтемә рух һәм көс өҫтәгән
Серле ҡурай, йәшәү дәрте биреп,
Мәңгелеккә үҙенә дуҫ итә!
Күпме быуат йыр-моңдарыбыҙҙа
Башҡортомдоң оло яҙмышы,
Батырлығы, рухы, ғазаптары,
Һөргөндәрҙә тамған күҙ йәше!
Ошо изге ерҙә тыуып үҫкән
Йыраусыбыҙ данлы Мөхәммәтйән,
Хоҙай биргән бар таланты менән
Тарихтарға ингән йыр-моңдарҙы
Ҡомартҡылар итеп тергеҙеүсе
Булған икән шундай изге йән!
Моңло тауышы иҫтәлектәр булып
Яңғырай ҙа, ләкин үҙе юҡ.
Иҫтәлеккә йыры, даны ҡалды,
Сәсән йыраусыға үлем юҡ!
Һай, Мөхәммәтйән, йыраусы,
Халҡын данлап йырлаусы,
Урының булһын йәннәттә,
Һағынабыҙ һине бигерәк тә!

Әсә хаты
Ауылыбыҙ төнгө йоҡоға талған,
Уттар һүнгән бик күп өйҙәрҙә.
Шәмдәлемде яғып, ҡәләм алдым
Уй-теләкте хатҡа теҙергә.
Улым!
Күптән инде илгә ҡайтҡаның юҡ,
Нисек кенә ғүмер итәһең?
Тәпәй баҫҡан йортто, тупрағыңды
Нисек ташлап ситкә китәһең?
Башҡорт бит ул, балам,
Быуаттар буйы
Умартаһын тотҡан, иткән һунарын,
Тыуған илен һаҡлап яуға сапҡан,
Йөрөмәгән ситтә юғалып.
Һөрөлмәгән ерҙәр, хужаһыҙ өйҙәр,
Ата наҙын көтә сабыйҙар.
Тынып ҡалған ауыл йәнләнер тип
Өмөтләнә әбей-бабайҙар.
Уйламағыҙ, бәхет ситтә, тиеп,
Тыуған ерҙә ғүмер итегеҙ!
Сит ерҙәрҙә ваҡыт уҙғармағыҙ,
Үҙ илегеҙҙе ҡәҙер итегеҙ!
Ситкә бирмәй, улым, ил байлығын
Һаҡлап-яҡлап хужа булығыҙ,
Киләсәк быуынға бит ил-йорт кәрәк,
Күкрәк киреп йәшәр улығыҙ!
Ҡайтығыҙ һеҙ, башҡорт егеттәре,
Изге эшкә кәңәш берекһен,
Даны китһен алыҫ-алыҫтарға,
Тыуған йортҡа тамыр ерекһен!

Автор:
Читайте нас: