-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
22 Май 2022, 12:30

Яҙҙар тағы илһам алып килде

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова илһамланып ижад итеүҙән туҡтамай. Яҙ көндәренең береһендә редакциябыҙға өр-яңы шиғри күстәнәсен алып килде. Тормош тәжрибәһе, аҡыл һәм хис бер нисбәттә үрелеп барған был шәлкем күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Яҙҙар тағы илһам алып килде
Яҙҙар тағы илһам алып килде

Тышаулымы, йүгәнлеме?..
Асфальт ялтлай, шыжлай, геүләй –
Машина күп, юл шаулы.
Ике ат юлды күҙәтә:
Икеһе лә тышаулы.

Болон киң дә, күңел китек,
Булмай юлдарҙан сабып.
Ысҡынһаң ине тышауҙан,
Берәй сараһын табып.

Уларҙың уйын белгәндәй,
Хужа ла етте килеп,
Берәүһен йүгәнләп менеп,
Асфальт юлдың йәнәшенән
Осто ул алға елеп.

Арттарынан тышау өҙөп,
Сапмаҡ була ҡалған ат,
Көнләшеүҙәндер, ҡалтырап,
Ерҙе тырнай аптырап.
Тик ҡайһыһын йәлләргә һуң:
Тышаулымы, йүгәнлеме,
Ҡайһыһы азатыраҡ?!

Яугирҙәр
«Һуғыш батырҙары» тигән яҙыу,
Унлап фото клуб түрендә.
Улар яуҙан ҡайтып, берәм-берәм
Ерләнгәндәр тыуған ерендә.

Рамдары ла ябай ғына – ағас,
Йөҙҙәре лә етди, һағышлы.
Тик күҙҙәре ябай түгел, улар –
Ғүмерлеккә яугир яҙмышлы.

– Илем, ерем, балаларым, – тиеп,
Ярһып атакаға барған һымаҡ.
Таңдан эшкә торҙо, һуң ятты.
Ҡайһылары – сулаҡ, ағас аяҡ,
Кемеһелер ҡултыҡ таяҡлы.

Яуҙан ҡайтмағандың ҡәҙерҙәрен,
Аманатын яҡшы беләләр.
Буш еңдәрен төрөп, туҡ-туҡ атлап,
Өмәләргә алдан киләләр.

Ауылдарҙа етем ителмәне,
Иртәрәк тол ҡалған еңгәләр.
Өмә беҙҙә – мәрхәмәтле йола,
Гөрләп үтә шуға өмәләр.

Һәр йондоҙло өйҙә күмәк бала,
Ете-һигеҙҙән дә кәм түгел,
Ошо яугир балалары менән
Ҡөҙрәтләнде, үҫте Тыуған ил.

Миңә таныш, яҡын был арыған,
Йыйырсыҡлы йөҙлө ағайҙар,
Улар беҙгә үткән йылдар аша
Өмөт менән һынап ҡарайҙар.
Ил тип түккән ҡан һәм тирҙәребеҙ
Исраф булмаһын, ти ағайҙар.

Балҡып булмай, янмаһаң
Энергетика – яныу ул,
Ғүмер утың, булмышың.
Яныу сифатына ҡарап,
Ҡорола бар тормошоң.

Зәһәр утлылар көйҙөрә,
Һөрөмлөһө – ағыулай.
Һүрән генә быҫҡыусылар
Күҙгә-башҡа салынмай.

Энергетикаһы бик шәп:
Яғымлы, көслө, хисле.
Позитивлыҡ эйәһенә
Тартылып тора кеше.

Сөнки унда йылы, яҡты,
Сәскә ата үҙбаһаң.
...Позитивтар балҡып йәшәй,
Балҡып булмай, янмаһаң.

Тылсым әкиәттәр
Әкиәтте ысын итәбеҙ, тип,
Күпме аҡса, көстәр түктеләр.
Ысынбарлыҡ ҡалды, әкиәттәр
Әллә ҡайҙа ташлап киттеләр.

Хыялға бай әкиәтле донъя
Һоҡландыра ине күптәрҙе.
Унда һәр саҡ ғәҙеллектәр еңеп,
Беҙҙең күңелдәрҙе күтәрҙе.

Ҡайтырмы икән улар беҙгә тағы?
Ҡатмарлы шул тормош юлдары.
Ысын – хәҙер үҙе әкиәттәй,
Тылсым ғына етмәй ни бары.

Айырмайыҡ сылбырҙарҙы
Бөгөнгө менән йәшәйек,
Кисәгеләр инде үткән.
Ә иртәгә – йә бар, йә юҡ!
Был хәҡиҡәт таныш күптән.

Ошондайыраҡ һүҙҙәр менән
Кемдәр генә аҡыл һатмай.
Күпме генә ишетһәм дә,
Зиһенемә һис тә ятмай.

Кисә, бөгөн, иртәгәләр –
Өсөһө лә бер сылбырҙа.
Үткәндән фәһем алмаһаҡ,
Киләсәкте уйламаһаҡ,
Ғүмер тигән шырлыҡтарҙа
Нисек һуң йырып сығырға?!

Үткәндәр бар, киләсәк бар,
Бөгөн әле урталабыҙ.
Сылбырҙарҙы бер-береһенән
Айырырға уҡталабыҙ.

«Бөгөн» генә – ысын ул, тип,
Әйтмәйексе хатта уйнап.
Сылбырҙарҙы барлағанда
Еткермәйбеҙ, ахыры, уйлап.

Ат өҫтөндә
Атҡа менеп: «На-а!» – тигәйнем,
Эттәр сыҡты абалап.
Дүрт тарафтан дүрт алабай
Алды беҙҙе ҡамалап.

Атым кешнәп, юртып китте,
Ҡотолдоҡ шулай еңел.
Ат өҫтөндә ултырғанда
Эттәр ҡурҡыныс түгел.

Үҙ урының
Үҙ урынымды һайларға
Таба алманым яйын.
– Күс урынымдан, – тинеләр,
Барып ултырған һайын.

«Пенсияға сыҡҡас» тигән
Өмөттәрем ҡороно.
Һәр кемдең – үҙ абруйы,
Абруйынса – урыны.

Пенсионерҙар ҡоронда ла
Мин һаман да – ят бауыр.
Йәшләй урын йүнәтмәһәң,
Ҡартайғас табыу – ауыр.

Донъяның ни ғәйебе?
Ни өсөн борсолғаныңды
Белмәй киттем – ашығам.
Донъяны шом баҫып алды
Ҡараңғы ҡарашыңдан.

Хәҙер мин дә, уны ҡурсып,
Уңайһыҙлыҡ тоямын.
Беҙҙең күңел торошонда
Ни ғәйебе донъяның?

Ҡәҙерле байлығым
Күңел бөтөн саҡта ғына
Онотолоп йәшәй бәндә.
Их, ошондай мәлдәрем дә
Арта ғына бара әл дә.

Был мәлдәрҙең һәр береһе
Ғүмер буйы гел янымда:
Иң ҡәҙерле байлыҡ булып,
Ята хәтер һандығымда.

Яңғыҙ бәхет – бик аҙға
Әле минең яңғыҙлыҡтан
Бәхет кисергән мәлем.
Һәр күҙәнәгем тойғандай
Иркенлек йәмен, тәмен.

Беләм, был халәт ваҡытлы:
Тик хәл алыр туҡталыш.
Бары үҙем менән генә
Ихлас серләшеп алыш.

Мәшәҡәткә, шау-шыуҙарға
Ябып ҡуйҙым ҡапҡаны,
Тик йөрәктең дөп-дөп итеп,
Ишетелә сапҡаны.

Ә бит тиҙҙән әйләнәсәк
Йөрәгем ҡыйғыр ҡошҡа.
Яңғыҙлыҡ ситлеген асып,
Тынлыҡ бәхетенән ҡасып,
Атыласаҡ – осасаҡ ул
Гөрләп торған тормошҡа.

 

Автор:
Читайте нас: