+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
18 Июнь 2022, 10:03

Өҙөлмәҫ моң

Хикәйә - Сут-сут! Сут-сут! «Ниндәй тауыш был?» Ләйлә урынынан һикереп торҙо ла, тәҙрә ҡорғанын асып, тышҡа күҙ һалды. Баҡсалағы алмағасҡа ҡунып, һандуғас һайрай икән. Сабый йоҙроғондай ғына ҡошсоҡҡа был ҡәҙәр моң нисек һыя икән? Кескәй генә һандуғас уның бер тамсыһын сайпылдырмай нисек күтәреп йөрөй, тиең. Күтәрәлер инде, ҡайҙа барһын. Өлөшөнә шулай яҙылғас. Уның күңелендә ниҙәр ятҡанын берәү ҙә белмәй бит, бәлки, ана түгеләм, бына түгеләм тип торған һағыш-зарын моңло көйгә һалып йырлайҙыр. Шуларҙы ғүмере буйы кескәй генә йөрәгенә йыйып, ауыр булһа ла, күтәреп йөрөй бирәлер.

Өҙөлмәҫ моң
Өҙөлмәҫ моң

Бар ғаләмде хайран ҡалдырырлыҡ тауышы менән берсә күккә атыла, берсә ергә төшөп, ерҙәгеләрҙе таң ҡалдыра. Шулай йәшәй һандуғас. Ә һин, әҙәм балаһы, күңелең тулы моң-зарың, йөрәгеңде һулҡылдатып, йәнеңде өтөп алып барған һағыш-хәсрәтең, башыңа төшкән ауыр ҡайғың менән ошо ерҙә ҡалаһың.
- Сут-сут! Сут-сут!
Һайраны ла һайраны һандуғас. Ләйлә уның йырын тын да алмай тыңланы. Йырсы ҡоштоң моңон өҙөп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Ә уныһы, кескәй генә ағас ботағын сәхнә итеп алып, бер туҡтауһыҙ сутылдауын белде. Һәм ҡапыл, сәхнәһен ташлап киткән йырсылай, ботағын ҡалдырып, күккә атылды. Ә Ләйлә бында ҡалды. Ошо ерҙе ҡалдырып, моңло ҡошсоҡ артынан юғарыға күтәрелгеһе килде уның. Юҡ шул, булмай. Кешеләр, хәсрәткә батҡан донъяларынан, иңдәренә төшкән ҡайғыларынан ҡотолор өсөн күккә осоп китә башлаһа, унда һандуғастарға урын да ҡалмаҫ ине, моғайын...
Ошо уйҙарынан Ләйләнең башы әйләнде, биттәре буйлап әсе йәштәр тәгәрәне. Ул үҙендә аяғында баҫып та торорлоҡ көс тапмай, карауатына барып ауҙы. Шул саҡ уның күңеленә таныш шиғыр юлдары килде:

Һандуғасым, ни тип һорайһың,
Хәлдәремде әллә аңлайһың?
Яңғыҙ уҙған айҙар, йылдарымды
Моңдарыңа ҡушып һанайһың...

Мораҙымы баҡыйлыҡҡа күскән ҡыштан нисәмә-нисә миҙгел алмашынды, тик Ләйлә уларҙың береһен дә күрмәне. Шуға бөгөн алмағасҡа ҡунып бар донъяны иҫ киткес моңға күмгән һандуғас моңон ишетеп, тертләп китте. Үҙенең тере икәнен аңланы. Ирен юғалтҡандан бирле әллә үле, әллә тере булып йөрөнө ул, әллә йәшәне, әллә юҡ. Ул киткәс,тотош донъя туҡтап ҡалғандай тойолдо.
Мораҙым менән уны айырған ҡышты мәңге онотмаясаҡ Ләйлә. Ҡаты һыуығы менән тәнде генә түгел, йәнде өтөп алып барған әсе һалҡыны әле лә иҫенә йыш төшә. Үҙәккә үткес елдәре ҡатындың биттәрен генә түгел, йөрәгенең үҙен телеп иҫә ине, ә ҡулдарының һалҡынлығынан күп тапҡырҙар үҙе лә сирҡанып китер булды. Ҡыш буйы йылынманы улар.
Үткәндәрҙең барыһы ла артта тороп ҡалды хәҙер. Ә бит элек һөйөү уты мәңге һүнмәҫ тә , һүрелмәҫ тә төҫлө ине. Йән һөйгәнең менән бергә йәшәүҙең ни икәнен тик бәхетлеләр - һөйгәндәр һәм һөйөлгәндәр генә аңлайҙыр. Ләйләнең дә бәхеттән башы әйләнгән саҡтары күп булды.
Яратҡан кешеһенең көслө беләктәренә башын һала ла, уның йөрәк тибешен һанап ята, үҙе эстән генә: «Ошо йөрәк бер ҡасан да тибеүҙән туҡтамаһын. Минеке унһыҙ йәшәй алмаҫ», - тип ҡабатлай ине. Тик Ләйләнеке һаман тибә. «Ниңә тибә? Нисек туҡтамай?». Ошоноң ише һорауҙарҙы үҙенә йөҙ, мең ҡат бирә торғас, башы ауыртып туҡтай. Уны был донъяла хәҙер бер ни ҙә ҡыуандырмай кеүек, көндәре лә, төндәре лә бер генә төрлө, шул тиклем бер-береһенә оҡшаштар...
Өлөшөнә төшкән әсе яҙмышына үкенеп, ярһып-ярһып илай ҙа, карауытында мышнап йоҡлаған балаһын күреп, ҡапыл туҡтап ҡала. Бәпесенең янына барып ултырып, сәстәрен һыйпай, биттәрен, ҡулдарын үбә. Бәләкәсен күкрәгенә ҡыҫып тын ғына ултырып алғанда, йән әрнеүе баҫылғандай, хәсрәте һайыҡҡандай була. Ә уныһы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, әсәһенә ҡарай ҙа: « Һинең йөрәгең тибеүҙән туҡтамаясаҡмы?», - тип һорап ҡуя.
Бындай саҡтарҙа үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ҡатын, бик йыш ҡабатланһа ла, был һорауҙы һәр ваҡыт тәү тапҡыр ишеткәндәй, һиҫкәнеп китә.
Иренең көтмәгәндә фажиғәле вафат булыуы уның өсөн аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды. Ләйлә был хәлде аҡылы менән аңлаһа ла, күңеле менән ҡабул итә алманы. Унһыҙ тормошҡа әле булһа өйрәнә алмай. Алмаҫ та кеүек...
...Ә ер өҫтөнә башты әйләндергес яҙ килгән. Яңғыҙ ҡатындың өшөгән йәнен йылытырға теләгәндәй, ҡояш та үҙ нурҙарын йәлләмәй һибә. Ағастар япраҡ ярған, донъя йәшеллеккә күмелгән. Ләйлә, карауатынан ҡалҡынып, тәҙрә аша тышҡа күҙ һалды. «Кеше үлһә лә, үлән барыбер шытып сыға, ҡояш та яҡтыртыуынан туҡтамай, һандуғастың моңо ла өҙөлмәй икән, - тип уйлап ҡуйҙы ул, - донъяла нәмә шул килеш, тик минең тормошом ғына тотошлайы менән бушап ҡалды...» Уның хәлен еңеләйтерлек, йөрәк һыҡрауын баҫырлыҡ бер генә сара ҡалмағайны был ерҙә. Бығаса яҡын күргән кешеләре лә ҡапыл ғына сит-ятҡа әйләнеп китте, әхирәттәренән, дуҫ-иштәренән дә ситләште ҡатын, улар менән аралашманы, осрашырға тура килгәнендә һөйләшер һүҙҙәр тапманы. Ҡунаҡ-мәжлестәргә лә йөорөмәй башланы, парлылар янында үҙенең яңғыҙлығын нығыраҡ тойҙо.
Тора-бара, Ләйләнең күңеленә ҡыйыуһыҙ ғына асҡыс яратып маташыусылар ҙа, тормошона вата-емерә инергә маташыусылар ҙа булды, тик ул берәүҙе лә үҙ итмәне. Иренә булған хистәрен сайпылдырғыһы килмәне уның.
Яңғыҙлыҡтың бөтә ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреп, яттарға сер бирмәй йәшәгән ҡатындың күп төндәре керпек тә ҡаҡмай таңға барып ялғаныр булды. Элекке ғәҙәте буйынса, карауатҡа пар мендәр һалды Ләйлә, сәй эскәндә лә, өҫтәлгә үҙенеке менән ҡушарлап Мораҙымдың сынаяғын ултыртты. Тик яратҡан кешеһе уға хәҙер төштәрендә генә килә, көслө ҡулдары менән күкрәгенә ҡыҫа ла, ҡолағына ниҙер шыбырлай. Их, шул һүҙҙәрҙең береһен генә булһа ла ишетә алһа ине ул!..
Башында ҡайнаған уйҙарынан арына алмай оҙаҡ ҡына ятты Ләйлә. Үҙенең тамам хәлһеҙ икәнлеген аңланы, был донъяла уны артабан йәшәтерлек көс ҡалмағанлығын таныны. «Арыным, былай йәшәүҙән тамам арыным», - үҙен ишетеүсе кеше юҡлығын белһә лә, ошо һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатланы. Биттәре, муйыны буйлап ағып төшкән йәштәрен тыйманы, күкрәген ярып сығырҙай булып дарҫлаған йөрәк тибешен дә ишетмәне ул.
Шул саҡ кемдер уның яурынына йылы ҡулдарын һалды. Тертләп китте Ләйлә. Артында кескәй ҡыҙы баҫып тора ине. Ул әсәһенең ярһып типкән йөрәк тәңгәленә усын терәне лә: «Әсәй, ул мәңге тибәсәкме? Бер ҡасан да туҡтамаясаҡмы?», - тип һамаҡлап иларға кереште.
Тормошонда бер тамсы өмөткә урын ҡалмағанда, был донъяла йөрәген ярып сыҡҡан ғәзиз балаһы барлығын онота яҙғаны өсөн Хоҙай Тәғәләнән ғәфү үтенде әсә.
Шул саҡ, баҡсалағы алмағасҡа килеп ҡунып, моңло һандуғас үҙенең мәңге өҙөлмәҫ йырын һуҙып ебәрҙе:
- Сут-сут! Сут-сут!...

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас: