+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Июнь 2022, 11:18

Әйтмәнең...

Хикәйә Дүшәмбе көндө иртән офисыбыҙҙың ишеген асыу менән ниндәйҙер бик күңелһеҙ хәл булғанлығы һиҙелде. Барыһының да ҡулынан эш төшкән, йөҙҙәре ҡасҡайны. – Ни булды? – тинем сабырһыҙланып.– Лаура вафат булған!.. Көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып, оҙаҡ ҡына ни әйтергә лә белмәй торҙом.– Ул бит Питерға йыйына ине! – телемә килгән беренсе һүҙем шул булды. Ҡыҙҙар, ни һөйләйһең һин, тигәндәй, минең яҡҡа ғәйепләү тулы ҡараштарын ташланы. Һәм мин бындай осраҡтарҙа әйтелә торған ғәҙәти һүҙҙәрҙе ҡабатларға мәжбүр булдым:– Урыны ожмахта булһын! – Эйе, эйе, – тиештеләр улар. – Ҡасан? – Телефоның ҡайҙа һуң? – тип, һорауыма һорау аттылар. – «Ватсап»ҡа яҙҙыҡ бит!

Әйтмәнең...
Әйтмәнең...

Кисә кистән бирле, нишләптер, телефоныма күҙ һалмағайным шул.
– Бөгөн иртән Лаураның атаһы шылтыратты. Эш телефонына. Мөдирҙе эҙләне. Ә ул – Төркиәлә.
Бер нәмә лә аңламайым! Йома кис һин дә мин һаубуллаштык Лаура менән! Ул шәмбе иртә менән Питерға осорға тейеш ине. Альберт менән күрешергә йыйынды. Күпме көттөк беҙ уның менән ул осрашыуҙы! Эйе-эйе, беҙ ҙә көттөк. Көтөштөк. Лаура ниндәй күлдәк-туфли кейәсәк, ниндәй макияж яһатасаҡ, ҡулында ниндәй сәскәләр буласаҡ – ни саҡлы фотолар ҡаралды, нисәмә сайттар аҡтарылды! Хатта үпкәләшеп алдыҡ. Мин, донъя күргән ҡатын булараҡ, уны күстәнәс алырға ҡыҫтаным. Хеҙмәттәштәребеҙ ҙә минең яҡлы ине: «Өфөнән килеп, ҡымыҙ, ҡаҙы, бальзам да алып бармағас инде!» – тип, оялтмаҡсы булдыҡ, яҡшы кәңәштәребеҙҙе бирҙек. Ир-аттың йөрәгенә юлдың ашҡаҙаны аша икәнен күптән элеп киптергәнбеҙ. Ә Лаура – сабыймы ни, киреләнеп бер булды: ашҡаҙан менән мөхәббәтте бутарға ярамай, йәнәһе! Һәм шул кеше вафатмы?! Ә уның атаһы бар инеме, иҫән инеме ни? Биш йыл бергә эшләп, уның хаҡында ләм-мим һөйләгәне булманы ла баһа! Әллә хәтерем яңылышамы? Улы Тимур барлығын, уның Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә эшкә китергә йыйыныуын беләм, Альберттың, уның Лаураның тыуған көнөнә нимә бүләк итеүҙәрен хәтерләйем. Хатта уларҙың бәпәй алып ҡайтырға хыялланыуҙарына ҡәҙәр билдәле миңә!
– Нимә булған? – тип, ҡыҙҙарға ҡараным, ауыр уйҙарымды бүлеп, был ҡайғылы хәбәргә күнергә, уны зиһенемә һыйҙырырға теләнем.
Нимә булғанын ҡыҙҙар ҙа белмәй ине. Лаураның атаһы күп һөйләшеп тормаған. Адресын әйткән дә бөгөн сәғәт ун икелә алып сығасаҡтарын хәбәр иткән.
Быныһы ла башҡа һыймай. Нишләп былай ашығыс? Йәшен йәшәгән, ашын ашаған кеше булһа бер хәл. Телдермәйҙәрме, сәбәбен асыҡламайҙармы икән ни? Улы, Альберты быға ризамы?
Ҡыҙҙар ҙа аптырашып ултыра.
Ҡулға телефонды алып, номерҙарын эҙләмәксе булдым. Тик, ни ғәжәп, улар ситтән тороп булһа ла яҡын таныштарыма әйләнеп бөтһәләр ҙә, миндә бер бәйләнеш тә юҡ икән. Миндә булмағас, бүтәндәрҙә лә юҡ инде ул.
– Адресы нисек? – тинем зиһенем тарҡалып.
– Өмөт урамы, 217-се йорт.
– Бәй, нишләп ултырабыҙ, ҡыҙҙар! – тип һикереп торҙом. – Был бит Черниковкала! Туҡтағыҙ әле, Лаура Черниковкала йәшәй инеме ни?
– Әллә... – тиеште бүлмәләштәрем. – Һорағаныбыҙ юҡ ине бит.
Эйе шул, һораған юҡ ине. Нисектер, ҡунаҡҡа-фәлән дә барылмаған, осраҡлы рәүештә лә юл төшмәгән.
– Былай ултырыуҙан мәғәнә юҡ. Әйҙәгеҙ, йыйынайыҡ тиҙерәк, – тинем, инициативаны үҙ ҡулыма алып.
Мөдир ялда булғас, был бурыс минең өҫтә ҡала. Хис-тойғоларҙы тыйып, күҙгә төйөлгән йәште әлегә йотоп торорға тура киләсәк. Улары... һуңынан. Яңғыҙ саҡта, аулаҡта. Бер кем дә күрмәгәндә һәм ҡамасауламағанда. Тынлыҡ тәрәнлеген һәм үҙеңдең уй ағышыңды тыңлағанда. Әлегә донъя мәшәҡәттәрен йырып сығаһы бар. Тиҙ генә аҡса йыйырға, сәскәләр һәм венок алырға, Черниковкаға ашығырға...
Банкка, магазиндарға инеп сыҡҡансы тағы бер сәғәтләп ваҡыт үтте. Ярай әле, такси һуңламаны. Тиҙерәк инеп ултырҙыҡ та водителдән ашығыуын үтендек.
Мин алға ултырҙым.
– Кем? – тип һораны таксист, минең ҡулдағы ҙур булмаған моңһоу венокҡа ымлап.
– Хеҙмәттәшебеҙ.
– Нисә йәш?
Беребеҙ ҙә был һорауға яуап бирә алманы. Нисә йәш ине һуң әле Лаураға? Нисәмә тыуған көн үткәреп, йәшен һорамағанбыҙ. Ул беҙҙең арала иң йәше ине шикелле... Шуныһы үкенесле һәм аяныс та!
– Ҡырҡ тирәһендә ине.
– Да-а, – тип, күп мәғәнәле итеп һуҙҙы водитель ир. – Йәп-йәш килеш.
Ул тынып ҡалды. Мин, йәшкә төйөлөп, тәҙрәгә ҡараным. Туҡталыштар, машиналар, урам тулы халыҡ. Йәштәр ҙә күп, өлкәндәр, бала-саға ла... Ә Лаура – юҡ. Беҙ уны оҙатырға китеп барабыҙ. Ике көн элек кенә йылмайған, һөйләшкән, матур хыялдары, матур өмөттәре тураһында серләшкән Лаурабыҙ бер ҡасан да шулай урамдарҙа йөрөмәйәсәк! Матур һары сәстәрен иңенә таратып, саҡ ҡына моңһоуыраҡ ҡарашлы йәшкелт-һоро күҙҙәрен балҡытып: «Приветики!» – тип, иртән йылмайып килеп инмәйәсәк...
Нимә булды һиңә, беҙҙең һөйкөмлө әхирәткәйебеҙ? Яҡты донъяларҙы ташлап китергә нишләп ашыҡтың? Гел йылмайып ҡына йөрөй инең бит. Зарланғаныңды бер ишетһәксе! Иртән, бер аҙ эшләп, арып-ялҡып киткәс, яңылыҡтар һөйләшергә тотонабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ коллективы бит, ғаилә хәлдәрен уртаҡлашабыҙ, сәләмәтлегебеҙгә зарланып алабыҙ. Ә һин... ҡояш кеүек инең. «Ҡуйығыҙ әле, күңелһеҙ нәмәләргә ваҡыт әрәм итмәйек», – тип, йә ҡыҙыҡҡа, йә күңеллерәк яҡҡа бороп ебәрә инең һүҙҙе. Һиҙендеңме икән әллә? Шулайҙыр... Беҙгә генә әйтмәгәнһеңдер...
Ә Альберт ҡайтып өлгөрәме?
Һуңғы һорауҙы ҡысҡырып әйттем, ахыры.
– Өлгөрәлер. Өлгөрмәһә, көттөрөрҙәр ине, – тинеләр ҡыҙҙар арттан.
Эй, йүләр инде мин. Альберт та ҡайтып етмәһә! Ул бит, ул бит... Ул – көнө-төнө беҙҙең офис бүлмәһенең түрендә. Лаураның өҫтәлендә. Фотонан утыҙ ике тешен күрһәтеп кем йылмая – Альберт! Ауыҙ һыуҙарын ағыҙып, Лаура кемде һөйләй – Альбертты! Һоҡланыу ҡатыш көнләшеү менән тыңлай инек беҙ уның тураһында! Эйе, нишләп йәшерергә, фотоларына ҡарап, эстән генә, Голливуд актерҙарына оҡшаш был иргә һоҡлана инек. Аптырай ҙа инек: беҙҙең Лаура һөйкөмлө булһа ла, «Донъя гүзәле» түгел дә баһа, етмәһә, айырылған, балалы ҡатын. Нисек ҡарата алған был йәш, сибәр ир затын? Питерҙа Лауралар бөткәнме ни? Мөхәббәткә ара ла, йәш тә сик була алмайҙыр, күрәһең.
Ана улар күгелйем диңгеҙ, аҡ караптай мөһабәт отель, пальмалар, кипаристар фонында. «Мин бер ҙә бара алмайым, ә һин йылына икешәр осаһың!» – тип, семетеп алғылай инем уны йыш ҡына, шаярыу ҡатыш ысынлап. Бына Альп тауҙарында сағыу спорт костюмдарында саңғы шыуалар, ҡара күҙлектәр кейгәндәр, нур сәсеп йылмаялар. Ә был фотоны ҡышҡы кистә төшкәндәр. Лаура үҙе бейеклек, көҙгөләй ялтырап торған ҡап-ҡара машина янында. Ундай машина беҙҙең бүлмәләгеләрҙең береһендә лә юҡ һәм булмаясаҡ та. Йөҙҙәренән, ҡиәфәттәренән бәхет аңҡый. Хатта ҡар бөртөктәре көнләшәлер уларҙан – Лаураның яҡшы тунында, һөйөклөһөнөң ҡыйбатлы тире яғаһында гәүһәр бөртөктәреләй йымылдайҙар.
Йомарт ине уның Альберты. Эйе, шулай һөйләне Лаура, ул бүләк иткән алҡа-йөҙөктәренең фотоларын күрһәтеп туя алмай. Кейеп килергә ҡыйынһынам, артыҡ ҡыйбаттар, ти торғайны. Үҙе лә тырышты хеҙмәттәшебеҙ. Эштән һуң фитнесҡа, бассейнға йүгерҙе, бик йыш отгулдар алды – ҡарай, бик ҡарай ине үҙен. Шуғалырмы, тал сыбығындай нәҙек, йәш ҡыҙҙар һымаҡ еңел кәүҙәле булды. Уныҡы кеүек маникюр, уныҡы кеүек зауыҡлы прическа бер кемдә лә юҡ ине. Кейемде лә бик белеп һайланы ул...
Күҙгә тағы йәш эркелә. Түҙеп булмай. Әйҙә, аҡһын. Әлдә Черниковка алыҫ. Кеше алдында ебеп ҡалғансы, күҙҙәрем кибә торһон... Туғандары, әллә күпме халыҡ йыйылғандыр фатирына, подъезд алдына.
Кисер, Лаура... Кисер мине. Һиңә ҡыҙығып ҡараған саҡтарым, көнләшеү ҡатыш шикле уйҙарым өсөн. «Шуныһы ҡыҙғаныс, Альберт Тимурҙы бик өнәп бөтөрмәй, һөйләшмәйҙәр», – тигән һүҙҙәреңә, әһә, бик идеаль кеше түгел икән әле, тип, эстән генә шатланған инем түгелме һуң? Оят... Шулай шул, үҙеңдән артығыраҡты күрһәң, ҡыҙығыу хисе ҡалҡа, түбәнерәк булһа, меҫкенем, тип йәлләп, кәмһетергә ашығаһың... Ихласлыҡ тигән нәмә ҡырҡ ҡат тире аҫтында ҡалған, ул ҡырҡ ҡат тиреләр ҙә ҡайышланып ҡатҡан.
Ә һинең... эсеңдәге тышыңда ине. Бөтөн серҙәреңде килеп беҙҙең менән уртаҡлаштың! Улың тип өҙгөләнеүҙәрең! Тимурың шул ҡәҙәр аҡыллы бала. Мәктәпте алтын миҙалға бөтөрҙө. Үҙ көсө менән нефть институтына инеп, үҙ көсө менән уҡыны. Ул ҡыҙыл диплом алғас, һин шундай һөйөндөң! Шул шатлыҡтан, сушиға заказ биреп, беҙҙе һыйланың. Тимурҙы Ғәрәп Әмирлектәренә эшкә саҡырып хат килгәс, башың күккә тейҙе. Беҙҙең һымаҡ бюджет ойошмаһында өс тингә сейләнмәҫ, кешесә йәшәр, тип хыял ҡорҙоң. Хәйер, теләнселәп йөрөгән нефтсене күргән юҡ әле, ти инең. Бына шулай ихлас инең һин, Лаураҡай!
Мин, сумкамды асып, аҡсаларымды барланым. Быныһы – атаһына, быныһы –Тимурға. Ә быныһы... – аят уҡыусыға. Кем уҡыйҙыр – динеңде лә белмәйем. Уныһын һөйләгәнең булманы. Тик һәйбәт кеше инең һин...
Бая, офистан сығып барышлай, өҫтәлеңә боролоп ҡараным. Һәм, барып, алһыу сәскәләр менән биҙәлгән зәңгәр тирәсле ҙур фотоһүрәтте алып, сумкама һалдым. Һинең өсөн иң ҡәҙерле әйбер ине ул, ахыры. Альбертҡа бирермен уны. Һин ул матур рамдарҙы ла, уның эсендәге фотоларҙы ла ай һайын тиерлек алыштырып, яңыртып ҡына тора инең. Туҙан да ҡундырманың, өрмәгән ергә ҡуйманың. Моңһоу күҙҙәрең менән төбәләһең дә уйға сумаһың. Мөдиребеҙ ҡысҡырыныбыраҡ эш ҡуша башлаһа ғына, тертләп китеп, ысынбарлыҡҡа ҡайтып, күктән беҙҙең янға, гонаһлы ергә төшәһең. Был фотола һеҙ тәбиғәт ҡосағында. Һин – еңел алһыу күлдәктә. Алһыу төҫ егерме йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙға килешмәй, ярамай, тигән булалар. Килешә, нишләп килешмәһен ти. Күкрәгеңә ҡыҫҡан бер ҡосаҡ ап-аҡ раузалар алһыу фонда, абау, бигерәк матурҙар. Әллә күҙ тейҙерҙекме һуң һиңә, Лаура?! Улай үҙ бәхетеңде бар донъяға сәсеп, күрһәтеп, һөйләп йөрөү кәрәкмәгәндер, бәлки? Алһыу сәскәләргә төрөргә түгел, беҙҙең кеүек, ҡайышланып ҡатҡан ҡырҡ ҡат тире аҫтына йәшерергә кәрәк булғандыр уны, бәхетте!
Һәм мин, кемдең вафаты тураһында ишетһәм дә үҙемде биләп ала торған тойғоға биреләм. Был – мәрхүмдәр алдында үҙеңде ғәйепле тойоу. Улар мин һулаған һауанан, эскән һыуҙан мәхрүмдәр... Улар был яҡты ҡояшты күрмәй, яҙғы йомшаҡ елдең битте иркәләүен тоймай, машина йөрәге – двигателдең тигеҙ генә геүләүен ишетмәй, анау ҡандай ҡыҙыл раузаларҙың нескә генә хуш еҫен һиҙмәй... Ә һин һулайһың, эсәһең, күрәһең, ишетәһең, һиҙәһең. Һөйләшкән һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрәһең. Ауыр һүҙ әйтеп үпкәләткәнем булманымы икән, яңылыш уйлап рәнйетмәнемме икән, тип хафаланаһың. Һәм ваҡыттың кире ҡайтмаясағын, миҙгелдәрҙең ҡом сәғәтендәге бөрсөктәр кеүек ҡотолғоһоҙ ағылғанын йәнең-тәнең менән тойоп, сараһыҙ ҡалаһың. Миҙгелдәр генә түгел, кешеләр ҙә кире ҡайтмай – шуныһы бигерәк моңһоу. Йәшерәк саҡта быларҙы уйламайһың, йәнәшәңдә – йәштәштәрең, улар барыһы ла шат, алһыу өмөттәр, зәңгәр хыялдар менән иҫергән. Барыһы ла алда, барыһы ла яҡшы булыр кеүек... Тик бер аҙҙан туғандар, дуҫтар, яҡындар берәм-берәм китә башлай... Көтөл­мәгәнлек менән яралап, тынлыҡ менән шомландырып. Хушлашмайынса ғына. Китәм инде, тип әйтмәй генә. Йәшлек тә шулай тын ғына китә, киҫәтеп тормай. Ҡартлыҡ – юғалтыуҙар моңһоулығы, сараһыҙлыҡтан арып-алйып талсығыу ул. Һиңә бүленгән ваҡыт, ашҡыныулы ҡотолғоһоҙлоҡ менән, һуңғы нөктәгә ашҡына. Ул нөктә моңһоулыҡ менән талсығыуға ла нөктә ҡуя, бөтөн һорауҙарға яуабын әйтә, барыһын да тигеҙләй. Ул нөктәнән һуң ваҡ-төйәк үпкәләшеүҙәрҙең мәғәнәһе ҡалмай, дошманлыҡтыҡы ла, нәфрәттеке лә...
Такси шифер түбәле, ике ҡатлы, һары буяуы ҡупшып торған бина янына килеп туҡтаны. Диуарҙарҙың буяуы ғына түгел, урыны менән штукатуркаһы ла төшөп бөткән, аҫтан арматура рәшәткәләре күренеп тора. Ябағаһын ҡоя алмаған, ҡабырғалары ҡалҡып сыҡҡан, бик ябыҡҡан, хәлһеҙләнгән дөйәне хәтерләтә йорт.
– Килеп еттек, апайҙар! – тине водитель.
Мин, тирә-яғыма ҡаранып, беҙгә кәрәкле йортто эҙләнем. Әллә нишләп, Альберттың яҡшы машинаһы ла яҡындалыр кеүек.
– Беҙгә 217-се һанлы йорт кәрәк. Ҡайҙа һуң ул?
– Ана бит! – водитель һул яҡҡа ымланы.
Эйе шул, нисек күрмәгәнмен!
Төштөк, такси, был тирәнән тиҙерәк ҡасырға теләгәндәй, йәһәтләп китеп барҙы.
Тирә-яҡта гел бер иш йорттар ине. «Өмөт» тигән исемгә бер ҙә тап килмәй ине урамдың күренеше. Өфөгә яҡын осо күркәм, төҙөк булһа ла, ҡасабаның ситенә үк килеп еткән был яғы ташландыҡ хәлдә икән.
– Атаһы йәшәйҙер бында, – тине ҡыҙҙарҙың береһе.
Рамдары ҡыйшая башлаған тар ғына тәҙрәләр күп булһа ла, йорттоң дөйөм ишеге берәү ине. Ул да шар асыҡ – ҡанаты имгәнгән ҡош һымаҡ, күгәндәре ҡайырылған. Бергәләшеп эскә индек. Танауға дымлы, тынсыу һауа бәрелде. 9-сы һанлы фатир тигәнебеҙ бер бүлмә булып сыҡты. Ишеге бикле түгел. Шаҡымай ғына эскә үттек. Ҡараңғы тар коридорҙан һуң ул күпкә яҡты һәм бөхтә булып тойолдо. Шау сәскә аҡ селтәр аша һарҡыған ҡояш нурҙарында – ултыр­ғыстар өҫтөнә ҡуйылған, йәшел япма ябылған, мосолманса ярымтабут. Унда беҙҙең Лаурабыҙ. Бәләкәс кенә кәүҙәһе, оҙонайып, тағы ла ябығып ҡалған.
Битен тәрән йыйырсыҡтар йырмыс­лаған, ауыр ҡарашлы, ауыр аҙымлы ир кеше, беҙҙе күреп, тороп баҫты. Иҫәнләштек.
– Һеҙ Лаураның атаһылыр? – тине беребеҙ, бер ни тиклем тынлыҡтан һуң.
– Эйе, – тине ул. Һәм ишектәге сөйгә эленгән курткаһы кеҫәһенән тәмәке, шырпы алып, бүлмәнән сығып китте.
Теҙелешеп диванға ултырҙыҡ.
Был хәл, нисектер, ысын түгел кеүек, йәмһеҙ бер шаяртыу ғына һымаҡ ине. Бер-беребеҙгә ҡараштыҡ.
– Ҡыҙҙар, йөҙөн асабыҙмы? – тине кемдер.
– Эйе!
Бер ниндәй ҙә шаяртыу-маяртыу түгел, был – ысынлап та Лаура ине.
Шул саҡ ишек асылды, бер йәш кенә егет килеп инде. Таныныҡ – Тимур. Ул, иҫәнләшеп, ҡыйыуһыҙ ғына ишек төбөндә баҫып тора бирҙе.
– Тимур бит һин? – тинем мин.
Ул өндәшмәй генә башын эйҙе.
– Әсәйеңә нимә булды, Тимур? – тинем, башҡаса түҙеп тора алмайынса. – Беҙ – уның хеҙмәттәштәре.
– Ауырыны...
– Нишләп?
– Күптән яфалана ине бит ул. Ныҡ итеп.
– Беҙгә әйтмәне лә!
– Үҙе белә ине...
Ул бәләкәй генә иҫке һыуытҡыс өҫтөнән алһыу төҫтәге папканы алып миңә һуҙҙы.
– Эштән килһәләр, бирерһең, тигән ине әсәйем...
Папка эсендә дүртебеҙҙең фото­һүрәттәре. Дүрт фото ла алһыу сәскәле матур зәңгәр рамкаларға ултыртылған. Дүртебеҙ ҙә шундай матурбыҙ, йәшбеҙ! Диңгеҙ фонында, текә машина янында, иңенә яҡшы тун һалып, Альп тауҙарында саңғы шыуғанда... төшкәнбеҙ.
Тимурҙың тыныс ҡына әйтелгән һүҙҙәре боҙҙай тынлыҡты хәнйәр һымаҡ ярҙы:
– Фотошоп ярата ине ул...
Мин үҙемдең фотоға текәлдем. Бына шулай итеп күҙ алдына килтергәнһең икән мине, Лаура! Шундай матур булып күрендемме икән ни күҙеңә? Буй-һыным – нәҡ мин хыялланғанса зифа, бер артыҡ килограмм юҡ. Ҡояш кеүек балҡыйым, тештәрем ынйы кеүек ялтырай, оҙон ҡуйы сәстәрем – һыу инәһенекеләй тулҡын-тулҡын. Илле йәшкә етеп, ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа барып күрә алмаған диңгеҙ буйында йөрөйөм, аҡҡош кеүек ап-аҡ яхта палубаһынан бәхетле ҡиәфәттә ҡул болғап торам!
– Рәхмәт, Лаура! – тинем мин, тулҡынланып. Шунан Тимурға ҡараным. – Тимур, һиңә лә рәхмәт. Әсәйең янында була алғаның өсөн рәхмәт. Ярай әле, Ғәрәп Әмирлектәренә китеп өлгөрмәгәнһең!
– Ниндәй Ғәрәп Әмирлектәренә?
– Эшкә инде. Әсәйең һөйләне беҙгә барыһын да. Һинең өсөн шатбыҙ. Әсәйеңдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнең.
– Татарстанға эшкә саҡырҙылар мине! Әлмәткә, нефть эшкәртеү заводына. – Тимурҙың етди йөҙө яҡтырыбыраҡ киткәндәй булды. – Фантазер ине бит әсәйем, арттырыбыраҡ һөйләргә ярата ине...
– Нефть институтында ла уҡыманыңмы?
– Уҡыным! Ул – әсәйемдең ғүмерлек хыялы.
– Бюджеттамы?
– Юҡ инде. Түләп.
Ҡулдарым сумкама үрелде. Ундағы фотоһүрәтте алып, Тимурға һуҙҙым:
– Ә был кем?
– Танымайһығыҙмы ни? Альберт Джонни бит ул. Француз актеры. Әсәй уның йырҙарын шул ҡәҙәр ярата ине. Һин уға оҡшап тораһың, ти ине.
– Аңлашылды-ы-ы...
Шулай тигән булдым. Йөрәкте һыҙып, йәнә үкенес һәм юҡһыныу тойғоһо яңырҙы. Үпкәле ҡарашым менән йәшел япмаға төбәлдем. Әйтһәң ни була ине шунда, Лаура!..
Ул әйткән булһа, мин тыңлаған булһам, нимә үҙгәрер ине, нимәне үҙгәртә алыр инем икән – белмәйем. Уға бирелгән ваҡыттың, ашҡынып, моңһоулыҡтың һәм талсығыуҙың һуңғы нөктәһенә ағылыуын туҡтата алыр инемме ни? Тик шулай ҙа... Әйтмәнең, ҡыҙыҡай!

Дилбәр БУЛАТОВА.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: