+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Август 2022, 15:32

«Ҡоштарҙың моңона бәйләнеп, Офоҡта аҡ ебем юғала...»

Талантлы әҙибә, үҙенсәлекле прозаик, балалар шағирәһе Дилә Хәмзә ҡыҙы Булгакова июль айында үҙенең 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ул 1937 йылдың 11 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған. Өфөлә медицина училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын Салауат химия комбинатының санитар часында шәфҡәт туташы булып башлай. Артабан Башҡортостан Эске эштәр министрлығына ҡараған дауалау учреждениеларына күсерелә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә утыҙ ете йыл ғүмерен бирә.Дилә Булгакова – күп ҡырлы ижад эйәһе. Уның халыҡсан хикәйәләре, нескә, хисле лирикаһы, балалар өсөн яҙылған саф, эскерһеҙ шиғырҙары халыҡ араһында киң танылыу тапты. Шағирә – ике йөҙҙән ашыу йыр авторы. «Ҡыр ҡаҙҙары», «Үпкәләмә», «Зәңгәр күҙле ҡыҙға», «Устарыма һал һин йөрәгемде» һәм башҡа йырҙары күптән инде халыҡ һөйөүен яулаған.

«Ҡоштарҙың моңона бәйләнеп,  Офоҡта аҡ ебем юғала...»
«Ҡоштарҙың моңона бәйләнеп, Офоҡта аҡ ебем юғала...»

Әйләнә орсоғом
Китәләр, китәләр ҡошҡайҙар,
Офоҡҡа һарылып моң ҡала.
Ҡулымда әйләнә орсоғом,
Әйләнеп, бәйләнеп тын ҡала...
Орсоғом ебенә теҙелә
Ғүмерҙең миҙгелдәр сәйләне.
Асыштар, юғалтыу, табыштар
Өҙөлөп-ялғанып бәйләнде.
Оҙата сыҡҡанда ҡоштарҙы
Тоямын көҙҙәрҙең һулышын.
Буш ҡалған оялар сайҡала,
Ел ала уларҙың йылыһын.
Ҡулымда әйләнә орсоғом,
Ғүмерем ептәре урала...
Ҡоштарҙың моңона бәйләнеп,
Офоҡта аҡ ебем юғала...

Усаҡ яғам
Алмаланған инде алмағастар,
Ҡыҙылдарын йыйҙым, килмәнең.
Хушлашмайса ғына китәһең бит –
Тупһам аша атлап инмәнең...
Һине көттө биргән вәғәҙәләрең,
Көттө һине тыуыр сабыйың.
Бүләк иткән ап-аҡ күлдәгең дә
Өҙөлөп-өҙөлөп һине һағынды.
...Усаҡ яғам көҙгө япраҡ йыйып,
Иҫтәлектәр яғам – иҫәрлек?!
Үткәндәрҙән үткәндәрем ҡарай,
Һағыштарым йәнде киҫәрлек...

Иген бешкән мәлдәтыуғанмын мин
Иген бешкән мәлдә тыуғанмын мин,
Ураҡ менән иген урғандар.
Ураҡ менән кендек киҫкән нәнәй,
Элек шулай булған, туғандар.

Иген бешкән мәлдә тыуғанмын мин,
Иген бешкән мәлдә, төшлөктә.
Итәгенә төрөп һалған әсәй
Баҫыуҙағы киндер бишеккә.

Бишегемә туҡ башаҡтар баҡҡан,
Йөҙгәнмен мин муллыҡ эсендә.
Һулышымда шуға күкрәк һөтө,
Икмәк төҫө генә сәсемдә.

Иҫке бишек хәҙер өй башында,
Көмөш ураҡ тора соланда.
Туҡ башаҡтар өҫтәлемде биҙәй,
Бишек йыры минең йәнемдә.

Көмөш ураҡ, беләм, тамғалы,
Сиккән ашъяулығым алмалы.

Бүләк ит йәй аҡланын
Йәйҙәрҙә йәйелдем быйыл,
Бер силәк еләк йыйҙым.
Йыйған ҡайын еләгенән
Еләк ҡаҡтары ҡойҙом.

Йәйҙәрҙә йәйләнем дә, йәй
Табынға ҡуйған барын.
Сәскәләрҙең тажын һанап,
Бәхетемә юраным.

Ҡулдарын һуҙҙы сәскәләр
Төрлөһө төрлө яҡтан.
Өҙмәнем гөлдәр керпеген,
Рәнйей күрмәһен аҡлан.

...Һуңлама тыуған көнөмә,
Көтә ҡояшлы табын.
Бүләк ит һин йәй ҡыҙының
Еләкле бер аҡланын.

Атай бесән сапҡанда
Бесән өҫтө. Атай бесән саба,
Көн ҡояшлы, тәнде бешерә.
Шишмәләрҙән һалҡын һыуҙар алып,
Айран яһап әсәй эсерә...
Йырлай-йырлай атай бесән саба,
Салғы янай ҡай саҡ туҡталып.
Кәкүктәр ҙә әле һаташмаған,
Урман тумыртҡаһы «туҡ» та «туҡ».
...Аҙан әйтә атай моңло итеп,
Улар уҡый аят, сүрәләр.
...Бесән сапҡан мәлдә ғәзиздәрем
Төштәремә хәҙер инәләр.


Көҙгө урман
Иңбашына һалған урман
Уймаҡ ҡына ебәк шәлен.
Итәгенә йыйып алған
Үткән йәйҙең барса йәмен.
Ҡалпағында аҡ сәсәктәр –
Гөлйемештәр янып бешкән.
Тәлгәш-тәлгәш миләштәре,
Баландарға баға өҫтән.
Итәгенә уҡа менән
Япраҡтарын ҡайын сиккән.
Уймаҡ-уймаҡ шәлкәйенә
Ҡояш нурын суғы иткән.
Толомонда сыңлап китә
Сәтләүектәр – талир тәңкәң.
Ҡалпағыңдан үрелеп алдым,
Тәлгәш миләш, юҡмы үпкәң?
Тәлгәш миләш, устарымдың
Йылылығын тояһыңмы?
Һинең менән оҙата барам
Байып барған ҡояшымды.

Автор:
Читайте нас: