+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Август 2022, 14:35

«Йәмле Туҡ буйына килеп, Хистәремде таратам...»

Дилә Буранғолова Дилә Дәүләткирәй ҡыҙы Буранғолова 1949 йылдың 10 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы Үрге Ильяс (Тәңес) ауылында донъяға килгән. Йәш сағында уҡ дингә ынтыла, мәсеткә йөрөп, ғәрәпсә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. 2002 йылда район үҙәге Пләшәндә ауыл халҡы үҙ аҡсаһына мәсет төҙөй башлай, Дилә Дәүләткирәй ҡыҙы ойоштороусыларҙың береһе була. Хәҙерге көндә ул – тирә-яҡ башҡорт ауылдарында хөрмәтле абыстай, туғандарын, ауылдаштарын ислам диненә ылыҡтыра.

«Йәмле Туҡ буйына килеп, Хистәремде таратам...»
«Йәмле Туҡ буйына килеп, Хистәремде таратам...»

Тыуған яҡты яратам
Тәңестән дә матурыраҡ
Юҡтыр, тим, башҡа ауыл:
Бөтә миҙгелдә лә үҙе
Матур, йәмле була ул.

Яратам тыуған яғымдың
Сәскәле яландарын,
Ҡарағат, еләге үҫкән
Ҡарғарыу урмандарын.

Кемдәр генә эсмәгәндер
Ташөйгән шишмә һыуын.
Эскән атай, инәйҙәр ҙә,
Һәм дә алдағы быуын.

Ташөйгән тау шишмәһенә
Ҡушылған Сәлембаҡый:
Тирә-яғы йәшел үлән,
Сәскә еҫтәре аңҡый.

Яҡуп күле, ҡарт булһа ла,
Йәмләнә яҙ килгәндә,
Ҡамышы ла елгә шаулай
Һандуғас һайрағанда.

Йәмле Туҡ буйына килеп,
Хистәремде таратам.
Бер ҙә ташлап китә алмам –
Тыуған яҡты яратам.

Үлем һорап килмәй
Был тормош ҡоштан да үтә,
Беҙҙән дә үтеп китә.
Теләһәк, теләмәһәк тә,
Әжәл килер көн етә.

Бер кем ҡотола алмаған
Үлем тигән зәһәрҙән,
Әжәл килә һәр бер йәнгә –
Һиңә лә һәм миңә лә.

Үлем фәрештәһе килгәс,
Ҡасып булмай һис ҡайҙа.
Байлыҡ өйөп ҡуйыу менән
Бирмәй ул беҙгә файҙа.

Зәҡәт-ғөшөр малдарынан
Бирәйек саҙаҡаһын.
Ҡара гүргә барып ингәс,
Күрмәйек гүр ғазабын.

Үлем килгәс, һуң була,
Бар донъяң ерҙә ҡала.
Донъя малына алданма –
Барын да тартып ала.

Үҙ телемдә һөйләшәм
Мин тыуғанмын был донъяға
Ай, ҡояшты күрергә.
Тормош матурлығын татып,
Шиғырҙан йыр үрергә.

Тыуған ерем, туған телем,
Кендек ҡаным түгелгән.
Йәшел үлән, зәңгәр сәскә,
Гөл-баҡсаға күмелгән.

Һайлап булмай туған телде,
Һайлап булмай тыуған илде.
Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә,
Онотмамын туған телде.

Башҡорт булып тыуғанғамы,
Башҡорт телен яратам.
Ошо телдә һөйләшергә
Васыят иткән атам.

Ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнәм,
Ул да миңә – ҙур бәхет.
Туған телеңдә һөйләшеү –
Алтындарға тиң тәхет!

Автор:
Читайте нас: