+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
21 Сентябрь 2022, 11:15

«Тик мөхәббәт эҙләй яратыу...»

«Һәр әҙәми заттың үҙ мауығыуы булған кеүек, мин дә был шөғөлдән мәхрүм түгел: ваҡыты-ваҡыты менән, йә бик һөйөнгән, йә бик көйөнгән саҡта аҡ ҡағыҙға рифмаға һалынған хистәремде «тамыҙғылап» ҡуям. Күҙ йәше лә шулай бит: йә шатлыҡтан, йә хәсрәттән тулышып тама. Пьесалар яҙғас, уларға йыр текстары ла ижад итергә тура килә. Уларҙың күбеһен йырсылар үҙ репертуарына алған», – ти сентябрҙә 75 йәшен тултырған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова. Уны ошо күркәм юбилейы менән ҡотлап, һаулыҡ, ижади уңыштар теләп, журнал уҡыусыларыбыҙға шиғри шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.

«Тик мөхәббәт эҙләй яратыу...»
«Тик мөхәббәт эҙләй яратыу...»

Баймағым
(йыр)
Эй, Баймағым – Ирәндегем,
Дарманға дәрт биргән яҡ!
Һағыныуым, йәш ҡымыҙҙай,
Ташҡан саҡ, түгелгән саҡ!

Телгә – сәсән, эшкә – сапсан,
Асылы шул халҡымдың;
Яу килгәндә ил һаҡларға,
Болот кеүек ҡалҡындың!

Талҡаҫым ята иҙерәп,
Күҙ нурылай ялтырап.
Бал тәм иткән шишмәләрең
Аға тауҙан сылтырап.

Башҡорт тоҡомло аттарҙың
Баҫҡан ере – таш ҡына.
Йәйге көндә бер күрергә
Йөрәккенәм ашҡына!

Баш ҡалалы булған Баймаҡ,
Гөрләп торған урамдар;
Зәки, Муса, Бабич рухын
Һаҡлай бында туғандар!

Эй, Баймағым – Ирәндегем,
Йыр-моңға бай төйәгем!
Үҙем китһәм, йырым ҡалһын
Булып һиңә бүләгем!..


Һөйөү вальсы
Әнфәр Хужин көйө
Ҡыҙыл гөлдәр күкрәгемә
Ҡаҙаның ҡайҙан табып?
Юлыҡтың һин юлдарыма,
Юлыҡтың ҡайҙан табып?

Төндәремде яҡтыртаһың,
Яҡтыртаң, айҙай балҡып.
Ҡайтыр юлымды быуаһың,
Үҙең туфандай ҡалҡып.

Ҡауышырға ҡул һуҙамын,
Һуҙһам да алыҫ ара;
Ташлаһаң – йәл, һөйһәң – ҡыйын,
Шулмы икән беҙҙең сара?

Ҡушымта:
Әйләнәбеҙ, тулғанабыҙ,
Моңдарға уралабыҙ –
Ә ниңә һуң, таңдар атҡас,
Йондоҙҙай юғалабыҙ?

Төштәге йыр
Юлай Үҙәнбаев көйө
Ҡорһаҡһығас күңел ҡотоптарым,
Алдарыма ятҡас упҡындар.
Сараһыҙлыҡ алды алҡымымдан,
Ташландылар өҫкә тулҡындар...

Ҡушымта:
Мин аҡ елкән кирҙем күңелемдән
Йондоҙҙарҙан килгән аҡ нурҙан.
Мин көслөмөн хәҙер әжәлемдән,
Шул изге моң аға күңелемдән.

Эй, изге моң! Йәшә һауаларҙа,
Йәшә ерҙә, ҡырҙа, урманда!
Һиндә таптым күңел дауаларын
Упҡындарҙан уйылып барғанда.

Әхмәт Сөләймәнов ағай менән һөйләшеү
– Мин Нәбигә килдем, Әхмәт ағай,
Тыуған ауылыңа, Ҡуянға.
Таңдан тороп сығып баҫтым әле
Ағиҙелгә баҡҡан ҡаяға.
Шаһит булдым ошо иртәләрҙә
Күктең ярһып тәүге күкрәүенә.
Тауҙар бында ятып серем итә
Йылы ла ғына ерҙең күкрәгенә.
«Тауҙар, тауҙар! Ҡайһығыҙ бейек?» – тип,
Баҡҡан саҡта уның һырттарына,
Әхмәт рухы өндәшкәндәй булды:
Ҡайырылып ҡара үткәнеңә.
Үткәнеңдә һинең – Самрау рухы,
Нәсихәте Урал батырҙың.
Меңәр быуат аша хәтерҙәрҙән һарҡып,
Салауатты тауға баҫтырҙы!»
– Хәтер, хәтер... Тимәк, Әхмәт ағай,
Хәтер бейекме ни тауҙарҙан?
Яҙған саҡта том-том әҫәрҙәрең
Көстө алдың әллә шуларҙан?!»
– Эйе, тауҙар миңә терәк булды,
Тайһам, ҡаяларға таяндым.
Йәнде ҡурыштырыр әрһеҙ һүҙҙән
Урманыма инеп хәл алдым.
Һыуһылыуын эҙләп, күлгә сумған
Һәүбәнеләй ғәзиз халҡымдың.
Һәр көн иртән мин тарихҡа сумдым,
Ынйы тапһам, ҡабат ҡалҡындым.
Ул ынйылар инде һеҙгә ҡалды,
Бер мыҫҡалы – меңгә торошло.
Тәһәрәттәр алып, аят уҡып,
Ҡағылыуҙар булыр отошло.
Улар һеҙгә ҡалды, вариҫтарым,
Илен, телен һөйгән йәш ҡурпы;
Йәшәү сығанағы шунда беҙҙең –
Уңыр ҙа ғына илдең, ай, ҡото!

Юлға сығам...
Юлға сығам. Аҫау толпар атым
Инде әллә ҡасан егелгән.
Күстәнәскә тигән юл тоҡсайым
Аҡ киндерҙе бесеп тегелгән.
Тышта буран. Балкон тәҙрәһенә
Ай нурынан ҡорған тегелгән.
Һағыныуым мөлдөрәмә тулы –
Юлға сыҡмай нисек түҙелгән?!

Гөлдәр Моратоваға
Һанаманыҡ үткән ғүмерҙәрҙе,
Юраманыҡ килер көндәрҙе –
Был алдатҡыс донъя бер һелтәүҙә
Гүр эйәһе итмәй кемдәрҙе?

Һанаманыҡ, ләкин күпһенмәнек,
Өлөштәргә төшкән йөктәрҙе.
Йәштәр тамһа тамды, теҙ сүкмәнек,
Йөрәк барын үҙе күтәрҙе.

Эйе, юраманыҡ. Наҙҙан, дандан
Ауыҙ иттек, сама боҙмайса.
Гөлләмәләр яуһа күк күҙенән,
Онотманыҡ: донъя – ҡуласа.

Иллегә лә еттек. Инәһе беҙ илдең!
Ҡырау өтә тулҡын сәстәрҙе.
Ярһыһа ла йөрәк ашып ташмай,
Иңде баҫты илдең хәстәре.

Бары ла үтте. Йәйҙәр артта ҡалды;
Ҡарҙар яуа, бурап бураҙна.
Аһ, ҡарасы, һары япраҡ аша,
Йәнде үртәп, миләш ҡыҙара!..

***
Араларға үҙең ҡорҙоң ҡойма –
Өлөшөмдөр, ахыры, таш ватыу;
Һорамасы, һин һөйҙөңмө, тиеп,
Тик мөхәббәт эҙләй яратыу!

Һеңлемә
Бирсе, һеңлем, бирсе, ай, салғыңды,
Яҡты күҙҙә янып бирәйем.
«Ҡото киткән», – тиһең сабынлыҡтың –
Баҙрай балан, суҡ-суҡ тәлгәштәрен
Иҙыратмай ғына тирәйем.

Үләндәрҙән киткән йәшеллектең
Юшҡындарын күрәм күҙеңдә.
Киткәндәрҙең гүре яҡты булһын,
Сабынлыҡтың ҡото, бел, һиндә!

Эйе, һеңлем, һин хәҙер – үҙең ҡот,
Булмышыңда – атаң булмышы.
Ана, ҡоштар оса, һаубуллаша,
Тауышыңда – әсәң һағышы.

Бирсе, һеңлем, бирсе, ай, салғыңды,
Яный һалып ҡына бирәйем.
...Ҡыу үләндәр ҡыштыр-ҡыштыр килә –
Орлоҡтарын ергә һибәйем.

Автор:
Читайте нас: