+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
28 Июнь 2022, 14:10

Араларҙа һөйөү генә булһын, Булһын һәр саҡ һутлы йәй тәме!

БР Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында ошо дүрт һылыуҙың ҡулъяҙмаһы тикшерелде. Ижадсы ҡыҙҙарға кәңәштәр бирелде, шиғырҙарының төп үҙенсәлектәре билдәләнде. Шиғриәт – саялар өлөшө. Һайлаған юлдарынан тайпылмай алға барһын уңған да, фекерле лә ҡыҙҙарыбыҙ!

Араларҙа һөйөү генә булһын, Булһын һәр саҡ һутлы йәй тәме!
Араларҙа һөйөү генә булһын, Булһын һәр саҡ һутлы йәй тәме!

Гөлдәриә Йосопова

Гөлдәриә Йосопова – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, тележурналист. 1967 йылдың 14 ғинуарында Федоровка районы Бала Сытырман ауылында тыуған.

 

Бүләк итсе миңә ал сәскә...
Бүләк итсе миңә ал сәскә
Тылсымлы әкиәт иленән!
Ғүмерҙең ал сәскәләй мәле –
Йәшлеккә ҡайтырбыҙ киренән!

Бүләк итсе миңә ал сәскә,
Ҡырҙарҙан алып ҡайт исемләп!
Ғашиҡтар ҡулында сәскә лә
Нурланыр мөхәббәт хисенән!

Бүләк итсе миңә ал сәскә,
Һағындым наҙлы яҙ һулышын!
Юҡһына сәскәләй сағылды
Һөйөүгә тулышҡан булмышым!

Бәпембәләр
Ҡояш һары бәпембәнән
Ергә түшәлгән келәм!
Йәм-йәшел хәтфә үләндең
Тәүге биҙәге микән?!

Бәпембәләр, бәпембәләр
Ҡамаштыра күҙҙәрҙе!
Ҡайҙарҙан табырға икән
Һиңә әйтер һүҙҙәрҙе?

Бәпембәләр кеүек һөйөү,
Балҡый ҙа ҡай саҡ һүнә.
Йәйге сарсау селләләрҙә
Һағыныуға түҙ генә!

Көҙҙәр-ҡыштар үтер тағы,
Бәпембә төшкә инер...
Ҡояштай йылмайып тағы
Һөйөү яҙҙарым килер!

 

Гөлсинә Йәнйегетова

Гөлсинә Йәнйегетова – данлыҡлы Таһир Кусимов тоҡомонан. Әбйәлил районы Күсем ауылында 1970 йылдың 10 апрелендә донъяға килгән. Халыҡ табибы, дин белгесе. Өфөлә Рәсәй ислам университетын тамамлаған. Ташбулат ауылының «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы.

 

***
Мөхәббәтһеҙ йәшәү – йәшәүме ни?
Аңламайым ундай тормошто.
Кисерәһем килә мин дә шулай
Зөһрә менән Таһир уҙмышты.
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тибеҙ ҙә,
Һөймәгәнгә сәсте бәйләйбеҙ.
Ғүмеркәй бит үтә генә бирә,
Мөхәббәткә һыуһап сарсайбыҙ.
Янып-көйөп, һөйөп һәм һөйөлөп
Йәшәүҙәргә инде ни етә!
Мин дә көтәм һине, бәғеркәйем,
Тик ваҡыт бит көтмәй, тиҙ үтә.

***
Ғүмер буйы, әсәкәйем, беҙгә
Теләк теләп, доға ҡылдың һин.
Ете балаң, ете йыуанысың,
Икеһен үҫкәс ергә һалдың һин.
Көс етмәҫлек бындай ҡайғыларға
Көн-төн илап бөттө күҙ нурың.
Ә шулай ҙа һуңғы көнөңәсә
Теләктәрҙең теләнең иң ҙурын.
Әсәкәйем! Һағынып уянам мин
Иркә ҡараш, наҙлы һүҙҙәрең.
Һин тораһың төҫлө, гүйә, янда,
Балҡыттырып нурлы күҙҙәрең.
Һағынып мине көтөп ала инең,
Ниҙәр һөйләр, тиеп, был юлы.
Кәңәшсем дә, серҙәшем дә инең,
Таянысым инең һин минең.

 

Айзилә Мортаева

Айзилә Мортаева – Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы. 1983 йылдың 14 ғинуарында тыуған. БДУ-ның Сибай институтын тамамлағас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй. Бөгөнгө көндә – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы хеҙмәткәре.

 

Күңел
Күңел төшкән саҡтарым бар,
Күңел – шундай нескә еп.
Донъяны урап сыға ла
Ҡуя бит ул нескәреп.

Күңел төшкән саҡтарым бар,
Күңел– киҫкеләнгән ай.
Сите генә кителһә лә,
Ул оҙаҡ тулыланмай...

Күңел төшкән саҡтарым бар,
Донъя, булһаңсы аяу!
Упҡындарға төшкәнемдә
Гел һинән көтәм таяу...

Йәшел йәйем
Йәшел йәйем күңелемде наҙлай,
Йәшел йәйем танһыҡ ҡалай ҙа!
Йәшәү һутын йәндәремә яғыр
Йәмле йәйҙәрем бар алай ҙа!

Йәмле йәйҙәрем бар. Йырлап инәм,
Парлап инәм йәшел йәйемә.
Һыу буйында үҫкән әберсәнең*
Хуш япрағы әҙер сәйемә...

Бәрхәт мәтрүшкәнең еҫтәренән,
Әременән йәйҙең иҫерәм.
Сәхрәләрҙә етәкләшеп йөрөп
Йәшлек хистәремде кисерәм.
Һөйгәнемдең йәшмә күҙҙәреләй
Йәшел генә йәйем күҙҙәре.
Һөйөп кенә баға улар миңә,
Аһ, ошо бит ожмах түрҙәре!

Йәй – йәннәттең үҙе. Йәрем – янда,
Мин үҙем дә йәйҙең бер йәме.
Араларҙа һөйөү генә булһын,
Булһын һәр саҡ һутлы йәй тәме!

*әберсә – ҡурай еләге.

 

Рузалия Ниғмәтуллина

Рузалия Ниғмәтуллина Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында 1961 йылдың 23 ғинуарында донъяға килгән. Ишәй ауылында йәшәй, мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, фольклор ансамбленә йөрөй. Республикала үткәрелгән бик күп конкурстарҙа ҡатнашыусы үҙешмәкәр йырсы.

Мин бәхетле
Мин бәхетле ерҙә һин булғанға,
Иңдәремдә һөйөү ҡанатым.
Нисек барһың, бар булмышың өсөн,
Ғүмерлеккә һине яраттым.

Мөхәббәттә миңә осоу рәхәт,
Күңел ҡанатлана илһамдан.
Хистәр иңләй йыһан киңлектәрен,
Ҡауышалыр улар йыһанда.

Елдәр алып килһә йылы хәбәр,
Күҙ нурлана, күңел ҡыуана.
Шунан артыҡ бәхет көтмәйем мин,
Йөрәк йырлай, күңел йыуана.

Йондоҙҙарға ҡарайым
Илһам эҙләп күңелемә,
Йондоҙҙарға ҡарайым.
Айҙың алтын бөҙрә сәсен
Уйҙар менән тарайым.

«Бойоҡмаһын күңелең», – тип
Етегән нурын ҡойҙо.
Һыҙылып киткән Ҡош юлынан
Ҡоштар йылыһын тойҙом.

Нурҙар һипкән яҡты йөҙөн
Сулпан миңә балҡытты.
«Барған юлдарың уңһын!» – тип
Юлдарымды яҡтыртты.

Йыһан фатихаһын бирҙе,
Барған юлдарым тура.
Йөрәгемдә йөрөтөрмөн
Йондоҙҙарымдың нурын.

 

Автор:
Читайте нас: