+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Май 2022, 15:10

Тәүге мөхәббәтем

Роза ЗИННӘТШИНА Хәтирә Йылдар үткән һайын тыуған ауылым йыш иҫкә төшә. Унда нәҫел туғанлыҡты һаҡлап ҡалған ике туған ағай-апайҙарға байрам, һабантуйҙарҙа, юбилей кеүек ваҡиғаларҙа ҡайтып гөр килешәбеҙ. Әле нисектер саҡырыу көтөп тормайынса юлға сыҡҡайным. Өйөбөҙҙөң баҡса артында үткән йылдарҙы күҙ алдына килтереп уйға сумдым. Киң яландай йәйрәп ятҡан ерҙә ял көндәрендә йәш-елкенсәк, ағай-апайҙар, хатта өлкәндәр ҙә киске уйынға йыйыла торғайны – гармун моңо, йыр-бейеүҙәр тынмай. Бигерәк тә йәштәр, колхоз яланында һуңға тиклем эшләп, кисен уйынға сыға. Беҙҙең кеүек бәләкәйҙәрҙе ҡыуып ҡайтаралар. Бала сағымдан, гармун моңо ишетһәм, ҡом яуып торһа ла, тыңларға йүгерә инем. Оҙон көй һуҙһалар инде, иҫем китеп, йырҙың йөкмәткеһен күҙ алдына килтерәм. Беҙҙең ауылда ике баянсы-гармунсы булды. Береһе бейеү көйҙәрен, яңы сыҡҡан йырҙарҙы һәйбәт уйнай. «Иртә буран, кис тә буран...» тип башлар ине сығышын. Ә икенсе баянсы, 16 йәшлек 8-се класс егете, гел оҙон көйҙәрҙе һыҙҙыра бит әй. Мин яңы 2-се класҡа ғына күскәйнем. Ошо гармунсы Бәсим исемле егетте, оҫталығы өсөнмө, матур булғанғамы, «үҙемдең буласаҡ кейәүем» тип күҙ алдына килтерә башланым.

Тәүге мөхәббәтем
Тәүге мөхәббәтем

Ғаилә ишле булғанға күрә, хәлебеҙ мөшкөлөрәк ине. Ситса күлдәгем йыртылып, яңынан ямап маташҡанда, әсәйем миңә, ярай, мышнап ултырма, кейәүгә сыҡҡас, ул штапель күлдәк алыр, тине. Күрше йәшәгән Лилиәнең апаһы тормошҡа сыҡты. Еҙнәй кеше ике ҡәйнешенә дүрт һаплы бәке бүләк иткән. Уны малайҙар минең энекәштәргә күрһәтеп маҡтанған. Ысын бәкеләрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән туғандарым, миңә килеп: «Ғәлиә апай, ҡасан кейәүгә сығаһың?» – тип тыпырҙашып тора. Эске тойғомдо йәшерә алмайынса, тегеләргә сер итеп кенә сисеп ташланым: «Бәсим гармунсыны беләһегеҙме? Шул була инде минең буласаҡ кейәүем. Ул һеҙгә бәке генә түгел, ағас коньки ҙа яһап бирер (ул заманда ағастан коньки эшләп, быймаға бәйләп, боҙҙа шыуа торғайнылар), ә миңә штапель күлдәк аласаҡ, вәт!» – тинем.
Әхирәтем Лилиә менән киске уйынды ҡарарға булдыҡ. Баҡса артында киндер үҫә ине. Үлән араһына инеп ултырҙыҡ та уйынды күҙәтәбеҙ. Инде йыр-бейеү башланғас, минең алты һәм дүрт йәшлек ике энекәшем, һөйгәнемә килеп: «Бәсим ағай, һин беҙҙең буласаҡ еҙнә, беҙгә дүрт һаплы бәкене әле үк бирегеҙ. Ә ағас коньки менән апайға тигән штапель күлдәкте өйләнгәс бүләк итерһегеҙ», – тип йомоштарын еткергән. Был һүҙҙәрҙән Бәсим бурҙаттай ҡыҙарған. Эргәһендә ул күҙ һалып йөрөгән ҡыҙҙар ултырған, улар ҙа, кем һуң ул буласаҡ кәләшең, тип көлөшкәндәр. Бәсим, Радиктың ҡолағынан бора тотоп, һин кем балаһы, тип һорай башлаған. Теге, ауыртыуға түҙмәй, Барый-балтырғандыҡы булыуын әйткән. Ауылда тағы бер Барый бар, һәр саҡ һуҡмыш йөрөгәнгә, уны Айныҡ Барый тип йөрөтәләр ине. Бәсим «апайыңды күрһәт» тип, ҡолағын ебәрмәйенсә, минең яҡҡа киләләр бит әй! Ултырған еремдән шым ғына ҡасайым тиһәм, Лилиә йоҡлап киткән. Уны уятҡансы иң яратҡан кешем алдымда тора ине. Мин икәнде төшөнгәс, киң киндер ыштаныма кесерткән тултырҙы. Ҙур үҫкәс, бәлки, кәләш булырһың, тип өҫтәне. Илай-илай, бер ваҡытта ла башҡа һеҙҙең турала уйламаясаҡмын, кейәүгә лә сыҡмаясаҡмын, ҙур үҫкәс, бесәйемә Бәсим тип исем ҡушасаҡмын, тип өй яғына йүгерҙем. Өйгә инһәм, атайым ҡайыш тотоп тора. Энекәштәр «апайҙы беҙҙең буласаҡ еҙнәбеҙ кесерткән менән һыҙыра» тип хәбәр иткән. Ҡуҙғала ла алмайынса арт яҡтан итәкте ҡул менән күтәреберәк торам. Әсәйем, был ни хәл тип, итәкте күтәреп ҡараны ла кесерткәнде алып ырғытты. Атайым ҡайыш менән бер нисәне һыҙырып алды.
Гармунсы Бәсимдәр ауылдан күсеп китте. Үҙе күсеп китһә лә, гармун моңо барыбер күңелдә ҡалды. Бәхетемә күрә, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Музыка буйынса түгел, һүрәт төшөрөү бүлегенә. Икенсе курсты бөткәс, ауылға каникулға ҡайттым. Көтмәгәндә баш ҡоҙалар мине һоратып килгән. Ҡараһам, теге гармунсы Бәсим ҡулына ике тимер коньки тотҡан, кеҫәһен тултырып бәке алған да буласаҡ кейәү сифатында эре генә баҫып тора. Туғандары ла атайым менән ҡоҙа-ҡоҙағый булышырға ышаныслы хәбәр алыша. Әсәйем миңә ҡарап: «Ҡыҙым, һинең класташ ҡыҙҙар барыһы ла тормошта бит. Риза булаһың да ҡуяһыңмы?» – ти. Атай-әсәйҙәр сәй эскәндә Бәсим үҙ хәлен һөйләне. Ауылға ҡайтҡан һайын, атайымдарға инеп, хәл белешеп йөрөгәндәрен, ике ауыр ҡара толомло еткән матур ҡыҙҙың фотоһын күргәс, «кәләшем» тип өлөшләнгәнен еткерҙе. Ипләп кенә минең ике ҡулдан тотоп «бына мин килдем» тине. Ул ҡулыма ҡағылыуы булды, ток һуҡҡандай, бөтә тәнем кесерткән саҡҡан кеүек янды. Тыным ҡыҫылды. Ошо ваҡытта бәләкәй саҡтағы ғашиҡлыҡ уға түгел, ә бары тик сихри гармуны моңона икәнен аңланым. «Юҡ, Бәсим, оноттоңмо, теге ваҡытта әйткәйнем бит бер ҡасан да һиңә бармаясағымды. Әле ятаҡта матур ғына бесәй бар, уның исеме Бәсим», – тинем. Бәсим, туғандарына әйтеп тә тормайынса, ишекте тибеп асып сығып китте.
Йылдар үткән һайын баҡса арты, бала саҡ хәтирәләре иҫкә төшә. Ауыл үҙгәрә, йорттар бейегәйә. Шулай ҙа гармун моңо барыбер ҡолаҡҡа салынып ҡала төҫлө.

 

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: