+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
22 Май 2022, 19:15

Эт күңеле

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал 1954 йылдың 28 июнендә Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Ул әҫәрҙәрендә заманыбыҙҙың ҡырҡыу проблемаларын күтәрә. Әлеге хикәйәһе лә кеше күңеле, уның бөгөнгө хәл-ваҡиғалар менән ҡыҫырыҡланып, ҡырыҫланыуы хаҡында.

Эт күңеле
Эт күңеле

Эт бында күптән йәшәй. Уҙған ваҡыт һуҙымын хатта күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын. Ул ике осорға бүленә: бөгөнгөгә саҡлы һәм әлеге көнитмеше.
Көн дә тирә-яҡты йөрөп әйләнә. Бөтәһе таныш бында. Әүәлге замандарҙа ошо төбәк ҡәҙимге бер ауыл уртаһы ине. Төньяҡта – зыярат, уға терәлешеп тиерлек өйҙәр теҙелешкән, оло һыуҙың текә ярында ла йорттар бар. Ауылда ауылса инде: кешеләре тауыш-тынһыҙ донъя көтә, эттәре, үҙ эшен белеп, уларға йәнәш йәшәй. Хужалар эңерҙән үк тәҙрә ҡапҡастарын яба, ҡапҡаларына бик һала. Сит-ят аяҡ баҫмаһын, эт-ҡош инмәһен! Шул мәлдә улар – һаҡта! Ни тиһәң дә, ҙур ҡаланың осо бит.
Ҡараңғы төшһә, кемуҙарҙан ярышып өрөргә тотоналар: кем уҫалыраҡ, кемдең тауышы яңғырауыҡлыраҡ? Эх, күңелле шул мәлдә: әйтерһең, бар донъя йәнләнә, терелә, кинәнеп мәхлүктәрҙең дәртле концертын тыңлай. Бигерәк рәхәт була торғайны Күңелсәккә, йәне нескәрә, хискә тула ине. Томра көндән һуң тын алышы иркенәйә, тауышы асыла, үҙенән-үҙе өргөһө килә. Күңелсәк был мәлде көтөп ала: бөтөн урам яңғырап тора, күрше эттәр, үткән-һүткән тауышына һоҡлана.
Рәхәт тормош шулай һуҙылды ла һуҙылды, уның осо-ҡырыйы булмаҫ кеүек ине. Бер мәл улар яғында ла таш йорттар күтәрелә башланы. Оло ҡала биҫтәһе ҡыҫырыҡланды, ағас өйҙәр урынына ҡатлы-ҡатлыларын ултыртты кешеләр.
Күңелсәктәр ауылының тыны ҡыҫылды. Ҡала кешеләре ҡыҙыҡ: был тәңгәл зыяратҡа терәлгән тип тормай, этеүен белә. Күңелсәктәр өйө эргәһенә лә шырпы ҡабына тартҡан таш йорт баҫтырып ҡуйҙылар.
Хужаның шөғөлө мәшәҡәтле: гел ни менәндер мәшғүл. Күңелсәккә иғтибар ҙа итмәй. Эткәй быны кисерә. Уның ҡарауы, хужаның улы Хәбир, гел шаяртып, ниҙер ауыҙ иттереп китә. Күңелсәк менән баҫтырышып уйнай. Ул үҙенә булған һөйөүҙе малайҙың күҙҙәренән таный. Ҡыланыштары, тауышы, хатта йөнтәҫ тәнен һыпырыуы башҡаса. Күңелсәктең күҙҙәре йомолоп китә. Сабыйҙың өшөгән бәпес бармаҡтары шундай йылы, йомшаҡ тойола.
Малай менән ныҡ дуҫ булдылар. Урамдан йәнәш үткәндә, Күңелсәк, ҡойроғон болғап, дуғаландырып ебәрә. Тиңдәштәре хатта: «Күңел­сәк, һинең ҡолаҡтарың, һыу һөлөгө дөлдөлдөкөләй, ҡайсыланып китә», – тиҙәр. Күңелсәк иштәре эргәһенән эре үтә, үҙенән көслөрәктәрҙән өркөү ҡайҙа!
Дуҫынан ҡалмай. Былай көндә лә мәктәпкәсә оҙатып ҡуя, төш ауышҡас, ҡаршыларға бара. Хәбир уға күнегеп бөткән. Күңелсәк буй-һынға әллә ни нәфис зат һаналмаһа ла, ҡыумай, уның өсөн иптәштәренән оялмай. Малайҙар менән хәбәр һатып, ҡысҡырышып көлөшә-көлөшә атлағанда ла, уға бер-ике һүҙ ҡушырға, ара-тирә уны атап-саҡырып ҡуйырға ла яйын таба. Шәп малай Хәбир, кеше күңелен уйлай торған.
Хужа иһә хәҙер уны күрмәҫ булды. Онотто. Ял көндәре әүен артына сығып, оҙаҡ уйланып тора, аяҡ аҫтындағы ҡалын ҡарҙы шығырлата. Эй, иҙә-тызый... Шунда Күңелсәккә күҙ ҡырыйы менән генә баҡһасы! Ул көтә, өмөт итә. Ҡайһы берҙә, бүтәндәргә оҡшатып, ҡойроғон болғаған була – бушҡа ғына.
Хужа тораташ һындай ҡатҡан – ҡар күмеп киткән Ҡыш бабаймы ни! Ҡараштары ғына тере, әллә ҡайҙарҙа...
Хужаның был хәле йыш ҡабатлана. Ул ихатаһында ураңҡый, кәртәләрҙе тотҡослап ҡарай, йоҙроҡтары менән ҡаҡ бағана маңлайына ла һуғып ала. Ҡайһы ваҡыт, Күңелсәктәр затына оҡшатып, бөтә биләмәһен урап әйләнә. Өйөнә инә, тағы сыға.
Эткәй, әлбиттә, быны һуңынан аңланы аңлауын... Ул мәлдә лә күңеле төбөнә шик-хафа оялағайны. Күңелсәк бүтәндәр ише ғәмһеҙ түгел, уйлана, күп нәмәне алдан һиҙә. Ҡыш көнө донъя йоҡлаған һымаҡ тойолһа ла, ҡышҡы һиллек йәнен баҫылдырһа ла, зиһене ойомай.
Ҡыш көнө донъя үле, хәрәкәтһеҙ саҡта, кем баш ҡатырғыс нәмәләр хаҡында уйланһын! Оло ҡала терәлеп, шаулап ултырһа ла, бында тыныс. Урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы көрт баҫҡан, өйҙәр, уйынсыҡтар ише шымып, ҡар эсенә боҫҡан. Уларға берәү ҙә инмәй, сыҡмай. Күңелсәктең нисә рәт урамдан үткәне булды – берәүҙе лә шәйләмәне. Хәйер, ял көндәрендә малай-шалай ғына сыр-сыу килеп ала. Йөрөйҙәр шунда йүгерекләп, танау остары ҡыҙара башланымы – өйҙәренә йомолалар. Күҙ асып йомғансы берәү ҙә ҡалмай. Хәбирҙең Хәбире уларҙан оҙағыраҡ уйнай.

* * *
Яҙ башы эт тормошона ҙур үҙгәреш индерҙе. Күңелсәк һис килешә алманы. Тәүҙә өс көн урамға аяҡ баҫмай ятып ҡарағайны – нишләһен, бүтәнсә әмәл ҡалмағас, сыҡты. Әҙәмдәрҙең донъяны үҙҙәренсә алып барыуы менән ризалашырға тура килерме икән?.. Өнһөҙ таш ҡаяларға оҡшаш өйҙәр араһында, ҡойроғон боттарына йәшереп, оҙаҡ йөрөнө ул. Был яҡта әле зыяратҡа һыйы­нып ултырған ике урам ҡалды. Уларға, бәлки, теймәҫтәр – донъя киң бит, зыяратҡа яҡын тип, кешеләр кире дүнер – ҡәберлектәр менән йәнәш йәшәргә теләмәҫ, тип уйланы.
Зыяратҡа терәлгән урамға барып уйнаһа, күңеле лә күтәрелгәндәй итә. Ундағылар уйламай ҙа, иштәре ҡәҙимгесә ғүмер сигеп ята. Ҡатлы-ҡатлы таш йорттар хаҡында уй ҙа, һүҙ ҙә юҡ – эттәр көн оҙоно урамда шаярып уйнай, кинәнешеп баҫтырыша. Күңелсәк, был мәхлүктәр белмәйме икән ни, тип аптырай. Бәғзеләре бигерәк һантый. Баштарында ел иҫә. Бер нәмә уйламайҙар.
Йөрөй торғас, Күңелсәк, хафаларым бушҡа, көйөнөстәрем көл генәме икән әллә, тип тә ҡуя. Күргән-серләшкән бер мәхлүк тыныс. Был унан башҡа берәүгә лә ҡағылмаймы икән ни?
Күңелсәк бары шунан ғына айбана ине; ул барыһына ла күнергә-кисерергә күңелен нығытҡайны... Ләкин нәҡ ошоһо, нәҡ аяныслыһы килде. Шулай бит ул: һин көтмәгән ишек шаҡый, һин теләмәгән берҙән-бер осраҡлыҡ ысынбарлыҡҡа әйләнә. Донъя, ваҡиғалар, шарттар кешегә ҡаршы, иркенә буйһонмай. Күңелсәк тә быны аңлай башланы. Айыҡ ҡараш, асыҡлыҡ рухты нығыта, бөгөлөп төшөргә, аҡылдан яҙырға ирек бирмәй. Күңелсәк шуға был яңылыҡты ла тыныс кисерергә тырышты. Күрше урамдағы иштәренә лә, асыулы, моңһоу әҙәмдәргә лә битараф күренергә теләне. Хәбир-сабый менән уйнаған көндәрҙә генә күңеле тулыша, күҙ төптәре йәшкәҙәй. Ундай саҡта моронон ситкә бора, дуҫына сабырыраҡ күренергә ынтыла. Сабырлыҡ – уның затташтарының төп һыҙаты. Улар барыһын да күреп-татып, тормоштоң ҡатлаулы боролоштарына, һынауҙарына түҙергә өйрәнгән. Йән эйәһе ерҙә үҙ көнө менән килешеп йәшәргә тыуған. Әҙәм заттары ярай – аң эйәләре: уларға сапсынырға, туҙынырға, дауларға, яуларға, килешмәҫкә мөмкин, ә бына мәхлүктәргә ни ҡайғы?.. Үҙ көнөң менән килешеп-ярашып йәшәү әле еңелеү түгел, ул – ауырлыҡты күтәрә белеү, яҙғанды аяҡ өҫтө ҡаршылау. Быларҙы ла аңғара Күңелсәк.
Ҙур ҡалаларҙың – үҙ ҡануны. Кешеләр күмәгерәк өймәгешкән ерҙә йәшеллек, ағас бөтә, әҙәмдәр ташҡа баш эйә башлай. Ҙур ҡалаларҙа күп ҡатлы йорттар ҡалҡа!
Аңлай Күңелсәк, барыһын да белә, тик һаман килешеп бөтә алмай, яңыға күнгеһе килмәй. Аҡылы, аңлылығы ғына әле үҙенә еңеллек бирә... Тағы мәхлүктәр затына уйһыҙ ғына йөрөүгә, уйнап-сабып көн уҙғарыуға ни етә! Уларға аҡыл кәрәкмәй!
Хужаһы хәҙер бөтөнләй үҙ эшенә сумды. Өйҙәгеләрҙең йөҙө борсоулы, һүҙҙәре ауыр (Күңелсәк хатта телдәрен аңлай ҙа башланы кеүек), гел ҡайҙалыр ҡабаланалар, бары Хәбир генә уға моңһоу ҡарап ҡуйғандай. Ул да алдағыны күҙ алдына баҫтыралыр, яманһыу­ланалыр. Бала күңеле һиҙмәй була тиме.
Күңелсәк, Хәбир дуҫы мәктәптә ултырғанда, сәғәттәр буйы урамды ҡыҙырҙы. Сәфәренән бер йәм тапмаһа ла, аяҡтары ҡайҙалыр тарта, күңеле тыныс түгел... Туҡтаһа, күк иңе өҫтөнә ҡойолоп төшөр кеүек.
Күңелсәк мәктәп, шырпы өйҙәр, зыярат тирәһен ураған арала өйҙәгеләр ҡыҙыу-ҡыҙыу баҫып йөрөй, ҡайҙалыр ашыға башлағайны инде. Эт ҡайтҡас аптыраны: был көндәрҙә бүтән ихатанан сыҡмаҫҡа ҡарар ҡылды. Ояһы алдында башын ике йомшаҡ тәпәйе өҫтөнә һалып ала ла ҡымшанмай. Иртәгә ниҙәр буласағын шулай өнһөҙ-тынһыҙ күҙәтеүсене берәү ҙә шәйләмәй, тиһәң, берәү бар икән. Ул көн дә йомшаҡ тәпәйе янына сүгәләй. Оҙаҡ ултыра.
Аҡыллы булһа ла, Күңелсәк яңы таш йортҡа күсенеп китеүгә өйҙәгеләрҙән бер шул Хәбир генә ҡаршылашыуын белмәй ине. Ул Хәбирҙең телләшеүен дә, «бармайым» тип тартҡылашып илап алыуын да күрмәне. Күңелсәк хужаның өйөнә инергә ғәҙәтләнмәгән. Тышта Хәбир өнһөҙ, уйсан... Эттең йомшаҡ тиреһен һыпырыуын ғына белә.
Күңелсәк ошоноң оҙаҡҡа, оҙаҡҡа һуҙылыуын юрай.

 

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәттәре.

 

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Эт күңеле
Эт күңеле
Автор:
Читайте нас: