+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
4 Август 2022, 11:35

«Ғашиҡ булмаҫлыҡмы ни донъялар – Барыһына хужа бит Тәңрем...»

Нәркәс Ҡәйепҡолова Нәркәс Ҡәйепҡолова Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы курсын тамамлаған. Шиғриәт юлы мәктәптә уҡыған мәлдә Мәрйәм Ҡасим ҡыҙы Сәлмәнова етәкләгән «Йәш хәбәрселәр» түңәрәгенән башлана. Медицинаны һайлаһа ла, шиғриәт менән йәнәш атлай. Әлеге мәлдә Айгөл Ғәбитова ойошторған «Ҡыл» йәш шағирҙар хәрәкәте, Фәнүзә Зиннур ҡыҙы Биктимерова етәкләгән «Йәйғор» Әбйәлил районы шағирҙар ойошмалары ағзаһы. «Шиғриәт миңә әйтә алмаған хистәрҙе асып һалырға, йөрәгемдәге һөйөүҙе белдерергә ярҙам итә», – ти Нәркәс.

«Ғашиҡ булмаҫлыҡмы ни донъялар – Барыһына хужа бит Тәңрем...»
«Ғашиҡ булмаҫлыҡмы ни донъялар – Барыһына хужа бит Тәңрем...»

***
Ғашиҡ булам, үлеп һөйәм икән,
Тимәк, тере әле йөрәгем.
Ғашиҡ булмаҫлыҡмы ни донъялар –
Барыһына хужа бит Тәңрем.

Эй, яратам, йәнә яратамын
Нисек томан ерҙән ҡалҡҡанын...
Устарымда һәр бөртөгөн тойоп,
Һалҡынлығы күңелгә ятҡанын.

Ямғыр тамсылары менән уйнап,
Ҡояш нурын һыуҙан күҙәтәм.
Йәнәһе лә тормош карабы мине
Үҙ сәйәхәтендә йөрөтә.

Эй, Илаһым!
Һыйҙырырмы йөрәк
Һиңә булған рәхмәт, һөйөүҙе?
Иртән уятаһың, күрһәтәһең
Матурлыҡҡа ҡойонған Ер йөҙөн!

Күккә баҡһам, аҙашам да китәм
Йондоҙҙарҙың сикһеҙ һанына.
Сумам төпһөҙ ғаләм диңгеҙенә,
Мәрхәмәтең һыймай аңыма!

Рөхсәт итсе тормош сәйәхәтен
Иң лайыҡлы юлдан үтергә.
Мәңгелеккә тоташҡас та юлым,
Үҙеңә бағып рәхмәт әйтергә...

 

***
Мин – юлсымын.
Сәйәхәтем минең –
Яҙмышымда асыр биттәрем.
Йә шыма ул, тулы,
Йә буш кеүек,
Йә таушалып бөтә ситтәре.

Ҡайһы саҡта бер нисә бит аша
Үтеп китке килә алғыға,
Йә бер биттә тороп ҡалғы килә –
Булһа сағыу төҫкә мансылған.

Сәйәхәткә юлдаш алғы килеп
Асып һалам уның биттәрен –
Кемдер өсөн ул сер булып ҡала,
Кемдер аңлай уның рәттәрен.

Аңлағаны – сәйәхәтем ише:
Уның яҙмыш – минең сәйәхәт.
Шунда ғына аңлап була уның
Ни тойғанын – бәхет йә йәрәхәт.

 

***
Һүнергә ҡурҡам
яныуҙың тәмен белмәйенсә,
Ҡапыл...
Яҡтырмаһам, тик Ай нурын
сағылдырыр көҙгө ялтыр.

Сағылдырылған яҡтылыҡ
Йылы бирә алыр микән?
Ай ҙа ҡояштан нур ала,
Болот ҡаплауы бар иртән...

Һүнергә ҡурҡам,
Яндырғас
Күптән һүнгән өмөттәрҙе,
Ҡабат юғалһа ышаныс,
Кем терелтер йөрәктәрҙе?

Һүнһәм, үҙемдең дә йөрәк
Ташҡа әүерелер кеүек...
Утын өҫтәүсе булғанда
Ялҡындарым әле бейек...

 

Автор:
Читайте нас: