+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Август 2022, 17:15

Ҡарғыш

Тәнзилә Дәүләтбирҙина Хикәйә ***Ҡаңғырған ир иртүк Рәсимгә шылтыратты. Ҡупым ғына уныһы. Ағас һатыу менән мәж килә.– Аҡса биреп тораңмы, әй?– Уй, брат, эш бармай бит әле.– Күп кәрәкмәй, биш мең генә.– Биш мең күп инде ул. Ике мең бирәсәгең дә бар.– Ете меңде ҡалай ҙа итеп йәйгеһен бирермен, әй! Быжалыста ғына инде, әй!– Таҡтамды тейәп алып киткәйнеләр, аҡсаһын һаман биреп бөтмәгәндәр. Ҡороғорвирустан ауырып ята, ти. Үлеп китһә, түләмәй бит инде...

Ҡарғыш
Ҡарғыш

– Уныһы шулай. – Хәсән Рәсимдең зарланыуын оҙаҡ тыңлап торманы, аҡса бирмәҫен аңлап, бурысы ла барлығынан оялып, хушлаша һалды.
Бер аҙҙан алыпһатар үҙе шылтыратты. Хәсән ҡыуанып китте.
– Һинең этең иҫәнме әле?
– Иҫән.
– Улым бит институтта уҡый алманы. Академический алды. Башы ныҡ ауырта. Ҡайҙа ғына дауаламаныҡ. Бер әбей, эт бүреге кейҙереп ҡарағыҙ, шифаһы булыр, тине.
– Ыста, самалап ҡарағыҙ һуң.
– Йәш кешегә матур бүрек кәрәк тә инде. Ялбырап, ҡыҙҙар ҡурҡытып йөрөмәҫкә. Бына һинең этеңдең тиреһе шәп! Ялтырап тора. Төлкөң, шәшкең ситтә торһон!
– Нимә һөйләйһең ул һин?!
– Аҡса кәрәк тиһең бит, шуға әйтәм инде. Бурысыңа ла күҙ йомоп ҡарар инем. Бала йәлке бит.
Хәсән ҡапыл телефонды һүндерҙе. Этенең эргәһенә барҙы. Сылбырынан ысҡындырып, ҡапҡаны асты. Рекс, мөлдөрәп торған күҙҙәре менән хужаһына текләп, аяҡ аҫтына һуҙылып ятты. Ир кеше уны ҡосаҡлап-ҡосаҡлап тупылдатып яратты, муйын аҫтын ҡытыҡланы, ғүмерҙә ҡыланмағанса үпәс итеп бөттө. Үҙенең күҙҙәренән субырҙап йәш аҡты...
Өйгә ингәс, ҡалтыранған бармаҡтары менән берәүҙең номерына баҫам тип Сәмәрәгә эләкте. Уныһы сағыу тауыш менән шатланып яуап бирҙе. «Телефон аша ла тауышынан башым әйләнгәс, үҙен күрһәм, тәгәрәп китерменме икән?» – тип уйланы ул, йөрәкһеп, һөйләшеп бөткәс. Шунан Рәсимгә шылтыратты.
Был төндә эт оломаны. Хәсән дә йоҡламаны. Мейескә һөйәлгән ағас суҡмар эргәһенән үткән һайын күҙенә бәрелде. Таң һарыһынан мейескә ут яҡҡанда тығып ҡына ебәрәйем тип әллә нисә уҡталды, тик Сәмәрәнең көр тауышы ҡолағында яңғыраны, тулыҡай һыны үҙенә саҡырҙы. Ҡоролай сәй һемергәндә лә әллә нисә уй башынан үтте. «Рәсимдең берҙән-бер улы ауырый, ти бит. Рекс арҡаһында, бәлки, кеше булыр... Эй Алла... Һыйырҙы ла рәхәтләнеп һауаһың, быҙауын һөйөп үҫтерәһең, шунан һуйып ашайһың. Кәзә бәрәстәрен дә, һарыҡ бәрәстәрен дә ҡосаҡлап, күтәреп алып йөрөйһөң. Яратып үҫтерәһең дә уларын да һуйып ашайһың. Ҡолонсаҡты ла иҫең китеп яратып үҫтерәһең, аҙаҡ аяуһыҙ эшкә егәһең, шунан һуйып ашайһың. Эт ашаған халыҡтар ҙа бар. Улар ҙа шулайталыр. Анауы ҡаракүл тун өсөн быуаҙ һарыҡтың ҡарынын ярып, бәрәсен салып тунайҙар, ти ҙә баһа. Уныһы бигерәк инде...»
Ошо уйҙарҙан ҡыйыуланған Хәсән, бер тондороу етер, тип суҡмарын алып, тышҡа сыҡты. Эт элеккеләй ҡойроғон болғап ҡаршыламаны. Сынйырын шалтыратып, ояһынан һөйрәп алырға тура килде. Тағы ла күҙҙәр осрашты... Хәсәндең бите көсөргәнеүҙән тартышты. Эт хужаһының ни ҡылырын һиҙһә лә, ышанманы, ахыры, шыңшып, ҡойроғон ҡалтыратып, салҡан ятты. «Былай ятһа, булмай бит инде». Хәсәндең: «Рекс!» – тип бойорған тауышынан эт һикереп торҙо. Шул арала уның башына суҡмар ҡунды. Суҡмар, ҡаҡлығып, хужаның үҙенең башын ярыр һымаҡ тойолдо. Тик ул ҡаҡлыҡманы. Эт, сылбырын шалтыратып, сыйнап, яралы башынан ҡан ағыҙып, ихата буйлап сабырға тотондо. Хәсән уның ояһына инеп китеүен, ҡотолоп ҡалыуын теләне, тик ҡан күреп, күҙе аларғайны. Бер-ике яҙа киҙәнде. Шунан суҡмар эттең арҡаһына эләкте, тәгәрәп китте. Ҡоторған Хәсән уны аяуһыҙ туҡмай башланы. Эт йән бирә алмай ыҙаланды. Башына бәргеләгәс кенә тынып ҡалды. Хәсән, хәлдән тайып, ҡандан сыбарланған ҡарға тәгәрәне. Ҡолағына эт ауыр һулаған һымаҡ тойолдо. Башын ҡалҡытып ҡарағайны – ята.
Ҡалғанын, кеше үлтергән енәйәтселәй, йәшен тиҙлегендә башҡарҙы Хәсән. Этте тоҡҡа тығып, синдек аҫтына һалды. Ҡанлы ҡарҙы, тимер көрәк менән ҡырып, ҡойма аша йырын яғына ырғытты. Ҡара тиргә батып, өйгә инде. Ҡолағына Рекстың олоғаны ишетелде. Ишекте асып оҙаҡ итеп тыңлап торҙо.
– Эт әҙер, килеп ал... – тине ул телефондан тоноҡ тауыш менән.
– Нимә, эшкәрттеңдәме ни?
– Какуй эшкәртеү...
– Тунаныңмы һуң?
– Какуй тунау. Ул бит...
– Тунап бир, эшкәртербеҙ.
– Теге ней... Үҙең тунаһаң нисек була?
– Үҙемә тунарға, үҙемә эшкәртергә. Һин нимә, брат! Мине алйот тип уйлайһыңмы? Баҙарҙа әҙер бүрек биш-алты мең тора...
– Ә, ярай, ярай.
– Иртәгә киләм. Аҡса менән. Һуҙылма.
Хәсән теләр-теләмәҫ кенә ноутбугын асты. Сәмәрәһенең яҙмаларына күҙ һалды. Наҙға һыуһаған ҡатын матур-матур смайликтар ебәргән. Тик ниңәлер ул һүрәттәр ирҙең йөрәген элеккеләй ҡуҙғатманы. Мал һуя торған бысағын үткерләгәс, бүкәнгә ҡаҙап, урамға сыҡты. Ҡапҡа төбөндә ҡаңғырып оҙаҡ ҡына торҙо. Үткән-һүткән бала-саға һаулыҡ һорашһа ла, өндәшмәне. Эске яҡтан ҡапҡаны Рекс тырнар ҙа, асҡас, ҡойроғон болғап килеп сығыр, телен һәлберәтеп, эргәһендә ҡыуанып суҡайып ултырыр кеүек тойолдо.
Тыңламаған аяҡтарын һөйрәп, Хәсән суҡмарын барып алды. Ваҡлап турап, мейескә индереп яҡты. Ҡабат сығып, оҙаҡ итеп тоҡҡа текәлеп торҙо. Үткер бысағын салбарына ҡат-ҡат һөрттө, тик ҡапсыҡты ауҙарырға йөрәге етмәне. Китергә ҡуҙғалғас, ыңғырашҡан тауыш ишетелде. Әйләнеп ҡарағайны, тоҡ йыбырҙаған һымаҡ булды. Йөрәге жыу итеп, өйгә нисек ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тәҙрәнән синдек аҫтына күҙ һалды. Һиллек. Тоҡ үҙ урынында.
Рексты тунарға ла эшкинмәгәненә йәне көйөп, «ҡурҡаҡ, үҙ ғүмереңдә туҡһан туғыҙ көсөк алып үҫтерер инең әле Рекстан башҡа ла», тип үҙен әрләп, диванға ятты. Ишекте кемдер тырнаған кеүек булды. Барып бикле келәне тикшерҙе. Ярым-шәрә ҡыҙҙар ялпылдаған, тутыйғош һымаҡ кейенгән ирҙәр быйтанлаған музыка каналына әүрәп ята торғас, серем итеп китте. Шыңшыған тауышҡа уянғайны, өҫтәл аҫтындағы быйма башы йомороҡай ғына көсөк булып күренде. Шыуышып, эргәһенә килә башланы. Хәсән һикереп тороп ултырҙы. Телевизорҙың тауышын нығыраҡ асты. Диван башына менеп ҡунаҡланы. Эйе шул – көсөк Рекс та баһаң! Күрше ауылдағы класташынан күтәреп алып ҡайтҡайны. Сабый сабый инде, ҡайтҡансы Хәсәндең күҙҙәренә текләп, свитерының йөнөн шапылдап имеп барҙы...
Хәсән сытырҙатып күҙен йомдо. Асырға ҡурҡты. Эргәһенә кемдер һикереп менгәндәй тойолдо. Ҡобараһы осҡан ир, сәбәләнеп, улай бәргеләнде, былай бәргеләнде, иҫтән яҙып йығылды. Аңына килгәндә аяҡ осонда, уға аҡыллы күҙҙәрен төбәп, Рекс ултыра ине. Ҡуҙғалам, тигәйне, өҫтөнә ырғыны. Ауыр тәпәйҙәре күкрәген иҙҙе, йөрәген ҡабырғаһына ҡуша ҡыҫты. Хәсән, яман аҡырып, яланаяҡ урамға сығып ҡасты. Уның тауышында эт олоуы ла, өрөүе лә ишетелеп ҡалған һымаҡ булды. Аҡылдан яҙған ирҙе саҡ тотоп алып, өйөнә индереп, бәйләп һалдылар, «Тиҙ ярҙам» машинаһына тейәп ебәрҙеләр. Хужаһыҙ өйҙә өҫтәлдә ятҡан телефон зарядкаһы бөткәнсә шылтыраны ла тынды.
Мәстүрә әбейгә утын ярыусы ла, ҡар көрәүсе лә тиҙ табылды. Сәмәрә социаль селтәрҙә икенсе ир тапты, Рәсим, Хәсәндең хәлен ишеткәс, килеп тә ураманы. Баҙарҙан арыу ғына эт кәпәсе һатып алды. «Рексҡа етмәй», – тип үкенде.
Күршеләр яҙғыһын, емтек еҫен һиҙеп инеп, тоҡто урманға алып барып күмде. Хәсәндең күҙенә шунан һуң эт бик күренмәҫ булды. Әммә уны бер кем дә йән ауырыуынан дауалаған балнистан килеп алманы.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Аҙағы. Башы 6-сы һанда.

Автор:
Читайте нас: