-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Май 2022, 11:35

«Фәрештәнең изге сәфәренән Ҡалдырһаңсы ерҙә һөйөү-иман!..»

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағирә, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова журнал уҡыусыларыбыҙға классик яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәренән тәржемәләр тәҡдим итә. Яратып уҡыған шиғырҙарыбыҙ башҡорт телендә лә күңел ҡылдарына ҡағыла, хистәрҙе ҡуҙғыта.

«Фәрештәнең изге сәфәренән Ҡалдырһаңсы ерҙә һөйөү-иман!..»
«Фәрештәнең изге сәфәренән Ҡалдырһаңсы ерҙә һөйөү-иман!..»

Ни мөһим?
Ирина Богданованан
Аллаһ хозурына килеп баҫҡас,
Һорамаҫ ул өйөң дәүмәлен,
Һорар әммә – күпме кеше унда
Ярҙам тапты кәрәкле мәлен? 

Ул һорамаҫ елдергән машинаң
Нисә һумға, тиеп, һатыла,
Һорар әммә – күпме кешеләргә
Ярҙам иттең ошо автола?

Күҙең-йөҙөң ни төҫтә булғаны
Мөһим түгел – мөһим бүтәне,
Мөһим Уға күпме кешеләргә
Игелегең тейгән икәне.

Вазифалар, дәрәжәләр түгел –
Аллаһ өсөн мөһим эштәрең, 
Ни мәғәнә вазифа биләүең
Буп-буш икән сауап биштәрең?..

***
Урыҫ әҙәбиәте классигы
Н. Некрасовтан
Ир-егеткәйҙәрҙең ғүмере
Вәхшәт тулы яуҙа өҙөлһә?
Йәлләмәйем дуҫын, бисәһен,
Ҡаһармандың хатта үҙен дә.

Яҡын дуҫ та бер саҡ онотор,
Ҡатыны ла күнер яҙмышҡа.
Тик берәү бар – ғүмер буйына
Айный алмаҫ ҡайғы-һағыштан.

Ике йөҙлө, алдаҡ был донъя,
Тулып ята хәрәм эштәре!
Күрәм бары шулар янында
Ихлас аҡҡан әрнеү йәштәрен –

Әсәләрҙең ҡанлы күҙ йәшен!
Иңдәренә баҫҡан бик әсе
Ҡайғылары шәһит улдарҙың,
Улар, гүйә, бойоҡ талдарҙың
Күтәрелә алмаҫ тәлгәше.


Тыңлағыҙсы
Вл. Маяковскийҙан
Тыңлағыҙсы!
Ҡабыҙалар икән йондоҙ –
Кемгәлер ул кәрәк төнгө яҡта?
Тимәк, теләй кемдер уларҙың булғанын?
Тимәк, төкөрөк, тимәй, ынйы, ти хатта.

Туҙанына батып
Көн йөҙөнөң,
Елә,
Саба
Асырғанып,
Килеп баҫа Бөйөк Хаҡ алдына,
Илай,
Буҙлай,
Башын ергә ора,
Сәждәләргә китеп, Унан һорай:
Йондоҙһоҙ, ти, зинһар, Һин ҡалдырма!

Ә һуңынан,
Эстән борсолһа ла,
Тыныс тыштан,
Йөрөй һиҙҙермәйсә.
Һорау бирә
Кемдәргәлер үҙе:
«Хәҙер ҡурҡмайһың бит?
Тыныс бит? Ә?!»
Тыңлағыҙсы!
Ҡабыҙалар икән
йондоҙ –
Кәрәктер ул күктә сағылыуы?
Һәр кис һайын
беҙҙең баш осонда
Һис юғы бер йондоҙ ҡабыныуы?!

Өлгөрөрбөҙ
Мария Куткарҙан
– Улым, ни хәл? Эштәрең нисек?
– Арыу ғына. Ваҡыт юҡ, кисер...
– Улым, ғәфү, борсойом ҡабат,
Көтәм һине, көндәрҙе һанап.
– Арыу ҙа, тик бушап булынмай,
Асыуланма, әсәй, улыңа.
– Бер генә һүҙ әйтәм тигәйнем…
– Өлгөрөрбөҙ, әсәй, көт, йәме.
Көндәр һанап, һанап сәғәтен
Һағыныуҙан ҡалмай тәҡәте,
Шылтырата әсә, тик һаман,
Ваҡыт тапмай улы ни заман.
Көн артынан шулай көн үтә,
Ғүмер ебен яңғыҙ ул һүтә,
Тик төшөндә гүйә йәш саҡта,
Балаҡайын һөйөп ҡосаҡлай.
– Әсәй, сәләм! Нисек һуң хәлең?
Шылтыраттың ниңә төн мәле?
– Врачта булдым, балам, нишләргә?
Ун көн ҡалған, тине, йәшәргә.
– Китсе, әсәй, юҡҡа ышанма,
Яңылыша улар йыш ҡына,
Һәйбәт табип, яҡшы дарыуын
Иртәгә үк алып барырмын.
...Тик яуапҡа – ҡәбер тынлығы,
Тап ошо көн булған һуңғыһы.

Эт
Валентин Гафттан
Ниңә Эт сикһеҙ ярата,
Тоғронан-тоғро икән?
Тик һәр саҡ һорау ҡарашта:
– Хужам ярата микән?

Сөнки ҡамсыланған ҡаты,
Бәйле торған кәртәлә,
Хужаһының хыянатын
Кисергән күп мәртәбә.

...Урамдарҙан атлап барһам,
Йөҙҙәргә ҡарап үтәм.
Һаҡланырға хаталарҙан
Фәһем алдым мин Эттән.

***
Юлия Друнинанан
Фронттан ҡайтҡас,
сепрәк һайланыуҙы
Көлкө итеп тойҙо күңелем.
Шәшке тундан һис тә кәм булманы
Иңемдәге иҫке шинелем.

Терһәгенә һалған ямауҙары,
Туҙған итек – шулмы бер ҡайғы?!
Ошо тиклем ҡупшы, ошондай фырт
Бай булманым башҡа мин тағы...

Ҡул ҡымтыйым…
Анна Ахматованан
Ҡул ҡымтыйым ҡараүәл аҫтында...
«Ағарынған йөҙөң, ни сере?»
– Әрнетерлек һағыш һауытына
Ыу тултырып уға эсерҙем.

Оноталмам! Ул сайҡалып китте,
Ғазапланып ҡыҫып иренен.
Ҡыуып етермен, тип өмөт итеп,
Мин артынан саптым, илереп.

Ауаз һалдым: «Мин шаярттым ғына,
Йәшәй алмам һинһеҙ бер көн дә».
Ул йылмайҙы һалҡын, тыныс ҡына,
Йән өшөтөп: «Торма, кит елдән».

Елкән
М. Лермонтовтан
Томан аша яңғыҙ аҡ елкәнкәй
Төҫмөрләнә диңгеҙ өҫтөндә.
Ватанынан ниңә китте икән?
Нимә эҙләй икән сит илдә?..

Тулҡын уйнай – елдәр һыҙғырыша,
Ыңғыраша елкән ағасы,
Юҡ-юҡ, бәхет эҙләп китеп бармай,
Бәхеттән дә ҡасып бармайсы!

Баш өҫтөндә – алтын ҡояш нуры,
Зәңгәр аҡыҡ кеүек ян-яғы.
Ул, дыуамал, иһә дауыл көҫәй,
Дауылдарҙа барҙай йән ялы.

Ҡәҙер кисе
И.А. Буниндан
Был төндә фәрештәләр Ғәрештән ергә төшә. Ҡөрьән.
Ҡәҙер кисе.
Һырттар ҡушылышты,
Салмалары бейек күккә менде.
Аҙан моңо. Боҙҡаялар алһыу.
Тик тарлауыҡ һалҡын бөркә инде.

 

Автор:
Читайте нас: