+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
23 Сентябрь 2022, 11:00

Тәҡдир

Угулмая Самизаде Сапарова Хикәйә Ватаныбыҙ ошоно тыңлағандан һуң беҙҙең ҡулдарҙы ҡарарға тотона. Ебәк балаҫтар туҡыған бармаҡтарыбыҙҙың осо ҡып-ҡыҙылға әйләнгәйне, шешеп, ҡан уҡмашҡайны. Уларҙағы ҡан тамырҙары бүртеп, бына-бына һытылырға торғандай. Ватансыҡ беҙ туҡыған балаҫтар буйлап ҡулын йөрөтөп: «Бына рус ҡыҙҙарының ҡулдары ошо балаҫ кеүек йомшаҡ һәм наҙлылыр, шулаймы, өләсәйкәйем?» – тип һораһа, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ҡулдарыбыҙҙы йәшерә инек. Ватансығыбыҙ атайсалыбыҙға бәхет килтергән рустар хаҡында ишетеп, шуға инанып буй еткерҙе.

Тәҡдир
Тәҡдир

Һуңынан ул егеткә әйләнде, мыйыҡтары күренде, тауышы ҡалынайҙы. Беҙ уның көндән-көн буй еткереүенә ҡыуанып, туйына ла әҙерләнә башланыҡ: Гератта кемдең ҡыҙына күҙ һалыр икән. Теләһә – Теке, Теләһә – Емрили-Йомут, теләһә Сарыҡтыҡын ҡарар. Тик төркмән ҡыҙы булһын. Улым алған киленде йомшап ултырырға яҙһын. Ул ваҡытта улым ғына түгел, киленем дә булыр. Бер гөлдән мең рауза сәскә атыр, киленем булһа, ихата эсе лә тарайыр. Ҙурыраҡ бер өй һатып алырға тура килер», – тип балаҫ туҡыған ваҡыттарымда хыялға бирелдем. «Ат өҫтө – һауалы, балаҫ өҫтө – хыяллы» тип юҡҡа әйтмәгән ата-бабаларыбыҙ. Ошо хыялдар оҙатыуында балаҫ туҡыуымда етеҙ элмәктәр яһаным. Шунан Афған һуғышы сыҡты. Ул замандарҙа башһыҙ, бер кемдеке лә түгел ине Афғанстан. Афған хөкүмәте дошмандарға ҡаршы Советтар Союзынан ярҙам һорағансы, рус яугирҙәре килеп еткәнсе, Герат дошман ҡулына ҡалды. Бынау дүрт манараның ҡаршы тарафына совет һуғышсылары килде, ауыр артиллерияһы, танкылары, туптары, тағы вертолеттары, ракеталары менән ҡара болот кеүек ябырылдылар Гератҡа. Шул көндән урамдар ҡан көлөнә әйләнде, ятып үлгән кешеләрҙең исеме лә, һаны ла алып барылманы. Рус һалдаттары төндә өйҙәргә баҫып инде, күрше өйҙәрҙәге ҡаһарман ирҙәрҙе, дошман тип, әсирлеккә алды. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ҡалала кемдең дошман, кемдең дуҫ булыуы аңлашылмай ине. Өйҙәрҙә пуля теймәгән бер саман ҡалманы, тиһәм дә ялғанлау булмаҫ. Күп ваҡыттар атыу, пуля тауыштары ҡолаҡтан китмәне. Ҡала уртаһында йәҙрә шартлаһа, ер менән күк бер-береһенә ҡоланы, тиерһең. Тауыш бер аҙ баҫылһа, атыш бер аҙ кәмеһә, балалар тиҙерәк тышҡа атылды, улар буш патрондарҙы йыйып килтерә ине. Бер көн күршебеҙ Көмөш инәй килеп инде: «Күрше, минең ирем рустар янына китте. Һөйләгәндәренең барыһы ла дөрөҫ, имеш. Рустар иремә ике дана кирбес икмәк һәм башҡа ашамлыҡтар биргән. Ирем дә рустарҙың был яҡшылығына яуап итеп уларға бер-ике йөк утын алып барып һатҡан. Рустар төркмәндәргә ышана, уларға ҡарата ихлас, имеш. Ҡандарында төркмән ҡаны барҙыр. Һары сәстәре иңенә төшөп торған бер ҡыҙ ҙа бар икән, ул табип, ти, яралыларҙың йәрәхәттәрен бәйләй. Дарыу бирә, укол яһай, шул ҡәҙәрем ҡулдары йомшаҡ, хатта энә ҡаҙағаны һиҙелмәй ҙә, ти. Ауыр яралылар ул ҡағылһа, ҡаш та йыйырмай икән, ти», – тип хәбәрен һалды ул. Көмөш инәйҙе тыңлағандан һуң, ир-егеттәр ишәктәрендә рустарға һыу, утын алып бара башланы. Береһе лә буш әйләнеп ҡайтманы. Өйҙәрендә хәләл аҡса, кәрәк-яраҡтар барлыҡҡа килде.
Бер көн еткән егетебеҙҙе, өйөбөҙҙөң терәге Ватансығыбыҙҙы, буҙ ишәгебеҙгә ултыртып, утын алып барырға булдыҡ. Бахырсығым көн буйына утын әҙерләп, һуң ғына ҡайтты. Кисен рустар янына барыу тыйыла ине. Шуға ла улым кисен: «Иртәгә таңдан утындарҙы уларға илтермен», – тип йоҡларға ятты. Дерелдәп янған сыраның яҡтыһында Ватандың йөҙөнә текәлдем. Бахырсығым йоҡлай алмай борғолана ине: «Улыҡайым, йоҡла инде. Таң менән утындарыңды илтәһе бар», – тинем. «Әсәй, минең яратҡан өләсәйем өс йыл элек мәрхүмә булған. Әгәр ул үлмәгән булһа, бәхет килтергән рустарҙы күргән булыр ине», – тине. Яуап бирмәҫтән башымды яҫтығыма ҡуйыу менән ойоп киткәнмен. Таңдан уянып улымдың ятҡан урынына ҡараһам, Ватансыҡ юҡ ине инде. Шул көндән алып Ватансыҡ атыш булған көндәрҙә өйҙә ултырыр, пуля тауыштары тымған саҡта утынға китер, рустарға утын һатып килер ине. Бер көн миңә: «Әсәй, рустарҙың араһындағы ҡыҙ бар ҙа инде? Уның исеме Валя икән. Хәс тә өләсәйем һөйләгәндәге шикелле һары толомло, күҙҙәре лә күк мунсаҡ кеүек. Утын әҙерләгәндә ҡулымды яралағайным. Валя ҡулымдан ҡан аҡҡанын күрҙе лә, яныма килеп, дарыу һөрттө. Һуңынан уны аҡ бинт менән урап ҡуйҙы. Ҡулдары ла һин туҡыған ебәк балаҫ кеүек, ул балаҫтарҙан да йомшаҡ. Миңә ҡарап: «Һинең исемең ысын Ватанмы? Ни өсөн һиңә Ватан тип ҡушҡандар? Беренсе тапҡыр ишетәм бындай исемде», – тине. Көлдө. Мин дә уға өләсәйем, уның ватанын һағыныуы, Жунейт хан хаҡында һөйләнем. Араларында бер төркмән кешеһе лә бар ине. Минең һөйләгәндәремде һүҙмә-һүҙ руссаға тәржемә итте. Валяның күҙҙәре йәшләнде. Өләсәйемдең һөйләгәндәре раҫ булып сыҡты, әсәй. Улар шундай мәрхәмәтле һәм изге күңелле икән. Валя һиңә бер яулыҡ биреп ебәрҙе», – тип ҡыҙҙың миңә ебәргән ҡағыҙ төргәген һондо. Ошо көндән алып улым уңайы сығыу менән һары сәсле Валя янына ашыҡты. Берәй ерем ауырта тиһәм, йүгереп Валянан дарыу килтерҙе, икенсе көнөнә минең ауырыуҙарым юҡҡа сыҡты, үҙем тут ағасы кеүек терелдем. Валя менән көндәребеҙгә, тормошобоҙға яңы төҫмөрҙәр ҡайтты. Өйөбөҙгә бәхет, шатлыҡ өҫтәлде, һәр көн яңы һөйөнөстәр, бүләктәр, Валя менән ҡыҙыҡлы аралашыуҙар килтерҙе. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тышта ҡан ҡойош барһа ла, һуғыш беҙҙең өйҙән алыҫлашҡандай тойолдо. Әммә яҡты көндәр оҙаҡҡа барманы. Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ҡанар, тиҙәр бит. Бер көн улым, алдан әҙерләгән утындарын ишәгенә тейәп, рустар төйәкләнгән ергә юлға сыҡты, әммә бер аҙҙан кире әйләнде. Моңһоу йөҙөнән, йөк менән кире ҡайтҡан ишәгенән эштең нимәлә икәнен аңланым. Хәлдәрҙе үҙенән һораштым. Ватансығым башын баҫып ишәгенең өҫтөндәге йөктө бушата башланы. Малҡайына үлән һәм һыу биргәс, миңә өндәште: «Рустар янына ебәрмәйҙәр, әсәй. Үткән төндә беҙҙең бер йәш кеше рустарға утын алып барған, ишәгенең һыртына бомба бәйләгән. Утынды ла, ишәген дә ташлап, үҙе ҡасҡан. Шул арала бомба шартлаған, ишәге йән-яҡҡа сәсрәгән. Рустар яғынан да үлеүселәр күп, ти. Хәҙер утын һатырға килеүселәрҙе рустар яғына ебәрмәйҙәр», – тине. Ошо көндән алып улым, утындарын ишәгенә тейәп, рустар тарафындағы юлға төшөрҙө. Әммә һәр көн кисен буш ҡул менән әйләнде.
Бер көн баҙарҙан кәрәкле әйберҙәр алдым да өйгә ҡайттым. Өҫкө урам яҡлап килгән ҡара бер эт ырылдап миңә ташланды. Ҡасып ҡотола алманым. Эт ҡулымды эләктереп алды. Әҙәмдәр ярҙамға килмәйенсә ҡулымды ысҡындырманы. Яралы хәлдә өйгә көскә ҡайтып инеп, ятҡан еремә ҡоланым. Бер аҙҙан иҫемдән яҙғанмын. Кискә ҡарай тәнем уттай яна башланы. Дерелдәп урынымдан ҡалҡырға теләнем, әммә хәлем етмәне. Хатта өйҙәге утты ла тоҡандыра алманым. Бер аҙҙан улым ҡайтты, инер-инмәҫтән сыра яҡты, яныма килеп, ҡулын маңлайыма ҡуйҙы, йөҙөмә текәлде. Һуңынан ҡулын артҡа ташлап, күҙҙәрен шарҙай асты: «Әсәй, уттай ҡыҙыуһың, нимә булды?» – тине. «Мин уның был ҡараңғы төндә ҡурҡыу һәм хәүеф менән янған күҙҙәренән һиҫкәнеп үҙем менән ни булғанын һөйләмәнем. «Температурам күтәрелде, бер аҙҙан төшөр», – тип улымды тынысландырҙым. Әммә хәлем бер аҙҙан тағы ла мөшкөлләнде. Һаташа башланым, үҙ тауышымдан үҙем ҡурҡып уяндым. Күҙемде йомһам, ҡара эттәрҙең мине уратып, мәйет кеүек күреп, тәнемде өҙгөсләүенә аҡырып уянып китәм. Аңыма килгән мәлдәремдә бахырсыҡ улым янымда тораташ булып баҫҡанын күрә инем. Бер ваҡыт шулай күҙҙәремде асҡанымда улым өйҙә юҡ ине. Тышҡа сыҡҡандыр, йә табип, йә дарыу артынан киткәндер, тип үҙемде тынысландырып, уны көтөп ята башланым.
Иртән ҡурҡыныс төш күреп тертләп уяндым. Төшөмдә мәрхүм әсәйем аҡ дөйәне биҙәп килтерҙе. Уның өҫтөндә килен ултыра, япмаһын асып, йөҙөнә баҡтым: һары сәсле Валя ине ул. Ҡыҙыл япмаһына йөҙөн йәшерҙе. Бахырсыҡ әсәйем иҫке генә яулығын башына ябынып алғайны. Киленде һыйпап миңә былай тип өндәште: «Килен менән Ватансыҡ артынан килдек. Беҙ ҡара тауҙар артына китербеҙ», – тине. Тешемде ҡыҫып, бар көсөмдө туплап, урынымдан ҡалҡтым, хәлһеҙ аяҡтарымды һөйрәп ишек алдына сыҡтым. Буҙ ишәк урынында ине. «Аллаһым, улыҡайым, йән киҫәгем, ҡайҙа киттең?» – тинем. Шул ваҡыт ҡапҡа артында нимәлер шығырланы. Ауыр таҡта ҡапҡаны хәлһеҙ ҡулдарым менән көскә асып ебәреүгә ишәк арбаһында ятҡан кәүҙәгә күҙем төштө. Кешеләр тауыш-тынһыҙ ғына кәүҙәне өйгә өҫтөрәне. Мин бер нәмә лә аңламай, ишек төбөндә ҡатып ҡалдым. Кәүҙәне индергән оло йәштәге кеше миңә өндәште: «Һуғышыр йәше лә етмәгән, ҡулына ҡорал тоторлоҡ та түгел. Аллаһ үҙенең ҡаршыһына саҡырғандыр. Хоҙай һиңә тағы бер ул бирһен. Сабыр бул, ҡыҙым, сәбәләнмә, үҙеңде ҡулға ал!» – тигәс, бөтә ауыртыныуҙарымды онотоп, өйөм эсенә йомолдом, мәйет өҫтөнә ҡапланып, һыҡтарға тотондом. Шунан һуң бер нәмә лә хәтерләмәйем. Килгән килде, киткән китте. Улымдың кәүҙәһен ҡара тупраҡҡа бирҙеләр. Үҙ аңыма ҡайтҡас, ике көн иҫһеҙ яттың, тинеләр.
...Ул кистә Ватансыҡ, минең хәлем ауырлашҡас, тәнем тағы ҡыҙып яна башлағас, ныҡ ҡурҡа, рустар яғына, Валя янына йүгерә. Рус һуғышсылары, үҙҙәренә туп-тура йүгергән кешенән шөбһәләнеп, уны башҡа бер ниәт менән килә икән, тип уйлай. Уға тоҫҡап пуля яуҙыралар. Һуңынан янына барып ҡараһалар, бахырсыҡ улымдың бер ҡоралы, шартлатҡысы ла булмауын күрәләр. Аһ! Минең балағынам ҡырмыҫҡаның да йәнен ҡыймаҫ ине. Ни эшләйем? Шул кешеләрҙән ҡон ҡайтарырға тейешменме? Улым ҡанһырап йән биргән. Һуғышсыларға: «Валяға еткерегеҙ, әсәйем ауыр хәлдә», – тип әйтеп өлгөргән. Бер айҙан аңланыҡ, рустарға утын килтергәндә ишәгенең һыртына шартлатҡыс ҡуйып индереп ебәргән мәхшәр ваҡытында Валя ла үлә. Мин шул ваҡыттан донъянан өмөтөмдө өҙҙөм. Уға бирнәлеккә тип әҙерләгән яулыҡтарҙы, ебәк ҡушаҡтарҙы һары сәсле Валяның ҡәбер ташы аҫтына һалдым. Шул ваҡыт әсәйемдең, Ватансыҡтың өләсәһенең «бәхет килтергән рус­тары» минең усағымдың төтөнөн киҫте. Һары сәсле рус ҡыҙы теге донъяға үҙе менән бергә улымды ла алды. Ә мин япа-яңғыҙ, яралы бүре кеүек олой-олой емерек харабалар араһында ултырып ҡалдым.
Ваһ! Мин үлдем, мин! Шул көн баҙарға бармаһам, ҡара эт миңә ташланмаған да булыр ине. Ауырып йығылмаҫ инем. Улым да минең өсөн дарыу эҙләп сыҡмаҫ ине. Йән киҫәгем, баламдың үлеменә сәбәпле рустар ҡороһон! Улымдың үлеменә мин сәбәпсе булдым. Ай, Аллам, ай, Аллам, ай, Аллам! Тәүбәләр итәм. Минең тәҡдиремә яҙылғаны шулдыр». Ҡатын илауҙан туҡтап, күҙ йәштәрен яулығының осо менән һыпырҙы: «Шул рустар башта тыуған тупрағымды, ватанымды тартып алды, хәҙер йән киҫәгем улымдан, Ватансығымдан яҙҙырҙы. Икеһе лә күҙемдең яҡтыһы ине. Хәҙер мин – ят ҡулдарҙа. Ватанһыҙ ҡалғанымды, яныуҙарымды кемгә һөйләйем? Рустарҙың ҡулдарынан бәғерем ҡанға батты». Ҡатын беҙ килгәндән бирле өйгә инмәй, тышта уйнап йөрөгән кескәй малайҙы ҡысҡырып саҡырҙы: «Ватанжан! Улым, ин өйгә! Кис булды, уйыныңды ҡалдырып тор!» Малай, шуны ғына көткән һымаҡ, йәһәт кенә өйгә инде. Ҡатын уң ҡулына һабын алып, яурынына таҫтамал һалып килде. Баланың ҡулдарын һабынлап йыуып ҡоротоп һөрттө. Ҡараңғы төштө. Ҡатын миңә ҡарашын төбәп: «Хәҙер ошо балаға ҡарап торам. Мин был баланы рус­тар һәм мөжәһиттәрҙең алышынан һуң, урамда илап йөрөгән еренән үҙемә алдым. Уны аҙаҡ эҙләп йөрөгән кеше булманы. Берәү ҙә «был – минең балам» тип арҡырыға төшмәне. Йә ата-әсәһе үлгәндер ҙә урамға сығарып ебәргәндәрҙер. Ул ваҡыт урамда ҡалған, исем-атһыҙ бер сабый ине. Мин уға үҙ улымдың исемен бирҙем, ошо балаға бауыр баҫып йәшәп ятам хәҙер», – тине, улына сикһеҙ һөйөү менән ҡарап. Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡатын, мине дерелдәп янған сыра янында ҡалдырып, бала менән икенсе бүлмәгә сыҡты. Таң һарыһына ҡәҙәр күҙемә йоҡо эленмәне. Был ҡараңғылыҡ сараһыҙ, яңғыҙ ҡалған ҡатындың илауы өйҙөң дүрт диуарына һеңеп ҡалғандай тойолдо. Сыраның майы кәмеп, уты һүрелә төштө. Өй ҡараңғылығы йөрәгемде ҡыҫа башланы. Йоҡлап китә алмай йонсоном. Сөнки һары сәсле Валя менән Ватан ишекте асып, «беҙ килдек» тип атылып инер төҫлө тойолдо. Таң менән хужабикәнән рөхсәт алып, был өйҙән айырылдым. Ҡара бөркәнсеген ябынып оҙатырға сыҡҡан ҡатын, тар урамдан мине сығарып, дүрт манаралы мәсеткә йүнәлде. Ҡояш нурҙарында иҙрәгән мәсеткә табан ҡабаланып ашыҡҡан Ватансыҡ иһә, үҙенән алдараҡ төшкән ҡатындан ҡалышмаҫҡа тырышып, артынан йүгерҙе. Әсе иҫкән ел, бөрөләрҙе шартлатып яҙын ағастарҙы сәскә аттырған һалҡын: олондарҙы яралаған елдең тыуышы миңә ул ҡатындың иңрәүе кеүек ишетелде. Илау, иңрәү уларҙың яҙмышында кеүек тойолдо. Тәҡдирҙән ҡотолоу, яҙмыштан ҡасыу мөмкин түгел. Ел тағы ҡеүәтләнде, әллә ҡатын илауы инеме был: «ууиууу, уувуууууув».

Герат, 2008.

Төрөк теленән Гөлназ ҠОТОЕВА тәржемәһе.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

 

Аҙағы. Башы 8-се һанда.

Автор:
Читайте нас: