+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Сентябрь 2022, 15:10

Тәҡдир

Угулмая Самизаде Сапарова 1965 йылда Төркмәнстандың Балҡан өлкәһе Гарригала (Эскикале) ҡалаһында тыуған. Шунда башланғыс һәм урта белем алған. Төркмәнстандың донъя телдәре институтында төркмән теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған. Төркмәнстан Фәндәр Академияһы Төркмәнбашы ҡулъяҙмалар институтының тәнҡит һәм текстология кафедраһында белгес булып эшләй. Уның китаптары һәм бихисап мәҡәләләре Бөйөк Британия, Төркиә, Төркмәнстан, Иран кеүек илдәрҙә тәржемә ителеп баҫылып сыға. Бөтә донъя төркмән гуманитарийҙары союзы рәйесе һәм «Төркмән тауышы» гәзитенең баш мөхәррире лә ул. Әлеге ваҡытта Иранда йәшәй. Төркмән теленән уҡыта. Өс бала әсәһе.

Тәҡдир
Тәҡдир

Тәҡдир

Хикәйә

Гератты дүрт яҡлап уратҡан бейек тауҙар түбәһендәге ала ҡарҙар, ирегән ҡар һыуҙары менән ағып килгән кесе шишмәләр, аҫта, тау һыуҙарынан киңәйгән Герирудун йылғаһы; ҡаты ҡыш һалҡынына ҡаршылыҡ күрһәтмәй бихисап япраҡтарын түккән яланғас ағас­тарҙың яңынан бөрөгә тулышыуы; урамда йөрөгән ир-аттың, баштарына ураған ҡалын бәрхәт япмаларын һыпырып ташлап, муйындарына һалыуы... Быларҙың барыһы ла Гератҡа яҙ килеүенә ишара ине.
Яҙ килеүенә ҡарамаҫтан, тирмә кеүек эшләнгән саман йорттарҙың мөрйәһенән бөҙрәләнеп сыҡҡан һоро төтөн һауаға күтәрелде. Өйҙәрҙең ҡояш күрмәгән төньяғында ҡалған ҡар әле иреп бөтмәгәйне. Төнгә ҡарай туңып, көндөҙҙәрен ирегән, асфальт йәйелмәгән, туҙанлы урамдар теҙгә тиклем батҡаҡҡа әйләнгән. Салбарҙарын теҙҙәренә тиклем бөккән ирҙәр һәм ҡара эске күлдәктәрен тубыҡтарына ҡәҙәр төшөрөргә ҡурҡҡан ҡатындар батҡаҡҡа батып, ошо урамдан сығып, ҡаланың үҙәгенә йүнәлде.
Ҡаланың көнбайыш тарафындағы Бараман яғының тар, бысраҡ урамдарының береһенән сыҡҡан ҡара күлдәкле ҡатын, башын ҡырыныраҡ һалып, ҡаланың һәр еренән күренгән дүрт манараға тура йүнәлде. Янында сәстәре туҙған, өҫ-башы керле, һигеҙ-туғыҙ йәштәрҙәге ҡарасман, бәләкәй генә бер ир бала ла бар ине. Был сабый ҡатындың бер уң яғына, бер һул яғына, ҡайһы ваҡыт уның алдына сығып, нимәлер аңлатырға тырыша. Ә ҡатын иһә аяҡ аҫтында уралған баланы, ҡулдарынан тотоп, икенсе яҡҡа сығарҙы.
Ҡатын менән бала, дүрт манараның янына еткәс, уның һәнәккә оҡшаған ҡапҡаһын урап үтеп, боронғо зыяратҡа инеп китте. Зыяратта, ҡәбер ташы күптән юҡҡа сығып, урынына уба ғына тороп ҡалған ҡәберлектәрҙән тыш, яңы барлыҡҡа килгәндәре лә бар ине. Ҡара кейемле ҡатын тупрағы таралған иҫке ҡәбер осона барып теҙ сүгеп ултырҙы ла, ҡара еңенең эсенән сығарылған ҡулдарын юғары күтәреп, доға ҡыла башланы. Бәләкәй бала ҡатындың янына барып ҡунаҡланы һәм, ярылған ҡулдарын юғары күтәреп, Аллаһҡа иман килтерҙе. Иҫке булһа ла, был ҡәберлеккә йыш йөрөгәндәре һиҙелеп тора. Ҡәберҙең өҫтө һәм ян-яғы таҙа, үлән сүбе, ҡыяҡтар күренмәне. Ҡапыл ҡара кейемле ҡатындың йөрәк өҙгөс илауы ишетелде. Ул, башын ике ҡулы менән тотоп, сайҡала-сайҡала иланы. Бала яҡындағы ҡәберлектең баш осондағы ташына ултырып, иҫкергән аяҡ кейеменә йәбешкән батҡаҡты таҙартырға тотондо. Өйҙән сығып бында килгәнгә тиклем, бар иғтибарымды алған ҡара кейемле ҡатын менән осрашҡанғаса, мин һүҙ оҫтаһы, аҡыл эйәһе Алишер Навоиҙың ҡәбере эргәһендә доға ҡылғас, бер замандарҙа Көнсығыштың ғилми мәркәзенә әйләнгән исеме алыҫтарға танылған Герат тауҙарының һәр яғынан күренгән дүрт манараның ян-яғын ҡараштарым менән айҡай башлағайным. Бында донъяны ҡанға батырған Тимурленгтың, аҡыллы килен Гәүһәршад Вегөмдең ҡәберҙәре, унан көнбайыштараҡ иһә донъя әҙәбиәте сыраҡтарының береһе булған Абдуррахман Жами ята. Ян-яғында тупрағы таралған, баш ташы күптән юғалған эреле-ваҡлы бер аҙ сәйерерәктәре лә шәйләнде. Сөнки Герат оло бер ҡәберлеккә әйләнгәйне. Тәрән уйға талған әйләнә-тирәмдәге ҡәберлеккә баҡтым һәм ҡара кейемле ҡатындың үкһеп илаған тауышына тертләнем. Төркмәнсә илау тауышын ишеткән кеүек булдым. Бөтөн иғтибарымды туплап ҡолаҡ һалдым. Эйе! Был ҡатын, ысынлап та, төркмәнсә илап һөйләй ине:
Һыуҙарҙың ағышында,
Бейек тауҙар башында,
Минең балам яталыр,
Мин уның торағында.
Етеҙ марал тауҙамылыр,
Тауҙың аҫтындамылыр?
Баланан да ғәзизе юҡ,
Шуны нисек аңлатайым?
Яй ғына атлап бөтә кәүҙәһе менән илаған ҡатынға яҡынлаштым. Пәрәнжәһе эсенән баҡҡан ҡатын, минең килгәнемде абайлап, ҡапыл шымды. Күҙҙәрен күрмәһәм дә, уның мине күҙләүен тойҙом. Бала аяҡ кейеменең береһен кейеп, икенсеһен ҡулына алды. Уның ҙур күҙҙәре миңә төбәлде. Ҡатындың янына ултырып, төркмәнсә: «Ҡалғандарҙың башы һау, иманы юлдаш булһын!» – тинем. Ҡатындың тәүҙә танауы күренде, һуңынан пәрәнжәһен асып, илауҙан ҡыҙарған күҙҙәрен төбәп: «Тәңре ярлыҡаһын!» – тип яуапланы. Ҡатын тоноҡ ҡараштарын миңә төбәп һорағанын тойҙом: «Эйе, мин дә төркмәнмен. Бында ятҡан улығыҙмы? Йәне йәннәттә булһын! Йәш инеме? Нимә булды? Ауырып үлдеме?»
Ҡатын тәүҙә иғтибарлап миңә ҡараны, пәрәнжәһе менән ҡабаттан йөҙөн ҡаплап, йөрәктәрҙе өҙгән, тәнде земберҙәткән һөйләп илауын дауам итте:
Төндә сыра яндырҙым,
Көндөҙ донъя байҡаным.
Аһ тигәнде аҡтарҙым,
Ваһ тигәнде күндерҙем.
Йөрәккәйем, юҡ балам,
Һинһеҙ нисек йәшәрмен?
Тауҙарҙың башы яныр,
Ут төшөп ташы яныр.
Ҡара тауың йығылһа,
Йөрәгең башы яныр.
Был бәйет йөрәгемде тетрәтте, йәш тулы күҙҙәремде һыпырҙым. Ҙур ҡара күҙҙәрен минән алмаған малай, илағанымды күреп, ҡатын артына йәшенде. «Кисерегеҙ, ҡайғығыҙҙы яңырттым, ялҡынығыҙға ут өҫтәнем», – тинем. Ҡатын минең үҙемә лә, һүҙҙәремә лә иғтибар итмәне, хатта боролоп ҡараманы. Ҡулдарын һауаға күтәреп, доғаһын шыбырлай башланы, ҡулдары менән йөҙөн һыпырып, ултырған еренән ҡалҡынды. Битен ҡаплаған шаршауҙы күтәреп, йөҙөн асты.
– Һеҙ мине үҙегеҙ ғәфү итегеҙ. Улым тураһында һорағайнығыҙ, шикелле? Эйе, улым йәш кенә ине, мыйығы саҡ сыға башлағайны. Арыҫлан кеүек бер улым ине. Минең һөйөүем, өмөтөм, өйөмдөң терәге, күңелемдең яҡтыһы, йөрәгемдең майы ине. Хәҙер минең өсөн йөрәк тә, өмөт тә, йәшәү мәғәнәһе лә ҡалманы. Фәҡәт ошо бәләкәй малай хаҡына мин тере. Юҡһа был ҡайғы асыларына нисек түҙер инем? – тине ул үҙенә һыйынған малайҙың сәстәренән һыпырып. Һуңынан ул үҙе менән ҡуша китергә әйҙәп, әйҙә, ҡунағым булырһың, тип өйөнә саҡырҙы. «Туғаным, минең ҡайғымды тауҙар күтәрә алмаҫ, һеҙгә эс серҙәремде бушатҡым килә, әйҙәгеҙ минең өйгә, бәлки, бәғеремә таш булып ҡатҡан хәсрәтем әҙәйер. Йән туғаным, беҙҙең фәҡир төнәгебеҙҙә ҡунағым булырһың! Был минең генә түгел, бөтә Афғанстан төркмәндәренең хәсрәте, минең кеүек меңдәрсә ҡатындың хәсрәте. Һеҙ төркмәнме?» Һорауға нисек яуап бирергә белмәй, аптырап ҡалдым. Шунан малайҙың сәстәренән һыйпап: «Мин һеҙҙең ата йортоғоҙҙа – Төркмәнстанда тыуҙым», – тинем. Ҡатын бер аҙға тынып ҡалды. Уның бойоҡ йөҙөндә оло кешенең сырайы яҙылғайны. Күҙҙәренән бер осҡон, бер сатҡы эҙләнем. Юҡ. Төркмәнстандан алыҫта йәшәгән милләттәштәремде осратҡан һайын уларға Төркмәнстанда тыуыуымды әйткәс, уларҙың ғорур йөҙҙәрендә туғанлыҡ ғәләмәттәре сағылып китеүен күрә инем. «Эй, Аллам, тойғо тамырҙары ҡороған был бисараның, күҙҙәренең яҡтыһы һүнгән», – тип һыҙылдым эсемдән. «Өмөтөмдән яҙҙым», – тине ул. «Өмөтһөҙ әҙәмдең күҙҙәрендә нур булырмы?» – тинем мин. Ҡатындың һалҡын тауышы ҡалтыранды. «Ҡунағым булырһың!» – тигәнендә лә әйткәненә үкенеү сағылып киткәндәй тойолдо. Бер ҙә танымаған, белмәгән, күрмәгән был ҡатындың саҡырыуын ҡабул итергә бик теләмәһәм дә, ҡыҙыҡһыныуым еңде. Йөрәгендә һаҡланған һырҙарҙы өйрәнгем килде. Ул ҡалтыранған, тоноҡ тауышы менән: «Киттекме?» – тип ҡабатлап һораны. Башымды ҡағып, «эйе» тигән ишара яһаным. Ҡатынға эйәреп, зыяраттың ҡапҡаһына табан йүнәлдем. Ә бәләкәй малай мине күргәндән бирле бер һүҙ өндәшмәй, ҡатындың ҡулына тотоноп, уға эйәрҙе. Ҡатын, ваҡыт-ваҡыты менән артына әйләнеп, ҡараштары менән мине үҙенең артынан әйҙәне. Баламан мәхәлләһенә еткәс, батҡаҡлы урамда уйнап йөрөгөн балалар эргәбеҙҙәге малайҙан һораны:
– Михман аз коджа амадан?
Малай, ике яурынын юғары күтәреп, муйынын аҫҡа төшөрөп, белмәгәнен ишара итте. Ҡатын таҡта ишектең янында тотҡарланды. Йөҙөн ҡаплаған селтәрҙе күтәреп, миңә баҡты, кеҫәһенән нимәлер эҙләне һәм өс-дүрт асҡыс бәйләмен сығарып, эйелеп ишекте асты. Шунан: «Рәхим итеп эскә үтегеҙ! Хуш килдегеҙ», – тине.
Ихатаның эсе тар ғына ине. Кирбестән төҙөлгән өйгә бергәләп индек. Диуарында һары сәскәләр төшөрөлгән ҡулдан һуғылған балаҫтар эленгәйне. Иҙәндә ҡунаҡтар таянып ултырһын өсөн ҡыҙыл туҡыманан яҫтыҡтар теҙелгәйне. Өйҙә күҙгә салынған башҡа һис бер нәмә юҡ. Ҡатын бер аҙҙан сығып инде. Өҫтөндәге ҡара кейемдәрҙе һалып, төркмән күлдәген кейгәйне, башына төҫө уңған ҡара йөн яулығын бәйләгәйне. Ҡулындағы сәйнүген ергә ҡуйып, талғын ғына һөйләй башланы: «Беҙ был ҡара япманы алып атҡыбыҙ килә. Тик нишләйһең, сара юҡ. Мөджәһиттәр былай тине, талибандар тегеләй тине. Үҙ яйыбыҙға ҡалдырмайҙар беҙҙе. Ҡара япманы улар кейҙерҙе. Беҙҙә бит, төркмәндәрҙә, йән туғаным, ҡараға төрөнөү юҡ, һин беләһең. Минең бахырсыҡ әсәйем уны ғүмеренең ахырынаса кеймәне. «Үлһәм дә, кеймәм ул ҡара кейемде, тышҡа сыҡмаһам сыҡмам, әммә ундайҙы кеймәм, – бына ниңә афғандарҙың рауза гөлдәре күҙҙәремә сәнске булып ҡаҙала? –Атайсалымдың ҡара тауҙары асылмаҫ юл булып күренә», – тине. Әсәйем, Ватанын һағыныу тойғоһон баҫыр өсөн, минең оло улыма Ватан тип исем ҡушты. Ватанды бер күргәс, ҡулынан төшөрмәне. «Ергә ҡуйһам, бысраҡ булыр, күккә ҡуйһам, иш булыр», – тип яратыр ине. Мин ейәнемә иң матур ҡыҙҙы әйттерермен. Ҡыҙыл бөркәнсекле, ҡыҙыл күлдәкле киленемде көмөштәрен зыңғырҙатып үҙем менән алырмын, үҙ йортома ҡайтырмын. Ватансығымды ла алып, ҡара тауҙар артылып, Рәсәйҙәге ватаныма юлланырмын. Аһ! Беҙ Жунейт хан артынан төшөп бында килмәһәк, әсе һынауҙарҙы үтмәгән, яттар ҡулына ҡалмаған булыр инек. Урыҫтарҙан ҡастыҡ, урыҫ – кафыр, тинеләр, әммә рустар ингән һәр ерҙә кешеләргә белем бирҙеләр, томаналарҙың күҙҙәрен астылар. Шунда тороп ҡалғандар уҡып доктор булды. Беҙ был ҡулдарҙа, башыбыҙға бөркәнсек ябынып, һуҡырҙар ише донъяны күрмәйбеҙ.
Әсәйемдең Төркмәнстанға килгән рустарҙың ғәҙел булғанын белгәндән һуң Ватаным тип өҙөлөүе көсәйҙе генә. Үҙ күҙҙәре менән күргән һымаҡ, һәр көн рустарҙың ниндәй яҡшы булыуын ҡабатлап һөйләр булып китте. Хыялында атҡа менеп, гөл-сәскәләргә күмелгән ҡара тауҙарҙы артылып, йылға-шишмәләре сылтыр-сылтыр аҡҡан атай йортона килтерҙе. Гүйә, һәр кем таный унда: яҡты сырайлы ҡәрҙәштәре, уның менән күрешер өсөн янған туған-тыумасалары алдан төшөп атын бәйләй. Белем биргән рустар иһә Ватанға аҡ күлдәк кейҙереп, ҡулына китап менән хат тоттора. Әсәйемдең хәсрәт тулы хыялдарын тыңлай-тыңлай буй еткерҙек, әммә уның был теләктәре тормошҡа ашырына ышанмайыраҡ, һөйләгәндәрен көлөмһөрәп тыңланыҡ. Ватан иһә уның итәгенә йәбешеп, һөйләгән­дәрен йәненә һеңдереп тыңлар булды, артынса һорауҙар яуҙырҙы. Өләсәһе аңлатҡандарҙан сығып ҡайһы ваҡыт балаларса төшөнөп, ҡыҙыҡлы һорауҙар биргеләне:
– Өләсәй, әй, өләсәй, ата йортобоҙға беҙ ошо буҙ ишәгебеҙҙә барып инәсәкбеҙме? Өләсәй, урыҫтар ҙа беҙҙең кеүек кешеме? Улай булғас, ниңә һеҙ уларҙан ҡастығыҙ? Уларға барһаҡ, беҙҙе тотоп ашамаҫтармы?
– Эйе, улым, буҙ ишәгебеҙҙә ҡайтырбыҙ. Һаҡаллы кәзәбеҙҙе лә алырбыҙ. Улым, рустарҙың күҙҙәре зәп-зәңгәр мунсаҡтай, сәстәре бойҙай һабағы кеүек һап-һары. Беҙ күрмәнек, әммә ҡыҙҙары ла һары. Шундай матурҙар. Ҡулдары, аяҡтары ебәк кеүек йомшаҡ, тиҙәр. Шул ҡәҙәрем татлы телле икән үҙҙәре. Һәр береһе уҡыған, араларында бер наҙан юҡ, Көроғлы бейебеҙ кеүек, етмеш ике тел беләләр. Беҙҙең Ағайүнус Пери кеүек, кешенең тырнаҡтарынан ҡарап, киләсәктә ни булырын алдан әйтәләр, имеш...


Төрөк теленән Гөлназ Ҡотоева тәржемәһе.

(Дауамы киләһе һанда.)

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: